Шоңҡар
+19 °С
Дождь
Йәмғиәт
29 Июля , 05:20

Миңлебайҙар, Миңлебикәләр...

Өс туған ағайымды Миңлебай тип йөрөттөләр. Бер көн уның ысын исеме Илмир булғанын белеп ҡалғас, эй, аптыраным. Нисек инде ике исем? Баҡтиһәң...

Миңлебайҙар, Миңлебикәләр...Миңлебайҙар, Миңлебикәләр...
Миңлебайҙар, Миңлебикәләр...

Өс туған ағайымды Миңлебай тип йөрөттөләр. Бер көн уның ысын исеме Илмир булғанын белеп ҡалғас, эй, аптыраным. Нисек инде ике исем? Баҡтиһәң, бәләкәй сағында маңлайында миңе булған. Тап бөтһөн тип, ата-әсәһе башҡаларҙан улдарын Миңлебай тип атауҙарын һораған. Ваҡыт үткәс, ысынлап та, миңе юҡҡа сыҡҡан. Мөғжизә бит! Миңдәрҙе исем менән генә еңеп булғас, ниңә һуң табиптар йылына бер тапҡыр булһа ла уларҙы тикшертеп торорға кәңәш итә?

Миңлебай-Илмирҙа, минең уйлауымса, гемангиома — ҡыҙыл миң булғандыр, моғайын. Гемангиома тыуғас та йәки бер нисә айҙан барлыҡҡа килә. Күп осраҡта, ваҡыт үткәс, исемдән ҡурҡып түгел, ә үҙе яйлап юҡ була (шулай ҙа табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк). Ысын миңдән уның айырмаһы ҙур. Гемангиома ҡан тамырҙарынан барлыҡҡа килгән шеш, ә миңдең тәбиғәте бөтөнләй башҡа төрлө.
Нимә һуң ул миң? Бик ябайлаштырып әйткәндә, миңдәр меланоцит тигән күҙәнәктәр арҡаһында барлыҡҡа килә. Меланоцит меланин тигән пигментты булдыра. Ә меланин үҙ сиратында ультрофиолет нурҙарын йотоп, тирене һаҡлай. Тап шул меланоцит күҙәнәктәре, артығын “эшләп”, күп итеп меланин булдырып, бер урында йыйылһа, миң, медицина телендә — невус, барлыҡҡа килә. Миңдәр формаһы, төҫө менән бер-береһенән айырыла.
Невустар тыуғандан алып булыуы ихтимал. Улары өс йәшкә тиклем үҫә. Шулай уҡ ғүмер дауамында барлыҡҡа килгән миңдәр ҙә була. Уларҙың “ғүмере” гормондарҙың эшенә бәйле. Мәҫәлән, ҡыҙҙарға яҡынса ете йәштән һуң, малайҙарға туғыҙ йәштән һуң яңы миңдәр сығыуы бик ихтимал. Йыш ҡына климакс ваҡытында ла тәндә яңы невустар күренә башлай.
Ҡояш нурҙары тиребеҙгә ҙур йоғонто яһай: кеше ни тиклем йышыраҡ ҡояшта йөрөһә, шул тиклем миңдәре лә күберәк булыуы ихтимал. Невустарҙың һаны тиренең төрөнән тора: кеше ағыраҡ булған һайын, миңдәр ҙә күберәк һәм йышыраҡ барлыҡҡа килә.
Диабет, һимереү кеүек ауырыуҙар, ауырға ҡалыу ҙа миңдең һанын арттыра. Шулай уҡ гендар тураһында ла оноторға ярамай. Ҡояшҡа күренмәй йәшәгән хәлдә лә, әгәр атай-әсәйҙә йә ҡартатай-өләсәйҙә миңдәр бар икән, балала ла буласаҡ.
Ниндәй ҡурҡыныс янай?

Миңдәр кешеләрҙең 90 процентында бар. Улар эмбрион үҫешкәндә үк, тыуғас та, ғүмер дауамында ла барлыҡҡа килә. Ғөмүмән, кешегә невустар бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ тыуҙырмай, ҡамасауламай. Әммә был таптар ауырыуға алып килә ала.
Тәндә миңдәр күп булыуы меланома барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра. Меланома — меланоциттарҙан үҫешкән яман шеш. Был яман шеш — иң насарҙарҙың береһе. Ул тиҙ арала тирегә таралып, башҡа ағзаларға, һөйәккә етә.
Миңдәре күп булған кешелә мотлаҡ яман шеш бар тигәнде аңлатмай. Бары тик меланома барлыҡҡа килеүҙең ҡурҡынысы юғарыраҡ. Нәҫелендә был ауырыу менән яфаланыусылар булғандарға, ҡояшта күп ваҡыт үткәргәндәргә, иммунитеттары ҡаҡшағандарға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, киләсәктә меланома менән яфаланыусылар һаны күбәйәсәк. Сөнки йәшәү кимәле арта бара, күптәр йылы илдәрҙә ял итә. Тимәк, ҡояшта йәй генә түгел, хатта ҡыш көнөндә лә ҡыҙына алабыҙ. Етмәһә, солярий менән ҡулланыусылар һаны арта. Ә ультрафиолет, билдәле булыуынса, зарарлы. Ҡояш аҫтында ваҡыт үткәргәндә, аҡ һәм еңел, әммә тәнде ҡаплаған кейемдәр кейергә, мотлаҡ SPF-кремдар ҡулланырға кәңәш ителә.

Нисек айырырға?

Нисек “сәләмәт” миңдән “ауырыуын” айырырға? Ҡасан борсола башларға? Миңдәрегеҙҙе ҡарап сығып, түбәндәге һорауҙарҙы үҙегеҙгә бирһәгеҙ, аңларһығыҙ.
► Ассиметрия бармы?
Ябай невустар — түңәрәк, симметриялы. Уны һыҙыҡ менән уртаға бүлгәндә, ике өлөш тә бер тигеҙ була. Ә меланома, киреһенсә, — аныҡ формаһыҙ, ассиметриялы.
► Ҡырҙары тигеҙме, аныҡмы?
Меланома йыш ҡына — аныҡ сиктәрһеҙ, тарҡаулы формалы. Ҡараһаң, берәй картаны хәтерләтә кеүек. Сәләмәт миңдәрҙең ҡырҙары — тигеҙ, үҙе — шыма.
► Бер төҫтәме?
Миң бер төҫтә — асыҡ һоро, һарыраҡ була. Меланомала һоро, асыҡ һоро, алһыуыраҡ төҫтәр осрай.
► Алты миллиметрҙан ҙурыраҡмы?
Меланома, ғәҙәттә, алты миллиметрҙан ҙурыраҡ була. Ябай миңдәрҙең ҙурлығы биштән үтмәй.
► Һуңғы арала үҙгәрҙеме?
Меланома үҫә, ҙурая, төҫөн үҙгәртә. Мәҫәлән, әллә нисә йыл буйы үҙгәрмәгән миңдең сиктәре генә түгел, “буйы” ла бер нисә ай, йыл дауамында арта.
Үрҙә һанап кителгәндәрҙең бер-икәүһе генә күҙәтелһә лә, табипҡа күренергә кәрәк. Үҙ аллы диагноз ҡуйып, дауаланыу һаулығығыҙға ҙур зыян килтереүе ихтимал.

Ҡасан операция яһарға кәрәк?

Миңдәр меланомаға 30 процент осраҡта ғына әйләнә. Тимәк, бөтәһенә лә хирург өҫтәленә ятырға тимәгән. Табиптар пациентты операцияға, невус яман шешкә әүерелгән булһа ғына, мотлаҡ ебәрә. Тағы ла миңдәрҙе уңайһыҙлыҡ тыуҙырған хәлдә алдыртырға кәңәш ителә. Мәҫәлән, ҡайыш таҡҡанда ҡамасаулаһа, өйкәлеп, йәрәхәтләнһә, уны алдыртыу яҡшыраҡ. Сөнки һәр ваҡыт травмаланып торған миң меланома булған булһа, метастаздар тиҙерәк тараласаҡ.
Ҡалғанын — эстетик яҡтан ғына ҡарарға була. Миң оҡшамаһа, йәмһеҙерәк итә тип уйлаусыларҙы кире бороп сығармайҙар. Быны кеше үҙе хәл итә.
40 йәшкә яҡынлаша барған һайын миңдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Ул йәштә меланома барлыҡҡа килеү ихтималлыға күпкә арта. Шуға ла душ йә мунса ингәндә, кейем алмаштырғанда, йоҡо алдынан тәнегеҙҙәге миңдәрҙе ҡарап сығығыҙ. Яңылары барлыҡҡа килмәгәнме? Булғандары үҙгәрмәгәнме? Эргә-тирәһе ҡыҙарып, ҡысып, ауыртып тормаймы? Был һорауҙарҙың бөтәһенә лә “юҡ” тип яуап биргән хәлдә лә, йылына бер тапҡыр табипҡа күренергә кәрәк.

Ҡартәсәй-ҡартатайҙар миңдәрҙе һанауҙан тыя торғайны. Йәнәһе, улар тағы ла артып китә. Әммә фән күрһәтеүенсә, киреһенсә, тәнеңдәге һәр миңде күҙәтеп тороу ғүмереңде ҡотҡарыуы ла ихтимал. Ауырыуҙы исемдәр ҡушып еңеп маташҡансы, имеш-мимештәргә ышанғансы, дипломлы белгескә күренеү яҡшыраҡ һөҙөмтәләр килтерер!

Сәлихә МОРТАЕВА.

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/close-up-hand-with-different

Автор:
Читайте нас