

Закондарҙа һай йөҙһәң, юрист, адвокат, нотариус, риелтор хеҙмәте ҡотҡара. Ҡулыңдан хужалыҡта эш килмәй икән, борсолма, клининг, “бер сәғәтлек ир”, кейтеринг хеҙмәтен ҡуллана алаһың. Матур булыу ҙа проблема түгел бөгөн: зауыҡлы кейем һайлаусынан алып керпек үҫтереүсегә тиклем һинең ҡиәфәтеңде ипкә килтерергә әҙер. Атай-әсәй балаһының үҫеүен дә күрмәй ҡала: тәрбиәсе, репетитор, психолог яллайҙар. Хатта ялланып бала табырға, донор булырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Аҡсаң ғына булһын.
Бөгөнгө көндөң иң ҙур проблемаһы нимәлә һуң? Ваҡыт етмәү һәм кешеләрҙең яңғыҙлығы. Әсәнең – балаһы, ирҙең ҡатыны менән һөйләшеп ултырырға, кешеләрҙең күрше-күләне, туғандары, дуҫтары менән аралашырға ваҡыты юҡ. Һәр кем үҙ мәшәҡәтенә, эшенә, шөғөлөнә сумған. Баҙар иҡтисады хәҙер йәмғиәттең матди ғына түгел, рухи ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерергә әҙер булыуын онотмайыҡ. “Авито” платформаһындағы “Бер сәғәтлек дуҫ” хеҙмәте кемдәргәлер шаҡ ҡатырғыс хәл кеүек тойолһа ла, барлыҡҡа килгән икән, тимәк, кешегә ул кәрәк.
Яңы хеҙмәт һәм
ҡулланыусылар
“Бер сәғәтлек дуҫ” – ул һөйләшер, һинең аһ-зарыңды, шатлығыңды тыңлар өсөн ялланған кеше. Икенсе төрлө әйткәндә, түләүле “ҡолаҡ”. Уның менән социаль селтәр аша яҙышырға, онлайн аралашырға, осрашып һөйләшергә мөмкин. Һеҙҙең иҫәпкә кафе йәки киноға йөрөргә риза. Әгәр ҡаршы булмаһағыҙ, кәңәш тә бирәсәк.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был хеҙмәт 20-се быуатта уҡ Көньяҡ Кореяла барлыҡҡа килгән – тап шул саҡта туйға ҡунаҡтарҙы ҡуртымға алыу ихтыяжы тыуған. Бөгөн ул Японияла һәм Европала үтә популяр. Ҙур ҡалаларҙа махсус агентлыҡтар асылған. Һинең талаптарға яуап биргән “дуҫ” табыуҙы үҙ өҫтәренә алғандар. Бынан тыш, улар аша яңғыҙ ҡатынға ҡунаҡҡа барыу өсөн – “ир”, ваҡыт үткәрә алмай ултырған әбейгә – “ейәнсәр”, алыҫ юлға сыҡҡан водителгә “юлаусы” ла ялларға мөмкин икән. АҠШ-та иһә “ҡуртымға дуҫлыҡ” хеҙмәте 2009 йылдан алып эшләй. Беҙҙең илдә әлегә рәсми рәүештә теркәлгән махсус агентлыҡ та, сервис та юҡ. Ә бына белгестәр эҙләү һәм тәҡдим итеү платформаларында был төргә ҡараған иғландар бихисап. Айырым төбәктәрҙе алып ҡарағанда, Башҡортостанда, Татарстанда, Пермь крайында, Волгоград һәм Ырымбур өлкәләрендә “түләүле дуҫ”ҡа артыҡ ихтыяж юҡ кеүек – тәҡдимдәр һанаулы ғына. Әлегә, тип ҡуяйыҡ. Ә бына Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан тыш (мегаполиста йәшәү темпы ла икенсе төрлөрәк бит), Сургут, Екатеринбург, Һамар, Амур, Краснодар ҡалаларында, киреһенсә, иғландар һаны артҡандан-арта бара.
“Авито” платформаһындағы иғландарҙы анализлап, шуны аңларға була: хеҙмәт күрһәтеүселәр – башлыса ҡатын-ҡыҙҙар, шулай ҙа аһ-зар тыңларға әҙер булған ир-егеттәр ҙә табырға мөмкин. Күбеһе 28 – 46 йәшлектәр. Дуҫлыҡ өсөн белем, социаль статус, һөнәр мөһим тип һанайһығыҙмы? Иғландарҙа барыһы ла күрһәтелгән. Бынан тыш, тыңлап ултырырға ғынамы, әллә “ҡабул итеүсе яҡ” һинән кәңәштәр ҙә көтәме – асыҡлыҡ индереү мөһим. Хеҙмәт күрһәтеүселәр араһында психологтар, шәфҡәт туташтары, педагогтар күп икән. Хаҡтары ла төрлө: сәғәтенә 500-ҙән алып 4 мең һумға тиклем. Ә ауыр сирлеләрҙе ҡарау өсөн ялланған хеҙмәткәр сәғәтенә 100 – 150 һум һорай. Тимәк, ауырыу һәм дуҫлыҡҡа мохтажлыҡ араһында бик ҙур айырма ята. Түләүле булһа ла, кемгәлер әхирәт булыу, уның серҙәрен тыңлау күпкә ауырыраҡ, күрәһең. Хәйер, “Енси мөнәсәбәт тәҡдим итмәҫкә!”, “Өс сәғәттән артыҡ аралашмайым”, “Иҫерткес эсемлектәр һәм тыйылған матдәләр ҡулланмайым!” тигән шарттарҙы күреп, хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең ниндәй хәүефкә барыуын да аңларға була. Саҡырыусы әҙәмгә, бәлки, шешәләш дуҫ кәрәктер?
Тағы ла шуныһы бар бит әле: аҡса түләгән дуҫың менән ҡыҙыҡһыныуҙар йәки ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡараштар тап килмәһә? Мәҫәлән, мин китап күп уҡыйым, сәнғәт яратам, ә бына мода һәм биҙәүестәрҙә, машиналарҙа, психологияла һай йөҙәм. Һөйләшеү ошо юҫыҡҡа төшөп китһә, кәңәш һораһа, нимә эшләргә? Хеҙмәт күрһәтеү, уға хаҡ алыу өсөн хеҙмәтеңдең сифатлы булыуына ышаныс булырға тейеш. Ярай, иғлан биреүсе “дуҫтар” араһында психологтар, педагогтар бар, улар ниндәйҙер кимәлдә һөнәри белем алған. Тик был хеҙмәтте тәҡдим итеүселәр араһында башҡа һөнәр эйәләре лә бар, студенттар ҙа осрай. Улар ниндәйҙер ярамаған кәңәш биреп, күңелдең икеләнгән, шикләнгән нескә мәлендә яңылыш аҙымға барһаң?
Дуҫлыҡ эҙләүгә нимә этәрә?
1. Һәр кемгә үҙенең уңыштарын, еңеүҙәрен, улай ғына ла түгел, матур ресторанда ашауын, сәйәхәт итеүен, егетенең ҡиммәтле бүләктәр биреүен һәм башҡаларҙы социаль селтәргә һалыу мөмкинлеге бар. Уңышлылар йәки уңышлы булып күренергә тырышыусыларҙың күргәҙмә кеүек тормошон күреп, эшкә, көн-итмеш мәшәҡәтенә, аҡсаһыҙлыҡҡа, ғаилә проблемаларына батҡандар уларға булдыҡһыҙ булып күренгеһе килмәй. Үҙен нисек бар, шулай ҡабул итмәҫтәр тип ҡурҡыу. Ә сит кеше һине белмәй, әйҙә, түләүле “дуҫ” ялла ла ысынбарлыҡтағы хәлдәреңде һөйләй бир.
2. Эмоциональ яҡтан һаранлыҡ йәки үҙ хистәреңде күрһәтмәү, башҡаларҙыҡын аңламау, ҡабул итмәү. Кешеләр менән һөйләшә, аралаша алмау, үҙ-үҙеңә йомолоу. Был, ғәҙәттә, негатив мөхиттә, тулы булмаған ғаиләлә үҫкәндәргә, йәшәүселәргә хас.
3. Яҡын кешеләрегеҙҙең баһаһына бәйле булыу. Бындайҙар һәр ваҡыт кемгәлер ярарға тырыша, үҙҙәренә ҡарата насар мөнәсәбәтте лә өндәшмәй үткәреп ебәрә. Сөнки үҙ баһалары (самооценка) түбән. Уларға ысын дуҫтар табыуы ауыр.
4. Дуҫтарға ҡарата көнсөллөк һәм көндәшлек. Уларҙың гел тик һинең яныңда булыуҙы талап итеп, башҡалар менән аралашыуына ҡаршы төшөп, үҙегеҙҙән биҙҙерәһегеҙ, яңғыҙ ҡалаһығыҙ. Тағы ла бер күренеш: дуҫтарығыҙҙы үҙегеҙгә ауыр саҡта ғына иҫкә төшөрөү. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла уның хәлен белешегеҙ, кәйефен күтәрерлек сәләмдәр юллағыҙ.
Был осраҡтарҙа, әлбиттә, сит кеше менән осрашып, һөйләшеп ҡайтырға була. Әммә проблема бының менән генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ул – үҙ-үҙеңде ҡабул итмәү. Аҡсаға тәҡдим ителгән хеҙмәт дуҫлыҡты алыштыра алмай. Ә инде дуҫтарҙы арттырырға теләһәгеҙ, мөмкинлектәр күп: ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса ойошторолған клубтар (онлайн һәм офлайн форматта эшләйҙәр), сәйәхәт өсөн йыйылған төркөм, спорт ярыштары һәм башҡалар.
Әйткәндәй, элек яңғыҙлыҡты ҙур ҡала проблемаһы тип атайҙар ине. Хәҙер ауылдарҙа ла кеше бер-береһе менән артыҡ аралашмай. Аҡса түләйем, һөйләшеп ултырайыҡ, тиһәң, нимә булыр икән?
Бушанырға кәрәк
“Һиңә рәхәт, һағышлы йә ауыр мәлдәреңдә шиғыр, хикәйә яҙып күңел бушатаһың. Йырсыларға ла, ҡысҡырып бер йырлап алһа, рәхәт булалыр. Ә миңә нимә эшләргә икән?” – тигәйне бер танышым бынан бер нисә йыл элек. Ысынлап та, яратҡан эшең, шөғөлөң булыу бер аҙ яралы күңелде дауалай. Күңелде өйкәгән серҙәрҙе, хәлдәрҙе кемдер аҡҡан һыуға, кемдер үҫтергән гөл-сәскәләргә һөйләй, бәғзеләр һүрәт төшөрә. Ғүмер буйы малсылыҡта эшләгән таныш апай: “Иремдең эскәнен дә, ҡәйнәмдең әрләгәнен дә һыйырҙарыма һөйләй инем. Тора-бара малдар мине аңлағандай тойола башланы. Йәтеш тыңлаусы таптым. Стресс йыйып ултырманым, өйҙәге сүп тә ситкә сыҡманы”, – тигәйне.
Һиндостанда һәм Европаның бер нисә илендә “Ҡосаҡлашыу салоны” бар. Унда һәр ваҡыт ҙур сират, эләгеү өсөн кешеләр алдан яҙылып ҡуя. Ә Мексикала бер психолог “Илау сәғәте” ойоштора. Теләүселәр йыйылып, проблемаларын, ҡайғыларын һөйләп (һәр кемгә 5-6 минут ваҡыт бирелә), бергәләшеп илап алалар ҙа аҙаҡ бер-береһен йыуаталар. Тимәк, ҙур тиҙлектә алға тәгәрәгән тормош арбаһы артынан саба-саба эс серҙәребеҙ менән бүлешергә лә, бүлешеүселәрҙе тыңларға ла ваҡытыбыҙ юҡ икән. Психологтар сәләмәтлек өсөн ҡайғы-хәсрәтте, хатта шатлыҡты ла эстә тотоу зыянлы, ти.
Бынан дүрт йыл элек билдәле Мәскәү блогеры дүрт йәшлек улының “Алиса” менән һөйләшеүен видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалғайны. Уны ун миллионға яҡын кеше ҡараны, көлкөлө комментарийҙар, шаяртыуҙар күп булды. Ә уйлап ҡараһаң, был ултырып, үкһеп-үкһеп иларлыҡ хәл бит. Бала күҙгә күренмәгән йән эйәһенә: “Әйҙә һөйләшәйек”, – тип мөрәжәғәт итә, уға балалар баҡсаһында нимә ашауын һөйләй, оҡшатҡан ҡыҙының икенсе берәү менән дуҫлашыуына ҡайғыра. Әсәй кеше был әңгәмәгә ҡушылып китеп, йыуатыр, һөйләшер урынға ҡулына камера ала. Ата-әсә һөйөүен тулыһынса татый алмаған балалар күңелендә дуҫлыҡ, мөхәббәт барлығынан инаныу булырмы? Бер нисә йылдан был быуын “Алиса”ны “түләүле дуҫлыҡ” хеҙмәтенә алыштырмаҫ тимә.
Суррогат, яһалма дуҫлыҡ кешелә иллюзия барлыҡҡа килтермәйме икән? Проблемалар менән бүлешерлек дуҫтарың булмауҙы аңлау, бының өсөн үҙеңдең ниндәйҙер кире сифатыңды үҙгәртеү, үҙ өҫтөңдә эшләү дөрөҫөрәк булмаҫмы икән? Нимә генә тиһәң дә, кешегә үҙен аңларҙай кеше кәрәк. Ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшкән дуҫыңдың кәрәккәнгә түгел, ә ихлас йылмайыуы, һөйләгәнеңә күңеле тулып, күҙҙәренә йәш килеүе һиңә ваҡытлы түгел, ә ышаныслы еңеллек бирмәҫме? Әллә ер йөҙөнән ысын хистәр, эскерһеҙ дуҫлыҡ, саф мөхәббәт тойғолары юғала барамы? Яһалма зиһен беҙҙе яйлап ҡына яһалма хистәргә алып киләме әллә? Уйланырға урын бар...
Гөлсинә ЙОСОПОВА, психолог:
– Магазинда әйбер алып торам. Шул арала һатыусы, бер генә минут ваҡытың бармы, тип һораны ла, ыңғай яуапты ишеткәс тә йөрәген әрнетеп торған хәлен тиҙ генә һөйләп өлгөрҙө. Мин бары тик иғтибар менән тыңланым. “Рәхмәт, бөтәһенә лә минән ниҙер кәрәк, ә үҙемде аңлаусы юҡ”, – тип еңел һулап, бушанып тороп ҡалды.
Шуның һымаҡ һәр кешенең дә эсендә ятҡанды асып һалыу, аңлау табыу ихтыяжы бар. Күптәр барыһына ла ышана алмай. Башҡаларға таралыр, һүҙ йөрөр тип ҡурҡа. Тәжрибәмдән күренеүенсә, улар өсөн иң хәүефлеһе – ана шул. Шулай уҡ яңғыҙҙар һәм үҙен яңғыҙ тойғандар күп. Дуҫы, әхирәте булмағандар, аралашып бармағандар... Әммә фекер алышыу, сер сисеү, уйҙарыңды белдереү һәр кемгә мөһим.
Быға кешеләрҙең күберәк онлайн эштәргә күсеүе лә йоғонто яһағандыр. Декретта ултырған, ҡала ситтәрендә йәшәгән әсәйҙәр аралашыуға һыуһаған була. Үҫмерҙәр хаҡында ла айырым әйтер инем. Йәш быуындың уйҙары, һорауҙары, аңламаған темалары шул тиклем күп, әммә йүнәлеш биреп, тыңлап ултырыусыһы ғына юҡ. Уларҙан тик уҡыу, тәртип, ҡаҙаныш көтәләр, талап итәләр. Ата-әсәләр балаларын аңлай алмай, ваҡыттары ла юҡ.
“Бер сәғәтлек дуҫ”ҡа мохтажлыҡ юҡтан килеп сыҡманы. Әммә ул махсус белемле психологты алмаштырмай. Ә “түләүле дуҫ” бары тик тыңлай белгән һәм башҡалар менән тиҙ уртаҡ тел тапҡан кеше, тип аңлайым. Уның үҙ башында ниҙәр ята, кәңәштәре файҙа бирерлекме – билдәһеҙ. Күптәр күҙ йомоп икенсе кеше биргән кәңәште үтәргә әҙер генә тора. Был хәүефле. Минеңсә, аралашыуға, кәңәшкә можтаж саҡта иң уңайы – белгескә мөрәжәғәт итеп, эске борсолоуҙар, үкенестәр, үҙеңде яңғыҙ итеп тойоу, аралашыуҙан ҡурҡыу, кешенән оялыу кеүек һорауҙар өҫтөндә эшләү, хис-тойғоларҙы дөрөҫ кисерергә, йомолоп, юғалып ҡалмаҫҡа, тормоштан йәм табырға өйрәнеү.
Борис МӘХМҮТОВ, ике бала атаһы:
– Был хеҙмәт тураһында ишеткәнем бар, ул күңелемдә төрлө тойғолар уята. Хуплап та ҡуям кеүек.
Бөгөн кеше нисек тә булһа, хатта юҡ ҡына әйберҙән дә аҡса эшләргә маташа. Һинең хис-тойғоларың, күңел торошоң тураһында уйлаусы юҡ, хатта мәлен тап килтереп, ауыр сағыңдан да килем алырға тырышалар. Элекке “кеше кешегә дуҫ”, тигән төшөнсә яйлап юҡҡа сыҡты. 21 быуат башында уҡ психологтар: “Беҙҙең һөнәр киләсәктә иң кәрәклеһе буласаҡ – әҙәм балалары яңғыҙлыҡтан интегәсәк”, – тип фекер белдергәйне. Улар хаҡлы булып сыҡты – кешеләр яңғыҙлыҡҡа дусар. Шул яҡтан уйлап ҡарағанда, “бер сәғәтлек дуҫ” хеҙмәте бөгөн кәрәк, сөнки кеше барыбер ҙә кешегә мохтаж. Ауыр саҡта терелеп китер өсөн икенсе берәүҙең ярҙамы, хатта йылы һүҙе, йылмайыулы йөҙө лә етә.
Дуҫлыҡ, бәлки, һатылмайҙыр. Әммә ҙур тиҙлек һәм иҡтисади көрсөк заманында ваҡытыңды аҡсаға һатыу (алмаштырыу) насар күренеш түгел. Әгәр минең мохтажлығым бар икән, ә ул һәйбәт дуҫ икән, ниңә һатып алмаҫҡа һуң?
Рәйсә ИҪӘНОВА, хужабикә, өс бала әсәһе:
– Эшһеҙ ҡалғас, аҡса хәстәрләр өсөн ҡайһы бер көндәрҙә район араһында таксовать итәм. Күҙәтеүҙәремдән сығып шуны әйтә алам: кешеләргә эмоцияларын сығарыу өсөн һөйләшергә кәрәк. Күп осраҡта пассажирҙар машинаға ултырыу менән үҙ хәлдәрен һөйләй башлай. “Исповедь попутчика” тигән термин да бар бит, айырыуса алыҫ юлға сыҡҡанда осраҡлы кешегә үткән тормошто, һаман да һағындырған тәүге мөхәббәтте, күршеләр менән булған конфликтты, туғандар араһындағы аңлашылмаусанлыҡты һөйләп, эстәрен бушаталар. “Түләүле дуҫ” хеҙмәте лә шуға оҡшаштыр, тип уйлайым. Ят кешене саҡырҙың да, аралаштың да оноттоң. Кемгәлер һөйләр, һүҙ таралыр тип ҡурҡырға кәрәкмәй.
Тик мин ундай эшкә бармаҫ инем. Беренсенән, кешеләр күп осраҡта тик аһ-зарын, ҡайғыһын һөйләй, илай, асыуын, үпкәһен сығара. Шатлыҡ бүлешер өсөн аҡса түләмәйҙер, тип уйлайым. Килгән “дуҫ”ҡа сәғәттәр буйы негатив йыйыу, күҙ йәшен күреү еңелдән түгел. Былай ҙа мәшәҡәттәргә күмелеп барған тормошто кеше проблемалары менән “биҙәү” миңә кәрәкмәй. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙеңә психолог ярҙамы кәрәк булыуы бар. Икенсенән, минең махсус белемем юҡ. Әгәр хеҙмәтте һатып алған кеше психик яҡтан сәләмәт булмаһа, ниндәйҙер ҡурҡыныс аҙымға барырға йыйыныуы тураһында һөйләһә? Кеше һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн аҡсаға булһа ла яуаплылыҡ алырға теләмәйем.
Светлана НАСЫРОВА, шәхси эшҡыуар, йырсы, өс бала әсәһе:
– Шәхсән үҙем түләүле дуҫҡа мөрәжәғәт итмәҫ инем. Дуҫлыҡты һатып алып булмай. Бөгөн аралашыр мөмкинлектәр бик күп: күрешеп булмаһа, телефондан һөйләшәбеҙ, социаль селтәрҙәр аша яҙышабыҙ. Ҡайһы бер төркөмдәге постарға яҙылған комментарийҙарға теләктәшлек белдерергә йәки бәхәс ҡорорға була, үҙ фекереңде яҙырға мөмкин. Дуҫтар һыналған һәм һанаулы ғына була. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең башҡорт менталитеты өсөн был хеҙмәт бөтөнләй тура килмәй кеүек.
Шул уҡ ваҡытта мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Кешеләрҙә бер-береһенә ҡарата көнләшеү артты, уңыштарға һөйөнә белмәйбеҙ. Тағы ла күпселекте түбән темалар – шәхси тормош, байлыҡ, кем-кем менән әрләшеүе ҡыҙыҡһындыра. Бәлки, хәҙер әҙәмдәр бер-береһенә асылып китеп хәбәр һөйләргә лә ҡурҡалыр? Иң-иң йәшерен серҙе кемгә ышанып һөйләргә була һуң?
Яһалма зиһен программаһы, интернет менән беҙ барлыҡ һорауҙарыбыҙға яуап, проблемаларыбыҙға кәңәш таба алабыҙ. Әгәр кеше был хеҙмәткә мөрәжәғәт итә икән, тимәк, күңел йылыһы эҙләй. Тик аҡса өсөн генә килгән ете ят кеше һиңә был йылылыҡты бирерме? “Бер сәғәтлек дуҫ” хеҙмәте кемдәргәлер аҡса эшләү юлылыр, тип уйлайым. Беҙҙең халыҡта ул ҙур һорау менән ҡулланылмаясаҡ. Әммә шуны ла оноторға ярамай: аҡса эшләргә теләгән кеше үҙ “тауары” үтемле булһын өсөн төрлө юлдар менән уны рекламалай, яһалма рәүештә популярлаштыра башлаясаҡ.
Рәмзиә МӘҠСҮТОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Үҙем кешеләр менән еңел генә һөйләшеп китәм, һәр кем менән уртаҡ тел таба алам. Аралашыр кешеләрем күп, дуҫтарым етерлек. Шуға күрә түләүлеләренә мохтажлығым юҡ. Ә бына киләсәк быуынға кәрәк булыуы ихтимал: хәҙер балалар телефондан, компьютерҙан айырыла алмай, аралашыу кәмей. Тәрбиәнән дә киләлер: Аллаға шөкөр, беҙҙең балалар “тереләй” аралашырға ярата. Серҙәребеҙҙе бер-беребеҙ менән уртаҡлашабыҙ, йәштәштәре менән дә иркен аралашалар. Тик үҙ-үҙенә бикләнгән үҫмерҙәр, йәштәр бар бит.
Минеңсә, бөгөнгө көндә был хеҙмәт оло йәштәге кешеләргә күберәк кәрәк. Тормош иптәшен юғалтып яңғыҙ ҡалған, ейән-ейәнсәрҙәре уҡыуға бирелгән, балалары ипотека түләр өсөн ике-өс эштә эшләгән әбей-бабайҙарға нимә эшләргә? Олоғайған һайын дуҫ-иштәре лә кәмей, сирләү сәбәпле бер-береһенә йөрөй алмай. Уларға йәнәш ултырып сәй эсергә булһа ла кеше кәрәк. Хәтирәләрен бүлешеп, ейәндәренең ҡыҙыҡтарын һөйләп алһалар ҙа рәхәт булып ҡалыр.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.