

Тормошта күп осраҡтарҙа юрист хеҙмәте ярҙам итә: эште еңеләйтә, хәүефһеҙлекте тәьмин итә. Айырыуса күсемһеҙ милек һатып алғанда, һатҡанда уларҙың булышлыҡ итеүе алдағы көндәргә ҙур ышаныс өҫтәй. Тәжрибәле, һыналған белгес булһа, бигерәк тә.
Альберт Арыҫланов ун ете йыл ошо өлкәлә хеҙмәт итә. Тәжрибәле юрист редакцияның бер нисә һорауына яуап бирҙе.
– Альберт, нисек уйлайһығыҙ, әлеге шарттарҙа фатир һатып алырға кәрәкме?
– Ошоға тиклем фатирға ставкалар 20 процентҡа тиклем күтәрелеп, элеге ваҡытта ни бары ун етегә генә төштө. Сағыштырып ҡарағанда үтә ҙур айырма, был бик ҡиммәт! Элек, белеүегеҙсә, 9 –10 процент ине. Минеңсә, артабан тағы ла төшәсәк, 3 – 4 процентҡа кәм буласаҡ. Әммә, барыбер, һатып алыусылар артмаясаҡ.
Әгәр ҙә хәҙер алыусы бар икән, һатып ҡалырға кәрәк. Ләкин ул аҡсаны ҡулда тотмау хәйерле, дефолт булыуы ла ихтимал.
– Фатир һатҡанда нимәне күҙ уңында тоторға?
– Кеше, ғәҙәттә, фатирҙы ғына тикшерергә кәрәк тип уйлай. Ысынында, һатып алған кешене лә ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Фатир һатып алғандан һуң өс йыл эсендә уны банкрот тип таныйҙар икән, аҡсаны кире талап итә ала. Ғөмүмән, фатир һатып алғанда 39 критерий бар.
– Ипотекаға алынған фатирҙы һатыуҙың ниндәй нескәлектәре бар?
– Бының өс юлы бар. Иң уңайы: аҡса табып, банк алдындағы бурысты ҡаплау. Үҙ аллы алдан һатып алыусы табып, кредитты ул биргән авансҡа ҡаплау мөмкинлеге лә бар.
Залогта булған фатирҙы һатыуы анһат түгел, быға күп кеше ризалашмай. Һатып алыусыға фатирһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалыу ҡурҡынысы бар. Ғәҙәттә, бындай хәүеф янауы арҡаһында ҙур ғына ташлама һорайҙар.
Икенсе юл: банк-кредитор аша һатыу. Тәүҙә һатып алыусы табып, килешеү төҙөргә кәрәк. Ул һеҙҙең бурысты ҡаплай. Банк аҡсаны алғандан һуң, кредит ябылыуы тураһында справка бирә, (обременение) бурыслы булмауы хаҡында Росреестрға хәбәр итә.
Иң мөһиме: һатып алыусы аҡсаны банкка үҙ исеменән тапшыра һәм шуға күрә был йәһәттән хәүеф кәмей. Шунан һуң төп килешеү төҙөлә.
Өсөнсө вариант буйынса фатир ҙа, кредит та һатыла. Һатып алыусы фатирҙы ла, ипотеканы ла үҙенә яҙа. Был осраҡта һеҙ үҙ-ара килешеү төҙөйһөгөҙ, ә банк яңы һатып алыусы менән кредит килешеүенә ҡул ҡуя.
Ипотекала булған фатирҙы һатыу, һатып алыу анһат түгел, әммә мөмкин.
– Ғөмүмән, фатир һатып алырға хәл иткәс, эште ниҙән башларға?
– Халыҡ аҡылына таянып, иң беренсе күршенең кем булыуы менән ҡыҙыҡһыныу мөһим. Яңы йортта тыныс, рәхәт йәшәү күршенең ниндәй булыуынан да тора. Күптәр был яҡҡа әллә ни әһәмиәт бирмәй.
Фатирҙы үҙең эҙләйһеңме, риэлторға мөрәжәғәт итәһеңме – уйларға кәрәк. Үҙең икән – күпме аҡсаң кеҫәлә ҡала? Килешеү төҙөгәндә төрлө хәүеф-хәтәрҙе үҙ аллы асыҡлай алаһығыҙмы?
Әйтәйек, үҙегеҙгә уңай вариант таптығыҙ, ти. Ул саҡта һөйләшеүҙәр алып бара башлайбыҙ: хаҡы, аҡса түләү шарттары, ҡасанға тиклем килешеү төҙөргә…
Артабан фатирҙы тикшерәбеҙ. Бурыстар, судлашыуҙар юҡмы… Мөлкәттең элекке хужаларының тарихын да ҡарау мөһим.
Шунан һуң һатыусы кем икәнлеген асыҡлайбыҙ. Документтары, фатирҙы һатырға хоҡуғы бармы, никах осоронда алынған милек икән, тормош иптәше ризалығын бирәме…
Ошоларҙы асыҡлағандан һуң ғына килешеү төҙөп, Күп функциялы үҙәк аша Росреестрға тапшырабыҙ. Килешеү тик яҙма рәүештә генә төҙөлә. Фатирға тулыһынса хужа булыу өсөн уны һатып алыу ғына етмәй, теркәргә лә кәрәк.
Гөлсинә ЙОСОПОВА яҙып алды.
Архив, 2023 йыл.