

Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА – Учалы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, медицина фәндәре кандидаты. Рус телендә яҙылған фантастик әҫәрҙәре республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә донъя күрҙе. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдә уҙғарылған әҙәби конкурстар лауреаты. Былтыр Парижда “Ҡатын-ҡыҙҙар ҡарашы” проекты уның бер нисә хикәйәһен иң яҡшыларҙан тип таныны.
Иртәнсәк айырыуса һыуыҡ һәм ҡараңғы ине. Әллә нисәмә көн буйы күҙ асҡыһыҙ буран ажғырҙы. Аҡгөлдөң леопард төҫөндәге резинкалы башлығы, ҡондоҙ балаһы тиреһенән тегелгән туны өҫтөнән арҡылы-буйлы мамыҡ шәл бәйләнгән. Ҡыҙҙың һырҙар менән ҡапланған бейәләйҙәрен үҙенең өшөгән тыны менән йылытырға тырышыуы юҡҡа ғына булды. Ул, ярты сәғәт буйы таныш гармун-автобустың килеп сығыуын көтөп, ҡараңғылыҡҡа ҡарап торҙо. Әгәр ҙә өлкәнерәк булһа, элек гел халыҡ тулы булған туҡталыштың ни өсөн бөгөн буш икәнлеге хаҡында уйланыр ине. Әммә ул, яуаплы октябрят бала булғанлыҡтан, фәҡәт мәктәпкә һуңлаясағы өсөн генә борсолдо. Аҡгөл юлдарҙағы ҡар өйөмдәре арҡаһында транспорт йөрөшө туҡтатылғанын белмәй ине һәм мәктәпкә йәйәүләп барырға ҡарар итте. “Урман аша тура барғанда ни бары өс километр самаһы ара”, тип фекер йөрөттө ул. Уға был яп-яҡын төҫлө тойолдо, сөнки әсәһе менән ағастар араһындағы һуҡмаҡ буйлап бер нисә тапҡыр аҙыҡ-түлек кибетенә барғаны бар. Ләкин ул, тыуған ауылында һәр ҡыуаҡлыҡты, һәр боролошто яҡшы белһә лә, әле сит урында икәнлеген иғтибарға алманы.
Бөтәһе лә ата-әсәһенең балаларының уңышлы киләсәге өсөн ҡараңғы ауылдан хәрби ҡаласыҡҡа күсеүҙәренән башланды. Атаһы оборона заводына мастер булып эшкә урынлашты һәм ғаиләне ике бүлмәле фатир алыуға сиратҡа ҡуйҙылар. Әлегә күрше ауылдағы ташландыҡ мәктәп бинаһында йәшәп торорға рөхсәт иттеләр.
Класс бүлмәһендә көн итергә тура килде. Парталарҙы мөйөшкә өйөп ҡуйҙылар. Ҡара грифель таҡта аҫтында ҡабырсаҡлы селтәрле тар карауат тора, унда Аҡгөл менән һеңлеһе ҡосаҡлашып йоҡлайҙар. Матурыраҡ булһын өсөн таҡта өҫтөнә боландар төшөрөлгән беше итеп туҡылған хәтфә келәм элеп ҡуйҙылар. Атаһы асылмалы карауатта йоҡлай, шуға ла иртәләрен уның арҡаһы ауырта һәм ул, ауыр көрһөнөп, оҙаҡ ҡына кәүҙәһен турайтырға тырыша, ә әсәһенең урыны – үҙе пионервожатый булып урынлашҡан шифахананың хужалыҡ эштәре мөдире биргән топчанда.
Йәй һәм көҙ түҙерлек ине. Ташландыҡ мәктәптең баҡсаһында, күҙҙәрҙе шатландырып, хуш еҫле георгиндар сәскә аттылар, астралар ялҡынланып үҫтеләр. Аҡгөл, үҙен боронғо ҡәлғә принцессаһы кеүек хис итеп, рәхәтләнеп сүп үләне баҫҡан аллеялар буйлап йөрөнө, бинала ла йылы ине. Әммә һыуыҡтар башланыу менән йәшәү ныҡ ауырлашты, сөнки һәр яҡлап төтөн борҡотҡан, бөтөнләй йылытмаған иҫке мейесте яғыу бик ҡыйын ине. Әсәһе иҫке сепрәк-сапраҡ, мамыҡ тығып тәҙрәләрҙе йылытырға тырышты, әммә һыуыҡ барыбер һәр яҡтан үтеп керҙе. Өҫтәүенә бина туранан-тура урамдан асыла ине, солан йә бәләкәй генә булһа ла ал яҡ күҙ уңында тотолмағайны. Һәм урамға һәр сығыу һалҡын һауаның ҡарлы болот өйөмө булып торлаҡҡа атлығып килеп инеүе һәм аяуһыҙ рәүештә уны һыуытыуы менән оҙатылды. Шуға ла ғаилә өҫкө кейем өҫтөнән икешәр ҡат юрған ябынып йоҡларға мәжбүр булды.
Уның ҡарауы, хәрби ҡаласыҡта яҡты, ҙур, йылы өс ҡатлы яңы мәктәп астылар! Тәҙрәләре ҙур, кабинеттары иркен, тамаша һәм спорт залдары бар! Тәүҙә Аҡгөл хатта юғалып ҡалды, сөнки уларҙың ауылындағы ағас мәктәп бәлкәй һәм йәмһеҙ генә ине, ә уларҙың уҡытыусыһы Венера Ғүмәр ҡыҙы бер үк ваҡытта ике класта дәрестәр алып барҙы. Тәүге рәтте дүртенсе кластың алты уҡыусыһы биләне, ә башҡа рәттәрҙә Аҡгөлдөң ун класташы ултырҙы. Балалар үҙ-ара дуҫ булдылар, өлкәндәр бер-береһе менән ярышып бәләкәйҙәргә ярҙам иттеләр.
Аҡгөл дуҫтарын һәм ауырып киткән уҡыусыларҙың, шулай уҡ уҡыу ауыр бирелгән балаларҙың өйҙәренә барып өҫтәлмә дәрестәр үткәргән Венера Ғүмәр ҡыҙын һағынды. Быны иҫкә алыу оят, әммә бер тапҡыр, уҡыусы ҡыҙ ике көн рәттән мәктәпкә өй эшен эшләмәй барғас, уҡытыусы Аҡгөлдөң ғаиләһенә лә килеп керҙе. Кистәрен ул яҙыу өҫтәле артына ултыра, тимер ҡулайламаға дәреслекте һала, ә эсенә әҙәби китап тыға. Ул осорҙа Александр Волковтың “Зөбәржәт ҡаланың тылсымсыһы” тигән әкиәттәр шәлкеме менән мауыға ине. Китаптан айырыла алманы, өй эштәре хаҡында бөтөнләй онотоп, төн уртаһына тиклем уҡыны, дүртенсе томға етте. Ата-әсәһе шунда уның ныҡ итеп кәрәген биргәйне. Ә ул, иҫәр, Венера Ғүмәр ҡыҙына үпкәләп тә йөрөгәйне! Их, шул ваҡытты кире ҡайтарһаң ине!
Дөрөҫөн әйткәндә, хәрби ҡаласыҡтағы мәктәп заман талаптарына ярашлы ине. Әммә ҡыҙҙың унда йөрөргә бөтөнләй теләге булманы. Сәбәбе – унда уҡыусыларҙы ҡатламдарға бүлеү тәжрибәһе ҡулланылыуҙа. Кластар түбәндәге ҡағиҙә буйынса тупланды: “А” – элита, юғары званиелы офицерҙарҙың һәм партия хеҙмәткәрҙәренең бала-сағаһы, “Б” – табиптарҙың, уҡытыусыларҙың, инженерҙарҙың балалары һәм, ниһайәт, “В” – коррекция класы, унда тулы булмаған һәм насар йәшәгән ғаиләләрҙең балалары.
Ҡатмарлылыҡтар Аҡгөл яңы мәктәпкә килгән мәлдән үк башланды. Уның рус теленән тыш, бөтә фәндәрҙән дә “бишле” ҡуйылған документтарын ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡараштырып алғас, завуч стеналағы сәғәткә күрһәтеп:
– Ваҡыт күпме? – тип һораны.
Аҡгөл “Еп-еңел һорау!” тип уйланы. Һәм бик күңелле итеп:
– Ун сәғәт ун ете минут! – тип башҡортса әйтеп һалды.
Был уның русса белмәгәнлеге арҡаһында түгел, ә элекке мәктәптә бөтә дәрестәрҙең дә башҡортса алып барылғанлығы сәбәпле килеп сыҡты. Ябай күңелле бала таҡта эргәһендә күнегелгәнсә яуап бирҙе. Туғыҙ йәшлек ҡыҙ был мәктәптә дәрестәрҙең фәҡәт рус телендә алып барылыуы һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Зинаида Михайловнаның яуаптың дөрөҫмө, түгелме икәнлеген билдәләй алмауын аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Шулай итеп, Аҡгөл коррекция класына эләкте.
Белем көнөндә дөйөм мәктәп линейкаһынан һуң Воробьев фамилиялы хулиган: “Гульчатай, һин пәрәнжәңде юғалтҡанһың!” – тип ҡысҡырып, ҡыҙҙың башына еүеш иҙән йыуыу сепрәген ырғытты ла йәмһеҙ итеп көлөргә тотондо. Шуны ғына көтөп торғандай, башҡалар ҙа хихылдаша башланы.
Шул ваҡытта уға йүнһеҙ малайға яҡшы ғына итеп эләктерергә кәрәк булған да һуң, үҙ ауылында ул ҡурҡаҡ ҡыҙ тип һаналманы бит. Әммә тыуған тупрағынан тартып алынған ағас та оҙаҡ ҡына япраҡ ярмай һәм үҫмәй, ә яңы урынға күнегеп киткәнсә оҙаҡ ҡына ауырһынып ултыра. Шуның кеүек үк яңы уҡыусы өсөн бында бөтә нәмә ят, аңлашылмай һәм уның тубыҡтарын ҡалтырата ине. Һәм ул, һаҫыҡ сепрәкте алып ташлап, илап ебәрҙе. Ә быны ниндәй осраҡта ла эшләргә кәрәкмәй ине. “В” класы уҡыусылары саф ҡан һиҙеп ҡалдылар һәм элекке ҡорбандары – үҙҙәре ике йыл буйына “Водолаздыҡы кеүек дүрт күҙле” тип үсекләп йөрөгән күҙлекле Миша Капустинды тыныслыҡта ҡалдырҙылар. Ул үҙе генә яңы ҡыҙҙы аңлай һәм ҡурсаларға тырышҡан төҫлө ине.
Шул көндән алып Аҡгөлгә тыныс тормош бөттө. Юҡ, уны туҡмаманылар! Ручкалары менән арҡаһына төрттөләр, сәстәренән тарттылар, бәләкәй торбалар аша сәйнәлгән ҡағыҙ төкөрҙөләр. Ултырғысты аҡбур менән буянылар, алмаш аяҡ кейемен йәшерҙеләр – былар бөтәһе лә ваҡ-төйәк, әлбиттә, ә ҡыҙсыҡ өсөн тормош түҙеп торғоһоҙлоҡҡа әүерелде. Ә бер тапҡыр уның портфеленең эсендәге китап-дәфтәрҙәргә силикат елеме ҡойҙолар. Был юлы Аҡгөл түҙә алманы һәм клас етәксеһе Ираида Петровнаға барҙы. Ул кипкән ирендәрен тауыҡ томшоғолай итеп йыйырҙы ла:
– Ә һин нисек булыуын теләгәйнең, аҡыллым! Һеҙҙең класта, Чарльз Дарвинға ярашлы, көслөләр генә сыҙай. Һеҙҙе тәрбиәләү иләк менән һыу ташыу кеүек бит! – тине.
Һәм бына әле Аҡгөл урман аша үҙе күрә алмаған мәктәпкә китеп бара. Аяҡтары ҡарға сума, эҙҙәренең сылбырын шунда уҡ буран һеперә. Өшөүҙән нығыраҡ ҡалтырарға мәжбүр итеп, һис йәлләп тормайынса ҡыҙҙың битен һыуыҡ семетә, буран яғаһы аҫтына ҡар тултыра. Тиҙҙән ҡыҙ үҙенең юлдан тайпылғанлығын аңланы. Гүйә, ағастар үҙ-ара ҡыҙсыҡты тағы ла нығыраҡ аҙаштырырға килешкән төҫлө: һәр яҡлап та уратып алған ҙур-ҙур ҡарағайҙар һәм уларҙың күләгәләре араһында ул үҙен бәләкәй генә итеп хис итте. Көтмәгәндә Аҡгөл тәрән ҡар өйөмөнә сумды. Уның йөрәге ныҡ итеп тибә башланы, тыны ҡурылды.
“Бөтәһе лә бөттө, – тип уйланы ул. – Уҫал аҡман-тоҡман мине ҡар менән ҡаплар, бында туңырмын да үлермен инде. Һөйәктәремде бүреләр кимерер, ҡалдыҡтарымды яҙ ғына табырҙар...” Был урында ҡырағай йәнлектәрҙең бармы-юҡмы икәнлеген ҡыҙ аныҡ ҡына белмәй ине, ә бына марттың аяуһыҙ бураны әллә күпме кешене һәләк итеүе тураһында боронғо риүәйәттәрҙә лә һөйләнелә.
Өләсәһе уға борон Аҡман һәм Тоҡман исемле ике бер туған егет йәшәгәнлеге, уларҙың башҡорттарҙы Алтын Урҙа хандарына ҡаршы баш күтәртеүгә ойошторғанлығы тураһында һөйләгәйне. Әммә бер һатлыҡйән дошмандарға уларҙың торағын күрһәткән. Ағалы-ҡустылы икәү еңелгәс, яҙғы яғымлы ҡояшҡа алданып, көндәрҙең йылыныуына өмөтләнеп, артыҡ кейем-һалымдарын ҡалдырып, аҙыҡ-түлек тә алмайынса, артҡа сигенгәндәр. Әммә Уралда март айының уҫал бураны һис кенә лә февраль айыныҡынан ҡалышмай. Шулай итеп, тауҙар аша үтергә тырышҡан баш күтәреүселәр туңып үләләр. Шул замандан алып март айының һәләкәтле ажғыр бурандарын ағалы-ҡустылы егеттәрҙең исемдәре менән йөрөтә башлағандар. Шуға ла башҡорттар элек-электән яҙҙың тәүге айын ҡыштың дауамы тип һанаған һәм “Аҡман-тоҡман үтеп китмәйенсә яҙ булмай” тип аҡыллы фекер әйткәндәр.
Ниһайәт, һуңғы көсөн йыйып, Аҡгөл бөтә кәүҙәһе менән тюлень кеүек тыпырсына башланы, тик ниңәлер, сүллектәге ҡом өҫтөндәге кеүек, тағы ла тәрәнгәрәк шыуышты. Ул өҫтө ҡар менән ҡапланған соҡорға барып эләкте, шикелле. Үлемесле тоҙаҡтың ҡыҙ өсөн һуңғы тораҡҡа әйләнеү ихтимал ине. Атаһы менән әсәһе уның өйҙә булмауын кис еткәс, үҙҙәре эштән ҡайтҡас ҡына аңларҙар. Мәктәптә “Килмәне, күрмәнек” тип кенә ҡуйырҙар. Бөтәһе лә асыҡланғас, бер-ике көн илашып алырҙар ҙа, бер нимә лә булмағандай, артабан йәшәрҙәр: Воробьев Капустинды эҙәрлекләр, Ираида Петровна тыңлауһыҙ мәктәп уҡыусыларының ҡулдарына линейка менән һуғыр.
Паника арта барҙы, ҡурҡыу үҙенең аяу белмәгән тырнаҡтары менән йөрәкте ҡоршаны. Нимәгә булһа ла йәбешергә ынтылып, тыңлауһыҙ бармаҡтары ҡороған ағастың ҡабығын тырнаны. Ҡапыл ниндәйҙер мөғжизә менән имән ағасының сосайып торған урынына тотона алды. Кәүҙәһен һөйрәп сығарырға тырышып, ныҡ яфаланып, ҡыҙ яйлап ҡына өҫкә үрмәләне. Соҡорҙан сыҡҡас, ул күпмелер ваҡыт, ҡот осҡос кисерештән һуң көс йыйып, шыңшып илап, ҡыбырламайынса ятты.
Бында артабан ҡалыуҙың үҙенә үлемесле хәүеф янауын аңлап, ул юлын дауам итте. Ҡапыл алда баҙыҡ ҡына яҡты нур емелдәне: хәрби часть вышкаһындағы маяҡ ине ул. Ниһайәт, Аҡгөл тура мәктәпкә илткән юлға барып сыҡты.
Ираида Петровна тупһанан уҡ, бер һүҙ ҙә ҡыҫтырырға ирек бирмәйенсә, ҡыҙға ташланды:
– Һуңланың! Өсөнсө дәрескә килдең! Оят түгелме һиңә?! Өҫтәүенә, октябрятһың! Тиҙ генә кейемеңде алмаштыр ҙа, класҡа бар!
Ул, ауыр һулап, эсендәге ҡар ирергә өлгөргән быймаларын һалды. Бөтөнләй еүеш колготкиһын систе лә ялан аяғына чешкиҙарын кейҙе. Дәрескә шулай китте.
Ә төндә температураһы күтәрелде һәм Аҡгөл пневмония менән дауаханаға эләкте. Бәлки, ышанмаҫһығыҙ, әммә ул ике аҙна шул йылдың иң һәйбәт осоро булды! Баҡтиһәң, юрғанға төрөнөп, бер нимәне лә, бер кемде лә күрмәү бик ҙур бәхет икән! Бөтәһе лә һине тыныслыҡта ҡалдырһындар!
Ә тағы ла дауаханала ул китап уҡыны. Иртәнән кискәсә, палатала утты һүндергәнгә тиклем! Шәп ине! Унда ул тәүге тапҡыр бәләкәй хикәйәләр яҙа башланы. Көрән клеенка менән тышланған дөйөм дәфтәрҙә уның шәхси хыял донъяһы барлыҡҡа килде.
Дауахананан сыҡҡас, хәлһеҙләнгән һәм ап-аҡ йөҙлө Аҡгөл элекке үҙенең күләгәһенә оҡшап ҡалғайны. Һәм бына йыл аҙағында физкультура ярыштары! Уның иң артта килеүе һәм “гөбөргәйел” тигән яңы ҡушамат алыуы ғәжәп түгел. Был ҡыҙҙың кәйефен ныҡ ҡырҙы.
Каникулдарҙа ауылда өләсәһе, уның сәстәрен үреп: “Гөлкәйем, сәскәм минең, гөбөргәйел юлда яй хәрәкәтләнһә лә, уның аҡылы тиҙ йөрөй”, – тип тынысландырыр ине. Һәм уның башын үҙенең йыйырсыҡлы йылы ҡулдары менән һыйпап: “Ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына: “Маҡсатҡа тиҙлек түгел, ә ныҡышмаллыҡ алып бара”, тип әйтмәгәндәр бит”, – тип өҫтәй. Һәм Аҡгөл, хәтеренә һеңдереп, өләсәһе артынан ҡабатлай: “Маҡсатҡа тиҙлек түгел, ныҡышмаллыҡ алып бара”.
Киләһе уҡыу йылына Ираида Петровна прапорщик ире менән башҡа хәрби ҡаласыҡҡа күсеп китте, ә кисәге өсөнсө класс уҡыусыларының бөтәһе лә, сираттағы мәктәп реформаһы һөҙөмтәһендә, туранан-тура бишенсе класҡа күстеләр. Байтаҡ яңы дәрестәр һәм уҡытыусылар барлыҡҡа килде. Уҡыу хатта ҡыҙығыраҡ булып китте. Ә бер-ике йылдан һуң Аҡгөлдөң ғаиләһе мәктәп ҡаршыһындағы яңы йортта ике бүлмәле фатир алды! Әммә ҡыҙҙың яҙмышындағы ысын һынылыш рус теле һәм әҙәбиәте буйынса яңы уҡытыусы барлыҡҡа килгәс булды.
Уҡыу башланғандың беренсе көнөндә үк Людмила Александровна класҡа донъяны шатланып ҡабул итеүсе фейерверк булып килеп керҙе һәм рус яҙыусыларының әҫәрҙәре буйынса мауыҡтырғыс өҫтәл уйыны уҙғарҙы. Ҙур, тулы кәүҙәле булғанлығы һәм биле юҡлығы сәбәплелер инде иҙәнгә тиклем етеп торған күп итәкле ҡыҙыл күлдәге уны бешкән грейпфрутҡа оҡшата ине.
Ҡыҙҙар уҡытыусының ғәҙәти булмаған кейем-һалымына һоҡланып бөтә алманылар. Уның бөтә кейемдәре лә сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ине: йә ҡытай ҡатын-ҡыҙҙарыныҡы кеүек ең остарына бәрхәт ҡылсыҡтар беркетелгән туника, йә көнсығыш биҙәктәре төшөрөлгән милли күлдәк. Кейем-һалымы һәм үҙенең ҡыҙыл ағас төҫөндәге бөҙрә сәстәре менән Людмила Александровна ҡайҙа булһа ла һәр кемде хайран ҡалдыра. Хужалыҡ эштәре буйынса етәксе урынбаҫары Семеныч юҡ-юҡ та уға: “Ҡатын-ҡыҙ түгел, ут!” – тип һоҡланып ҡарай.
Уның бер ҡасан да бер кемгә лә фамилияһы менән өндәшмәүе иң ныҡ хулигандарға ла оҡшай торғайны. Фәҡәт исем менән генә һәм ихтирам менән: “Һеҙ” тип. Был шул тиклем ҡыҙыҡ ине! Яуап итеп уҡыусылар уның исеме-шәрифтәрен әшнәләрсә яғымлы итеп “Людмилсанна” тип ҡыҫҡарттылар.
Бер тапҡыр Людмила Александровна ирекле темаға инша яҙырға ҡушты. Күпмелер ваҡыттан һуң, бөтә уҡыусылар ҙа эштәрен тамамлағас, Людмила Александровна Аҡгөлдөң партаһы эргәһенә килде лә шым ғына:
– Ҡарарға мөмкинме? – тип һораны.
Аҡгөл уңайһыҙланып ҡына башын һелкте. Уҡытыусы күҙҙәрен беренсе бит буйлап йүгертте лә, аптырап, ҡаштарын күтәрҙе:
– Һинең телең иҫ китмәле! – тине ул.
Был һүҙҙәр Аҡгөл өсөн моңло көй кеүек яңғыраны. Педагог ҡыҙға элек яҙылған берәй әйберен күрһәтергә тәҡдим итте. Ҡыҙ ҡурҡып ҡына портфеленән яратҡан дәфтәрен сығарҙы. Үҙенең ризалығын алып, Людмила Александровна класташтарына ҡыҙҙың хикәйәләренең береһен уҡырға булды. Тынлыҡ урынлашты. Йәнле сюжет һәм сағыу образдар менән мауығып, бөтәһе лә, тын алырға ла ҡыймайынса, ултырып тыңланылар. Уҡытыусы хикәйәне уҡып бөткәс, алҡыштар һәм тағы ла уҡыуын үтенеү яңғыраны.
Тиҙҙән Людмила Александровна Аҡгөлдө “гөбөргәйел” тип атағандарын ишетте. Һәм сираттағы дәресте ул ғәҙәти булмағанса башланы.
– Балалар, һеҙ беләһегеҙме, боронғо грек философы Зенон йүгереүсе Ахиллес менән гөбөргәйелдең ярышы тураһында ғәжәп башватҡыс тәҡдим иткән. Ахиллес елдән дә тиҙерәк йүгерә алған, әммә гөбөргәйел уның һис ҡасан да үҙен ҡыуып етә алмаясағын раҫлаған, сөнки ул һис туҡтауһыҙ алға барған.
Уҡытыусы үҙенең нәҡ ҡояш нурҙарындай йыйырсыҡтар уратып алған һоро күҙҙәре менән күңелле итеп уҡыусыларға баҡты. Уҡыусылар, яй гөбөргәйелдең батырҙан еңелеүен аңлап, шымып ҡалдылар.
Людмила Александровна дауам итте:
– Күҙ алдына килтерегеҙ әле: Ахиллес гөбөргәйелдән ныҡ артта ҡалып хәрәкәтләнә башлай. Ул гөбөргәйелдең старт һыҙығына килеп еткәндә, тегеһе әҙ генә алға шыуған була. Герой был араны үтә, тик гөбөргәйел дә урынында тормай. Һәм был процесс һис туҡтауһыҙ ҡабатлана.
Бер килке өндәшмәй торғас, уҡтыусы:
– Был фәлсәфәүи парадокс Льюис Кэрролдың “Гөбөргәйел Ахиллестан нимә тураһында һораны” тигән хикәйәһенең нигеҙенә лә һалынған. Унда аҡыллы һөйрәлеп йөрөүсе йән эйәһенең үҙенең көндәшен аҡыл һәм фекер йөрөтөү көсө менән еңә. Беҙҙең ниндәй тиҙлектә хәрәкәт итеүебеҙ түгел, ә дөрөҫ йүнәлеште һайлап алып, маҡсатыбыҙға өлгәшеү өсөн көн һайын күп ныҡышмаллыҡ һәм хеҙмәт һалыуыбыҙ мөһим!
Уҡыусылар шымып ҡалдылар. Һәр кем эшһөйәр гөбөргәйелде бөтөнләй башҡаса ҡабул итеүҙе асыусы тарихтың тәрән мәғәнәһен аңларға тырышты.
Шул ваҡыттан алып класташтарының Аҡгөлгә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрҙе һәм уға тантаналы рәүештә Буратино хаҡындағы әкиәттәге аҡыллы персонаж исеме менән “Тортилла” ҡушаматы таҡтылар. Ҡыҙ үҙенең яңы ҡушаматы менән ниндәйҙер кимәлдә ғорурланыу тойғоһо ла кисерҙе.
Шулай ҙа Аҡгөл элеккесә физкультура дәрестәрен яратманы. Ул шәп йүгерә алмай ине. Өлкән кластарҙа дәрестәрҙе ҡыҫҡа буйлы, сәстәре ҡойола башлаған Шамил Хәйҙәр улы тигән ир алып бара башланы. Ул үтә ихлас итеп, һәр уҡыусыны ҡыҙыҡһындырырға ынтылып, волейбол, баскетбол һәм спорт ориентацияһы түңәрәктәре ойошторҙо. Аҡгөл, үҙе лә һиҙмәҫтән, һәйбәт кенә итеп волейбол уйнай башланы һәм бер ни тиклем нығынып китте.
Саңғы ярыштары уҙғарыу тураһында иғлан ителгәс, йәрәбә һөҙөмтәһендә Аҡгөлгә беренсе булып йүгерергә тура килде. Саңғы юлы урман эсенда һалынғайны, ярышта ҡатнашыусыларға һәр биш минут һайын старт бирелде. Ҡыҙ ныҡ борсолдо һәм тағы ла көлкөгә ҡалыуҙан ҡурҡты.
Ярыш башланды. Һалҡын ел битте өттө. Юл һалып, уҡытыусы алдан барҙы: саңғы юлын ҡар ҡаплағайны. Бер саҡрым үткәс тә ҡыҙҙың тыны ҡурыла, үпкәһе яна башланы. Уның дистанциянан тайпылырға уйлауы булды, Шамил Хәйҙәр улы уға боролоп ҡараны ла дәртләндереп нимәлер ҡысҡырҙы. Педагогтың ышанысын аҡламауҙан хәүефләнеп кенә Аҡгөл бар көсөнән алға шыуыуын дауам итте. Ниһайәт, финиш һыҙығы. Һуңғы ынтылышында ҡыҙ һыҙыҡты үтте лә ҡарға салҡан йығылып ятты. Аңына килгәндә уның өсөнсө урынды алыуы билдәле булды. Ҡулында почет грамотаһы тотоп пъедесталда баҫып торғанында ҡапыл ул юҡҡа ғына үҙенең мөмкинлектәрен баһалап етмәүен аңланы.
Һәм бына оҙаҡ көтөп алынған сығарылыш кисәһе. Мәктәп бинаһы алдында тантаналы линейкала аттестаттар тапшырыла. Ә мәктәп ихатаһының кәртәһендә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң профтехучилищеларға уҡырға кергән унлап үҫмер егет йәйелешеп ултыралар, улар араһында Воробьев та бар. Эйе, башланғыс мәктәптә Аҡгөлгә аламалыҡтар ҡылған Воробьев.
Йола буйынса, “Хәйерле юл, ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары!” тигән ҡәҙимге һүҙҙәр менән директор телмәр тотто, унан һуң Людмила Александровна һүҙ алды.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн мин айырыуса Аҡгөл Ғәлимованы билдәләргә теләр инем. Мин үҙебеҙҙең йәш яҙыусыбыҙ һәм мәктәбебеҙҙең ун йыллыҡ тарихындағы беренсе алтын миҙал яулаусы тураһында әйтәм!
Был һүҙҙәрҙән һуң Воробьев үҙен биләп алған хис тойғоларҙан тәмәкеһенә тонсоға яҙҙы, уныһын төкөрөп ташланы, һоҡланыуынан һыҙғырып ебәрҙе һәм саҡ кәртәнән ҡолап төшмәне.
– Ҡарағыҙ, егеттәр, был бит ысын мәғәнәһендә Тортилланың парадоксы!
– Ҡарағыҙ әле, онотмаған! Ә Һеҙ, Воробьев, мәктәпкә юҡҡа ғына йөрөмәгәнһегеҙ! – Людмилсанна ихлас күңелдән көлөп ебәрҙе, башҡалар ҙа рәхәтләнеп уға ҡушылдылар.
Бер минуттан һуң уҡытыусы дауам итте:
– Беҙҙең эшһөйәр ҡыҙыбыҙ! Һинең исемеңдең килештәргә үҙгәрмәгәнлеген беләм, шулай уҡ һин үҙең дә тормоштоң бер ниндәй һынауҙарына ла бирешмәй, һынма, ҡаҡшама, ә мин әле әйтмәгән һүҙҙәрҙе тормош үҙе әйтер! Маҡсатыңа ышаныслы атла! Бөтәһе лә һин теләгәнсә килеп сығасаҡ!
***
Аҡгөл ентекле итеп рентген һүрәттәре шәлкеменә баҡты. Компьютер томографияһының һөҙөмтәләрен баһаланы.
– Ираида Петровна, әйҙәгеҙ бирешмәйек һәм сэр Чарльз Дарвиндаң тәбиғи һайлап алыу теорияһына таянмайыҡ, ә хәҙерге заман медицинаһы ысулдарын ҡулланайыҡ. Операция яһағанда, һеҙҙең аяҡҡа баҫыу өмөтөгөҙ бар.
Оло йәштәге ауырыу ҡатын, күҙҙәрен ҡыҫып ҡарап, тертләп китте. Күрәһең, уның күңелендә нимәлер тулҡынланды, һәм ул йәш докторҙың йәшел иғтибарлы күҙҙәрен элек ҡасандыр һәм ҡайҙалыр осратҡанын хәтерләргә тырышып маташты. Хәтерләмәне.
– Яфаланмағыҙ! – Ҡыҙ кеселекле йылмайҙы. – Һеҙ мине өсөнсө класта бер йыл уҡытҡайнығыҙ. Бөтәһен дә иҫкә төшөрөп буламы ни.
– Гуля? Һин табип булдыңмы? – Ираида Петровна ышаныр-ышанмаҫ докторҙың һөнәре һәм “медицина фәндәре кандидаты” тигән ғилми дәрәжәһе күрһәтелгән бейджигына ҡараны. – Әммә нисек итеп?! Уның йөҙөндә шаҡ ҡатыуы яҙылғайны.
– Мин ныҡ уңдым. Минең иҫ китмәле шәп уҡытыусыларым булды!
Аҡгөл ауырыу тарихы тураһындағы медицина документтарын йыйҙы ла, күҙҙәрендәге шаян йылмайыуҙы йәшереп, ашыҡмайынса ғына палатанан сыҡты. Булгаков хаҡлы... Дөрөҫлөктө әйтеү еңел һәм рәхәт.
Мәрйәм МӘХМҮТЙӘНОВА тәржемәһе.