Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Августа , 09:26

Диванлы тормош

Минең яҙмышымда ла дивандарҙың төрлөһө булды. Атай-әсәйҙеке, ситтеке, үҙең алғаны – ҡәҙерлеһе, ҡәҙерһеҙе...

Диванлы тормошДиванлы тормош
Диванлы тормош

Дилә МӨХӘРРӘМ-ХӘЙРЕТДИНОВА Бишбүләк районы Иттихат ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Әлеге ваҡытта “Туған тел” телеканалы мөхәррире. Ике китап авторы.

Үҙем тураһында үҙем

Берәүҙәр яңы кейем өҫтөнә тағы ла яңырағын һатып ала, икенселәр машина яңыртырға ярата – ә мин диван алыштырам. Әҙәм балаһының йылыһын һаҡлаған дивандарҙың һаны юҡтыр. Минең яҙмышымда ла дивандарҙың төрлөһө булды. Атай-әсәйҙеке, ситтеке, үҙең алғаны – ҡәҙерлеһе, ҡәҙерһеҙе...
Тәүге диван – иң ҡәҙерлеһе, хәтирәләрҙең дә иң йылыһын, иң нурлыһын һаҡлай. Атай-әсәйем матур ғаилә ҡороп, мөхәббәт емештәре булып мин донъяға килгәс, декрет аҡсаһына алынған ул. Ҡустым тыуғас, диванды йәйеп һалып, өҫтөнә бишек элгәндәр. Әле булһа ана шул диванға баҫып, ҡәҙерле ҡустымды бишектән алған күҙ алдымда. Диванда дүртәүләп йоҡлайбыҙ, әсәй яғында – ҡустым, сөнки ул бәләкәйерәк, мин – атай яғында. Туғаным менән кистәрен, диван уртаһындағы һыҙыҡтан иҫәпләп: “Беҙҙең яҡҡа сыҡмағыҙ!”, “Юҡ, беҙҙең яҡҡа сыҡмағыҙ”, – тип бүлешәбеҙ. Аҙаҡ инде район үҙәгенән карауат алдылар. Мейес буйындағы карауатта ҡустым менән икәү йоҡлай башланыҡ.
Атай менән әсәйҙең һәр береһенең үҙ дипломаты бар ине. Ул дипломат тулы китап-дәфтәр. Атайымдыҡында физика һәм астрономия булһа, әсәйҙә – геометрия һәм алгебралар. Беҙҙең яҡҡа ут төшмәһен өсөн люстраға гәзит эләләр ҙә, диванда арҡаларын мендәргә терәгән килеш дипломаттарын ҡуйып, төн уртаһына тиклем иртәгәлеккә дәрес планы яҙалар. Йоҡлап киткәнсе, ошо матур миҙгелде күҙәтеп ятырға яраттым. Күҙемде йоммаҫҡа тырышам, иртәгәне һәм иртәне үҙ итмәнем, сөнки атай-әсәй эшкә китә, ​​ә беҙ ҡустым менән кискә тиклем икәү генә өйҙә ҡалабыҙ. Атай-әсәйҙең эштән ҡайтҡанын көтөү хисе шул ҡәҙәр күңелемә һеңгән, әле лә, әсәйем бешергән аштарҙы тәмләп ашағанда ла, һағынам үҙен.
Атай-әсәй эшкә китһә, зал бүлмәһенең ике ҙур тәҙрәһе беҙҙең өсөн уйын майҙансығына әүерелә. Буяу һауытына ултыртылған сәскә – атай, мәк сәскәһе төшөрөлгән иҫке кәстрүлдә тамсыгөл үҫә, уныһы – әсәй. Бәләкәйерәк һауыттарҙағы миләүшәләр – балалары. Ана шул гөлдәрҙе бер тәҙрәнән икенсеһенә күсерәбеҙ – “ҡунаҡҡа” йөрөтәбеҙ. Алғы бүлмәгә сыҡмаҫҡа тырышабыҙ. Сөнки ҡышҡы һыуыҡтарҙа ишек төбөндәге мөйөшкә яңы тыуған быҙауҙы индереп ҡуя инеләр. Уның башынан һыйпап, яратып, ҡолаҡтарынан тартҡылап, шаяртып үтһәк, өҫтәл тирәһен урап уҙҙыҡ. Ул мөйөштөң үҙ “хужаһы” бар ине – инә ҡаҙ! Йыл һайын атай уға талдан яңы оя үрә. Күңелле миҙгел. Атайҙың ҡулдары шул тиклем оҫта эшләй, беҙ уның янында мәж киләбеҙ. Яңы ояның эсенә инеп ултырып, уйнап та өлгөрәбеҙ. Ә бер көндө, аш өҫтәленең ситен ҡаплап, ояға бесән һалып, инә ҡаҙҙы өйгә индерә башлайҙар. Әсәй һәр бер йомортҡаһын ҡәҙерләп төрөп, беҙгә яңылыш ҡына ла теймәҫкә ҡушып, шифоньерға алып ҡуя бара. Беҙ һанайбыҙ. Йомортҡаларҙың тышына ҡәләм менән һанын да яҙып барабыҙ. Унан йөнөн ҡоя башлауға, әсәй тиҙҙән ҡаҙ ултырасағын хәбәр итә. Бына шунда беҙгә көн бөтә. Атай-әсәй эшкә киткәндә, “иптәшкә” өйҙә инә ҡаҙ ҡала. Ҡағиҙә булараҡ, көндөҙ бер тапҡыр тышҡа сығып инә ине ул, ата ҡаҙҙың тауышын ишетеп, ваҡыт етте тигәндәй, йомортҡаларын ҡаплап, ояһынан төшә. Шунан башлана инде ҡаңғылдашыу. Ашағыбыҙ килһә лә, урта ишекте асыу юҡ. Әсәйҙәр эштә тотҡарланһа, инә ҡаҙ оҙаҡ ҡына ҡаңғылдап, ыҫлап йөрөй-йөрөй ине лә, мейес буйындағы ашлы һыу биҙрәһендәге ҡалдыҡтарҙы ҡапҡылап, бүлмә уртаһына “эшен” эшләй һәм кире урынына инеп ултыра. Өй тынысланып ҡалғас ҡына, беҙ аш-һыу бүлмәһенә тиҙ генә сығып инәбеҙ. Термоста сәй, өҫтәлдә төрлө печенье, прәник ҡалдыра инеләр, икмәккә ҡаймаҡ яғып, шәкәр һибеп тә ашаныҡ. Көн кискә ауыша башлағас, ишек төбөнә Ромашка килеп баҫа. Уныһы ла быҙауын имеҙергә сығарғандарын көтә. Беҙ уны тәҙрәнән күҙәтәбеҙ. Алғы аяҡтары менән бер баҫҡысҡа күтәрелеп баҫа ла, шундай тәмле итеп көйшәй. Ҡайҙан һағыҙ алып сәйнәгәнен генә аңлай алмайбыҙ. Атай менән әсәйҙе һыйыр менән быҙау көтә, ата ҡаҙ менән инә ҡаҙ көтә, беҙ көтәбеҙ...
Тәҙрәнән мәктәп күренеп тора. Атайҙың физика кабинеты лабораторияһындағы утты күҙәтәбеҙ. Һүнһә, тимәк, ҡайтыр яҡҡа сығалар.
Мин мәктәпкә төшкәс, көнө буйы өйҙә бикләнеп ятыуҙар мәктәп коридорына алмашынды. Дүсән мәктәбе ысын мәғәнәһендә тыуған йортобоҙ кеүек яҡын ине. Бигерәк тә минән ике йәшкә кесе ҡустым өсөн уның һәр мөйөшө, һәр баҫҡысы, атай-әсәй уҡытҡан һәр кабинет ҡәҙерле булды. Балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, ул ике йыл дауамында минең менән бер парта артында ултырҙы. Шым ғына әсәйҙең йәки атайҙың дәрестәренә лә барып инде. Уҡытыусыларҙың өҫтәле үҙе бер шкаф ҙурлығында ине. Дәрес ваҡытында туғаным ана шул өҫтәл аҫтына инеп уйнап та алды, мәктәп коридорындағы өҫтәлгә ятып йоҡлаған саҡтары ла булды. Тәнәфескә сыҡҡан уҡыусылар уның янынан аяҡ остарында ғына атлап үтә инеләр.
Беҙ мәктәп балалары булып үҫтек. Кистәрен бик күп йыйылыштар, партсобраниелар, төрлө саралар үткәрелде, беҙгә өлкән кластағы уҡыусылар күҙ-ҡолаҡ булды. Әсәй – волейбол, баскетбол, атай футбол уйнарға яратты. Эш араһында уҡыусылары менән спортҡа ла ваҡыт таба ине улар. Беҙ ана шул әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа осҡан туптар уртаһында ла үҫтек...
Мин беренсе класҡа күскән йылды (уға тиклем “нулевой” класта уҡыным) төпсөк ҡустыбыҙ тыуҙы, беҙҙең бәхеткә, әсәй декрет ялына туҡтаны. Сабыйҙы бала табыу йортонан алып ҡайтыу менән диванға һалдылар. Алтын бөртөк туғаныбыҙ тирәләй йыйылыштыҡ. Бала саҡ диваны барыбыҙҙы ла һыйҙырҙы.
– Көнләшмәһендәр, – тип әсәй беҙгә тәүҙә бәпестең кескәй генә тәпәйҙәрен төргәктән сығарып күрһәтте.
Шунан ғына йөҙөн асты. Мин инде түҙемһеҙләнеп уны сисендереп, өҫтөн алмаштырыуҙарын көттөм.
– Бәлки, шаяртҡандарҙыр... ҡыҙҙыр, – тип өмөтләндем.
Әсәйҙең бәпес алып ҡайтасағын белгән көндән алып, мин – ҡыҙ, ҡустым малай, тип һүҙ көрәштерҙек. Үҫә төшкәс, Аллаһтың беҙҙең ғаиләгә ике малай бүләк итеүенә рәхмәтемдең сиге булманы. Ике яғымдан ике ҡанатым булып үҫте улар!
Миңә һигеҙ йәш булғанда, беҙ уҡытыусылар өсөн бирелгән бер бүлмәле кирбес йорттан бала саҡ диваны менән атайҙың тыуған ауылына күсеп ҡайттыҡ. Оҙаҡ тороуҙан ҡарайып бөткән алты мөйөшлө бураның башы, түшәме, йәйергә тип әҙерләнгән иҙән таҡталары һәм ялан уртаһында ишекһеҙ, тишекһеҙ бәҙрәфе генә бар ине. Атайҙың тыуған ауылын яратыу хисе шул ҡәҙәр көслө булды ки, ул бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай ошо өйҙө беҙҙең тыуған нигеҙ булараҡ яратырлыҡ итеп төҙөргә тырышты. Әсәй оҙаҡ ҡарайған бүрәнәләрҙе бик күп йылдар ағартты, ахырҙа балсыҡ менән һылап, обой йәбештерҙеләр. Ғөмүмән, илдә үҙгәрештәр башланғанда, төпләнеп йәшәй башлаған ауылдан күсенеп ҡайтыуыбыҙ беҙҙең ғаилә өсөн бик күп һынауҙар алып килде. Күрше ауылда әсәйгә мәктәптән эш вәғәҙә итеүҙәренә ҡарамаҫтан, 1 сентябрҙә уның урынына башҡа уҡытыусыны алдылар. Атай юҡ эш хаҡына колхозда профком булып эшләне.
Минең менән мәктәпкә йөрөп, аҙмы-күпме белем китабын асып өлгөргән ҡустым беренсе класҡа уҡырға төштө, әммә был ауыл мәктәбен үҙ итмәне. Мин дә яңы класташтарым менән тиҙ генә уртаҡ тел тапманым, ғүмерлеккә ике йыл ғына уҡыған мәктәбемдең уҡыусыһы булып ҡалдым кеүек.
Димде һағындым. Балыҡ кеүек һыуҙан сыҡмай, йылға буйынан ҡайтмай уйнап үткән йәйҙәремде һағындым. Атайымдың тыуған ауылы урмандарға, туғайҙарға бай, тик бәләкәй генә йылғаһын талдар баҫҡан, рәхәтләнеп һыу ҡойонорлоҡ урыны юҡ. Өҫтәүенә, күрше-тирәләге бала-сағалар барыһы ла өләсәй-олатай ҡарамағында үҫкәнгәме, урамға уйнарға сыҡмай ине. Ә беҙ – дүрт фатирҙан торған уҡытыусылар өсөн төҙөлгән йорт балалары, бергә уйнап үҫтек. Ниндәй генә матур уйындар уйнамай инек. Болонға сыҡһаҡ, ярты ауыл бала-сағаһы беҙгә эйәрҙе. Йөҙөк һалыу, буяу һатыусы, ҡасышлы, 12 таяҡ... Күрше ҡыҙы матур итеп һүрәт төшөрә ине. Ҡағыҙҙан беҙгә матур күлдәкле ҡурсаҡтар эшләп, уларға кейемдәрен дә яһағанын сират тороп көттөк...
Тормошомдо бүлектәргә йәки “дивандарға” бүлһәм, Дүсән онотолмаҫлыҡ матур бала саҡ хәтирәләрен һаҡлай. Ни өсөндөр мин уның ҡыштарын хәтерләмәйем. Әсәйҙең сәскәләре, еләктәре, атай үҫтергән биҙрә-биҙрә помидорҙар, картуф баҡсаһында үҫкән ҡарбуздар күҙ алдында...
Бер ауылдан икенсеһенә күсенеүебеҙ беҙҙе тиҙ генә бала саҡтан да тартып алды. Беренсе һәм өсөнсө класс уҡыусыларын айырым уҡытыу өсөн бер бала һаны етмәү сәбәпле, мине күрше ауылға уҡырға бирҙеләр. Бәлки, шуға ла тормошомдоң икенсе “диваны” көҙгө бысраҡ юлдар, ҡышҡы бурандар менән дә күңел түрендә урын алған.
Атай иртәнсәк колхозға эшкә ашыға, планеркаға һуңламаҫҡа кәрәк. Миңә лә өс саҡрым мәктәпкә йүгерәһе бар. Ә ҡустымдың мәктәпкә барғыһы килмәне. Килмәне генә түгел, ярты юлды ла үтмәй, әйләнә лә кире ҡайта ине. Һәр иртә мейес тирәһендә мәш килгән әсәйебеҙ киҫәү ағас менән уны мәктәпкә оҙатты.
Беҙ генә түгел, биш быҙауын Дүсән ауылында үҫтергән Ромашка ла үҙ итмәне яңы нигеҙен. Йөк машинаһының арбаһында алып ҡайтҡанда күҙҙәрен бәйләргә кәрәк ине, тип һуңынан кәңәш биреүселәр ҙә табылды. Һыйырыбыҙ быҙауҙарын эйәртте лә, килгән яҡҡа юл тотто. Бигерәк тә ямғырлы көҙгө көндәрҙә көтөүҙән ҡайтмаған малдарыбыҙҙы күрше ауыл туғайҙарынан эҙләп, кире бороп алып ҡайтыуҙары үҙәккә үтә ине.
Атайға ла туғандары янында бер ауылда йәшәү рәхәтенән бигерәк яуаплылығын да өҫтәгәндер. Ауыр сирҙән олатайым мәрхүм булды. Эштән ғаиләһе янына ашығып ҡайтҡан, мәктәпкә уҡыусылары янына ашҡынып барған атайым йәшлек яҙынан, йәйҙә туҡтап тормай, ғүмер көҙөнә атланы кеүек. Нәҫел дилбәгәһе уға күсте. Ялдарҙа әле береһенә, әле икенсеһенә ағас ҡырҡты, бура бураны, өй башы япты, мунсаһын, аҙбарын һалды. Бер телем икмәген алтыға бүлде ул. Шул алтынсы киҫәге генә беҙҙең өлөшкә төштө. Әммә атай иғтибарын беҙҙең барыбыҙға ла еткерергә тырыша ине. Әйтерһең, уның күңелендә ике кеше йәшәне: береһе – барыһы өсөн үҙендә яуаплылыҡ тойған ағай, уҫалыраҡ, һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы, әммә үҙ туғандарының һүҙенән сыҡмаҫ; икенсеһе – беҙҙең атай, йомшаҡ, шаян, күңеле тулы мөхәббәт ине уның...
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡағаһын ҡағып, газ-һыуын үткәреп, яңы йортобоҙҙа йәшәй башланыҡ. Бала саҡ диваны ҙур залда бәләкәсәйеп ҡалды. Күп йылдар хеҙмәт итте был диван. Иҫкереп, тамам төҫө ҡасҡас, мунса алдындағы бүлмәлә лә торҙо. Ә бына төпсөк ҡустыбыҙҙың декрет аҡсаһын әсәй һаҡлыҡ кенәгәһенә бүләкле иҫәпкә һалған булған. Унда бер меңлек стенка оттоҡ. Ана шул дүрт шкафтан торған стенканы йыйып, өйҙөң уртаһына теҙеп ҡуйғас, артында йоҡо бүлмәһе лә барлыҡҡа килде. Тора-бара шкаф артындағы бүлмәне урталай бүлделәр. Тәҙрәле яғы – минеке, тәҙрәһеҙ яғы малайҙарҙыҡы булды. Стенка төҫөнә тура килерлек итеп, һары төҫкә буяп, атайым ишек эшләне. Ҡыҙ бала тип, эске яғынан бик тә ҡуйҙы. Өҫтәлемде лә үҙ ҡулдары менән яһаны. Күсенгәндә, китап шкафының көҙгөһө икегә бүленгән ине, бер киҫәген ағас рам менән нығытып, миңә көҙгө лә элдек. Китап шкафы менән стена араһында урын ҡалдырып, мәктәп кейемдәрен элерлек ҡоролма ла эшләп ҡуйҙыҡ. Бүлмә алты квадрат метр булғандыр, әммә унда барыһы ла шул тиклем яйлы һәм уңайлы итеп урынлаштырылды, хатта карауат янында ҙур булмаған креслоға ла урын етте. Атайҙан яҡшы төҙөүсе, бөгөнгө заман һөнәрҙәренә килгәндә, интерьер дизайнеры ла сығыр ине.
Бер нисә йыл атай – колхозда, әсәй балалар баҡсаһында эшләгәндән һуң, улар икәүләп ете саҡрым алыҫлыҡтағы күрше ауыл мәктәбенә эшкә урынлашты. Сөнки икеһе лә ысын уҡытыусы булып яралған – тормоштарына дәрестәр, ҡыңғырау, 1 сентябрь етмәне. Кистәрен йәнә атай-әсәй өйгә эш әҙерләне, залдағы өҫтәл уларҙың китап-дәфтәрҙәренә күмелде. Иртән әсәйҙәр – бер яҡҡа, беҙ икенсе яҡҡа юл тоттоҡ. Бурандың беҙгә – ҡаршыға, атай-әсәйемә арттан булыуын теләй инем. Ямғырҙы ла яратманым, көн дә 14 саҡрым араны йәйәү атлаған атай-әсәйем өсөн борсолоуҙарыбыҙ, уларҙың эштән ҡайтыуын көтөүҙәребеҙ... Ат менән дә йөрөнөләр, яҙын икеһенә ике велосипед алдылар. Икәүләп күпме генә тырышып эшләһәләр ҙә, ул ваҡытта машина алырлыҡ мөмкинлектәре булманы.
Мин һигеҙенсе класҡа күскәндә, атай менән әсәйҙе беҙ уҡыған мәктәпкә эшкә саҡырҙылар. Ниһайәт, бала саҡтағы кеүек, атай-әсәйле мәктәптә бергәләп уҡый башланыҡ. Әсәй мине уҡытманы, ә бына атайҙың уҡыусыһы булыу бәхете тейҙе. Был йылдарҙың һәр көнөнөң ҡәҙерен белергә тырыштым. Сөнки яҡындарым менән айырылыу миҙгелдәре яҡынайғанын аңлай инем...
Тормошомдоң өсөнсө “диваны” Өфө менән бәйле. Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәс:
– Дөйөм ятаҡта йәшәй торған бала түгел был, – тип урыҫ әбейенә фатирға урынлаштырҙылар.
Ҡала ла сит, кешеләре лә сит, диваны ла сит. Өҫтәүенә иҫке, ҡаты. Ике бүлмәле фатирҙың йоҡо бүлмәһен бүлеп, шул мөйөшкә ҡыҙҙар индереп, йән аҫраған әбейҙе шығырҙап торған диваны менән уятмаҫ өсөн, төндәрен боролорға ла ҡурҡып ята инем. Рәхәтләнеп ауылыбыҙҙағы диванда йоҡлағым килде. Мин уҡырға сығып киткәс, бүлмәмә ҡустымдарҙың береһе күсте. Ялдарҙа ҡайтҡанда, залдағы диван минең урынға әйләнде. Уны йәйеп һалһаң, артындағы келәм менән ҡапланмаған бүрәнәләр асыла ине. Шул бүрәнәләр араһындағы мүктәр ҙә һағындырҙы. Көн дә әсәйҙәргә хат яҙам, бер аҙна эсендә 18 – 20 бит булып китә. Шунан ҡалын хатымды өйгә алып ҡайтып, уларҙың ҡулына тапшырам, ауылға ҡайтмаған аҙналарҙа ғына почта аша юллайым. Был хаттарҙа: “Барығыҙҙы ла һағынам, хатта өйҙөң мүктәрен дә”, – тигән юлдар бар ине. Мүктәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күреп ятам икән, тимәк, мин үҙ диванымда йоҡлайым, тигән һүҙ.
Әбейем, мин уны “Галя апа” тип йөрөттөм, үҙен уҫал ғына тотто, асылып барманы. Иртүк уҡырға сығып китәм, һуң ҡайтам: атай-әсәй биргән аҡсаның бер һумын да юҡҡа түкмәҫ өсөн бушлай йөрөгән автобустарға нисек тә эләгергә кәрәк. Көн һайын юлыма, барыу һәм ҡайтыу менән бергә, өсәр сәғәт сарыф итәм. Ҡайтып инеүемә, әбейем бар ултырғыстарҙы өҫтәлгә күтәреп, балаҫтарҙы төрөп ҡуя. Тәүҙә тиҙ генә ашарға әҙерләйем. Хужабикәм менән тамаҡ ялғап алғас, иҙән йыуырға тотонам. Галя апайҙарҙа ярты йыл йәшәгәс, татар әбейенә күсендем. Сөнки ҡаты сир менән көрәшкән әсәйемдең бер туған апаһы янына ебәрмәй ине. “Үлергә ятҡан кешегә һин нисек ярҙам итәһең?” – тип, туғандарыма йөрөүемде үҙ итмәне. Әлбиттә, кеше балаһы өсөн яуаплылыҡ тойған хужабикәм борсолғандыр. Ә минең ауылға ҡайтмаған аҙналарҙа күңелемә йыуаныс эҙләп, Өфө ҡалаһындағы берҙән-бер яҡын туғандарым менән осрашҡым килде. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәренә саҡырып тороуына ҡарамаҫтан, ҡыҙы, улы, ейәне менән бергә йәшәгән апайымды мәшәҡәтләүҙән ҡурҡып, уларға күсенергә лә ризалашманым. Ҡырҡ йәшендә бәхет күген яман шеш болоттары ҡаплаған апайым, беҙ уны яратып “әбей” тип йөрөтә инек, үҙенең хәле хәл булыуына ҡарамаҫтан, һаман мине ҡайғыртты. Ял көндәрендә тәмле ризыҡтар бешереп көтөп алды. Минең беренсе хикәйәләремде лә ул уҡыны.
Тыуған көнөм ине, минең хөрмәткә апай сәк-сәк бешергән. Икәүләп кенә сәй эсеп ултырабыҙ. “Туғаным, күрше урамда бик яҡшы татар әбейе йәшәй. Уларҙа урын юҡмы икән?” – тип һүҙ башланы ул. Ысынлап та, беренсе көндән үк Миңлегөл әбей менән бер-беребеҙҙе үҙ киттек. Тиҙ арала өсөнсө өләсәйемә әүерелде лә ҡуйҙы. Әсәләрсә ҡайғыртты мине. Мине генә түгел, туғандарымды ла, ҡунаҡҡа килгән ауылдаштарымды ла асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды ул. Ҡазан тарафынан Өфөгә яҙмышы димләп килтергән әбейем, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик шәп ине. Сүп-сар түгергә лә иренен буямай сыҡманы. Иртә менән сәсенә ҡыҙының толомон да үреп ҡуя ине. Кисен фатирҙа сирень еҫтәре тантана итте – сәскәләрҙән үҙе яһаған төнәтмәләрен аяҡ-ҡулдарына һөртмәйенсә йоҡларға ятманы.
Уҡыуымдан ҡайтыуға ашарға әҙерләп, мендәрҙәр менән ҡаплап ҡуя ине. Мин уның янына ашығып ҡайтам, беләм: минһеҙ төшкө ашты ла ашамай.
– Миңлегөл инәй, мине көтмәгеҙ, ашағыҙ инде, — тигән һайын үҙ һүҙен һүҙ итте. Рәхәтләнеп, иркәләнеп йәшәнем Миңлегөл инәйҙә. Бер генә уңайһыҙлыҡ: диваны ғына ҙур соҡорло. Ҡайһы мөйөшөнә ятһаң да, шул урталағы соҡорға әйләнеп килеп төшә инем.
Өсөнсө курсҡа уҡырға килгәндә, дөйөм ятаҡҡа күстем. Комендант – үҙебеҙҙең райондыҡы. Бер бүлмәгә райондаштарын урынлаштырҙы. Мин дә яҡташтарым менән бергә эләктем. Йылы һыуһыҙ, душһыҙ дөйөм ятаҡҡа тиҙ яраҡлаштым. Һыуҙы сәйнүк менән йылытабыҙ ҙа биҙрәгә һалабыҙ, сүмесләп бер-беребеҙгә ҡойоп торабыҙ. Шулай сәс йыуыла. Һыуытҡыс юҡ. Әсәйҙәр ебәргән бер тауыҡты килгән көндө үк бешереп ашайбыҙ. Телевизор юҡ. Ауылдан ватыҡ транзистор алып килдем. Уны көйләп, антеннаһыҙ ғына бер сәнске менән тыңлай инек. Сөнки телеүҙәк янында йәшәнек. Иң рәхәте дөйөм ятаҡта: карауатың бер нисә йылға һинеке, әбейҙеке түгел! Тик ул иҫке тимер карауаттың сеткаһы ғына иҙәнгә ҡәҙәр һуҙылды. Йоҡарып бөткән матрасы ла сетканың эсенә инеп бөтә ине...
Атай эш буйынса Өфөгә килгәндә, беҙгә тоғо менән картуф индереп сыға. Карауатым ғына уңайһыҙ, тип зарланғанмындыр. Йә атайым үҙе ултырыу менән барыһын да аңлағандыр. Ана шул ауылдан килгән картуф тоҡтарының бауҙары менән сеткаһын бәйләп, тарттырып ҡайтып китте. Бына рәхәт! Аҙмы-күпме күтәрелде, йырлай-йырлай иҙәнгә ҡәҙәр һуҙылмай башланы, рәхмәт атайыма!
Киләһе йылды беҙҙең дөйөм ятаҡ бәҙрәфенә ремонт яһалды. Унан йылы һыу бирҙеләр, душ асылды. Йәнә рәхәт: ауылға ҡайтмаған аҙналарҙа душҡа инәм, тип, туғандарҙы борсоп йөрөйһө юҡ! Беҙ бишенсе курсҡа еткәндә, бүлмәбеҙҙә һыуытҡыс та, телевизоры ла, пейджеры ла пәйҙә булды. Өҫтәүенә яңы карауаттар бирҙеләр. Беҙҙән дә бәхетлеһе булмағандыр! Әммә диплом алыу менән дөйөм ятаҡтан оло тормош юлына оҙаттылар.
Өсөнсө курстан нәшриәттә эшләгәнгә күрә, йәй көнө иркенләп ял итеү мөмкинлеге булманы, эшләргә кәрәк ине. Эште дауам итеү өсөн ҡайҙалыр йәшәргә кәрәк. 2003 йылдар. Ул ваҡытта тиҙ генә фатир табыу мөмкинлеге лә булманы. Өфөлә йәшәгән берҙән-бер яҡын туғандарымдың да тормоштары үҙгәрҙе. Апай китте, балалары үҙ донъяларын ҡорҙо. Өҫтәүенә, ғаиләгә күтәрә алмаҫлыҡ һынауҙар килгәндә, ситкә китеп йәшәгән олатайым икенсе ҡатынын эйәреп, өс бүлмәле фатирҙың залына хужа булып урынлашты. Хатта ишегенә йоҙаҡ ҡуйҙы.... Икенсе генә ҡат булғанғамы, өйҙәрендә йәй буйы серәкәй йонсота. Серәкәйҙән дә бигерәк, ғәзиз апайыбыҙ урынына үҙен хужа итеп тотҡан сит ҡатынды ҡабул итә алманым...
Был ваҡытҡа Миңлегөл әбейҙең дә тормошо аҫты өҫкә килде. Ул да, үҙ өйөндә урын тапмай, күп ваҡытын урамда үткәрҙе. Төпсөк ҡыҙы ире, дүрт балаһы, килене, ейәне менән мин йәшәп торған бүлмәгә күсеп ҡайтҡандар. Һуңғараҡ урыҫ әбейем Галя апайҙы ла осраттым. Урамда таяҡҡа таяған килеш ултыра ине. Инсульт кисергән. Мине күргәс, таныны, икебеҙҙең дә күҙҙәргә йәш тулды. Ҡалтыранған ҡулдары менән ҡулымдан тотҡан килеш бер-беребеҙгә ҡарашып торҙоҡ...
Бына шулай, үҙебеҙгә урын тапмай йөрөгәндә, Ҡаҙағстандан бер дуҫыбыҙ әсәһе менән Ҡазандан ҡайтышлай Өфөлә туҡталды. Уларҙы ҡунаҡ итеү мөмкинлеге булманы, Салауат Юлаев һәйкәленән алып Үҙәк баҙарға ҡәҙәр Өфө урамдарын йәйәү ҡарап йөрөнөк тә, һаубуллашып, автобусҡа оҙаттыҡ. Баш ҡалабыҙ ҡунаҡтары ғына беҙҙең ҡайтыр мөйөшөбөҙ юҡлығын белмәй ине. Киске ундар. Эскәмйәлә ултырабыҙ. Әхирәтем:
– Асҡыс бар ҙа бит, әммә ул фатирҙа бер әйбер ҙә юҡ. Диван-өҫтәл алһалар, күсенергә мөмкин булыр ине... – тип көрһөнөп ҡуйҙы. Унан бер фекергә килеп: – Шунда ғына барып йоҡлайбыҙмы әллә? – тип тәҡдим итте.
Ул да туғандарынан туғандарына йөрөп арыған ине. Магазиндан минераль һыу, банан һәм алма алдыҡ та, Үҙәк баҙарҙан алыҫ түгел Карл Маркс урамында ғына урынлашҡан йорттоң икенсе ҡатындағы бер бүлмәле фатирҙың ишеген асып индек. Яңы ғына обой йәбештереп, иҙәндәре буялған фатирҙа ысынлап та, бер әйбер ҙә юҡ. Бары тик ишек төбөндә матур итеп реклама гәзиттәре өйөп ҡуйылған. Улар уҡылмаған, яңы баҫманан ғына төшкән – еҫе аңҡып тора. Күрәһең, ремонт ваҡытында кәрәге тейер, тип алып ҡайтҡан булғандар.
Гәзиттәрҙе бүлмәгә алып инеп, иҙәнгә келәм һымаҡ йәйҙек тә, арыған аяҡтарыбыҙға ял биреп, һуҙылып ултырҙыҡ. Әхирәтемдең пакетында бер футболка, йоҡо күлмәге һәм шампунь менән теш щеткаһы бар. Футболкаһын миңә һуҙҙы, өҫтәрҙе алмаштырҙыҡ. Йәйге сепрәк сумкаларыбыҙҙы бушаттыҡ та гәзиттәрҙе бөгәрләп тултырҙыҡ. Бына тигән мендәр килеп сыҡты. Һәм иң һөйөндөргәне: гәзиттәр араһында ҙур форматлы 48 битле гәзит тә бар ине. Сумкаларҙан сыҡҡан ваҡ-төйәктәр араһында булавка табылды. Юрған ҡәҙәре яһап, был гәзиттең биттәрен беркеттек. Өҫтөбөҙгә ябырлыҡ ҡалын ғына япма килеп сыҡты. Утты һүндереп, йоҡларға яттыҡ. Йоҡлап булмай, көлөшәбеҙ. Балкон тәҙрәһе аша урамдағы бағананан ут төшә. Әйтерһең, ул да беҙҙән көлә: баш аҫтында – гәзит, өҫтөбөҙҙә – гәзит, гәзит өҫтөндә йоҡлап ятабыҙ. Өҫтәүенә, үҙебеҙ ҙә гәзит редакцияһында эшләйбеҙ. Күңелдә генә түгел, телдә лә уйылып ҡалғаны: иртән теште шампунь менән таҙартып, банан ашап, эскән минераль һыу тәме...
Ул көндө әхирәтем менән эштә лә тыныс ҡына яҙышып ултырған ерҙән туҡтай алмай пырхылдап көлә башланыҡ. Беҙҙең менән бер кабинетта ултырған мөхәрриребеҙ ҙә, хеҙмәттәштәребеҙ ҙә сәбәбен аңлай алманы. Үҙебеҙҙән үҙебеҙ көләбеҙ! Ҙур тормоштоң дипломлы йәш белгестәрҙе шулай ҡаршы алыуынан күҙ йәштәре аша көләбеҙ. Бер-беребеҙгә һүҙ бирҙек: был турала бер кемгә лә һөйләмәҫкә! Теп-теүәл 20 йыл ваҡыт үткән. Бер кемгә лә һөйләмәнем, дуҫым, бары тик яҙырға ғына булдым. Ғәфү ит!
Эштән һуң туғандарҙан юрған менән мендәремде барып алдым. Был кистә мине юғалтыусы булмаған. Икенсе төндө лә беҙ шул уҡ гәзиттәрҙә, әммә юрған йәйеп һәм мендәр һалып иҙәндә йоҡланыҡ. Аҙна-ун көн үткәс, хужалар диван килтерҙе. Яңы диван. Өҫтәл бар, әммә ултырғыстар юҡ – баҫып сәй эсәбеҙ. Бер көн иртәнсәк ишек бигенең эске яғынан арҡыры бер тимере килеп төштө. Иҙәндән алып, тиҙ генә кире урынына индерҙек тә, тыштан бикләп, эшкә ашыҡтыҡ. Ул көндө лә һуңға ҡәҙәр редакцияла тотҡарландыҡ. Ҡайтыуыбыҙға ишек асылманы. Беҙ тағы урамда ҡалдыҡ. Ҡаланың икенсе башында йәшәгән туғандарға барырға ваҡыт инде һуң, фатирлы дуҫтар ҙа юҡ. Һәр ҡайһыбыҙ – ауыл балаһы.
Үҙәк баҙар янында әсәйҙең ике туған ағайҙары йәшәй ине. Йәйәү генә атлап барып, уларҙың ишеген шаҡыныҡ. Еңгәй йәй көнө баҡсаларында ҡуна ҡала икән. Олатайым тиҙ генә һурпа йылытып, беҙгә ашарға ултыртты. Күңелдәргә йылы йүгерҙе. Хәлебеҙҙе һорашып, зал бүлмәһендәге дивандан урын тәҡдим итте. Диван беҙҙең йорттарҙа шундай әйбер, ғәҙәттә беҙ уға ултырабыҙ, көндөҙ генә бер аҙ ойоп тора алабыҙ, әммә йоҡламайбыҙ. Уның өсөн карауат бар. Ҡунаҡ килһә, диванлы бүлмәлә уларға урын һалабыҙ. Был кистә беҙ ҙә ҡунаҡта инек. Зал бүлмәһе олатайымдың эш кабинеты булараҡ та хеҙмәт итә. Кәштәләрҙә – том-том китаптар. Тарих биттәренән яҡшы таныш исемдәр. Өҫтәл тулы гәзит. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эштән туҡтамаған ине ул. Күҙемде асыуға, олатайым бер ҡосаҡ гәзиттәрҙән яңылыҡтарҙы ҡарап сығып, был көнгә планлаштырылған эштәренең оҙон исемлеген төҙөп тә ҡуйған. Был исемлек күҙ алдында уйылып ҡалды, иҫкә төшкән һайын, олатайым кеүек, мин дә эш пландарын төҙөп ҡарайым, тик көн дауамында яртыһын да эшләп өлгөрмәйем. Олатайыма рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, ваҡытлыса йәшәп торған фатирыбыҙға юл тоттоҡ. Хужа килде. Уның асҡысы ла ишекте асманы.
– Йоҙаҡты эстән ватҡанһығыҙ, – тине.
Беҙ ни өсөндөр тимерҙең килеп төшөүен әйтергә ҡыйманыҡ. Беренсе ҡатта йәшәгән күршеләренән инеп, үҙенең балкон тәҙрәһен ватты. Быяла киҫәктәре менән бергә беҙҙең йөрәк тә бер нисә киҫәккә бүленгәндәй булды. Икенсе ҡат булыуына ҡарамаҫтан, нигеҙҙе лә һанаһаң, бейек кенә ине. Себер яҡтарында эшләп йөрөгән йәш ир етеҙ хәрәкәттәр менән бер балкондан икенсеһенә еңел генә күтәрелеп, өйҙөң ишеген эстән асты. Шулай итеп, беҙҙең арҡала ремонт яһалған фатирҙарына яңынан тәҙрә ҡуйырға тура килде.
Был фатирҙан һуң тағы бер нисә фатир, бер нисә иҫке диван алмаштырҙыҡ. Унан әхирәтем Ҡазанға юл тотто. Ә минең ҡустыларым бер-бер артлы Өфөгә уҡырға килделәр. Туғандарым менән бергә йәшәй башланыҡ. Мин эшләйем, ә ике студентым киске аш әҙерләп тора. Аштың тәменән генә түгел, кишер һәм картуфтың туралыуынан кем әҙерләгәнен тоям. Рәхәт миҙгелдәрем. Ҡустыларым минең илһам сығанаҡтарым да булды. Һәр яҙған мәҡәләмде уҡыйҙар, фекерҙәрен белдерәләр. Әммә бер ваҡытта ла:
– Дилә апай, был әҫәреңдә кем тураһында яҙҙың? Ҡайҙан алдың был геройҙарыңды? – тип һораманылар.
Атай-әсәй үҫтергән бер башмаҡты һигеҙ меңгә һатып, бер аҙ үҙемдең аҡсаны ҡушып, әхирәтемә лә бурысҡа инеп, компьютер алған инек. Ут яҡтыһында, мин клавиатураға баҫҡан тауышҡа тыныс ҡына йоҡланы туғандарым. Был йылдарҙа мин күләмле хикәйәләр яҙҙым, “Яңы татар пьесаһы” конкурстарында ҡатнаштым. Үҙебеҙҙең нәшриәттә хикәйәләр конкурсы үтте. “Ҡыҙ бала ҡурсаҡ түгел” исемле хикәйәм менән өсөнсө урын алдым. Бүләккә диван тапшырҙылар. Эш хаҡымды йыйып, әсәйҙәргә алып биргән беренсе бүләгем дә диван булды. Ниһайәт, кеше фатирында аҡса түләп йәшәһәм дә, үҙ диванымда йоҡлау бәхетенә ирештем. Тик... диуана яҙмыштың үҙ юлы, беҙгә буйһонмаған юғары ҡағиҙәләре, үҙ һынауҙары бар шул...
2007 йылдың 9 апрелендә яҙмыш китабының атайһыҙ биттәре асылды... Аяҡ аҫтында ер убылды... Бәхетемә, ике яғымда ике осор ҡанатым бар ине, улар мине көслө итте. Бар ауырлыҡ әсәйебеҙҙең иңенә төштө. Беҙ – өсәү, беҙ бергә ​​инек, әсәйҙе яңғыҙлыҡ утында яндырҙыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, эшләгән мәктәбемдән айырылмайым, тип ул ауылда ҡалды. Бөгөн дә ошо көндәр өсөн үҙемде ғәфү итмәйем... Һәр ҡайһыбыҙҙың күңелендә тәрән яра уйылды. Беҙ һыуыҡта бөрөшкән сәскәләргә оҡшап ҡалдыҡ. Ҡояш нурҙарының йылыһын тойғансы, йылдар артынан йылдар үтте...
Туғандарым уҡыуҙарын тамамлап, эшкә урынлашты. Бер көн килеп төпсөк ҡустым:
– Апай, һин беҙҙең юлды бүлеп тораһың! Һин тормошҡа сыҡмай тороп, өйләнә алмайбыҙ, – тип, уйыны-ысыны менән шелтә белдерҙе.
Нисә йылдар миңә терәк булған бала саҡ мөхәббәтем дә сабыр ғына көттө. Ниһайәт, ризалаштым...
Йәнә сит өй, сит иҫке дивандар. Тормош иптәшем янында, бер аҙ иркәләнеп, үҙемде көйләтеп:
– Был дивандарҙа йоҡламайым! – тинем.
Шул уҡ көндө һеңлекәштәренән резина матрас алып ҡайтты ул. Беҙҙән бер йыл алда өйләнешкән йәштәр ҙә ғаилә тормошон ана шул матрастан башлаған ине. Уға тын тултырғас, бүлмәнең яртыһын биләне. Ике иҫке сит диван ғына, йәйҙең иң эҫе миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, ҡояштан ҡыҙған таш фатирҙа резина матрасты үҙ итеүемде аңлай алмағандыр. Фатир хужаһынан иҫке дивандарының береһен генә булһа ла алып китеүен һорап, туй аҡсаһына алған беренсе уртаҡ әйберебеҙ диван булды. Үҙ мөйөшөбөҙҙө булдырғас, бер бүлмәле фатирға ла ике диван ултырттыҡ. Килгән ҡунаҡтарға урын булһын! Ҡыҙыбыҙ тыуғас, йәшәгән фатирыбыҙ ҙа ҙурайҙы, дивандар һаны артты. Туғандарым өйләнде, бер-бер артлы ейәндәр тыуҙы. Бөгөнгө көндә әсәй беҙҙе эшкә оҙата, ​​әсәй көтә, тәмле аштары менән әсәй ҡаршы ала...
Һүҙемде башлағанда, диван алмаштырырға яратам, тинем. Әммә ҡыҙыбыҙҙың кескәй эҙҙәрен һаҡлаған, төҫөн дә юйып барған бала саҡ диванын ғына бер йыл инде алыштыра алмайым. Кистәрен ана шул диванда ултырып телевизор ҡараған әсәйем янына киләм дә, башымды уның итәгенә һалып, ял итәм. Рәхәт миҙгел! Ҡат-ҡат ҡабатланһын!..

* * *
Һуңғы диваным ниндәй буласағын күңелем менән тоям. Әхирәт дивандары ла йомшаҡ, нурлы, йылы булһын ине...

Дилә МӨХӘРРӘМ-ХӘЙРЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас