Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Августа , 10:35

Доғаға тилмереү Хикәйә Гөлнур ҠЫУАТОВА

– Ниндәй хәйерһеҙ көн булды һуң ул был? Башҡа юҡ-бар уйҙар килә. Нух заманғы ваҡиғалар, һүҙҙәр иҫкә төшә. Хәйерлегә түгелдер...

Доғаға тилмереү       Хикәйә  Гөлнур ҠЫУАТОВАДоғаға тилмереү       Хикәйә  Гөлнур ҠЫУАТОВА
Доғаға тилмереү Хикәйә Гөлнур ҠЫУАТОВА

“Бөгөн дә әжәл килмәне...”
Ҡаты йүткереүҙән уянып киткән Хәнифәнең тәүге уйы шул булды. Бына инде ярты йылға яҡын ул үлемен тилмереп көтә-көтә йәшәй. Көн дауамында бер нисә тапҡыр тын ала алмай, быуыла-быуыла йүткереү өйәнәге кисерә ул. Аҙаҡ нисектер ул үҙенән-үҙе баҫыла. Әммә ярты сәғәткә яҡын һәр һулыш өсөн йәнтәслим көрәшкән тәне тамам хәлһеҙләнеп ҡала.
Эс, күкрәк, эйәк мускулдары көсөргәнештән һыҙлана. Етмәһә, ҡайһы бер көндәрҙә ярауы ла аҫтына китеп ҡуя. Бындай саҡта Хәнифә һыҙланыуҙан ғына түгел, ғәрлегенән дә ғазаплана. Шуға ла ул һәр кис йоҡларға ятҡан һайын үҙе янына әжәлен саҡыра. Эс-бауырын аҡтарырҙай йүткереү өйәнәген, һыҙланыуҙарын ҡабат кисергеһе килмәй. Үлеменең дә яфаламай ғына, йоҡлаған саҡта килеүен теләй ул.
Ер емертерҙәй эшләп, рәхәтләнеп йәшәп ятҡанда әллә ҡайҙан ошо сиргә юлыҡты ул. Табиптарҙың биргән дауаһы ла, шифалы үләндәр ҙә, шифаханалар ҙа ваҡытлыса ғына ярҙам иткәндәй була ла, өйәнәге ҡабат башлана. Бирмәгән анализы, тикшермәгән ағзаһы ҡалмағандыр. Тәүҙәрәк шәбәйеренә өмөтө ҙур ине, тора-бара барыһына ла ҡул һелтәне. Дөрөҫөрәге, әжәл көтөүҙән башҡа әмәле ҡалманы. Тик уныһы ла көткән саҡта килмәй икән. Ҡайһы бер таныш-тоноштарының, туғандарының вафатын ишетһә, йәне көйә. “Донъя рәхәтен татып йәшәгәндәргә ҡыҙыҡҡансы, минең кеүек сирле-ауырыуҙар бөткәнме һиңә? Үткер тырнағыңды анауындай кешеләргә ҡаҙағансы, һине көтөп, саҡырып ятыусыларҙы ишетһәңсе?!” – тип күҙгә күренмәгән әжәле менән әрләшеп тә ала.
Татлы йоҡоһон бүлгән йүткереү менән сәғәткә яҡын айҡашты Хәнифә. Эсендәге бар ағзалары аҡтарылырҙай булып тойолдо. Өйәнәге баҫылыуға тамам хәлһеҙләнеп, диванынан иҙәнгә шыуып төшкәйне инде. Йомшаҡ балаҫ өҫтөнә ятып, тын етмәгәнлектән шартларҙай булған йөрәгенең леп-леп тибеүен тыңлап, тағы бер талай уйланды ул. Бер аҙ хәл ингәндәй булғас, таралып төшөрҙәй булған тәнен саҡ ҡуҙғалтып, аяғына баҫты. Аш-һыу бүлмәһенә сығып, газ тоҡандырҙы: сәй ҡуйырға, бутҡа бешерергә кәрәк. Йүткергән саҡта уҡшыуынан биҙрәп, һуңғы арала туйғансы ашарға ла ҡурҡа ул. Шуға самалап ҡына һөткә бешкән бутҡа һәм шәкәрле сәй менән генә мөрхәтһенә. Оҙаҡламай күршеһе хәл белергә инергә тейеш. Унан һуң күп тә үтмәй ҡыҙы Гүзәлиә эшкә барғанда юл ыңғай һуғылырға тейеш. Төҙөк булһа...
Тик һуңғы ваҡытта йыш ҡына төшөргөләп ала шул уныһы. Кисә телефондан ғына хәл белеште. Бөтөнләй үк намыҫын юғалтмаған балаҡайы: ҡыҙмаса булһа әсәһе күҙенә күренергә ояла. Килтереп бирергә аҙыҡ-түлеккә заказ эшләй, шоферы аша дарыу-фәлән ебәрә. Ауырыуы өҫтөнә Гүзәлиә өсөн борсолоу ҙа Хәнифәнең күңелен өтә. Бер нисә тапҡыр ҡаты ғына итеп һөйләшеп тә ҡараны. Тик ҡыҙы ғына ҡолаҡ һалырға уйламай. Бала итәктә һөйҙөртә, итәктән төшһә – көйҙөртә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Түрә булып эшләй башлағас, бигерәк тә мин-минлеге көсәйҙе шул. Ҡайһы саҡ һөйләгән һүҙендә, ҡылығында кешеләрҙе һанға һуҡмау сағылып ҡала. Дуҫ-иштәрен дә биләгән вазифаһына, кеҫәһенең ҡалынлығына ҡарап һайлай башланы.
– Балам, шашынма. Хеҙмәткәрҙәреңә кешелекле бул. Атайыңды иҫлә: берәй ваҡыт һауаланғанын күргәнең булдымы? – тине бер Хәнифә.
– Ҡуй әле, әсәй, аҡыл һатма. Һеҙҙең заман менән беҙҙеке берме? Һәр кем менән сөсөләнеп торорға ваҡытым да, теләгем дә юҡ!
– Һин бит хөкүмәт эшендә. Етәкселек бөгөн бар, иртәгә – юҡ!
– Йәбешеп ятмайым – теләп алған вазифам түгел. Улай бик борсолғасың, үҙең сығып эшлә һуң. Һин “ҡоҙаланың” бит, кәрәк кешеләр артынан йүгереп йөрөп...
Белә Гүзәлиә әсәһенең ауыҙын нисек йомдорорға. Хәйер, һау сағы булһа, Хәнифә бирешмәҫ ине. Теҙгенде ҡаты тотто, ҡыҙын да, кейәүен дә, хатта ике ейәнен дә үҙ яйына ғына бейетте. Төшөп ҡалғандарҙан түгел: ғүмере буйы түрә булған иренә арҡаланып, уның дәрәжәһен тотоп йәшәне бит. Бары тик ул бер аҙ хәйләкәрлек, юхалыҡ менән эш итте. “Кеше маҡтағандан телем өҙөлөп төшмәҫ”, – был уның тормош девизы булды.
Ҡатын иртәнге тамағына ашаны, һыҙлана-һыҙлана йөрөп гөлдәренә һыу һипте, бер аҙ йортон йыйыштырып алды. Күршеһе лә, Гүзәлиә лә килмәне. Аптырағандан, кисә уҡый башлаған китабын алып, креслоға барып ултырҙы. Йүткереү өйәнәге башланғансы яҡынса тағы ла ике сәғәт тирәһе ваҡыт бар. Эйе, ул хәҙер көндәлек режимға ингән инде: иртәнсәк, төштән һуң мотлаҡ ҡабатлана. Ҡайһы саҡ кискә табан да була. Ваҡыты яҡынлашҡан һайын Хәнифә биҙәреп тора: тағы ла ауыртыныу, һыҙланыу ғазабын кисерәсәк бит.
...Ишек алды йәм-йәшел үлән. Аласыҡ янындағы күләгә урынға иҫке күлдәктәрҙе ҡырҡып һуғылған балаҫ түшәлгән. Әсәһе еҙ самауырҙан сәскәле сынаяҡтарға сәй яһай. Күрше Мәрхүғә әбей башын эйгән дә шым ғына ултыра. Ә өләсәһе ултырған еренән алан-йолан ҡаранып нимәлер эҙләй.
– Ай, тик тормаҫ бала, ошонда ғына һалғайным бит... Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығара ла ҡуя. Хәнифә! Хәнифә тим...
– Кәнфит эҙләйһеңме, өләсәй? Мин уны иртәнсәк үк ҡабып ҡуйҙым шул, – болдорҙа таштар теҙеп уйнаған ҡыҙ әбейҙең өндәшеүенә артыҡ иҫе китмәй генә яуапланы.
– Белгәнең кәнфит кенә инде. Иртәнсәк урын әҙерләгәндә аҡ яулыҡ менән тәсбихемде ошонда һалғайным. Юҡсы. Һин алдыңмы әллә?
– Тәсбих нимә була ул? Муйынсаҡмы?
– Тәүбә, тиң балам. Мәрйенле тиҫбе була ул...
– Мин яулығыңа ҡурсаҡ төрҙөм дә, муйынына шул мәрйенде тағып ҡуйғайным.
– Ул ҡурсағың ҡайҙа һуң?
– Сәлимә әхирәтемә бүләк иттем. Уның да ҡурсаҡ менән уйнағыһы килә лә...
– Ай Аллам, ҡылғанһың бит ҡылыҡты, иманһыҙ! Мәрфүғә күрше “Йәсин” сүрәһе уҡыһа, башым ауыртыуҙары баҫылып, зиһен асылып ҡала ине. Ҡуйсы-ҡуйсы, һорамайса әйбергә тейергә яраймы инде, ә? Бар өмөтөмдө юҡҡа сығарҙың...
– Ҡуйсы, ҡәйнәм, юҡты һөйләмә, – әллә кескәй ҡыҙын әрләүҙе килештермәне, әллә әбейҙең ниндәйҙер доға өмөт итеүен оҡшатманымы, әсәһе ризаһыҙлыҡ бедерҙе. – Уҡынып ҡына шәбәйеп булһа, кеше балнис юлын белмәҫ ине. Иҫкелек ҡалдығын һөйләп ултырмағыҙ әле. Кеше ишетеп ҡалмаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалырбыҙ.
– Кемгә – дарыу, кемгә доға килешә бит. Доға тыңлап, Салауат әйтеп, тыныслыҡ ала инем. Башты ҡаплар яулыҡты ла юҡҡа сығарған тиң!
...Хәнифә ҡапыл тертләп китте. Ултырған урынында серемгә китеп, һаташыулы төш күрә икән. Улай тиһәң, төш тә түгел, бала саҡ хәтирәһе бит. Өләсәһен сабыйлыҡ менән ныҡ рәнйеттеме әллә? Юҡтыр. Эшләй башлағас, 90-ды ҡыуалаған ҡәҙерле кешеһенә ғәфү үтенә-үтенә әллә күпме яулыҡтар, күлдәктәр бүләк итте, күстәнәстәр ташыны. “Ризамын, балам, бәхетле бул”, – тигәнйе үлер алдынан да. Ниңә кинәт тап ошо мәл иҫенә төштө һуң әле? Көн кискә ауышҡансы шул турала уйланды ҡатын.
– Әллә әжәл тигәндәре, ниһайәт, килергә уйланымы? Боронғолар, үлгән кешене күрһәң, әйбер һораһа артынан әйҙәй, ти торғайнылар. Моғайын, шуғалыр, – тип үҙ алдына һөйләнеп тә алды.
Былай ҙа таҙа фатирын энә күҙәүенән үткәрҙе, таҙа кейемдәрен барланы. Кесе ярауы, шайығы бысратҡан кейемдәрен аһ та ух килеп кер йыуыу машинаһында әйләндереп алды ла балконға сығарып элде. Үлемдән ҡурҡмай ул, бары тик туғандары, таныштары алдында бахыр булып күренгеһе, артынан йәлләтерлек йә үсәрлек һүҙ ҡалдырғыһы килмәй. Өләсәһе лә бит: “Тәһәрәтле, шәһәҙәтле булып китһәм ине”, – ти торғайны. Ауырый башлаһа, иң тәүҙә мунса яғырға ҡушыр ине.
Тағы ла өләсәһе иҫенә төштө... “Саҙаҡа бирергә кәрәктер. Күптән мәрхүм туғандарға арнап хәйер биргәне юҡ бит. Кемгә бирәһең әле ул? Хәҙер бит мохтаж кеше лә юҡ,” – тип уйланып алды. Үткән айҙа дауаханаға барғанда бер ҡарсыҡҡа ике мең тәңкәне тотторғайны ла бит, эй рәхмәт уҡыны меҫкенкәй. Дарыу алырға ла аҡсаһы ҡалмаған булған. Йә телефон номерын һорап алмаған, йома һайын күсереп торор ине.
“Үлгәндәргә хәйер түгел, беҙҙең доғалар кәрәк. Кемгәлер аҡса түләп, 1-2 аят уҡығансы, ихлас күңел менән үҙебеҙ уҡыйыҡ... – Хәнифәнең келт итеп ҡасандыр ҡыҙы Гүзәлиә әйткән һүҙҙәре иҫенә килеп төштө. – Ул саҡта мәрхүмдәр ҙә риза булыр, үҙебеҙ ҙә Хоҙай рәхмәтендә йәшәрбеҙ. Ихлас күңел менән һорағанда Аллаһ бәндәһенә бөтә нәмәне бирә. Байлыҡ та, бәрәкәт тә, уңыш та. Ә инде беҙ һау-сәләмәт булып, һәр көндө имен-аман ҡаршы ала алһаҡ, шатлана-шатлана доға ҡылырға тейешбеҙ...”
– Ниндәй хәйерһеҙ көн булды һуң ул был? Башҡа юҡ-бар уйҙар килә. Нух заманғы ваҡиғалар, һүҙҙәр иҫкә төшә. Хәйерлегә түгелдер...
Хәнифә, уларҙан арынырға теләп, диванына ятты ла ҡулына тағы ла китабын алды. Тик нимә уҡығанын үҙе аңламаны, сөнки йүгерек уйҙары һаман да өләсәһе тирәһендә сыуалды. “Бәлки был юҡҡа түгелдер, – тигән фекер килә башланы уға. – 63 йыл йәшәп, Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанмайым бит. Мәсет ишеген асып ингәнем юҡ, башҡалар уҡыта, тип кенә йылына бер аят ашы йыйып алам. Кешенән күреп хәйер биргән булам. Ә үҙемдең ике ятып бер төшөмә инмәне дин тәғлимәттәре. Әллә теге донъя тигәндәре бармы икән? Әллә өләсәһенең доға шифаһы тураһында әйткәнен иҫкә төшөрөү ҙә бер билдәме икән? Яман ауырыуҙарға дусар булғандарҙың намаҙға баҫып, шәбәйеп китеүен телевизорҙан күп ишеттем бит. Әлбиттә, уны һәр ваҡыт мыҫҡыллап йә көлөп ҡарай инем...”
Төндә ҡатын бер нисә тапҡыр тағы һаташып уянды. Аҡ кейемдәге бер ир әллә аҙан ҡысҡырҙы, әллә доға уҡыны – аңламаны. Тик уянғас та шул моңло тауыштан айырылғыһы килмәй, ҡабат йоҡоға талғыһы килде. Таң атыуға тағы йүтәл өйәнәге башланды. Шулай ҙа башҡа ваҡыттағы кеүек сабырһыҙланманы Хәнифә, нисектер тынысыраҡ үткәрҙе кеүек. Әллә йүтәл ҡаты булманымы, тип тә уйлап ҡуйҙы. Йыуынып алғас, сәй әҙерләй башланы. Тик күңеле генә тынғылыҡ тапмай нимәлер көттө лә көттө. Бер аҙҙан аңлап ҡалды: төшөндә ишеткән доғаны тыңлағыһы килә ине.
Хәл белергә ингән күршеһенә: “Берәй доға уҡы әле”, – тип үтенергә уйлағайны ла, уның сыуаш милләтенән икәне иҫенә төшөп, өндәшмәне. Татарса, башҡортса рәхәтләнеп һөйләшһә лә, ниндәйҙер христиан байрамдарын билдәләп үткеләйҙәр, шикелле. Икенсенән, ҡапыл ғына башына килгән сәйер теләген башҡаларға белдереүҙән оялып ҡуйҙы.
Төшкә табан Гүзәлиәһе хәбәр юлланы: “Кисә килә алманым, ашығыс командировкаға юлланырға тура килде. Бөгөн эштән һуң инермен” Әсә кешенең күңеленә йылы йүгерҙе. “Эш менән йөрөй икән, балаҡай. Мин ни әллә нимәләр уйлап бөттөм...” Юл ыңғай доғалы дискмы, флеш-картамы ал, тип шылтыратырға уйлағайны ла, тағы уңайһыҙланды. Ғәжәп, табында шарап күтәреү, пляжда ярым-яланғас йөрөү уның өсөн ғәҙәти хәл. Ә бына дин мәсьәләһендә ул һәр ваҡыт ҡәтғи булды, ә хәҙер доға тыңлауҙы ла оят ғәмәл кеүек күрә.
Уйы ошо йүнәлешкә киткәс, Хәнифә ултырған урынынан, тәне һыҙлауын да онотоп, ҡапыл тороп баҫты. Гүзәлиәһенең әллә күпме китаптары, гәзит-журналдары бар ине лә баһа. Иҫенә төштө: телевизор ҡумтаһына барыһын да үҙ ҡулдары менән тултырып, шпагат еп менән бәйләп тә ҡуйғайны. Ире мәрхүм сығарып ташламаһа, ул балкондың йәки “бытовка”ның бер кәштәһендә ултырырға тейеш! Ҡатын ҙур өмөт менән йылдар буйы кәрәгер тип йыйылған, әммә бер тапҡыр ҙа ҡуҙғалтылмаған “байлыҡ” араһына инеп китте. “Гүзәлиәмдең үҙ донъяһы, мөлкәте ашып ята. Үҙем көн дә әжәл көтәм. Был әйберҙәр туҙан ғына йыйып ята бит. Берәй көн иғлан буйынса ир-егеттәр саҡырып, сығарып ташларға кәрәк. Үлһәм балаларға эш аҙыраҡ булыр”, – тип уйлана-уйлана һәр ҡумтаны, тоҡто тикшереп сыҡты.
Модаһы үткән, инде ярамаған кейем-һалым, кәрәге ҡалмаған һауыт-һаба, тотонолмаған кәрәк-яраҡ, иҫке таҫтамалдар, сумкалар, аяҡ кейемдәре, уҡылған гәзит-журналдар, ҡыҙығы ҡалмаған аудио һәм видео яҙмалар кассетаһы, ремонттан артып ҡалған төҙөлөш материалдары, буш һауыт-һаба... Тик күңеле таптырған, йәне көткән ҡумта ғына табылманы. Ире әйтеүҙе лә көтмәй, сүплеккә алып сығарып ташлағандыр, күрәһең.
Һуңғы өмөтөнән яҙғандай булып, Хәнифә ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙе. Нисек кенә һыҙланһа ла, хатта ҡыҙының киләсәген уйлап борсолғанда ла күҙенән йәш сыҡмаған ҡатын, эҙләгәнен тапмағас, бар донъяла япа-яңғыҙ ҡалғандай булып үкһене лә үкһене. Ҡыҙы килеп ингәндә лә тынысланмағайны әле. Уныһы әсәһен тәүге тапҡыр шундай хәлдә күргәс, ҡурҡып китте.
– Әсәй, нимә булды? “Тиҙ ярҙам” саҡыртайыммы? Хәлең насарланғас, ниңә шунда уҡ шылтыратманың?
– Кәрәкмәй, саҡыртма! Хәлем үҙгәрешһеҙ ул. Бына, бер аҙ күңел йомшарып китте.
– Тыныслан, йәме, ныҡ бул. Әйҙә, Һамар күстәнәсе менән сәй эсеп алайыҡ. Бөгөн иртәнсәк кенә ҡайтып еттем.
Гүзәлиә етеҙ йөрөп өҫтәл әҙерләне, алып килгән аҙыҡ-түлеген һыуытҡысҡа, шкафҡа урынлаштырҙы.
Малайҙарының ҡыҙыҡтары, эштәге хәлдәрҙе һөйләй-һөйләй сәй эскән ҡыҙына ҡарап, оҙаҡ ҡына икеләнде Хәнифә. Шунан һаҡ ҡына күңелен өйкәгән һорауҙы бирергә булды:
– Балам, элек әллә күпме доғаларҙы яттан белә инең... Берәйһе иҫеңдә ҡалмағанмы?
Гүзәлиә уртлаған сәйенә сәсәй яҙҙы, унан аптырап әсәһенә текәлде. Ҡатын, сабыр булырға тырышып һүҙен дауам итте. – Бөгөн көнө буйы ниңәлер моңланып уҡыған доға тыңлағым килә. Күңелем йәнем тынысланыр, һыҙланыуҙарым баҫылыр кеүек тойола. Аптырағас, китаптарың һаҡланмағанмы тип эҙләп тә ҡараным. Табылманы.
– Һы!..
Әсәле-ҡыҙлы байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ҡалдылар. Гүзәлиә уңайһыҙ тынлыҡтан ҡасырға була ғына былай ҙа йыйнаҡ өйҙө йыйыштырырға иҙәндәрҙе һөртөргә кереште. Ә Хәнифә биргән һорауы яуапһыҙ ҡалыуға борсолоп та, уңайһыҙланып та бер урында ултыра бирҙе. Онотолған, дөрөҫөрәге, икеһе лә оноторға теләгән, нужа булмаһа, бер ваҡытта ла телгә алмаясаҡ мәсьәлә ине был. Тик бына бит, яҙмыш ниндәй боролоштар менән тағы икеһен ҡапма-ҡаршы килтереп ҡуйҙы.
– Тауға менеүе генә ауыр ул, әсәй. Ә тәгәрәп төшөү “һә” тигәнсә генә. Бер генә доға ла иҫемдә юҡ. Ниндәй доға инде?! Ризыҡты ла бисмиллаһыҙ ашайбыҙ бит! – Гүзәлиә ҡулындағы сепрәкте йән әрнеүе менән ишек төбөнә елләне лә ҡайтырға йыйына башланы.
– Бер ҙә үкенгәндәй һөйләнгәнең булманы быға тиклем. Әллә миңә, атайыңа үпкә һаҡлайһыңмы?
– Үпкәләүҙән ни файҙа һуң?! Икенсенән, күңелдәге иман көслө булмаған инде: һеҙҙең генә һүҙҙе тыңлап, һайлаған юлымдан тайпылмаҫ инем...
– Ярай, был турала һөйләшмәйек. Элеккене иҫкә алып ултырған мин дә инде...
– Ҡурҡыттың әле ул, әсәй. Ҡәтғи ҡаршы булған, Аллаһҡа ғына түгел, яҙмышҡа ла ышанмаған һин дә доғаға тилмереп ултыраһың. Тимәк, һәр кем уға килә. Миңә лә иманһыҙлығым, тура юлдан тайпылғаным өсөн яуап бирергә тура килер инде...
– Ул саҡта заманы икенсерәк ине бит. Аңламаҫтар, тип уйланыҡ. Унан ҡала, һине дәрәжәле урында эшләһен, мохтажлыҡ кисермәй йәшәһен тип тырыштыҡ бит.
– Дәрәжәле урын, имеш! Эй, әсәй, белһәң икән ҡырҡ ата балаһының нимә ҡыланғандарын! Ҡулдарынан килһә, мине ботарлап ырғытырҙар ине. Етәксе булған өсөн, талап иткән өсөн генә күрә алмайҙар бит! Ә үҙҙәре эшләмәйсә генә аҡса алғылары килә. Тегенән тикшереү килә, бынан отчет һорайҙар. Улдарымдың нисек үҫкәнен күрмәнем, ирем менән рәхәтләнеп ултырып һөйләшкән дә юҡ. Миңә шул кәрәк инеме? Эшем бар, дәрәжәм бар, ә күңелдә бушлыҡ. Иртәгә китәйем, рәхмәт менән бер кем дә иҫкә алмаясаҡ! Көн һайын йоҡонан уянам да бер сәғәт буйы үҙемде үҙем эшкә барырға өгөтләйем, мәжбүр итәм. Бәләкәй генә эш хаҡына берәй ойошмала хисапсы булып ултырһам, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине...
Ҡыҙы артынан ябылған ишектең тауышы Хәнифәнең мейеһендә әллә күпме яңғырап торҙо. Ә бит әсә йөрәге менән балаһының бәхетһеҙ икәнен һиҙә ине бит ул. Тик һиҙмәмеш, белмәмеш булды. Үҙенең тормошҡа ашмаған хыялын Гүзәлиәлә күргеһе килде, берҙән-бер балаһының ябай хеҙмәткәр булып ултырыуын да теләмәне ул. Мәктәпте тамамламаҫ борон уҡ уның киләсәген билдәләп ҡуйғайны инде: иҡтисад факультетын тамамлаясаҡ та атаһының ҡул аҫтында бер аҙ тәжрибә туплаясаҡ. Ә инде аҙаҡ таныш-тоноштары, дуҫ-иштәре аша “йылы” урын да табылыр. Ҡыҙы мотлаҡ түрә булып, етәкселек итеп кенә эшләйәсәк һәм мохтажлыҡ күрмәй йәшәйәсәк! Буласаҡ кейәүенең дә үҙҙәренә тиң булырҙай, зыялы, абруйлы ғаиләнән булыуын теләне.
Гүзәлиә иһә бәләкәйҙән уҡыуға шәп булды, ҡыҙыҡһыныуҙары ла төрлө ине. Бер йыл – бейеү, икенсе йылына – рәсем түңәрәктәренә, өсөнсө йылына спорт секцияһына йөрөп ҡараны. Тик һәр шөғөлөнә ҡыҙыҡһыныуы тиҙ һүрелде. 10-сы класта уҡығанда шәмбе һайын мәсеткә, дин дәрестәренә йөрөргә теләк бедерҙе ҡыҙы. Тәүҙә Хәнифә, ваҡытлы күренеш тип уйлап, быға артыҡ иғтибар бирмәне. Тырышып-тырышып ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеүенән көлдө, намаҙға баҫырға теләк белдергәс, асыҡтан-асыҡ: ”Тыумаҫ борон ҡарсыҡҡа әйләнергә уйлайһыңмы?” – тип мыҫҡыл итте. Ә йәш ҡыҙҙың был ҡыҙыҡһыныуы етди булып сыҡты. Тәүҙә хәрефтәр өйрәнде, әҙәп һәм әхлаҡ тураһында вәғәздәр тыңланы. Артабан доғалар ятлап, намаҙға баҫты. Ә институттың һуңғы курсында уҡыған саҡта ул киләсәк тормошона ҡағылышлы уй-ниәттәрен әйткәс, ғаилә эсендә ҙур ыҙғыш ҡупты. Дәүләт практикаһы үткән ойошма, студенттарға һәйбәт эшләгәндәре өсөн эш хаҡы яҙғайны. Гүзәлиә махсус магазинға барып, аҡсаһына оҙон күлдәктәр менән матур яулыҡтар алып ҡайтты. Һәр береһен кейеп ҡарап, көҙгө ҡаршыһында өйрөлөп-сөйрөлөп йөрөгән саҡта, атаһы менән әсәһе эштән ҡайтып инде.
– Килешәме? – тине ул шат йылмайып.
Хәнифәнең йөрәге жыу итеп ҡалды.
– Был ниндәй маскарад тағы? Йәп-йәш ҡыҙға тоҡ кеүек кейем ҡайҙан килешһен ти!
– Маскарад түгел. Уйланым-уйланым да шундай ҡарарға килдем: бөгөндән башлап яулыҡ ябынам. Диплом алғас, буш ваҡытым да була бит инде, Ислам институтының әҙерлек бүлегенә уҡырға инәм...
– Аҡылдан яҙҙыңмы әллә? Ниндәй яулыҡ? Ниндәй әҙерлек бүлеге? Һиңә күптән эш белешеп, һөйләшеп ҡуйғанбыҙ бит инде. Кеше көлдөрөп, туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп йөрөмә...
– Эшләп тә, уҡып та өлгөрәсәкмен бит.
– Ә ул уҡыу һиңә нимәгә кәрәк? Доға ҡылғанға аҡса алып ултырған абыстай булмаҡсыһыңмы?
– Әсәй, нимә һөйләйһең һин! Һүҙ гонаһы алма үҙеңә.
– Күкәй тауыҡҡа өйрәтмәй, тигәнде ишеткәнең бармы? Гонаһ, имеш! Быға тиклем былай ҙа мәсет юлын тапауыңа ҡаршы килмәнем. Бөгөндән ике аяғыңдың береһен баҫмайһың! Юғиһә, йәштәрҙең башын бутап ултырған сектанттар ояһын туҙҙырам. Башҡаса яулыҡ ябыныу, уҡырға барыу тураһында ғына ишетәйем – Мәскәүгә барып етһәм-етәм, халыҡ-ара шау-шыу тыуҙырам. Һин мине беләһең! – Хәнифә кискә тиклем туҙынды.
Уның артыҡ ҡаты ҡыланыуын аңлаған ире икенсе көндө ҡыҙы менән йомшағыраҡ һөйләшеп, ипкә килтереп ҡараны.
– Гүзәлиә, һинең диндә булыуыңа бер ҡаршылығым да юҡ. Тик уны кешегә күрһәтеп йөрөмәсе. Үҙең беләһең, һине үҙебеҙҙең ойошмаға экономист итеп эшкә алырға ниәтләйем. Ә беҙҙә төрлө милләт кешеләре бар, яулыҡтағы ҡатын-ҡыҙҙар кире ҡараш тыуҙырыуы бар.
– Атай, Өфөлә эш күп бит. Үткән аҙнала ғына мәрхәмәтлек фондына хисапсы кәрәк, тинеләр. Шунда барырмын. Миңә бит башҡалар кеүек торлаҡҡа түләргә кәрәкмәй – эш хаҡы ҙур булмаһа ла етер.
Уларҙың һөйләшеүенә ҡолаҡ һалып йөрөгән Хәнифә тағы ярһып сыҡты:
– Кеше биргән хәйер аҡсаһын һанап ултырмаҡсыһыңмы? Һинең кеүек бер ҡатлыларҙы ғына алдаштырып саҡырмаһалар, кем барһын унда эшләргә? Рәхмәт, ҡыҙым, ҡартайғансы беҙҙең елкәлә ятырға уйлайһың икән. Бит һыпырып, Хоҙайҙан көтөп ултырған берәй Алла балаһына кейәүгә сыҡ ищү. Ғүмер буйы эшләп тапҡан мөлкәтебеҙ һеҙҙе аҫрауға китер!
Бындай әрләшеүҙәр, бәхәсләшеүҙәр ай буйы дауам итте. Үҙен хаҡлы һанаған әсәй кеше алдына алғанынан бер иле лә сигенмәне. Ахырҙа Гүзәлиә яулыҡ ябыныу, Ислам университетына уҡырға барыу тураһында башҡаса һүҙ ҡуҙғалтманы. Мәсеткә лә йөрөмәҫ булды. Тәүге осор намаҙын ҡалдырмай ине, яйлап уныһын да ташланы. Ҡаты характерлы әсәһе һүҙен һүҙ итте: ҡыҙы бөгөн юғары эш хаҡы алған етәксе вазифаһын биләй. Республикала уны йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та беләләр. Тик ваҡыт үтеү менән ул йомшаҡ күңелле, иманлы, итәғәтле ҡыҙҙан әсәһе кеүек үк ваҡыты менән мәрхәмәтһеҙ, ҡаты характерлы ҡатынға әүерелә бара. Иң әсендергәне – йылдан-йыл эсергә әүәҫләнә. Туғандары таныштырып, димләп ҡауыштырған ире менән дә аралары яҡшынан түгел.
Бөгөн килеп Хәнифә тағы ла бер аяныслы хәҡиҡәтте аңланы: ҡасандыр ул ҡыҙының һайлаған юлын киҫеп, үҙен дә, мәрхүм туғандарын да аят-доғаларҙан, имандан мәхрүм иткән икән. Был донъяла ғына түгел, мәңгелеккә күскәс тә йәне доғаға тилмерәсәк икән...

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/silhouette-muslim-woman-praying_2040093.

Автор:
Читайте нас