

Ойоп ҡына китеп барғанда водитель музыка ҡуйып ебәрҙе:
Күпме яра миңә һалынмаған,
Ғазаптарым биле алынмаған,
Хыялыйҙар булып кителмәгән,
Яраларға тоҙҙар бит һибелгән...
Илсур Тайсиндың күңелдәргә шул тиклем дә һағыш һалып, йөрәктең әллә ҡайһы ҡылдарына сиртеп, мөхәббәт тигән бөйөк хистең беҙҙе яңғыҙлыҡты ҡосаҡларға мәжбүр итеүенә ғазапланып, өҙгөләнеп йырлаған йыры. Эх-х! Йыр минең генә түгел, водителдең дә уй-кисерештәрен әллә ҡайҙарға алып китте, буғай...
Руль артында йоҡлап китмәҫ өсөнмө, әллә шулай ҡыҙыҡмы, күпселек водителдәр үҙҙәре үк әңгәмә башлай. Уларҙың бармаҡтарында алтын балдаҡтары ялтырап торһа ла, күптәр осрашыр өсөн һөйәркә эҙләүе, ҡатындарының ялҡытыуы тураһында һөйләргә тотона.
"Исемем Рауил минең”, – тип таныштырған водитель, “һул”ға йөрөү-йөрөмәүен берәү ҙә һорамаһа ла, үҙе үк һөйләй башланы.
Өндәшмәй генә тыңлап, уйланып киләм... Проблема бит был, етди проблема. Шул арҡала күпме ғаиләләр тарҡала, балаларҙың күҙ йәштәре түгелә, яҙмыштар, сүпләп йыйған донъялар селпәрәмә килә. Ҡатындарҙың һәм ирҙәрҙең “һулаҡай”ға йөрөүе – йәмғиәтебеҙҙә таралған күренеш. Уларҙың һәр береһенең сәбәптәрен асыҡлай башлаһаң... Был сәбәптәр, ай-һай, бик күп һәм сетерекле. Ғәҙәттә, беҙ ир-егеттәрҙе генә ғәйепләп, улар ғына йөрөй, тиергә яратабыҙ. Әммә бындай күренештең ҡуласа кеүек булыуын онотабыҙ, ахырыһы. Ғаиләле ирҙәр икенсе ҡатындар менән йөрөй, ә ул ҡатындар – кемдәрҙеңдер ҡатындары. Шулай булғас, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә булып сыға түгелме? Әйләнә-тирәбеҙҙә ғаиләле була тороп та һөйәркәһе йәки һөйәре булған, шул уҡ ваҡытта уларҙың мөнәсәбәттәре бер кемгә лә сер булмаған парҙар, дөрөҫөрәге, мөхәббәт өсмөйөштәре күп осрай. Уларҙың һәр кемеһенең дә йәшәү принциптары үҙҙәренсә. Ҡайһы бер ирҙәрҙең ҡатындары белһә лә, улар икенсе ҡатын менән йөрөүен дауам итә. Кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар оҙаҡ дуҫлашыуға юл ҡуймай: йөрөһә, бер-ике тапҡыр “һулаҡай”ға “сығып” ала. Йәш ҡыҙҙар иһә, ирҙәр уларға ҡараған икән, ғаиләһе һәм балалары булыуына ла иғтибар итмәй, осрашыу өсөн төрлө пландар ҡора, сараһын таба.
Нисек йәшәүҙәрен күреп белгән кешеләр бер ниндәй серһеҙ ошо хаҡтағы һорауҙарыма яуап бирҙе.
Ғаиләләре өсөн яуаплылыҡ тоймаған кешеләрҙең әйләнә-тирәбеҙҙә бигерәк тә күп булыуы асыҡланды. Һәр кемеһенең үҙ тарихы, үҙҙәре әйтмешләй, "депрессияһы". Уларҙың фекерҙәре ҡыҙыҡлы, әммә бәйән ителгәндәрҙә әйтелмәгән һүҙҙәр, үпкәләшеүҙәр, үс алыуҙар, яратмау һәм яңылышыуҙар кеүек проблемалар үтә лә ҡырҡыу төҫ алған осраҡтар күп. Балалы ҡатындар ғына ыҙа сигә, ирҙәре алимент түләһә – түләй, түләмәһә – юҡ. Улар балаларын яңғыҙ аяҡҡа баҫтырам, кеше итәм, тәрбиә бирәм тип әллә нисә эштә саба, өйҙә ултырып "калым" эшләй, тип бер яҡлы ғына уйлаһаҡ – беҙ яңылышабыҙ. Бындай ҡатындар – тәрбиәле, балаларын беренсе планға ҡуйған, эш тә өй маршруты менән йәшәгән әсәйҙәр генә булыр. Баҡтиһәң, ирҙәре донъя көтәм тип тырышып, аҡса-мал табам тип сапҡан арала, яҡшы шарттарҙа булған ҡатлы-ҡатлы өйҙәрҙә һәм етеш тормошта йәшәп, 2–3 балаһы булған ҡатындар ҙа аҙғынлыҡ юлында йөрөп, ирҙәренә хыянат итеп, тотолоп, кешенән һис оялмай йәшәйҙәр икән.
Ғаиләле ҡатын һәм ирҙәргә проблемаларҙы икәү хәл итергә нимә ҡамасаулай? Ни өсөн хәҙер тарҡалған ғаиләләр күп? Был яуапһыҙлыҡмы? Ә балалар? Уларҙы тәрбиәләү менән кемдәр шөғөлләнергә тейеш һуң? Һорауҙар күп булған һайын яуаптарҙың төрлөлөгө лә хайран ҡалдыра. Һөйләүселәрҙең фекерҙәрен тыңлап ҡарайыҡ әле.
Рауил, водитель, 50 йәшкә етеп килә:
– Мин ғүмер буйы шофер булып эшләйем. Армиянан ҡайтҡас руль артына ултырғайным, бына 20 йылдан ашыу инде машинанан төшкән юҡ. Баштараҡ алыҫ юлдарға йөрөп эшләнем, яртышар йыл өйгә ҡайтмаған саҡтар булды. “Дальнобойщик”тарға аҡсаны һәйбәт түләйҙәр ине. Шул ваҡытта бер ҡыҙ менән өйләнештек, улыбыҙ тыуҙы. Оҙаҡ ваҡыт өйҙә тормаһам да, яҡшы ғына аҡса ҡайтып торғас, ҡатын башта өндәшмәне. Шулай ҙа түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине. Миңә лә эш оҡшай, ғаиләмде һағынһам да, уны ташлағым килмәй. Ҡырҙа эшләп өйрәнгәнмен бит инде. Шулай 2–3 йыл ғүмер үтеп тә китте. Беҙҙең арала һалҡынлыҡ барлыҡҡа килде. Ҡатыным да түҙмәне: “Мин һинең менән бергә йәшәр өсөн кейәүгә сыҡҡанмын. Бер-беребеҙҙе күрмәй, ғүмер буйы көтөп йәшәү – ул йәшәү түгел. Айырылышайыҡ”, – тине. Тыныс ҡына хәл иттек тә, араларҙы өҙҙөк. Унда-бында улымды барып күреп йөрөйөм. Тиҙҙән икенсегә ҡатын алдым. Үҙенең бизнесы булған, магазиндар тотҡан кеше ине. Ул да минең кеүек эштән бушаманы, көнө-төнө шул аҡса артынан йүгерҙе. Аҡсаларҙы бик ныҡ ярата ине ул. Уға күп булған һайын етмәне. Бер мәлде булған бизнесы “янды”, эше аҫҡа тәгәрәне, ҡыҫҡаһы, ул банкротҡа ултырҙы. Шунда инде беҙҙең ғаилә тормошона ла һуңғы нөктә ҡуйылды. Ҡатын ҡайғыһынан эсә башланы, өйрәнеп алып тамам эскелеккә һалышты, икенсе ирҙәр менән сыуала башланы. Уның менән балабыҙ булмағайны. Йөрөй торғас, тағы бер ҡатын менән танышып, өсөнсөгә кәләш алдым. Хәҙер дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ бар. Ул, әллә ҡыҙғана, әллә нимә, көнө-төнө шылтыратып, ҡайҙа икәнлегемде, ҡасан ҡайтырымды белешеп кенә тора. Таксиҙа эшләгәс, төнөн дә юлда булырға тура килә. Алыҫҡа китһәң, бер нисә көн өйгә лә ҡайтып булмай. Минең телефон һүндерелгән булһа, диспетчерҙарҙы ҡаҡшата. Шуға рейсҡа сығыр булһаң, улары гел генә киҫәтеп сығара: “Ҡатының гел шылтыратып, беҙҙән һине таптыра, берүк телефоныңды һүндереп ҡуйма инде”, – тиҙәр. Хәҙер берәй ҡатын менән осрашып, үҙебеҙҙең ҡалала йөрөһәм дә, шылтыратһа, мин алыҫ ҡалала йәки икенсе өлкәгә сығып киттем тип әйтәм дә ҡуям.
– Ҡатынығыҙ булғас, ниңә икенселәр менән осрашаһығыҙ һуң? Өсөнсөгә өйләнгәнһегеҙ бит инде, – тием. – Нимәһе менән оҡшамай?
– Гел генә ҡара икмәк ашау ялҡыта ла инде, – тип яуаплай водитель.
– Ә ни өсөн “ҡара”, “аҡ” түгел?
– Ярай, аҡ булһын, ти, – тиҙ генә минең менән ризалаша. – Көнө-төнө аҡ икмәк кенә ашаһаң, ҡараһын да ашағы килә. Ара-тирә “печенье”, “шоколад”, “торт” кеүек “тәмлекәстәрҙе” лә тәмләге килә. Разнообразие кәрәк бит.
Һм-м, уйланырлыҡ! Уның печенье, тәмлекәстәр тигәненә аңлатма бирмәһәк тә, аңлашылалыр. Ҡара йәки аҡ икмәк – ҡатын, башҡа төрлө тәм-том – йәш ҡыҙҙар. Икмәк көн дә кәрәк, ә печенье ашап ҡына тамаҡты туйҙырып, ашҡаҙанды алдап булмай. Шулай ҙа улары ла кәрәк. Тимәк, ирҙәрҙе бер төрлөлөк ялҡыта. Көнө-төнө ирен контролдә тотҡан мыжыҡ ҡатын үҙенең холҡо менән “шәрбәт”кә уны үҙе үк этәрә. Эйе шул, эшкә тип сығып киткән иренең әллә эштә, әллә икенсе йәш ҡатын-ҡыҙ менән йөрөүен ул ҡайҙан белһен? Шуға ла шикләнә, тикшерә. Водителдәрҙең бит көнө һәм төнө юлда үтә. Ә юлда кемдәр генә осрамай, кемдәрҙе генә алып барырға тура килмәй.
Фәриҙә, пенсионер:
– Ирем ғүмер буйы тиерлек миңә хыянат итте. Тәүҙә, йәшерәк саҡта, уны белмәй йөрөнөм, икенсе ҡатындарға бара, тип башыма ла килтермәнем. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Мин уның менән өйҙә ултырам. Ирем эштән һуң ҡайта, ҡайһы саҡ ярты төн үткәс, ҡайтып инә. Уның башҡа ҡатындар менән сыуалыуын күрше әбей әйтте. Хатта ул ҡатындың ҡайһы өйҙә тороуын да белә. Башта ышанманым. Шул хәтлем оят, ғәрлек ине. Күрше-тирә белеп бөткән, ә мин иҫәр, ир эшләп йөрөй, төнгә тиклем ҡала, арый, тип уйлаған булам. Нимә етмәгәндер? Шулай ҙа бер кистә ҡыҙымды йоҡлаттым да эҙләп киттем тегене. Ул ҡатынға күп ирҙәр йөрөй икән, сөнки бер ҡайҙа ла эшләмәй, өйҙә генә ултыра, көнө-төнө “сәмәй” эшләп һата, үҙе үк ирҙәргә табын ойоштора. Килеп, ҡапҡаһын астым да, урамдағы баҡсаһы эргәһендә көтөп торһам, минең һөйөклө ирем туп-тура бында килеп инде. Йөҙө шат, кәйефе күтәренке. Ҡараңғыла мине күрмәй ҙә. Исеме менән уға өндәшкәйнем, аптырап китте. Шунан, баҡса рәшәткәһенә терәп, муйынымды быуа башланы. “Икенсе мине аңдып йөрөгәнеңде күрһәмме?! Ошо ҡулдарым менән һығып үлтерәм!” – тине. Башҡа сит ҡатындарға йөрөмәүен һорап, уны юхалап та, әрләп тә, ҡысҡырып та, ҡурҡытып та, оялтып та ҡараным, файҙаһы теймәне. Йәштән нисек бисәләргә туймай йөрөнө, шулай пенсияға сыҡҡансы дауам итте. Миңә кешеләр аптырай торғайны: нисек йәшәйһең һин уның менән, күрәләтә һине кәмһетә, һинең кешелегеңде аяҡ аҫтына һалып тапай бит, тиҙәр ине. Айырылһам, ул минһеҙ нисек йәшәр, йә астан үлер, йә бер-бер хәл булып ҡуйыр, тип ҡурҡа торғайным. Ныҡ йәлләй инем үҙен. Ә ул мине бер ҡасан да йәлләмәне! Ирҙәрҙе бөтөнләй йәләргә ярамай, улар йыртҡыс менән бер. Шул “һулаҡай”ға күп йөрөүе арҡаһында ниндәй генә ауырыуҙар йоҡторманы ул миңә. Бер күренешкә ныҡ хәтерем ҡалды, һаман булһа онота алмайым. Сираттағы “ауырыуҙар букетын” алып ҡайтҡас, дауаланырға барҙыҡ. Врач-дерматоловенеролог күптән беҙҙе танып-белеп бөттө бит инде. Иремә: “Улай ҡатындарҙы ныҡ яратҡас, үҙең менән презерватив алып йөрө”, – ти. Шул һүҙҙәр уға етә ҡалды. Улары кеҫәләрендә, машинаһында тулып йөрөһә лә, тағы ла әллә күпме, битемде ер итеп, дауахана тупһаһын тапарға тура килде. Ирем 9 май алдынан аҫылынып үлде. Минең өсөн ысындан да “еңеү” көнө килде. Үҙемдең ғорурлығым, сабыр холҡом һәм оҙайлы түҙемлегем менән дә мин уны еңгәнмендер, тип уйлайым. Тик нервы ауырыуҙарына дусар булдым инде, уларҙы бит тиҙ генә дарыу эсеп, йүнәлтеп булмай. "Ауырыуҙар гөлләмәһе" менән бергә күңелдә лә йыуып бөтөрә алмаҫлыҡ юшҡын, үкенес-һағыштар тороп ҡала. Ә ирҙәренең хыянатын белгән ҡатындарға минең һымаҡ ғәфү итеп, түҙеп йәшәргә кәңәш итмәйем. Нисә балаһы булһа ла, йәшәр урыны булмаһа ла, ҡатындар бер ваҡытта ла яңғыҙҙары бирешмәй. Аҡсаһын да, малын да таба беләләр. Һаулыҡтарын да һаҡлап ҡала алырҙар. Унан инде икенсе кешене осратып, матур тормош та ҡороуҙары мөмкин. Беҙҙең йәш саҡта улайтып өйрәтеүсе, аҡыл биреүсе кеше булманы. Элекке заманда айырылышыу ҙа оят була торғайны.
Наҙгөл, шәфҡәт туташы:
– Мин кейәүгә бик һуңлап ҡына сыҡтым. 40 йәшкә аяҡ баҫһам да, быға тиклем бер ирҙе лә үҙемә яҡынлатманым, улар менән йөрөмәнем, хатта үбешкәнем дә булманы. Күптәр мине һоратып килде, һәр береһен кире ҡаға торҙом. Ҡатынынан айырылған ир менән таныштырғайнылар, тик шуға ғына кейәүгә сыҡҡым килеп тик торҙо. Был йәшемә тиклем ҡыҙ булып йөрөүемә ул башта ныҡ аптыраны. Минең менән йәшәһә лә, ул гел тәүге ҡатынын ғына һөйләй ҙә ултыра. Ул шулай ине, ул былай ине... Һүҙгә килешһәк, кире тәүге ҡатыныма йәшәргә китәм, мин уны ғына яратам, ти башлай. Нишләптер һаман ауырға ҡала алмайым. Әллә үҙем ҡырағаймын, әллә нимә, иремдең минең менән йоҡлағыһы ла килмәй. Бәпәй тапҡым килә, шуға гинекологка мөрәжәғәт иттем. Минең анализдарым да һәйбәттән булмай сыҡты. Медик булғас, ҡайһы бер инфекцияларҙың нисек йоғоуын, ауырыуҙарҙың ҡайҙан барлыҡҡа килеүен яҡшы беләм. Шул анализдар аша иремдең “һулаҡай”ға йөрөүен белеп ҡалдым. Икәүләп дауаландыҡ. “Теләһә кемдәр менән йөрөмә, зинһар, икенсе ҡатындар менән йоҡлама! Күреп тораһың бит, икебеҙгә лә еңел түгел, әллә күпме ҡиммәтле уколдар, дарыуҙар алырға тура килә”, – тинем. Ирем үҙенең йөрөүе тураһындағы һүҙҙәргә "эйе" лә тимәне, "юҡ" та тимәне. Бер көн уға әллә ауырға ҡалдым микән, тип, уйҙарымды белдергәйнем, уйланып йөрөнө-йөрөнө лә: “Әллә минән түгелме?” – тип һорап ҡуйҙы. Быға тиклем бер ҡайҙа ла эшләмәй ине, хәҙер вахта ысулы менән Себергә китте. Киткәненә бер ай булып килә, бер тапҡыр ҙа шылтыратманы, исмаһам. Яратмайҙыр инде, күрәһең. Хәҙер ул мине икенсе берәү менән йөрөй тип уйлай микән, тип хафаланам. Әхирәтем: “Әгәр быға тиклем икенсе ирҙәр менән әҙерәк булһа ла дуҫлашып йөрөгән булһаң, уларҙың ниндәй икәнен белер инең”, – ти. Эшләмәй, эсергә яратҡан, өҫтәүенә ҡатынынан айырылған, балаһы булған ирҙе тормош иптәше итеп һайлауыма мине белгән бөтөн халыҡ аптырай. Үҙем һайлап алған яҙмыш, инде...
Динә, яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан, бына-бына бәпәйе булырға торған йәш ҡатын:
– Бөгөн иртә таңдан ирем менән ирешеп сығып киттем (эскәмйәгә ултырып, ул булған аһ-зарын әхирәтенә һөйләй ине).
– Нимә булды?
– Кистән бер йәш ҡыҙ шылтырата башлағайны, төнө буйы шылтыратып сыҡты. Ни йоҡо, ни тыныслыҡ юҡ.
– Кем һуң ул? Белешмәнеңме, һорашманыңмы?
– “Һулаҡай”ға саба инде, шуларының береһе. Быға тиклем дә шулай йыш шылтыратҡандары булғайны. Күптән түгел генә үҙем трубкаһын алып берәүһен борҡолдатҡайным, хәҙер икенсе берәүһе. Үҙен әрләһәң, мин ҡайҙан беләйем, үҙҙәре шылтыраталар ҙа инде, ти ҙә ҡуя. Уф-ф! Нимә эшләргә инде? (Аптырағанлығы ла, йәне көйөүе лә йөҙөнә сыҡҡан.)
– “Симка”һын алыштырһын һуң.
– Эй, әллә нисә тапҡыр алыштырҙы инде. Барыбер шул уҡ...
Тимәк, телефон номерҙарын алыштырыу файҙа бирмәгәс, ир кеше үҙе йөрөй булып сыға. Ҡатыны көсләп тигәндәй яңы “симка” алдыра, ә ул шунда уҡ һөйәркәләренә шылтыратып, үҙенең номерын хәбәр итә йә дуҫ-иштәре уны йәш ҡыҙҙарға табышырға ярҙам итә. Кәләшенең ауырлы булыуы ла уны был аҙымға этәргәндер, моғайын.
“Һулаҡай”ға сапҡан ирҙәрҙең һөйәркәләре менән генә һөйләшер өсөн махсус тағы бер телефон йөрөтөүҙәре билдәле булды. Ғөмүмән алғанда, әгәр тормош иптәштәренә белдергеләре килмәй икән, тимәк, тотолмаҫ өсөн йәшеренеү саралары ла күрелә. Ғаиләләренән дә китә алмай улар, шул уҡ ваҡытта хәләл ефете менән генә лә була алмайҙар. Хәҙерге ваҡытта шулай йөрәктәре икегә бүленгән парҙар күп. Уларҙың айырылышмай, түҙеп тә, ғазапланып та йәшәүҙәренең сәбәптәре байтаҡ: йәлләү тойғоһо, балалар, атай-әсәйҙән, ҡайны-ҡәйнәнән ҡурҡыу, эштәге авторитетты юғалтыуҙан ҡурҡыу, тормош иптәшенең: “Ташлаһаң, аҫылынып үләм! Теләһә нимә эшлә!” йәки “Һеҙгә барыбер йәшәргә ход бирмәйәсәкмен!” тип янауы, йәшәргә торлаҡ булмауы һ.б.
Ошо хаҡта уларҙың һөйләгәндәрен тыңлап, бер аҙ мәғлүмәт туплағандан һуң, тағы ла бер һорауға яуаптары хафаға һалды: “һулаҡай”ға нисә тапҡыр йөрөп, ҡатынына йәки иренә тотолған хәлдә лә, бер тапҡыр булһа ла үкенгән кеше осраманы. Был хәлде улар төрлөсә аңлатты: үс алыу, бер төрлөлөктән ялҡыу, балаларҙың мыжыуы, икенселәр менән тормош иптәшен сағыштырып ҡарау, ғаиләләге ыҙғыштарҙан арыу, тормош иптәшенән етерлек наҙ алмау, түшәктәге ләззәттән йәм тапмау һ.б. Яратмай йөрөгән ҡыҙҙың ауырға ҡалыуы сәбәпле генә өйләнеү ҙә ирҙәрҙе икенселәргә ҡарарға мәжбүр итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа тап ошо рәүешле никахлашыуҙар йышайып китте. Ҡыҙҙар ауырға ҡала, ә егет уны кәләш итеп алғыһы килмәй. Сөнки ул уны йә яратмай, йә йөрөп туймаған була, йә ғаиләне тәьмин итерлек аҡса эшләй алмауы, йәшәргә торлаҡ булмауы уны һайлау алдына ҡуя.
Никах көнө билдәләнгәс тә, буласаҡ ауырлы ҡатынын ташлап, икенсе балалы ҡатындарға сығып киткән егеттәр ҙә бар. Ҡыҙҙың ата-әсәһе, туғандары егетте көсләп өйләндергән саҡтар ҙа осрай. Ә ҡатындары ҡартайған өлкән йәштәге ирҙәрҙең йәш ҡыҙҙарға тартылыуы күптән инде тәбиғи күренешкә әйләнгән. Ҡатындар иһә: “Мал ашаған еренә ҡайта. Йөрөп туйғас, аҡсаһы бөтөп, йәш кәләше ҡыуып сығарһа, барыбер миңә ҡайтасаҡ. Ҡайҙа ғына барһын инде?!” – тип кире индереп аласағын алдан белеп, сабыр ғына көтә.
Бында хыянат итеүҙең әле иҫәпкә алынмаған сәбәптәре лә күп ҡалғандыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үрҙә атап үткән кешеләр ярҙамында беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен фактик күренештәр менән асып бирҙек. Кешене белеп булмай, ул бөгөн бер төрлө, иртәгә бөтөнләй икенсе. "Инде 40 йыл йәшәгән иремде аңламай китәм әле", – тигәйне бер апай. Ғүмерлек тип һайлаған йәребеҙ бер көн килеп һине икенсегә алмаштыра. Ғазапланыу, әрнеү, үс алырға маташыу... Тағы килеп көтөү, утта янып, һаулығыңа зыян килтереү... Икенсе яҡтан, кемдер ошо юл аша үҙ бәхетен таба. Урыҫтарҙың тапҡыр мәҡәлендәгесә әйтһәк, бәхет булмаҫ ине – бәхетһеҙлек ярҙам итә шул ҡай саҡ.
Земфира ТАҺИРОВА.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/bad-sex-concept-with-upset-couple_17613783