Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Августа , 13:24

Һыу ҡорбандары арта

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында ике ир-ат батып үлгән.  

Һыу ҡорбандары артаҺыу ҡорбандары арта
Һыу ҡорбандары арта

Кисә, 4 августа, Аҡъяр ауылына алыҫ булмаған Таналыҡ йылғаһында 65 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Батып үлеүсенең мәйетен урында йәшәүселәр сығарып, полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

Иҫәнғол ауылы эргәһендә Оло Эйек йылғаһынан 48 йәшлек ирҙең кәүҙәһе сығарылған. Ул яр буйында ял иткән саҡта йылғаға сумған да башҡа сыҡмаған.

Ике осраҡта ла фажиғәгә тарыусылар тыйылған урында һыу ингән. Яр буйында киҫәтеү аншлагтары ла ҡуйылған булған.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас