Шоңҡар
+13 °С
Ясно
Йәмғиәт
5 Августа , 04:17

Ерләнмәгән пенсионерҙар

Үҙ ваҡытында Төньяҡ Кавказ федераль округын етәкләгән Александр Хлопонин: “Беҙ нишләптер элек тыуған 110 мең баланы таба алмайбыҙ. Уларға метрика бирелгән, ә улар өсөн әҙерләп ҡуйған балалар баҡсаларына, мәктәптәргә нишләптер килмәнеләр.

Ерләнмәгән пенсионерҙарЕрләнмәгән пенсионерҙар
Ерләнмәгән пенсионерҙар

Студент саҡта Карл Маркстың бер ҡыҙыҡ фекере хәтеремдә уйылып ҡалғайны. Ул: “Хәҙерге капитализм – төрөк милләте өсөн бик ҡулайлы йәмғиәт”, тип яҙғайны. Ошо нәмә күп йылдар тынғы бирмәне. Ул ваҡыттағы Төркиәлә капитализм әллә ни ҙур үҫеш алмаһа ла, Маркстың был фекере аңымдың бер “мөйөшөндә” һаҡланып килде. Күрәһең, төрөктәр менталитеты өсөн башлыса баҙар иҡтисады, сауҙа итеү яҡын шөғөл булғандыр.

Йылдар үтеү менән күҙәтеүҙәрем Маркстың был һүҙҙәрендә ниндәйҙер дөрөҫлөк бар икәнен күрһәтте. Ысынлап та, Рәсәйҙә төҙөлгән баҙар иҡтисады унда йәшәгән төрлө халыҡ менталитеты менән төрлөсә ҡабул ителә. Был айырма иғтибарлы кешенең күҙенә ташланып бара. Мәҫәлән, Forbes баҫмаһы даими беҙҙәге миллиардерҙар тураһында мәғлүмәт биреп бара. Бер ҡаҙаҡ блогеры 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса уларҙың милләт нисбәтен билдәләгән. Рәсәйҙәге иң бай 200 кеше араһында беренсе урында славяндар (рус, украин, белорустар) тора – 118 кеше. Шунан ҡала йәһүдтәр килә – 46 кеше. Кавказ халыҡтары (азербайжан, ингуш, осетин, ҡабарҙа, авар, лезгин, курд, грузин) – 19, төрки милләттәр (үзбәк һәм татар) – 11 кеше. Башҡорттар араһындағы иң бай Урал Рәхимов артта тороп ҡалған. Бының сәбәптәре төрлөсә. Мәҫәлән, Кавказ халҡы өсөн “күләгәләге иҡтисад” мөһим роль уйнай. 90-сы йылдар Осетия һәм Ингушетия өсөн легаль булмаған спиртлы эсемлектәр етештереү мул аҡса бирҙе. Дағстанда Каспий диңгеҙендә браконьерҙар өсөн ҡара ыуылдырыҡ ҙур табыш килтерҙе. Кавказдар өсөн теге йәки был кешене ҡол итеп тотоу ғәҙәти күренеш булып тора.
Баҙар иҡтисадының нигеҙендә тауар һатыу, йәғни алмашыу ята. “Алмашыу” һүҙе яңғырашы буйынса “алдашыу” менән бик оҡшаш. Рус телендә лә “обмен” һәм “обман” халыҡ тарафынан бер иш ҡабул ителә. Йәғни Рәсәй халҡы сауҙа эшен башлыса алдашыу менән тиңләй. Ысынлап та, һәр һатыусы төрлө ысулдар менән алдашырға тырыша. Бында тауарҙың ауырлығын кәметеү, уның сифатын төшөрөү – иң төп алымдар булып тора. Бәлки, ошо негатив ҡараш беҙҙең Рәсәйҙә капитализм үҫеше өсөн етди барьер булғандыр. Ә ҡайһы бер милләттәр өсөн бындай кәртә юҡ. Шунлыҡтан улар өсөн халыҡты алдап байыу бер ни тормай.
“Әсәлек капитал”ын ғына алып ҡарайыҡ. Үҙ ваҡытында Төньяҡ Кавказ федераль округын етәкләгән Александр Хлопонин: “Беҙ нишләптер элек тыуған 110 мең баланы таба алмайбыҙ. Уларға метрика бирелгән, ә улар өсөн әҙерләп ҡуйған балалар баҡсаларына, мәктәптәргә нишләптер килмәнеләр. Уларҙың үлеме тураһында ла бер ниндәй ҙә документ юҡ”, – тип “аптырай” ине. Тимәк, бындағы республика властары тыумаған балаларға тейешле документ, “Әсәлек капиталы” биргән. Ә балалар тыумаған булып сыҡты. 1989 – 2010 йылдарҙа был республикаларҙа, рус халҡының күпләп китеүенә ҡарамаҫтан, халыҡтың һаны 1,7 миллион кешегә артҡайны. Тимәк, төрлө дәүләт пособиелары алыу өсөн ялған тыуым бында күп булған. Пенсияны алыу өсөн дә үлгән пенсионерҙы ваҡытында теркәмәүҙәре лә йыш осрай торғайны. Ә беҙ Кавказда оҙаҡ йәшәүселәр йышыраҡ осрай, тип аптырайбыҙ. Кеше үлһә лә, ул “пенсия алып ятҡас”, ғүмер оҙая инде.
Хәтерегеҙҙәлер, Дмитрий Медведев президент булған осорҙа Кавказ республикаларында йыш осрай торған бер “байыу ысулы” менән көрәшеп ҡарағайны. Был газ һәм ут өсөн ваҡытында түләмәү ине. Төрлө һылтауҙарға таянып, бындағы халыҡ, предприятиелар газ һәм утты туранан-тура урлаша ине. Бының кимәле 37 процентҡа барып етә торғайны. Әйткәндәй, ябай халыҡ башлыса ваҡытында иҫәпләшһә, байҙар бында “алдынғылыҡты” бирмәй торғайны. Был шарттарҙа һин, әлбиттә, “эффектив эшҡыуар” буласаҡһың.
Инвалидтар һаны буйынса ла был төбәк Рәсәй “рекордтарын” ҡуя. Бындағы республикала йәшәгән яҡынса ун миллион халыҡтың бер миллионы рәсми инвалид, йәғни Рәсәй ҡаҙнаһынан бушҡа аҡса алып ята. Бөтә Рәсәй буйынса уларҙың дөйөм һаны  4,15 миллион кеше тәшкил итә. I төркөм инвалиды айына – 16 269,76 һум, II төркөм инвалиды – 8 134,88 һум, III төркөм – 4 067,44 һум аҡса ала. Был, әлбиттә, яҡынса һәм уртаса һандар. Уның төрлө осраҡтары булып тора.
Тағы бер ҡыҙыҡ статистиканы килтермәй булдыра алмайым. Мәғлүм булыуынса, ғаилә принциптарын алғы планға ҡуйған беҙҙең Рәсәй айырылышыу буйынса донъя чемпионы булып тора – һәр 10 никахтың уртаса етәүһе тарҡала. Был хәл беҙҙең өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнде. Йәштәрҙең күпселеге ғаилә ҡорғанда уҡ ошо “айырылышыу киләсәген” күҙ уңында тота. Былтыр ВЦИОМ тикшереүе буйынса, һәр ун кешенең туғыҙы, айырылышыу, булыуы бик мөмкин, тип бара.
Һуңғы йылдарҙа айырылышыу темптарының кинәт артыуын күҙәтелә. Быны кемдер ковид ваҡытында өйҙә ултырып, бер-береһен ялҡытыу сәбәбе менән аңлатып маташа. Әммә бында тағы ла баҙар принциптарының йоғонтоһо тураһында әйтмәй булмай.
Бында дәүләттең ярлы ғаиләләргә ярҙам формаһында индерелгән түбәндәге ҡарары кире роль уйнаны. Билдәле булыуынса, әгәр ғаилә ағзаларының уртаса килеме төбәктәге йәшәү минимумынан түбәнерәк булһа, дәүләт был ғаиләгә Берҙәм балалар һәм ауырлы ҡатындар өсөн пособие түләй. Һәр бәлиғ булмаған балаға бында йәшәү минимумынан 50, 75 йәки 100 процент тәшкил иткән сумма түләнә.
Быны белгән айырым ғаиләләрҙә ир менән ҡатын артабан да бергә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, уртаса килемдәрен кәметеп, пособие юллау өсөн “айырылыша” башланы.
Билдәле булыуынса, Төньяҡ Кавказ үҙенең түбән эш хаҡы менән айырылып тора. Унда ул уртаса 35 мең һумдан артмай. Унда йәшәгән халыҡ дәүләт тарафынан бирелгән был “бонус” менән тиҙ арала оҫта файҙалана башланы. Һөҙөмтәлә бындағы милли республикалар айырылышыу буйынса Рәсәй рекорды ҡуя башланы. Мәҫәлән Ҡарасай-Черкес Республикаһында 10 000 кешегә – 81 айырылшыу (Рәсәй рекорды), Ингушетияла – 63 (өсөнсө урын), Дағстан менән Чечняла 60 айырылыу булды.
Әлбиттә, бында йәшәгән халыҡҡа дәүләттән һәр бала өсөн айына бушлай 13–13,8 мең һум алып ятыу оят түгел. Ундағы ғаиләләрҙең ишле булыуын иҫәпкә алғанда, был сумма ярайһы ғына дәүмәлгә етә. Юғарыла әйтеп кителгән теге 110 мең “ялған” баланы иҫәпкә алһаң, Рәсәйҙең “намыҫлы” өлөшөнөң сағыштырмаса “насар” йәшәгәнен аңлап булалыр. Бының әхлаҡи яғын да инҡар итергә ярамай. Был ғаиләләрҙә “Бында айырма юҡ – бергә йәшәйбеҙ бит” йәки “Иң мөһиме – дәүләтте һауыу” принцибы менән тәрбиәләнгән балаларҙан киләсәктә артабан кем сығырын төҫмөрләп була.
Дәүләттең был ҡарары икенсе яҡтан никахлашып тормай ғына балалар тәрбиәләүгә өҫтөнлөк биреүгә килтерҙе. Шул уҡ Чечняла һуңғы ике йылда никахтар һаны ике тапҡырға кәмене, унан Дағстан менән Ингушетия ла ҡалышмай.
Беҙҙең башҡорт үҙенең тарихи үҫешендә ошо этапты кисергәнме икән – быныһы миңә мәғлүм түгел. Әммә беҙҙең донъяла иң ҙур майҙан биләгән һәм күп милләтле илебеҙ өсөн яраған ижтимағи ҡоролошто табыу мөһимдер. Бында, күрәһең, ниндәйҙер уртаҡ, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырлыҡ система юҡтыр. Дәүләтебеҙгә бында бик һаҡ булырға кәрәк, унан төптән уйланылмай ҡабул ителгән ҡарарҙар көтөргә ҡала.


Илдар Ғәбитов.

Автор:
Читайте нас