Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
31 Июля , 06:56

Кешеләргә хас иң насар сифаттар

Иманлы булыу күңелдән башлана. Ниәттәребеҙ изгеме? Уйҙарыбыҙ яҡтымы? Нәфсебеҙ тыйылғанмы? Намыҫыбыҙ таҙамы? Ни тиклем әхлаҡи яҡтан нығыраҡ үҫешәбеҙ, шул тиклем үк йәмғиәт камилыраҡ була. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ. Әгәр Аллаһы Тәғәләнән алыҫайтҡан иң насар сифаттар һеҙҙә бар икән, уйланырға ваҡыт. Сөнки нәфсе – аҡса, байлыҡ артынан ҡыуыу, күп йоҡлау, артығы менән ризыҡ, әйбер көҫәү – гонаһҡа батыра торған ҙур һынау. 

Кешеләргә хас  иң насар сифаттарКешеләргә хас  иң насар сифаттар
Кешеләргә хас иң насар сифаттар

Иманлы булыу күңелдән башлана. Ниәттәребеҙ изгеме? Уйҙарыбыҙ яҡтымы? Нәфсебеҙ тыйылғанмы? Намыҫыбыҙ таҙамы? Ни тиклем әхлаҡи яҡтан нығыраҡ үҫешәбеҙ, шул тиклем үк йәмғиәт камилыраҡ була. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ. Әгәр Аллаһы Тәғәләнән алыҫайтҡан иң насар сифаттар һеҙҙә бар икән, уйланырға ваҡыт. Сөнки нәфсе – аҡса, байлыҡ артынан ҡыуыу, күп йоҡлау, артығы менән ризыҡ, әйбер көҫәү – гонаһҡа батыра торған ҙур һынау. 

Көнләшеү һәм нәфрәт

Көнләшеү — ул Аллаһы Тәғәләнең башҡаға муллыҡ, именлек биреүе менән, үҙеңдең хәлең менән риза булмау, башҡаның рәхәтлектәре юҡҡа сығыуын теләү. Ибраһим сүрәһендә: “Бына Раббығыҙ: “Әгәр шөкөр ҡылһағыҙ, мин һеҙгә арттырырмын. Әгәр ҡәҙерен белмәһәгеҙ... ысынлап та, минең ғазабым көслө!”— тип хәбәр итте.
Нәфрәт нигеҙендә дошманлыҡ, асыуланыу, кешеләр менән араны өҙөү ята. Бер әриф әйткән: “Аллаһы Тәғәлә өс төрлө кешеләрҙең доғаларын ҡабул итмәйәсәк: тыйылғанды эскәндең, ялған ғәйеп таҡҡандың, көнләшеү менән нәфрәт тойғандың”.
Көнләшеү тыуҙырған дошманлыҡты бер ваҡытта ла туҡтатып булмай. Сөнки көнсөл башҡа кеше муллығын юғалтмайынса тынысланмай. Шуға ла көнләшеүселәргә иғтибар итмәй, уларға асыуланмай артабан йәшәргә кәрәк. Әммә бөтөнләй үҙеңә ябылып, кешеләрҙән ҡаса башлау ҙа дөрөҫ түгел. Үҙеңде көнсөлдәрҙән һаҡлайым тиһәң, йоҡо алдынан Ҡөрьәндең өс сүрәһен — Ихлас, Әл-Фәләҡ, Ән-Нәс — өсәр тапҡыр уҡырға кәрәк.

Тәкәбберлек

Үҙ-үҙеңде яратыу — тәбиғи күренеш, әммә ул саманан тыш булһа, тәкәбберлеккә алып килә. Кеше Аллаһы Тәғәләнең ҡолдарына өҫтән ҡарай башлай. Ул үҙен ҡалғандарҙан яҡшыраҡ тип иҫәпләп, башҡаларҙы хөрмәт итмәй, үпкәләтәм тип тә уйламай, вәғәҙәләрен үтәмәй, ғәҙелһеҙ эштәр башҡара. Тәкәбберлек — ул Иблистең сифаты. Иблис уттан яралтылғанға үҙен Әҙәмдән яҡшыраҡ тип иҫәпләй. Кеше лә бит тәкәбберлеге арҡаһында бер ваҡытта ла изге ғәмәл ҡылмаясаҡ. Хәҙистәрҙең береһендә ошолай тиелә: “Кем үҙен эре итеп тота, күңелендә һәм атлауында тәкәбберлек күрһәтә, шуны Аллаһы Тәғәлә ҡиәмәт көнөндә асыулыҡ менән ҡаршы аласаҡ”. Ә Ҡөрьәндең “Ән-Нәджм” (Йондоҙ) сүрәһендә: “Ваҡ-төйәк кәмселектәрҙән башҡа оло гонаһтарҙан һәм фәхишәлектән һаҡла­ныусыларға, ысынлап та, Раббының ярлыҡауы киң. Ул һеҙҙе Ерҙән яралтҡанда ла һәм әсә ҡарынында яралғы ғына булғанда ла йәнегеҙҙе иң яҡшы белеүсе ине. Үҙегеҙҙе маҡтамағыҙ. Ул кемдең тәҡүәле икәнен яҡшыраҡ белә”, тиелгән.
Тәкәбберлекте кеше үҙендә күрмәүе лә бар. Тимәк, ул үҙе өҫтөндә лә эшләй алмаясаҡ. Был осраҡта рухи яҡтан үҫешкән остаз, өйрәтеүсе, кәңәшсе ярҙам итер. Ундай кеше тәкәбберлекте күреп, ваҡытында әйтеп, хаталаныуҙан ҡурсалап алып ҡалыр.

Дан һөйөүсәнлек
Нәфсеһен тыя алмаған кеше шулай уҡ йәмғиәттә юғары урын биләргә, етәкселек итергә ынтыла. Кеше башҡаларҙан өҫтөн булырға, ҡалғандарҙың уға ихтыяж тойоп йәшәүҙәрен, уның әйткәндәрен үтәп тороуҙарын теләй. Шөһрәт яратҡан әҙәм башҡаларҙан үҙен күпкә бөйөк итеп хис итә. Ә был инде үҙеңде Аллаһы Тәғәлә урынына ҡуйып маташыуҙы аңлата. Шуның менән дә дан һөйөүсәнлек — иң насар сифаттарҙың береһе. Ундайҙарға Аллаһы Тәғәлә тамуҡ вәғәҙәләй. Яңы статус, байлыҡ, муллыҡ, рәхәт ғүмер — ауырыуҙарға һәм юғалтыуҙарға ҡарағанда ла ҙурыраҡ һынау.

Асыуланыу

Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: "Әгәр берәрегеҙ асыуланһа, өндәшмәһен". Сөнки ул асыуланыу арҡаһында үҙе лә әйтергә теләмәгән һүҙҙәрҙе әйтеп ташлауы ихтимал. Әгәр бер кеше, үҙенең асыуын тыйып ҡала алһа, унда сабырлыҡ барлыҡҡа килә. Ә сабырлыҡ кешегә гонаһтан ҡотолорға ярҙам итә.
Асыуланыуҙан ҡотолоу юлы тураһында Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: "Асыу — шайтандандыр, шайтан иһә уттан яратылған. Утты һыу менән һүндерәләр, шуға күрә, әгәр берәрегеҙ асыуланһа, тәһәрәт алһын".

Ғәйбәт һөйләү, башҡаны
яманлау

Ҡөрьәндә Аллаһы Тәғәлә ғәйбәт һөйләүҙе, яманлау менән шөғөлләнеүҙе икенсе кешенең итен ашауға тиңләштерә — шулай уҡ ерәнгес эштәр. Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, был гонаһтың ҡурҡыныслығын билдәләп: “Ғәйбәтсе ожмахҡа инә алмай”, — ти. Насар һүҙҙәр менән кешеләр араһына иреш-талаш тыуҙыр­ыусы­ларҙы, әҙәм балаһының күңелен яралаусыларҙы Аллаһы Тәғәлә күрә алмай. Ғәйбәт һөйләүсе үҙенең “эше” менән барлыҡ сауаптарын юя.
Үҙеңдең телең менән үҙеңә лә зыян килтерергә була. Мәҫәлән, төндә ҡылған гонаһлы эштәрҙе иртәнсәк кемгәлер маҡтанып һөйләү. Аллаһы Тәғәлә уның ҡылғандарын башҡаларҙан йәшерә, ә кеше үҙ теле менән был ҡорғанды асып, оялырға кәрәк эштәрен таныштарына, дуҫтарына, яҡшы эш эшләгәндәй итеп, һүрәтләй.

Фани донъяның рәхәтлектәрен яратыу

Фани донъяның рәхәтлектәрен яратыу — гонаһтарҙың төп сәбәбе. Матди байлыҡ, ризыҡтар, йоҡо, юҡ-бар хәбәр һөйләү — былар барыһы ла ваҡытлы рәхәтлектәр. Был донъяла байлыҡҡа эйә булыу — төшөңдә хазина табыуға тиң. Матди байлыҡтар быуындан быуынға күсәсәк, әммә барыбер ошо донъяла ҡаласаҡ. Аллаһы Тәғәлә фани донъя рәхәтлектәрен яратыусыларҙы ошо уҡ донъяның ҡолдары итергә бойорған. Быны дөрөҫ аңларға кәрәк: донъя рәхәтлектәренән баш тартырға бер кем дә саҡырмай, әммә уларҙы яратып, беренсе урынға ҡуйып, күңел байлығы тураһында онотмайыҡ.
Шул уҡ ваҡытта мосолмандар етеш тормошҡа ынтылырға тейеш. Сөнки был осраҡта тағы ла күберәк файҙа килтерергә мөмкинлектәр арта. Етеш тормоштағы кеше туғандарына, мох­таждарға ярҙам итә ала. Был кеше Аллаһ биргән сифаттарҙы — аҡылды, ваҡытты, һаулыҡты дөрөҫ ҡулланыуы тураһында, тимәк, сауап алыуы хаҡында, һөйләй. Тимәк, дан-шөһрәтте лә, байлыҡты ла файҙаға йүнәлтергә була.
Аллаһы Тәғәлә беҙҙе был донъяға һынау өсөн ебәргән. Шуға ла кеше  үҙенең үлеменә тиклем нәфсе-теләктәре менән көрәшеп, уны ғибәҙәткә, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға саҡырырға тейеш. Нәфсе тулыһынса юҡҡа сыҡмай, уны тәрбиәләргә, насар сифаттарын бөтөрөп, уларҙы күркәмерәктәре менән алмаштырырға кәрәк. Был эш, әлбиттә, еңел түгел, ҙур тырышлыҡ талап ителә.
Нәфсе ҡоло булмайыҡ, рухи үҫешкә ынтылайыҡ, йән көсөнә ирешәйек! 

Ҡөрьәндән бер аят

 «Изгелек менән яуызлыҡ (бер ваҡытта ла) бер тигеҙ була алмай; яуызлыҡты һин игелегең менән ҡыуып ебәр, шул ваҡытта һине күрә алмай йөрөгән дошманың да дуҫың булып китер. Бындай игелек сабырлыҡ менән айырылып торғандарға, иманда өлөшө ҙур булғандарға ғына бирелә».
Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, үҙенең бер хәҙисендә әйткән:
“Дөрөҫөн әйткәндә, ысын көрәшсе – үҙ нәфсеһе менән көрәшкән кеше”, – тигән.
“Шәмс” сүрәһе, 9—10 аяттар:
“Йәнен саф тотҡан кеше мораҙына (сәғәҙәткә) ирешәсәк. Выжданын кер ҡаплаған кеше, әлбиттә, хәтәр зыян күрәсәк”.
“Ән-Нур” сүрәһендә (24:21)”:
“Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр, шайтан эҙенән бармағыҙ! Кем шайтан эҙенән барһа... ул бит боҙоҡлоҡҡа һәм ярамаған эшкә егә. Әгәр һеҙгә Аллаһтың йомартлығы һәм рәхмәте төшмәһә, һеҙҙән һис берәү һис ҡасан сафланмаҫ ине. Ләкин Аллаһ теләгән кешене сафлай, нурлай. Ул ишетә, белә!” — тиелә.

Айгөл СӘЛӘХОВА.

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/top-view-quran-books-table_6968496

Автор:
Читайте нас