Шоңҡар
+15 °С
Дождь
Йәмғиәт
17 Августа , 05:10

Асия

Үҙенең зирәклеге, тышҡы матурлығы, аҡыллы һәм намыҫлы булыуы менән Асия күп тапҡыр Муса ғаләйһиссәләмде Фирғәүендән һәм уның яуыз кешеләренән ҡотҡарған. Хәҡиҡәттә, пәйғәмбәр өсөн ниндәй яҙмыш хәйерлерәк булыуы – үҙ әсәй йәки тәрбиәгә алған ҡатын менән йәшәүме – бары Аллаһы Тәғәләгә генә билдәле.Асия нисек иман килтергән?

АсияАсия
Асия

Нил һәм... йәннәт батшабикәһе

Асия – Фирғәүендең яратҡан ҡатыны... Үтә лә сибәр һәм дан-шөһрәткә, күҙ күрмәгән иҫәпһеҙ-хисапһыҙ байлыҡҡа эйә Нил батшабикәһе... Уның ирен халыҡ илаһ тип белә һәм уға табына. Шуға Асия ла, теләгән булһа, кешеләрҙе үҙенә баш эйҙереп, ғибәҙәт ҡылырға мәжбүр итә алған булыр ине. Әммә, Аллаһтың рәхмәте менән, уның күңеле иман килтереү өсөн асыҡ була.
Көндәрҙән бер көндө хеҙмәтселәре менән бергә Нил ярҙары буйлап йөрөгәндә, бейек үҫкән үҫентеләр араһында Асия һандыҡ таба – уның эсендә кескенә генә бер сабый ятҡан. Раббыбыҙ был баланы, Фирғәүендең башҡа йәһүд балалары менән бергә үлтереүенән һаҡлап ҡалыу өсөн, ошо мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙ ҡулына эләгеүен насип итә. Аллаһтың рәхмәте киң – Асия үҙе лә белмәйенсә Муса ғаләйһиссәләмде үҫтерә, ә һуңынан уның Пәйғәмбәрлегенә һәм Аллаһының барлығына-берлегенә иман килтерә.
Хәҡиҡәткә төшөнгән Асия диндән башҡа хакимлыҡ итеү һәм байлыҡтың бер ниндәй ҙә ҡиммәте булмауын аңлай. Ул, Аллаһтан Йәннәттә һарай бүләк итеүҙе һорап, таждан, тәхеттән һәм һарайҙарынан баш тарта. Раббыбыҙ Асияны Йәннәттә батшабикә тип иғлан итә. Ҡөрьәндә Ул былай ти:
و“Аллаһ иман килтереүселәр өсөн Фирғәүендең ҡатынын миҫал итеп килтерә. Бына ул: “И, Раббым! Йәннәттәге хозурыңда минең өсөн бер өй һал! Мине Фирғәүендән һәм уның (кәферлегенән, Һинән башҡаға ғибәҙәт ҡылыу һәм кешеләрҙе ғәйепһеҙ хәлдә язалау кеүек) ғәмәленән ҡотҡар! Яуыз кешеләрҙән дә мине ҡотҡар!”– тигән ине”.
Асия үҙ тормошон Аллаһы юлында үткәрә. Аллаһы Тәғәлә уның иманын нығытыу һәм Үҙенең Рәхимлелеген күрһәтеү өсөн, Асияға Йәннәттәге һарайҙы үлеме еткәнсе үк күрһәтә. Асияның әле йәне тәненән айырылырға өлгөрмәй, ә ул инде ошо һарайҙа батшабикәгә әүәрелгән була.
Хәҙистәрҙең береһендә әйтелә, Аллаһы илсеһе былай тигән: “Хәҙисә, Фатима, Мәрйәм һәм Асия бинт Музахим Йәннәттә иң изге ҡатын-ҡыҙҙар урынын аласаҡ”. Икенсе бер хәҙистә иһә: “Фирғәүен ҡатыны – Асия, Ғимран ҡыҙы Мәрйәм, Һүвәйлид ҡыҙы Хәҙисә һәм Мөхәммәт ҡыҙы Фатима – ысын камиллыҡҡа ирешкән дүрт ҡатын-ҡыҙ”.

Муса ғаләйһиссәләмде уллыҡҡа алыу

Билдәле булғанса, Муса ғаләйһис­сәләмдең әсәһе кешенән ҡасып бала тапҡас, Фирғәүен кешеләре был баланы үлтермәһен өсөн, ул Мусаны ағас һандыҡҡа һалып, Нил йылғаһына ағыҙып ебәрә. Бының тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти:
وَأَوْ“Һәм Беҙ (ул ваҡытта улын нисек йәшерергә белмәй йөрөгән) Мусаның (ғаләйһиссәләм) әсәһенә: “(Һаҡлана алған ваҡыт дауамында) Һин уны имеҙ, әммә әгәр уның өсөн (күршеләрҙән бер-бер зыян килеүенән) ҡурҡһаң, уны (сумаҙандан бер һандыҡ эсенә һалып) диңгеҙгә (Нил йылғаһына) ташла. Һыуға батыуынан, һөтһөҙ ҡалыуынан ҡурҡма һәм ҡайғырма. Һис шикһеҙ, Беҙ уны һиңә ҡайтарасаҡбыҙ һәм уны пәйғәмбәрҙәрҙең береһе итәсәкбеҙ”, – тип илһам иттек”.
Һандыҡ, ағым ыңғайына йөҙөп, Фирғәүен һарайы диуарҙарына тиклем килеп етә. Уны Асияның хеҙмәтселәре табып ала. Был табылдыҡты улар Асияға тапшыра. Ә Ул һандыҡты ҡыҙыҡһынып аса һәм унда нур һирпеп торған баланы күрә. Шулай итеп, уның күңелендә Муса исемле был сабыйға һөйөү уяна. Хәйер, был баланы күргән һәр бер кеше уға ҡарата битараф ҡала алмаған.
Үҙенең зирәклеге, тышҡы матурлығы, аҡыллы һәм намыҫлы булыуы менән Асия күп тапҡыр Муса ғаләйһиссәләмде Фирғәүендән һәм уның яуыз кешеләренән ҡотҡарған. Хәҡиҡәттә, пәйғәмбәр өсөн ниндәй яҙмыш хәйерлерәк булыуы – үҙ әсәй йәки тәрбиәгә алған ҡатын менән йәшәүме – бары Аллаһы Тәғәләгә генә билдәле.
Асия нисек иман килтергән?

Бәлиғлек йәшенә еткәс, Муса ғаләйһиссәләм Мадьянға күсеп китә, ул шунда ун йыл дауамында йәшәй. Мысырға инде ул пәйғәмбәр сифатында ҡайта. Муса ғаләйһиссәләм Фирғәүенгә килеп, уны дингә өндәй, таяғын йыланға әйләндереү мөғжизәһен күрһәтә. Шуларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән Асия аҡылы менән дә, йөрәге менән дә Аллаһҡа иман килтерә һәм пәйғәмбәрҙең динен ҡабул итә. Аллаһының рәхмәте менән, хәҡиҡәтте күргән һәм Муса ғаләйһиссәләм менән көрәштә еңелгән Фирғәүендең сихырсылары ла Асия менән бергә иман килтерә. Әммә асыҡтан-асыҡ шуны белдергәндәре өсөн уларҙы ғазаплап үлтереп аҫып ҡуялар. Фирғәүен һарайында шулай уҡ Мәшитә исемле бер ҡатын-ҡыҙ йәшәгән була, ул да йәшерен рәүештә иман килтерә. Асия менән Мәшитә бер-береһен дуҫ-серҙәш һәм таяныс итеп күрәләр. Аллаһыға ғибәҙәт итә башлауын белгәс, Фирғәүен Мәшитәне лә ҡаты язаға тарттыра. Әммә был ҡатын-ҡыҙҙың иманы ныҡ була, ул Фирғәүенгә сәждә ҡылыу аҙымына бармай, Фирғәүен уны үлтерергә бойороҡ бирә.
Асия, дуҫ ҡыҙының үлтерелеүен йөрәгенә яҡын алып, ҡайғыны бик ауыр кисерә, уның күңеле хәсрәткә бата, ул дуҫының ғазапланыуын уйынан сығара алмай. Бәләкәс улы әсәһе Мәшитәгә әйткән һүҙҙәре күңелендә уҡ булып ҡаҙала: “Әсәйем! Һин барыһынан да мәхрүм ҡалдың, хәҙер ғүмерең дә бөтәсәк. Ләкин иманыңды юйма! Йәннәт бик тә яҡын!” Мәшитәнең, һуңынан сихырсыларҙың язалап үлтерелеүе Асияны Фирғәүендән һәм уның даирәһенән йырағайта. Уның күҙ алдында йыш ҡына Мәшитәнең һәм сихырсыларҙың һуңғы миҙгелдәрендә бәхетле йөҙҙәре килеп баҫа. Был хәлдәрҙән һуң ул да, үҙенең дин ҡәрҙәштәре менән йәннәткә эләгергә теләк менән, ғазаплы үлем тураһында хыяллана башлай. Уны инде тирә-яҡтағы гүзәллек тә, һарай ҙа ҡыҙыҡһындырмай. Хакимиәт тажы урынына ла ул хәҙер иман тажын кейеп йөрөй. Диндең тәмен тойғас, батша һарайының киң һәм бай диуарҙары уның өсөн төрмә рәшәткәләренә әйләнде... Ваҡытының ул күп өлөшөн үҙ бүлмәһендә Аллаһыға доға ҡылыуға бағышлай һәм мөмкин булғанса Фирғәүендән йыраҡлашырға тырыша.

Язалар менән ғазапланған, әммә бәхетле

Ҡатыны яғынан һалҡынлыҡты Фирғәүен, әлбиттә, һиҙмәй ҡалмай. Тик Асияға ҡарата сикһеҙ мәхәббәте уны ҡатынының эшенә ҡыҫылмай, уның менән йомшаҡ мөғәмәләлә булырға этәрҙе. Ләкин Фирғәүен һөйөклөһөнөң үпкәләүе, күңел халәте үҙгәреүе юҡҡа ғына булмауын көндән-көн яҡшыраҡ аңлай башлай. “Был илдә яңы барлыҡҡа килгән дин йоғонтоһона эләккәнме икән әллә?”– тигән һорау уйына килгән һайын, Фирғәүендең тыны ҡыҫылып, тире бәреп сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, Муса ғаләйһиссәләмдең дине һәм бер-бер артлы еңеүҙәре Фирғәүен халҡына ҙур йоғонто яһай. Тормоштарында ҡот осҡос язалауға ҡарамаҫтан, мосолмандар һаны арта. Асияның да Фирғәүендең илаһилығын танымауы уның дәрәжәһен халыҡ алдында ныҡ ҡаҡшата. Һәм ул, Асияны ысын күңелдән яратыуға ҡарамаҫтан, хакимлыҡ итеү унан да өҫтөн булыуын аңлай. Шуға күрә Фирғәүен дүрт сөй менән ҡатынын ергә ҡаҙаҡларға бойороҡ биреп, күкрәгенә оло тирмән ташы һалдырып, уны ҡыҙыу ҡояш аҫтында ҡалдыра – шулай итеп ғазаплап, ул Асиянан диндән баш тартыуын талап итә. Әммә был ҡатын үлем алдында көслө рухлы булып ҡала.
Сәлмән Фариси тапшырылған риүәйәттә былай тиелә: “Асия был язаларға дусар булғанда, фәрештәләр уны үҙҙәренең ҡанаттары менән ҡояштың ҡыҙыуынан ҡаплағандар. Шул ваҡытта ул үҙенең Йәннәттәге йортон күреп ала”. Шулай итеп, Асия Йәннәттәге урынын иҫән саҡта уҡ күрә икән. Икенсе бер риүәйәттә былай тиелә: “Фирғәүен уға диненән баш тартырға тәҡдим иткәс, ул уға былай тип әйтә:
– Һинең шәфҡәтһеҙлегең һәм яуызлығың минең тәнемде ауырттыра. Шулай булһа ла, минең йөрәгем – Аллаһы Тәғәлә яҡлауында. Хатта һин мине ваҡ-төйәк киҫәктәргә бүлгеләһәң дә, мин үҙ динемдән баш тартмаясаҡмын. Хәлһеҙләнеп, ғазапланып бөткән Асия янына Муса ғаләйһиссәләм дә килә. Ул пәйғәмбәргә әйтә:
– Муса! Раббым минән ҡәнәғәтме, әллә Ул миңә асыулымы?
Муса ғаләйһиссәләм уға:
– Асия! Аллаһы Тәғәлә һине данлай! Күк әһелдәренең барыһы ла һиңә төбәлгән. Ниндәй генә теләк теләһәң дә, теләгең, һис шикһеҙ, башҡарылып сығасаҡ. Һәм шунда йөҙөн күккә күтәреп әйтә Асия:
وَض– И, Раббым! Йәннәттәге хозурыңда минең өсөн бер өй һал! Мине Фирғәүендән һәм уның (кәферлегенән, Һинән башҡаға ғибәҙәт ҡылыуҙан һәм ғәйепһеҙ кешеләрҙе язалау) ғәмәленән ҡотҡар! Яуыз кешеләрҙән дә мине ҡотҡар!”
Риүәйәттәрҙә әйтелә: “Асияның йәннәттәге урыны уға асыҡ юл менән күрһәтелә, йәне сыҡҡанда ул бер ниндәй ҙә ауыртыу, ғазап тоймай. Ә шуның өҫтөнә һалынған оло тирмән ташы йәнһеҙ кәүҙәһенән шыуып төшә”. Күрегеҙ әле, Асия ниндәй гүзәл доға ҡыла: “И, Раббым, Йәннәттәге хозурыңда минең өсөн бер өй һал”. Ул бер ҙә фани донъялағы тыуған ер тураһында хыялланмай, көслө һәм бай Фирғәүендең ҡатыны Аллаһынан Йәннәттәге һарай тураһында үтенеп һорай. Шулай итеп, ул донъя байлығына түгел, ә мәңгелек тормош ләззәттәренә ынтылырға кәрәк булыуын раҫлай. Күптәребеҙ өсөн ниндәй файҙалы һабаҡ был!
Иң ҙур яуызлыҡты һәм ширкты символлаштырыусы Фирғәүен Асияны үҙе менән бергә йәһәннәм утына эйәртергә теләгән, әммә был ҡатын-ҡыҙ, иманлы, саф күңелле булыуы сәбәпле, Йәннәттең иң юғары урынына лайыҡ була.
Һәр кеше үҙ ғәмәлдәре өсөн яуаплы. Һәм яман бәндәнең ҡатыны булған һәр бер тәүфиҡлы ҡатын, иманын һәм ихласлығын һаҡлағанда, иренең мәрхәмәтһеҙлектәре өсөн Аллаһы ҡаршыһында яуап бирмәйәсәк. Раббыбыҙ беҙгә яуыз Фирғәүендең ҡатынын миҫал итеп килтерә. Асия ауыр ваҡыттарҙы һәм яман ирҙе һылтау итеп диненән баш тартмай, хатта дин өсөн тип үҙенең ғүмерен бүләк итә. Беҙгә ғибәҙәт булһын өсөн...

Айгөл МӨХӘМӘТОВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас