Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Июля , 10:13

Кредит һаҙлығы

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙәге һәр икенсе кеше кредит һаҙлығына батҡан, уның тотҡонлоғонда йәшәй, тиһәң, һис тә шаштырыу булмаҫ.

Кредит һаҙлығыКредит һаҙлығы
Кредит һаҙлығы

Миңлебайҙың тәмле йоҡоһон телефон шылтырауы бүлде. Төнгө сменанан яңы ғына ҡайтып ятҡан кеше, ят номер булһа ла, алды.
– Миңлебай Мазһарович, фәлән-фәлән суммалағы займға алынған аҡсағыҙҙы түләмәһегеҙ, бөгөндән пеня арта, – тине телефондың теге осондағы яғымлы тауыш.
– Ниндәй займ? Нимә тураһында һөйләйһегеҙ? – йоҡоһо осҡан ир асыулы һораны.
– Үткән айҙың ошо көнөндә алынған аҡсалар өсөн кем түләргә тейеш тип уйлайһығыҙ? – Әле генә яғымлы һөйләшкән ҡатындың тауышы ҡапыл ҡырыҫланды.
– Ми-мин бер ниндәй ҙә займдан аҡса алғаным юҡ... – Көтөлмәгән хәбәрҙән ир хатта тотлоғоп китте. Шулай ҙа: – Ниндәй банктан? – тип һорарға башы етте.
– Шул-шул адреста урынлашҡан, фәлән банкка һеҙҙең бурысығыҙ бар! Алдан килешелгәнсә, бөгөн айлыҡ сумманы түләмәһәгеҙ, пеня артасаҡ! – Телефонды теге оста шартлатып һүндереп тә ҡуйҙылар.
Йоҡоһо бөтөнләй осҡан ир тиҙ генә йыйынды ла банкка сапты. Госуслуги аша уның исеменә займдан һигеҙ тапҡыр аҡса алғандарын, тиҙ арала түләмәһә, хатта фатирынан ҡолаҡ ҡағасағын аңлаған ир, саҡ артына ауып китмәне.

Ике меңенсе йылдар башы һағындыра

Бөгөнгө көндә Рәсәйҙәге һәр икенсе кеше кредит һаҙлығына батҡан, уның тотҡонлоғонда йәшәй, тиһәң, һис тә шаштырыу булмаҫ. Кемдер хатта интернетта матур фотолар һалырға, барыһынан шәберәк булып күренеп шапырынырға ла кредит ала. Ә һуңғы сыҡҡан айфон өсөн алыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Бер нисә ай бушҡа тотонорға, һуңынан икеләтә-өсләтә арттырып түләргә кәрәк булған кредит карталары ла бер ҡатлыларҙы ыштанһыҙ ҡалдыра. Әлбиттә, илдәге төрлө ваҡиғалар ҙа халыҡты кредит менән аяҡтан йыға. Мәҫәлән, 2020 йылда ковид ваҡытында Рәсәйҙең өстән бер өлөшө өйҙән эшләй алманы. Вахтала йөрөүселәрҙең өйҙәренә ҡайтып өлгөргәндәре өсәр ай дауамында аҡсаһыҙ ултырырға мәжбүр булды. Алдағы кредит, ипотекаларын түләй алмағас, уларға займдарҙан аҡса алып торорға тура килде. Был иһә күрәләтә башыңды кредит элмәгенә тығыу тигәнде аңлата. Ваҡытында ҡотолһаң да, эҙемтәләрен оҙаҡ ҡына ваҡыт, ҡурҡыныс сирҙән арынған кеүек, бөтөрөргә тура килә.
Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, бөгөн Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтың 11,2 миллион самаһы кәмендә бер юлы өс төрлө кредит түләй. Бер йыл эсендә кредит картаһын алыусыларҙың һаны 3 миллионға артҡан. Уларҙың йәмғеһе 23 миллион кешене тәшкил итә. 10 миллион артығы ипотекаға алынған йортта йәшәй йәки йәшәргә йыйына. Уларҙың 6 процент самаһы ипотекаға тәүге иғәнә түләр өсөн йәнә бер кредит алған. Күптәре кредит менән бергә өҫтәп төрлө көтөлмәгән күңелһеҙ ваҡиғаларға тарый. Иң төп сәбәп – үҙҙәренең иғтибарһыҙлығы, беҙҙең халыҡҡа хас артыҡ ышаныусанлыҡ та үҙҙәрен кәкре ҡайынға терәтә.
“Биш минут эсендә, паспорт менән генә кредит алып була!” тигән яҙыулы рекламаларҙы ҡала урамдарының һәр мөйөшөндә лә осратырға мөмкин. Тик еңел табыш, бушлай сыр, билдәле, ҡапҡанда ғына. Ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙылған бер нисә битлек килешеү ҡағыҙын күптәр ныҡлап уҡымай. Кемдер ундағы яҙыуҙы, банк талаптарын үҙгәртә алмайым, тигән фекерҙә бөтөнләй ҡул һелтәп ҡуйып, уҡып та тормай. Икенселәр оҙон итеп яҙылған тексты уҡыуҙан ҡурҡа. Өсөнсөләр, беренсе тапҡыр кредит алмайым, унда нимә яҙылғанын ятлап бөткәнмен, ти. Дүртенселәре менеджер һөйләгәненә генә ышана һәм, шуның менән сикләнеп, күрһәтелгән урынға ҡултамғаһын ҡуя һала. Бишенселәр, уҡыһа ла, аңлашылмаған терминология арҡаһында нимә тураһында һүҙ барғанын төшөнөп бөтә алмай. Ентекләп уҡырға тотоноусыларҙы банк хеҙмәткәрҙәре ҡабаландырырға, иғтибарын ситкә йүнәлтергә тырышыуҙары ла мөмкин. Был күренеш хатта наджинг тигән айырым термин менән дә билдәләнә икән. Бынан тыш, күптәр һылтанмаларҙың ҡайҙа йүнәлтеүе тураһында уйлап та бирмәй. Үрҙә һаналған сәбәптәр арҡаһында банк клиентына, кредиты тамамамлғансы, өҫтәлмә аҡсаһын кеҫәһенән сығарып бирергә тура килә.
Иң тәү сиратта, кредит бурысын ваҡытында түләмәгән осраҡта штраф күләме күпме булыуын асыҡларға кәрәк, тип кәңәш бирә белгестәр. Ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙылған һылтанмалар был осраҡта ҙур роль унай. Йәнә кредитҡа өҫтәп башҡа шарттар тураһында ла танышып сығырға кәрәк. Мәҫәлән, айына бер нисә тапҡыр түләү ваҡытын иҫкәртеп, хәтергә төшөрөп килгән смс-хаттар һәм башҡаларҙан клиент баш тарта ала. Тағы ла страховканан, табип, юрист кәңәштәренән, банктың экосистемаһына яҙылыуҙың да күптәр кәрәкмәгәнен белһә лә, килешеү ҡағыҙына уҡымайынса ҡул ҡуйғас, аҡсаһын түләй. Шулай ҙа һалҡын баш менән ун дүрт көн эсендә кредит ҡағыҙын ҡабаттан яйлап уҡып сығып, уның менән килешмәһә, баш тарта ала.
Барыһы ла үҙ теләге менән кредит һаҙлығына батҡандыр, тип уйларға ашыҡмайыҡ. Матурлыҡ салондарында, түләүле стоматология клиникаларында һәм башҡа ошондай коммерция нигеҙендәге ойошмаларҙа клиенттың алдына икенсе килешеү ҡағыҙҙары урынына кредит ҡағыҙҙарын һалып отоусылар ҙа табыла. Йәнә автоматлаштырыу заманы бер яҡтан күп эште кәметһә лә, мутлашыусылар өсөн яңы мөмкинселектәр асты. “Банк карталарындағы номерҙарҙы унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр ҙә, полиция вәкилдәре лә һорарға тейеш түгел, берәүгә лә әйтергә ярамай!” – тигән социаль-рекламалар йыш иҫкәртеп-киҫәтеп торһалар ҙа, халыҡ ҡолағына ла элмәй. Меңәрләп, миллионлап аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Йәнә госуслуги пароленән кереп тә халыҡ исеменән кредит, төрлө займдарҙан аҡса алалар. Күптәр үҙенең банкка тейеш икәнлеген белмәй ҙә йөрөй. Банк хеҙмәткәрҙәре түләү тураһында иҫкәрткәнсе. Әлеге көндә күптәр ошондай тоҙаҡҡа эләккәнсе, банкка барып: “Мин банктың үҙендә генә кредит алам”, – тигән килешеүгә ҡул ҡуйып китеүҙе хуп күрә башланы. Шулай иткәндә, ысынлап та, муттар тоҙағына ла эләкмәйһең, икенсе берәү алған аҡса өсөн бурыс та түләмәйһең, йоҡоң да тынысыраҡ, тәмлерәк буласаҡ.

Рәзинә УРМАНШИНА.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас