Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Июль , 14:05

Бәхетле кеше Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Тағы бер нисә тапҡыр төшөп, тағы ныҡ-ныҡ  тикшереп ҡарағас ҡына  үҙен оҡшатты ахырыһы. Бәхетле булыуы йөҙөнә сыҡты. Шунда уҡ статусына,  “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә ҡосағы тулы гөлләмәләр менән төшкән фотоларын һалып та ҡуйҙы. Аҫтына: “Берҙән-беремдән, йөрәк майымдын  бүләк. Хоҙай ошо бәхетемдән айырмаһын! Ҡәҙерле дуҫҡайҙарым, һеҙ ҙә шулай һөйгәндәрегеҙҙең һөйөүенә, иғтибарына  шатланып йәшәгеҙ”, – тип яҙып ҡуйырға ла онотманы.

Бәхетле кеше  Юмористик хикәйә   Венер ИСХАҠОВБәхетле кеше  Юмористик хикәйә   Венер ИСХАҠОВ
Бәхетле кеше Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

 

    Назагөл ханым үҙен  бик-бик бәхетле  кеше һанай. Тик һинең шул тиклем бәхетле икәнлегеңде үҙеңдә генә йәшереп йөрөтөү бик килешеп бөтмәҫ  ул. Һинең бик-бик бәхетле булып, матур итеп биҙәнеп, һөрмә һөртөп, ирендәреңде бүлтәйтеп, төрлө-төрлө күлдәктәр кейеп йәшәүеңде, иреңдең йыш-йыш сәскәләр бүләк итеүен бөтә әҙәм белергә тейештер. Назагөл ханым тап шулай уйлай һәм эшләй ҙә.  Бер ҡараһаң, бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй, нәфсене ҙурҙан һуҙырға кәрәк түгел. Назагөл ханымға үҙенең бәхетле булыуың иҫбатлау  өсөн форсаты ла сығып ҡына тора.

    Күптән түгел эшләгән ерендә бер ҡыҙҙың тыуған көнөн билдәләнеләр. Коллектив һылыуҙы сәскәләргә күмде. Мәжлес тамамланмаҫ элек үк  Назагөл ханым да ошо гөлләмәләргә килеп йәбеште.  

- Ҡалай матур сәскәләр! Ә еҫе һуң! Еҫе! – Ул сәскәләрҙе еҫкәп-еҫкәп туя алманы. Унан телефонын шундағы ҡыҙҙарға һондо. – Мине төшөрөгөҙ әле!

    Назагөл ханым ултырғысҡа килешле  ултырып,  барлыҡ тештәре күренерлек итеп матур  йылмайып, күҙен упайтып, сәскәләргә күмелеп, тегеләй ҙә ултырып, былай ҙы ҡыланып фотоға төшөп маз килде.  Унан телефонын алып, нисек төшкәнмен икән, тип, фотоларын энә күҙәүенән үткәрҙе.

- Оҡшамай, әллә нисек төшөргәнһең! Әллә юрамал ҡыланаһың? Күҙем бигерәк ҡыҫыҡ һымаҡ, йәмрәйеп торам. Кеше күрһә, был ниндәй бисура, бигерәк бахыр, тип уйлар. Юҡ, былай булмай, яңынан төшөргөҙ әле, – тип был юлы  телефонын икенсе  әхирәтенә һуҙҙы.

     Тағы бер нисә тапҡыр төшөп, тағы ныҡ-ныҡ  тикшереп ҡарағас ҡына  үҙен оҡшатты ахырыһы. Бәхетле булыуы йөҙөнә сыҡты. Шунда уҡ статусына,  “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә ҡосағы тулы гөлләмәләр менән төшкән фотоларын һалып та ҡуйҙы. Аҫтына: “Берҙән-беремдән, йөрәк майымдын  бүләк. Хоҙай ошо бәхетемдән айырмаһын! Ҡәҙерле дуҫҡайҙарым, һеҙ ҙә шулай һөйгәндәрегеҙҙең һөйөүенә, иғтибарына  шатланып йәшәгеҙ”, – тип яҙып ҡуйырға ла онотманы.

        Бер нисә көндән һеңлеһе Сәсәкгөл өр-яңы күлдәген Назагөл  апаһына күрһәтергә килде. Бик матур күлдәкте нисек инде башҡаларға күрһәтмәйһең. Апаһы ла оҡшатты күлдәкте.

- Бик матур ҙа бик матур, йылы тәнеңдә туҙһын, – тине.

Һеңлеһе күлдәген һалғас, ҡайҙа, миңә килешме икән, тип, Назагөл ханым да  күлдәкте кейә һалып, көҙгө янына барып, тегеләй баҫып ҡараны, былай баҫып ҡараны, ирендәрен бүлтәйтте. Унан биҙәнгестәрен сығарып, ҡаштарын, керпектәрен буяны, ирененә мул ғына ҡыҙыл һөрттө. Һеңлеһенә телефонын биреп, аяҡтарын ҡыя баҫып, арт һынын ҡыйшайтып, түшен алға киреп,  килешле генә итеп баҫып, тағы шарт-шарт фотоға төштө. Төштө тиеү генә аҙ булыр. Тағы ла ҡараны, оҡшатманы, тағы төштө.

- Шулайыраҡ төшөр, былайыраҡ төшөр, – тип өйрәтеп тә торҙо. Ахырҙа үҙенә иң оҡшағанын һайлап, сәхифәһенә һалып та ҡуйҙы. “Әхирәткәйҙерем, бөгөн берҙән-берем, йөрәк майым, бәхетем Питерҙан матур, затлы күлдәк алып ҡайтып бүләк итте. Йә, миңә ярағанын ғына һайлап  ала белеүен әйт әле. Мең йәшәһен инде йөрәккәйем! Һәр беребеҙ ҙә бәхетле булайыҡ! Ә күлдәк килешәме?” – тип яҙып ҡуйырға ла  онотманы.

      Бәхетле кеше, һис шикһеҙ, диңгеҙ буйында ла булырға тейеш. Отпуск алыу менән кредит йүнләп, күршеләренән бер аҙ аҡса ла алып, йылы яҡҡа билет та хәстәрләне. Был бәхетле миҙгелде лә шунда уҡ сәхифәһенә һалып  ҡуйҙы. “Дуҫҡайҙарым, мин диңгеҙгә барам. Берҙән-берем, бәхетем тыуған көнөмә бүләк итте. Хоҙай ошо бәхетемдән айырмаһын, – тигән яҙыу ҙа хасил булды.  Диңгеҙ буйында ял итеүе, һыу инеүҙәре, нимәләр ашауы хаҡында ла сәхифәһендә фотолар тыпылдап торҙо...

     Һуңғы йылдарҙа белгән-белмәгән кешеләрҙең дә нисек йәшәүен, нимә ашауын тикшереп барырға харап оҫтарып алдыҡ.

- Был ҡатын ниндәй бәхетле! – Назагөл ханымдың сәхифәһен күҙәтеп барыусы таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре, хатта уны белмәгәндәр ҙә шулай тел шартлатты.  Кемдер уның шундай бәхетле булыуына һоҡланды, хатта көнләшеүселәр ҙә, уның фотоларын күреп, ирҙәренең ҡолаҡ итен ашаусылар ҙа булманы түгел.

- Ана, кеше донъяның артына тибеп йәшәй. Бер ҡараһаң, диңгеҙҙә! Икенсе ҡараһаң, ҡунаҡта. Кейгән кейемдәре ниндәй бит әле!

- Кеше ҡатындарын ҡәҙерләй белә! Ана, сәскәләргә күмелеп ултыра. Ә миңә һин һыңар сәскә лә бүләк иткәнең юҡ. Ҡуй инде, ҡуй, мәңге ҡәҙер күрмәнем.

- Ул диңгеҙҙе мин мәңге күрмәй үлермен. Бер бәхетем булманы! Анау ҡатын шайы ла була алмайым.

... Ире менән көнөнә әллә нисә тапҡыр сеймә-сей килеп талашап, ҡайһы ваҡыт тас тос һуғышып,  йылына бер нисә тапҡыр айырылышып, ҡабат ҡауышып  бәхетле ғүмер кисергән Назагөл ханымдың өйө  бөгөн дә  Мамай яуын хәтерләтте. Эсеп  ҡайтҡан Муллагилдеһен  күреү менән уның ене ҡоторҙо ла китте.

- Алкаш, ҡайҙа эсеп йөрөйһөң ул? Шул бер туймаҫ тамағың булды инде! Ҡасан ғына дөмөгөрһөң! Исмаһам, ҡолағым тынып ҡалыр ине. – Назагөл ханым иренең  ауыҙына сәпәп ебәрергә лә күп һораманы.

-  Кем алкаш, кем алкаш! Нишләп миңә йоғонаһың? Әллә күптән ауыҙыңа эләккәне юҡмы? – Ире ҡатынының еңенән эләктереп төртөп ебәрҙе. Назагөл ханым да бирешергә теләмәне. Уның әсе тауышынан тәҙрә быялалары зыңлап китте.

- Әллә миңә көсөң етәме, башмаҡ! Шәп булһаң, ана, ирҙәр менән сығып һуғыш. Бирешеп торормон һиңә, бапаҡ! Ҡара, кеше булған.

- Ә шулаймы? Ҡара нимә тигән була? Бына һин миңә сығып кеше булдың- Әллә һиңә сыҡҡанға тиклем кеше булмағанмы? Салыш күҙ!

- Кем салыш күҙ, кем салыш күҙ! Тағы шул һүҙеңде ҡабатла әле!

- Ҡабатлайымсы, әллә һинән ҡурҡып торған кеше бармы? Һин салыш күҙ, һин! Башҡа кем булһын!

- Хәҙер мин һиңә күрһәтәм салышты, бетле баш! – Ире Назагөл ханымдың битенә сәпәп ебәрҙе.

- Әле һин шулаймы әле! – Назагөл ханым да бирешеп торманы. Йәһәт кенә өҫтәлдә ултырған сәйнүкте эләктереп иренә елләне. Уныһы иренә теймәй ишеккә барып бәрелеп, уның тәҙрәһен селпәрәмә килеп төштө. Шул мәл улдары ҡайтып инмәгәндә был алыш нимә менән тамамланыр ине – әйтеүе ҡыйын.

      Бер аҙҙан Муллагилде хоролдап йоҡлап та китте. Ә Назагөл компьютерын ҡабыҙып, бығаса бер ҡайҙа ҡуймаған иң матур фотоларын һайлап алып, үҙенең сәхифәһенә ҡуйҙы ла: “Иремдән матур бүләк, Хоҙай бәхетемдән яҙҙырмаһын”, –  тип яҙып ҡуйҙы...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас