Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Июля , 09:27

Себер аҡсаһы бында ла бар

Төрлө өлкәләрҙә үҙен һынап ҡарағандан һуң, Айбулат фатирҙарға кондиционерҙар ҡуйыуҙа туҡтала.

Себер аҡсаһы  бында ла барСебер аҡсаһы  бында ла бар
Себер аҡсаһы бында ла бар

Ул вахтала эшләүҙе ташлап, тормошон үҙгәртергә ҡарар итә. Айҙар буйы тыуған йорттан ситтә йөрөү елһетә. Ҡайһы саҡ йәй миҙгелендә рәхәтләнеп ял итергә лә тура килмәй. Яҡындарың, туғандарыңдың тыуған көндәре, байрамдар йыш ҡына эш менән үтә. Ә ғүмер уҙа... Бер ҡараһаң, үҙебеҙҙә эшләгәндәр ҙә берәүҙән дә кәм-хур түгел – бына тигән донъя ҡоралар, ял итергә лә йөрөйҙәр. Теләк кенә булһын! Тап шундай ниәттән башҡаса Себер тип йөрөмәҫкә ант иткән Айбулат Юлсанов бөгөн кондиционерҙар ҡуйыу менән шөғөлләнә.

Төрлө өлкәләрҙә үҙен һынап ҡарағандан һуң, Айбулат фатирҙарға кондиционерҙар ҡуйыуҙа туҡтала.
– Иң тәүҙә Өфөләге “РБ КЛИМАТ” тигән ойошмала стажер булараҡ эшләй башланым. Ике аҙна өйрәнсек булып йөрөгәндән үҙаллы тотонорға тәүәккәлләнем, – ти ул тәүге ваҡыттарын. – Йәй миҙгеле ине. Заказдар күп, ашығыс кондиционер килеп ҡуйыуҙы үтенәләр, хаҡын да күберәк вәғәҙә итәләр. Оҙаҡ уйлап тормайынса хәҙер үҙем дә эшләй алам, тигән ҡарарға килдем. Барыһын да белгән кеүек булһам да, барыбер тәжрибә юҡ. Шуға ла тәүгеләрен интернет аша видеонан ҡарап ҡуйырға тура килде. Эшемде оҡшаттылар. Ойошманың етәксеһе, эште еренә еткереп башҡараһың, маладис, тип маҡтап та ебәргәс, дәртләнеп киттем.
— Бейек йорттарҙа ла эш итергә тура килә. Ҡурҡыныс түгелме? — тип ҡыҙыҡһынам егеттән.
—Бейеклектән электән шөрләй торғайным. Ошо шөғөл ҡурҡыуымды еңергә ярҙам итте. Хәҙер иһә шул тиклем ғәҙәтләндем – нисәнсе ҡатта ҡуйырға тура килһә лә, иғтибар ҙа итмәйем. Бейеккә күтәрелгән һайын үҙемдә ышаныс тойғоһо барлыҡҡа килә, — ти ул йылмайып. – Йәй миҙгеле кондиционер ҡуйыусылар өсөн тығыҙ мәл. Тимәк, был осорҙа табыш алыу форсаты ла арта. Бер кондиционер урынлаштырыу 12 меңдән башлана, көнөнә кәмендә 3-4-те ҡуйырға тура килә. Бик килемле кәсеп тип әйтер инем. Әлбиттә, аҡса тип кенә йөрөп булмай, шөғөл үҙеңә оҡшарға, еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Эшеңде оҡшатһалар, һине башҡаларға ла тәҡдим итәләр, бына шулай йүкә телефоны аша заказдар килеп тора ла инде. Ғәҙәти булмаған урындарҙа ла эшләргә тура килә. Бында ла тәжрибә кәрәк. Мәҫәлән, боронғо биналарҙың күренешен боҙмай, ыҡсым ғына итеп ҡуйырға йәки яңы төҙөлгән бейек йорттарҙа, ҡалын быялаларға лә элергә тура килә.
Хәҙер инде Айбулат – был өлкәлә шаҡтай тәжрибә туплаған белгес. Йорттарҙың хужаларына кондиционер ҡуйыу буйынса кәңәштәре лә бар. “Бер фатирға бер кондиционер етмәүе лә мөмкин. Барыһын да шәхсән эш итергә кәрәк. Кондиционер урыны ла дөрөҫ һайланырға тейеш. Мәҫәлән, инеү яғында йәки диван өҫтөндә ҡуйырға кәңәш ителә. Был һалҡын елдең тура һеҙгә иҫмәүе өсөн мөһим.
Теләге булған һәр кем ошо эшкә тотона ала. Бының өсөн дәрт кәрәк, теләк кәрәк, йәнә үҙеңдә ышаныс тойғоһо мөһим. Ә тәжрибә эшләй-эшләй килә”, – ти Айбулат.
Намыҫһыҙ кондиционер ҡуйыусылар йыш ҡына кешеләрҙең онотоусанлығынан файҙалана. Мәҫәлән, оҫталар кондиционер ҡуйыуҙың аҙаҡҡы хаҡын әйтмәй ҡала. Эштең күләмен күрмәйенсә, телефондан ғына хаҡты теүәл әйтеүе ҡыйын, әлбиттә, әммә эш башлар алдынан уҡ монтажсы үҙенең хеҙмәте өсөн теүәл хаҡты әйтергә тейеш. Оҫта алдан яҡынса хаҡты әйтә, ә эш барышында өҫтәмә хеҙмәттәр асыҡлана, улар айырым түләнә. Һөҙөмтәлә "яҡынса" эш хаҡы ике-өс тапҡырға арта. Ташламалар һәм акциялар менән дә шул уҡ схема эшләй. Мәҫәлән, бөтә өҫтәмә эштәре менән бушлай кондиционер ҡуйыу акцияһыҙ ҡуйыуға ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәккә төшә.

Монтажсылар клиентты нисек алдай?

1. Ҡышҡы фреонды йәйгегә алмаштырабыҙ. Был дөрөҫ түгел. Бер нәмәне лә алмаштырырға кәрәкмәй, был һеҙҙән аҡса һурыу ғына.

2. Тышҡы блок эшләмәй.
Ғәҙәттә, был проблема эшләтеп ебәреү конденсаторына бәйле.
Әммә ҡайһы бер оҫталар 3000 һумға көйләп ебәргән буласаҡтар. Шунда уҡ ризалашмағыҙ, тағы ла бер нисә фирмала диагностика үткәрегеҙ.
3. Дренажмы әллә фреонмы?
Бында дренаж торбаһының(кондиционер бүлгән һыу йәки конденсат) тығылыу йәки фреон етешмәүе менән бәйле булырға мөмкин. Икенсе вариант өсөн күберәк аласаҡтар. Шул уҡ ваҡытта башта үҙегеҙгә торбаның тығылыу-тығылмауын тикшерергә мөмкин, мәҫәлән, унан һауаны һурҙырып.
Йәйге эҫе мәлдәр етә, шуға ла уңайлыҡты алдан хәстәрләп, кондиционер ҡуйырға теләһәгеҙ, мотлаҡ Айбулат ЮЛСАНОВ кеүек тәжрибәле белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ.

Айнур АҠЫЛОВ.

Автор:
Читайте нас