Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Июль , 06:03

Их, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүе!..

Уны кешеләр алыҫтан уҡ таный: ялҡынлы ҡараш, ғорур, тура кәүҙә, матур ҡиәфәт, мөләйем йөҙ, ҡара мыйыҡ һәм иҫ киткес һығылмалылыҡ! Бейеүсе икәнен дә тәү ҡараштан белергә була – һөйләшкәндә ҡулдары ла, мимикаһы ла ҡушылып китә.

Их, үҙебеҙҙең  башҡорт  бейеүе!..Их, үҙебеҙҙең  башҡорт  бейеүе!..
Их, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүе!..

Уны кешеләр алыҫтан уҡ таный: ялҡынлы ҡараш, ғорур, тура кәүҙә, матур ҡиәфәт, мөләйем йөҙ, ҡара мыйыҡ һәм иҫ киткес һығылмалылыҡ! Бейеүсе икәнен дә тәү ҡараштан белергә була – һөйләшкәндә ҡулдары ла, мимикаһы ла ҡушылып китә. Ә үҙенең шөғөлө һәм башҡорт бейеүе тураһында сәғәттәр буйы арымай-талмай һөйләй ала. Һүҙебеҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф ҒӘБИТОВ тураһында.
Башҡорт бейеү сәнғәтен ҡайһы бер шәхестәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Риф Фәтих улы – ана шундай бейеүселәрҙең береһе. 70 йәшлек юбилейын билдәләгән ир-уҙаман тип тә әйтеп булмай үҙен: һаман да йәш сырайлы, етеҙ хәрәкәтле, сәнғәт өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай рухлы! Юҡҡа ғына донъяның 50-нән ашыу төбәгендә, миллионлаған тамашасы күңелендә тап башҡорт егете, Урал бөркөтө образы булып ҡалмаған бит ул.
Легендар шәхестең ғүмер байрамы мәлендә осрашып, үткән тормошона байҡау яһап, башҡорт бейеүе тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Риф Фәтих улы, бала саҡ йылдарын хәтерләгәндә, күҙ алдына нимә килә? Ниндәй ғаиләнән һеҙ?
– Иҫ киткес матур тәбиғәтле Белорет районы Аҙналы ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә һигеҙ бала инек. Ауырлыҡтар күрергә тура килһә лә, бала саҡ иң бәхетле мәлем булып ҡала. Йорт эштәре беҙҙең өҫтә булды: сана менән йылғанан һыу ташыу, һарай таҙартыу, ҡар көрәү. Эштәрҙе теүәлләгәс, уйынға әүрәйбеҙ. Ҡараңғы төшкәс, ҡар (яҙлы-көҙлө бысраҡ) йырып йөрөп, кейемдәр лысма һыу булып, арып-талып ҡайтып инәбеҙ. Йәйгеһен инде һатыуға еләк-емеш йыябыҙ. Шул аҡсаға мәктәпкә кейем-һалым, уҡыу кәрәк-яраҡтары ала инек. Әсәйем Ғәрифә исемле, бик тырыш, сабыр һәм аҡыллы ҡатын булып иҫтә ҡалды. 5-се класта уҡығанымда хромка гармун алып биргәйне, тиҙ генә уйнарға өйрәндем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә 15 йәш саҡта әсәйем вафат булды. Ә атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Мин ныҡлап иҫ белгәндән клуб мөдире булып эшләне. Үҙе яһаған скрипкаһында уйнауын ярата торғайным. Улар беҙгә лайыҡлы тәрбиә, белем бирергә, кеше алдында кәм-хур итмәҫкә тырышты.
Беҙҙең ғаилә балаларына ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ хас. Фәрит ағайым ауылдың юғары белем алған тәүге кешеләренең береһе ине. Тәүҙә Белорет педагогия училищеһын тамамлап, аҙаҡ белем алам тип, Өфөгә китте. Ярҙам итер кешеһе лә булманы, үҙенә үҙе юл ярып йәшәне. Рафиҡ ағайым иһә бала саҡтан хәрби осоусы булырға хыялланған. Әрме хеҙмәтенә Тымыҡ океан флотына эләккәс: “Осоусы булырға теләйем!” – тип рапорт яҙған, һәм уны Армавир ҡалаһындағы юғары хәрби авиация летчиктар училищеһына уҡырға ебәргәндәр. Шулай итеп, ул да хыялын тормошҡа ашырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 35 йәшендә генә хеҙмәт мәлендә, Мурманск өлкәһендә вафат булды. Офицер дәрәжәһе алғайны. Башҡа туғандарым иһә юғары белем ала алмаһалар ҙа, һөнәрле булып, матур итеп донъя көтәләр.
Мин 8-се класҡа уҡырға Өфөләге 1-се мәктәп-интернатҡа (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты) уҡырға килдем. Баш ҡалаға килеү ҙә, бындағы башланған тормош та Фәрит ағайымдың ҡурсыуы аҫтында булғас, тиҫтерҙәремә ҡарағанда еңелерәк ине. Ярҙам итер, кәңәш бирер кешем янымда. Дөйөм алғанда, бала сағым бик матур һәм бәхетле үтте тип әйтәм.
– Бейеүгә һәләт нәҫелегеҙҙә бармы?
– Һәләт тә, һөйөү ҙә атайымдан күскән. Рәхәтләндереп, әллә нисә төрлө тыпырҙаҡтар менән бейей торғайны. Лидия Нагаева үҙенең “Танцы восточных башкир” тигән китабында атайым тураһында ла яҙып үткән. “Фәтих Ғәбитовтан бик күп бейеү элементтарын, терминдарын алдым”, – тигән һүҙҙәр ҙә бар. Экспедицияға килгәндә танышҡан улар. Ысынлап талантлы ине атайым. Әммә махсус рәүештә беҙҙе бейергә өйрәткәне булманы. Бары тик ҡунаҡтар килһә, йә иһә үҙе барһа ғына бейей. Ә беҙ уға ҡарап ҡына өйрәндек. Хәрби училищела уҡыған ағайым уға хром итектәр алып ҡайта ине, шуларҙы бейеү өсөн генә тотто. Сәнғәт юлынан китмәһәләр ҙә, һигеҙ баланың барыһында ла бейеүгә һәләт булды. Бигерәк тә Фәрит ағайым иҫ киткес талантлы ине.
– Ә ни өсөн һеҙ мәктәпте тамамлағас, бейеү йүнәлешендә белем алманығыҙ?
– Ул ваҡытта Башҡортостанда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумынан башҡа бейеүселәр әҙерләгән уҡыу йорто булманы. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: ансамблдең тәүге составын үҙешмәкәр бейеүселәр тәшкил иткән. 70 – 80-се йылдарҙа ғына ошо уҡыу йортон тамамлаған йәштәр килә башлағайны. Ә мин бала саҡта уның барлығын да белмәнем. Әҙәбиәтте яратҡанғалыр, интернатты тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Унда уҡыуымдың файҙаһы ҙур булды, үкенмәйем. Тарих, этнография, фольклор, әҙәбиәтте ныҡлы өйрәнеп, белем тупланды, фекерләү ҡеүәһе, ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. 3-сө курста уҡығанда, Василий Гредель етәкселегендә “Плеханов о происхождение искусства” тигән тема буйынса курс эшен яҙҙым. Сәнғәттең килеп сығыуында бейеүҙең роле тураһында ине ул. Бейеү – иң боронғо сәнғәт төрө. Кеше һөйләшә белмәгән саҡта уҡ хәрәкәттәр яһай, ым-ишара менән нимә кәрәклеген аңлата башлаған. Диплом эшен, шул йүнәлеште дауам итеп, Миҙхәт Ғәйнуллин етәкселегендә “Башҡорт бейеүенең эстетикаһы” тигән тема буйынса яҡланым. Бер уҡытыусы ғына: “Филологияға бейеүҙең ни ҡыҫылышы бар?” – тип тәнҡитләй башлағайны, Кирәй Мәргән ҡәтғи генә итеп: “Был бит синкретик сәнғәт. Боронғо дәүерҙә улар айырылмаған. Ваҡыт үтеү менән генә жанрҙар, йүнәлештәр барлыҡҡа килгән!” – тип мине яҡлап сыҡты. Башҡаса ҡаршы әйтеүсе булманы.
– Бейеү ансамбленә нисек эләктегеҙ?
– Бында ла Фәрит ағайымдың кәңәше ярҙам итте. Ансамблгә бейеүселәр ҡабул ителгәнен белгәс: “Диплом алып, ауылға ҡайтырһың да, уҡытыусы булып эшләрһең. Донъя көтөрһөң. Ундайҙар күп. Ә һиндә талант, атайҙан ҡалған мираҫ бар. Әйҙә үҙеңде һынап ҡара”, – тип мине шунда барырға өгөтләне. Ул саҡта ансамбль Башҡорт дәүләт филармонияһы янында эшләй ине әле. Барҙым, бейеп күрһәттем, ҡурайҙа уйнаным. Оҡшаттылар, шикелле, бейеүсе генә түгел, ҡурайсы итеп тә эшкә алдылар. Әнүәр ағай Ишбирҙин менән икәүләп оркестрға ҡушылып уйнай инек. Араһында бейеү менән сығыш яһарға ла өлгөрәм.
– Ә ҡурайҙа уйнарға ҡасан өйрәнгәйнегеҙ?
– Һәр башҡорт балаһының ҡанында ҡурай моңона ҡарата һөйөү йәшәйҙер ул. Беҙ үҫкән ваҡытта ҡурайсы Ибраһим бабай бар ине. Ауыл малайҙары көн һайын тигәндәй уға ҡурай моңо тыңларға бара торғайныҡ. Шуғалыр, унда ололар ғына уйнай, тигәнерәк фекер йәшәне һәм өйрәнергә маташып та ҡараманым. Тағы ла Фәрит ағайымдың урманда үҫкән үләнде ҡырҡып алып, уйымдар тишеп, уйнап күрһәткәне лә иҫтә ҡалған. Өфөгә, интернатҡа уҡырға килгәс, иҫем китте: минең тиҫтерҙәр рәхәтләнеп ҡурай уйнай. Мин дә Әҙеһәм Исҡужин етәкләгән түңәрәккә яҙылдым. Малайҙар уның артынан көтөүе менән эйәреп йөрөй торғайныҡ. Ҡурайҙан тыш, әллә күпме риүәйәттәр, легендалар һөйләй, йырлап та күрһәтә. Тырыша торғас, арыу ғына итеп уйнарға өйрәнем алдым. Ә аҙаҡ, университетта уҡығанда, уҡытыусы булмағас, ҡурайсылар түңәрәген алып барыуҙы миңә йөкмәттеләр.
Хәҙер уйлауымса, талант булғандыр: 1970 йылда тәүге тапҡыр Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы үтте. Юлай Ғәйнетдинов унда 1-се урын яулаһа, миңә 2-се урын бирелде. Тимәк, оҫталыҡ та булған. Шул уҡ йылда Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Опера һәм балет театрында тантаналы концерт үтте. Ғата ағай Сөләймәнов 100 ҡурайсынан торған ансамблде сәхнәгә сығарҙы. Уларҙың күп өлөшө беҙ – Әҙеһәм Исҡужин уҡыусылары ине. “Ҡурай бөтә, ҡурай үлә”, – тигән замандарҙа был бик мәшһүр күренеш булды. Сығыштан һуң, Ғата ағай ялҡынлы телмәр тотоп, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы асыуҙы юллап, партия Өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Закир улы Шакировҡа мөрәжәғәтнамәгә ҡул ҡуйырға өндәне. Билдәле булыуынса, мәсьәлә шул йылда хәл ителде. Шул мөрәжәғәтнамәлә минең дә ҡултамғам булыуына эстән генә ғорурланып йөрөйөм.
Хәҙер ҙә иҫкә төшөрөп, ҡурайҙы ҡулға алам мин. Тик йыш уйнамағас, оҫталыҡ юғала.
– Бейеү буйынса махсус белемегеҙ булмауы үҙен һиҙҙерҙеме? Әллә тәбиғи талант етәме?
– Әлбиттә, махсус белем кәрәк, мин быны бер ваҡытта ла инҡар итмәйем. Алдан әйтеүемсә, университетта алған төплө белемдең бейеүҙәр һалғанда ярҙамы ҙур булды. Мин костюмдар, ырыуҙар, биҙәүестәр, хәрәкәттәр – бөтә нюанстарҙы ла уйлап, күҙаллап, тарихын өйрәнеп, факттарға нигеҙләнеп эш итәм. Шул уҡ ваҡытта фантазиям һәм күңел торошом да йөкмәткегә үҙ өлөшөн индерә. Әгәр махсус белем алһам, һалған бейеүҙәрем тағы ла йөкмәткелерәк, байыраҡ булыр ине. Бәлки, киреһенсә, бейеү ҡанундарынан ситкә тайпылмайым тип, техник яҡты ғына ҡайғыртһам, уларҙа күңел йылылығы, милли рух ҡалмаҫ ине. Кем белә? Хәҙер инде, 70 йәшкә еткәндә, был турала үкенеп ултырыуҙан фәтүә юҡ. Ә махсус белем алырға форсат бар ине. 1990 йылдарҙа ГИТИС-тың хореография факультетында беҙҙең республика өсөн махсус курс булдырҙылар. Башҡортостандан 13 (һигеҙе беҙҙең ансамблдән) кеше ситтән тороп юғары белем алды. Тик мин ул мөмкинлекте файҙаланманым, ҡатынымды ебәрҙем. Светлана ансамбль янында эшләгән студияны ғына тамамлап эшләп йөрөй ине. Шуға күрә ул юғары белем алһын тип уйланым. Икебеҙгә бергә барырға мөмкинлек булманы: балаларҙы ҡарарға кәрәк, финанс та сикле ине. Художество етәксеһе Шиҙә Мөбәрәкова аҙаҡ мине ҡаты ғына итеп әрләне: “Мин һинең өсөн генә шул факультетты асырға теләктәшлек белдергәйнем”, – тине.
Төп фекерем итеп шуны әйткем килә: белем кешегә талант бирмәй, бары тик камиллашырға ғына ярҙам итә. Ижадта төп күрһәткес – ул талант һәм тырышлыҡ.
– Гастролдәргә йөрөү сәйәхәт менән бер, тиҙәр...
– Тәүҙә республика буйлап йөрөнөк, яйлап СССР төбәктәренә сығырға тура килде, артабан сит илдәр – йөрөмәгән ер ҡалмаған икән. Йәш саҡта ҡыҙыҡ ине: яңы таныштар, яңы аралашыуҙар. Башҡа яҡтың йәшәйешен күреп һоҡланаһың йә йәлләйһең. Ҡайҙа ғына барһаң да, артистарҙың (хәйер, бәлки, башҡа һөнәр эйәләренең дә шулай булғандыр), яҙылмаған законы бар: “М” йүнәлешендә хәрәкәт итеү. Йәғни яңы урынға килеп төшөү менән магазинға йүгерәләр. Дефицит заман, беҙҙәге магазиндар буш. Һәр кем үҙенә кәрәк кейем-һалым, тауар эҙләй. Хеҙмәттәшем Миңләхмәт Зарипов менән мине һәр ваҡыт ҡунаҡханаға, фатирға бергә урынлаштыра торғайнылар. Беҙҙең инде үҙебеҙҙең “М” йүнәлеше: музейҙар буйлап йөрөйбөҙ. Урындағы халыҡтың тарихын, сәнғәтен белге килә ине. Ә магазиндарға барһаҡ, хореография буйынса китаптар эҙләйбеҙ.
Тәүге тапҡыр сит илдә университетта уҡығанда уҡ булдым – студент отряды менән ГДР-ға барҙыҡ. Нимәһе ҡыҙыҡ: немец телен яҡшы өйрәнгән инем, сөнки интернатта тәүге йыл уҡығанда был фән буйынса “икеле” билдәһе алып, көҙгө һынауға ҡалдым. Башҡалар ял иткәндә китап ҡосаҡлап ятыуға ныҡ ғәрләндем һәм яҡшылап өйрәнергә үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Китаптар, журналдар яҙҙырып уҡый башланым. Гастролдәр менән сит илгә сыҡһаҡ, миңә сит ил кешеләре менән аралашыу еңел ине. Бер нисә тапҡыр тәржемәсе булырға ла тура килде. Ваҡыт үтеү менән инглиз телен дә ярайһы ғына өйрәнеп алдым. Ғөмүмән, миндә тел өйрәнеүгә һәләт бар. Америкала үткән милли фестивалдә 11 илдән артистар ҡатнашҡайны. Шунда һәр береһенең сәләмләү һүҙҙәрен ятлап алып, сығыш яһағайным. Икенсе осраҡ: Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләгәндә уларҙы тәүге тапҡыр сит илгә – Голландия менән Бельгияға алып барҙым. Фестиваль етәкселеге голланд телендә һөйләй, уны немец теленә тәржемә итәләр, мин – рус теленә. Аралаша торғас, теге ике телдең оҡшашлығын һиҙеп ҡалдым. “Тәржемә кәрәкмәй”, – тигәйнем, барыһы ла аптырап ҡалды. Бына шундай ҡыҙыҡлы хәлдәр, осрашыуҙар менән үткән гастролдәр күңелгә уйылып ҡалды. Ә ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе йыйып яҙһаң, том-том китап сығарырға булыр ине.
Тик хәҙер, олоғая килә, юл йөрөү мәшәҡәттәре, ҡунаҡханала йәшәү ялҡыта башланы. Күңел йорт йылыһына, тыуған ерҙә генә йәшәүгә тартыла. Шуға хәҙер ял итергә, артыҡ йөрөмәҫкә тырышам.
– Хореограф булараҡ, тәүге һалған бейеү тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Беҙҙең ансамблдә Фәйзи Ғәскәровтан һуң башҡорт репертуары менән һәр ваҡыт проблема булды. Хашим Мостаев килгәс, бер нисә бейеү һалды ул. Тик балет артисы булараҡ, уның бейеүҙәре классикаға яҡыныраҡ ине. 80-се йылдарҙа ансамблгә Хәлил Ишбирҙин эшкә килде. Репертуар проблемаһы тураһында һүҙ әленән-әле сығып тора. “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр һуң? Әйҙә тотоноп ҡарайыҡ!” – тип Хәлил мине дәртләндереп ебәрҙе. Тәүҙә беҙ Буранбай образы тураһында уйланыҡ. Хатта Шамил ағай Тереғолов менән дә кәңәшләштек. Сюжет буйынса сәхнәгә бығауҙар, сылбырҙар сыңлатып, бейеүсе килеп сыға. Ул һөргөнгә оҙатылған Буранбай. Артына әйләнеп, тыуған яғына күҙ һала. Шул ваҡытта рухы күтәрелеп, сынйырҙарҙы өҙөп ташлай һәм ирекле бейеү башлана. Тик был хыял ғына булып сыға. Аҙаҡтан ул усына сынйырҙарҙы йыйып ала һәм ҡулдары араһынан гөл килеп сыға. Ул – һүнмәгән рух символы, тау-таштарҙы ла, тимерҙәрҙе лә йырып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәжрибә етмәнеме, әллә ныҡышмаллыҡмы, был бейеүҙе аҙағына тиклем алып барып еткерә алманыҡ. Бер аҙҙан “Арғымаҡ” тигән бейеүгә тотондоҡ: ҡырағай атты көтөүсе, ҡурай моңо менән арбап, тотоп ала. Ул саҡта башҡорт циркында аттар менән Салауат Йәрмөхәмәтов тигән бик шәп артист эшләй ине. Уға барып, махсус рәүештә сыбыртҡы шартлатырға өйрәндем. Бейеүҙә ул ниндәйҙер кимәлдә музыка ҡоралы ролен дә үтәргә тейеш ине, нисек етте шулай шартлатыу ярамай. Йәш, ярһыу Хәлил Арғымаҡ образын башҡарырға тейеш ине. Репетициялар башланды. Шул мәлдә Мәскәүгә гастролдәргә юлланғайныҡ, мине ашығыс рәүештә Өфөгә кире саҡырып ҡайтарҙылар. Ҡурайсы булараҡ Японияла үткән фестивалгә барырға кәрәк икән. Вил Кәримов художество етәксеһе ине, әҙерлек барышында: “Һин бит бейеүсе. Әйҙә ҡурайҙы ла берләштереп, берәй бейеү башҡар”, – тип тәҡдим итте. Ә ундай әҙер бейеү юҡ. Тиҙ генә “Арғымаҡ” өсөн уйланылған көтөүсе образының йөкмәткеһен алырға тура килде. Иң тәүге “Көтөүсе моңо” бейеүе шулай тиҙ арала сәхнәләштерелде. Бер мәртәбә генә бейермен тип уйлағайным, уны күптәр оҡшатты һәм худсовет ҡарары менән ансамбль репертуарына инеп китте. Тик Хәлил был ҡылығым өсөн оҙаҡ ҡына үпкәләп йөрөнө. Уны аңлай инем, әммә кире сигенергә урын ҡалмағайны. Аҙаҡ һөйләштек, аңлаштыҡ, ғәфү итте. Уның да үҙ юлын тапҡанға, хореограф булараҡ танылыу яулауына шатланам. “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?”– тигән һүҙенә тоғро ҡалды.
– Ә “Еҙ үксә” бейеүе нисек тыуҙы?
– Уны махсус рәүештә дүрт егет өсөн һалдым. Тәүге составта уны мин, Рәдис Тутманов, Рафаэль Амантаев, Рим Әбделмәнов башҡарҙыҡ. Бейеү нигеҙендә “Еҙ үксә” тигән халыҡ көйө ята. Шуға башҡорт тыпырҙауына иғтибар йүнәлттек. Был бейеүҙә уның 12 варианты ҡулланыла. Рафаэль үксә тауышы нығыраҡ сыҡһын өсөн шпораларҙы үҙе уйлап сығарҙы. Бөгөнгө көндә бөтә Башҡортостан уның шпораларында бейей. Әлбиттә, ваҡыт үтә килә башҡалар ҙа етештерә башланы. Әммә идея башланғысы уныҡы булып ҡала. Ҡәмәр ҡайышты музейға барып ҡарап ҡайтты ла дүртебеҙгә лә үҙе эшләп бирҙе. Алтын ҡуллы егет ул, бөгөнгө көндә “Амантай” тигән фирма асып ебәрҙе, биҙәүестәр, билбауҙар эшләп, һатыуға сығара.
– Бейеүҙең йөкмәткеһе, башҡарыу оҫталығы, көйөнән тыш, бейеүселәрҙең кейеменә лә иғтибар итәһең. Һеҙ һалған бейеүҙәр ул яҡтан да айырылып тора.
– Бынан 10 – 15 йыл элекке бейеүҙәрҙе ҡараһаң, барлыҡ костюмдар ҙа бер төрлө, төҫтәре менән генә айырыла ине. Бейеү һалғанда, төрләндереү өсөн башҡорт милли кейемдәре тарихын, үҙенсәлеген, ерлеген өйрәнә башланым. Хәҙер һәр бейеүҙең йөкмәткеһенә тап килгән, айырым төбәктең асылын сағылдырған костюмдарға өҫтөнлөк бирәм. Был йәһәттән башҡорттар бик бай халыҡ булған. Аяҡ кейемдәре лә күп төрлө: тула ойоҡ, ҡата, сарыҡ, ситек һәм башҡалар. Баш кейемдәре менән дә шул уҡ хәл. Санкт-Петербургтағы Этнография музейында берҙән-бер экземплярҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме – кәләпүш һаҡланған. “Башҡорт тархандары” бейеүендә уларҙы тергеҙеп сығарҙыҡ. Әлеге ваҡытта кейеҙ шләпәне ҡулланырға уйлайым, ул боронғо фотоларҙа йыш осорай. Ҡайһы саҡ кейемдәр үҙе үк яңы бейеүгә идея бирә. Мәҫәлән, еләндең матурлығын күрһәтеү өсөн ҡанат кеүек елпергә кәрәк ине. Ул элементты 3 – 4 бейеүемдә ҡулландым. Шуға ла мине ҡайһы берәүҙәр “Крылатый Габитов” тип йөрөтә.
Кейемдәр тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтеп үтәйем. Стәрлетамаҡ бейеү театрында Руслан Сөләймәнов тигән бик талантлы, техник яҡтан оҫта бейеүсе бар ине. Ҡаты йәрәхәт алып, урынға ятты. “Башҡа йөрөй алмаҫ”, – тигәйнеләр, ҡатыны Гүзәл тәрбиәләп, халыҡ медицинаһы менән аяҡҡа баҫтырҙы, шөкөр. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙенә яңы шөғөл тапты: сәхнә өсөн аяҡ кейемдәре тегергә өйрәнде. Хәҙер ул барлыҡ бейеүселәрҙе тәьмин итә. Оҫтаханаһында 6 – 7 кешегә эш урындарын да булдырған. Бейеүселәр араһында бына шундай көслө рухлы, төрлө яҡлап булдыҡлы кешеләр булыуына һоҡланам.
– Ҡурайсылар, йырсылар конкурсы йыш үтеп тора. “Байыҡ”тан башҡа бейеүселәр өсөн майҙан бармы?
– Конкурстар аҙ тип әйтмәҫ инем. Һәр райондың тиерлек мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре, республиканың юғары һәм урта-махсус уҡыу йорттары фестивалдәр ойоштороп тора. Төбәк-ара статустағылар ҙа етерлек. Белоретта, мәҫәлән, минең исемдәге призға ике йылға бер тапҡыр “Еҙ үксә” конкурсы үтә. Әлбиттә, төрлө сараларҙың ойошторолоу кимәле лә төрлөсә булып ҡуя. Был урында мин “Байыҡ” тураһында ла үҙ фекеремде әйтеп үткем килә. Телефестивалдең булыуы уҡ үҙенсәлекле күренеш – Рәсәйҙә берҙән-бер ул. Уны ойоштороу – яуаплы, ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәт. Әһәмиәте лә ҙур: йыл һайын яңы исемдәр, бейеүҙәр аса, башҡорт бейеүенең потенцалы ҙур булыуын дәлилләй. Беҙҙә бит ҡайһы бер халыҡтағы кеүек ябай хәрәкәттәрҙән генә торған бейеү юҡ – һәр береһенең йөкмәткеһе, тарихы, хатта фекере бар. Уны кемдер уйлап сығармаған, борон-борондан шулай килә. Үҙенсәлеге лә шунда бит ул. Шуға күрә “Байыҡ” мәңге йәшәһен, тип теләйем.
Йыш ҡына мине төрлө конкурстарға жюри ағзаһы булараҡ саҡыралар. Иң ауыры – кеше эшен, хеҙмәтен баһалау. Һәр кем конкурсҡа килә икән, тырышлығын һала, юҡты бар итә. Ойоштороу эше лә еңелдән түгел. Шуға күрә һәр береһенә һәйбәт баһа ҡуйырға, күңелен күтәрерлек һүҙҙәр табырға тырышам.
– Заманса стилгә үҙгәртелгән бейеүҙәргә, йырҙарға, ғөмүмән, сәнғәткә нисек ҡарайһығыҙ?
– Ыңғай ҡараштамын, һис кенә лә ҡаршылығым юҡ. Заман башҡа – заң башҡа, тиҙәр. Әгәр ҙә беҙҙең бейеүҙәребеҙ музей экспонаты ғына булһа, бер кемгә лә ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Заман тамашаһына заман күҙлегенән ҡарарлыҡ бейеүҙәр ҙә кәрәк. Кеше хәҙер ауылда йәки ҡалала ғына бәйләнеп ятмай, сит илдәргә сыға, интернет киңлектәре, телевидение бар. Башҡа халыҡтар мәҙәниәте менән танышыр мөмкинлектәр күп. Үҙ-үҙебеҙгә бикләнеп, донъя кимәленә сыға алмаясаҡбыҙ. Сәнғәт тә заман менән бергә атларға, үҙендә заман яңылыҡтарын һынландырырға тейеш. Унһыҙ йәш быуында нисек ҡыҙыҡһындырыу уятырға һуң?
– Сағыу, ҙур талантлы егет-ҡыҙҙарҙың бейеү сәнғәтенән ситләшеүенә әрнегән саҡтарығыҙ буламы?
– Эйе, иң әсенгән, йөрәккә үткән проблема ул. Ундай таланттар бөртөклө генә була. Был осраҡта шуны әйтергә кәрәк: кемдер ғаилә йәки донъя мәсьәләләре буйынса сәхнәне ҡалдыра. Ә кемдәрҙер сәхнәлә ҡалған осраҡта ла физик мөмкинлеген юҡҡа сығара. Эсеүе йәки сәләмәтлегенә етди ҡарамауы арҡаһында. Потенциалын дөрөҫ ҡуллана белмәгәндәр ҙә осрай. Уларҙың һәр береһенә үҙ һүҙемде, фекеремде әйтәм: “Был һәләт һиңә бирелмәгән. Ул Аллаһы Тәғәлә тарафынан һинең аша халҡыңа бирелгән. Уның менән халҡыңа, илеңә хеҙмәт итергә тейешһең! Ә һин уны сарыф итәһең”. Аңлағандар аңлай, аңламағандар битараф ҡала.
– Ҡатынығыҙ менән нисек танышып киттегеҙ? Сит милләт вәкиленә өйләнгән өсөн тәнҡитләүселәр булдымы?
– Үҙемдең алдымда тәнҡитләүселәр юҡ. Светлана менән бейеү ансамбленә килгәс, таныштыҡ һәм арала ҡабынған һөйөү уты беҙҙе мәңгелеккә бәйләне. Ул заман өсөн бик һуң – 28 йәштә өйләндем. Мөхәббәт мәңгелек түгел, тиһәләр ҙә, йәшлектәге хистәр барыбер артабан йәшәүҙә мөһим роль уйнай. Ихтирам, хөрмәт, бер-береңде аңлау, ҡабул итеү – былар барыһы ла ғаилә тормошонда кәрәк хистәр. Ә улар яратыуһыҙ барлыҡҡа килмәй бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларым башҡорт телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белә. Быға ҡала мөхитендә йәшәү ҙә йоғонто яһаны. Тағы ла бер етди сәбәп бар. Әйтеүемсә, ҡатыным менән байтаҡ ваҡыт бергә эшләнек, өсәр айлап гастролдәрҙә йөрөнөк. Шул мәлдә балалар өләсәләре менән үҫте. Минең атай менән әсәй вафат ине, ауылға алып ҡайтып, башҡорт мөхитендә тәрбиәләү мөмкинлеге булманы. Шулай уҡ, ғаилә башлығы булараҡ, мин күберәк эш менән булыштым, балаларға иғтибар биреп тә еткермәгәнмендер, бәлки. Хәстәрләкле атайҙарҙы күреп, көнләшеп тә ҡуям. Тик мин ундай түгел, был минең ҙур үкенесемдер, моғайын.
– Улар ниндәй һөнәр һайланы?
– Улым Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһын тамамланы. Бер йыл балет театрында эшләне лә, был өлкәнән китте. Унда беҙҙә булған фанатлыҡ етмәгәндер тип уйлайым. Ҡыҙыбыҙ ҙа шул уҡ уҡыу йортона ингәйне, әммә сәләмәтлеге арҡаһында артабан дауам итә алманы. Иң мөһиме – һау-сәләмәт булһындар. Шөкөр, тормошта үҙ урындарын таптылар, күңелдәренә ятҡан эштәре бар.
– Һеҙ өйҙә ниндәй хужа?
– Атай беҙҙе ир-егеттең ихатаһы тәртиптә булырға, тейеш тип өйрәтте. Уның һабағын тоторға тырышам. Ҡала ситендә, үҙ йортомда йәшәйем. Ҡыш көнө ҡарҙан һындар эшләп ҡуям, йәй көнө баҡса шаулап үҫә. Емерелеп, ҡыйралып торған урындар юҡ. Ә ниндәй хужа булыуымды теүәл итеп ҡатыным ғына әйтә алалыр.
– Тыуған яҡтарға йыш ҡайтаһығыҙмы?
– Элек, атай иҫән ваҡытта йәйге ялдарҙа бесән әҙерләшеү изге бурыс ине (көлә. – Авт.). Аҙаҡ та туғандарға ярҙам итеү һылтауы менән ҡайтып йөрөнөм. Хәҙер ауылда бер туған Кинйәбулат ҡустым нигеҙ һаҡлап йәшәй. Йәштән уҡ күп профилле механизатор һөнәрен үҙләштерҙе. Бик матур, етеш хужалығы бар, ғаиләһе лә бынамын тигән. Утын-бесәнде техника менән еткерә – ярҙам артыҡ кәрәкмәй. Ә мин кеше бимазалап, ҡунаҡ булып ҡына ҡайтырға яратмайым. Шуға ла күпселек Урал аръяғына, үҙебеҙҙең районға эш сәфәре булғанда, юл ыңғайы хәл белешергә, тип бер нисә көнгә генә ҡайтам.
– Бөгөн үҙегеҙҙең эшмәкәрлеккә байҡау яһап, бәхетлемен, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Башҡорт бейеүенә үҙ өлөшөмдө индерә алғанмын икән, халҡым мине хөрмәт итә, эшемде баһалай икән, тимәк, ғүмерем юҡҡа үтмәгән. Ансамбль репертуарына күҙ һалғанда, башҡорт бейеүҙәре һаны буйынса, Фәйзи Ғәскәровтан ҡала, мин икенсе урында киләм. Башҡорт бейеү сәнғәтенә, ансамбль үҫешенә йоғонто яһауым менән ҡәнәғәтмен. Тағы ла шуны әйтеп үткем килә: ижадым Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән генә түгел, Стәрлетамаҡ бейеү театры менән дә бәйле. Унда эшләгән ун йыл ваҡыт аралығын да ҙур ҡәнәғәтләнеү менән иҫкә алам.
Тормошҡа ашмай ҡалған хыялдарҙы ысынбарлыҡ итеү өсөн ваҡыт булыр әле тип уйлайым. Мин өлгөрә алмаһам, минең артымдан килеүсе йәштәр булдырыр.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Риф ағай. Башҡорт бейеү сәнғәтендәге фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Архив, 2022 йыл.

Автор:
Читайте нас