

Земфира РӘШИТОВА исеме башҡорт йәштәре араһында үтә лә популяр ине. Бихисап Бөтә Рәсәй гранттар конкурсы еңеүсеһе, «Мисс Содружество» Республика этник матурлыҡ һәм талант фестивален ойоштороусы булараҡ күптәргә өлгө булып тора. Әммә бөгөнгө көндә үҙенең исемен башҡорт милли сәнғәте тарихында ысын мәғәнәһендә мәңгеләштерҙе — ул ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге профессионал ҡурайсы булып танылды.
Земфираны милли музыка ҡоралы ҡурайһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай — уны юлдашы, моңдашы итеп алыуға ике тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үткән. Оло һөйөү, ныҡышмаллыҡ, талант һәм маҡсаттар менән киләсәген билдәләгән ҡыҙ үҙ тәғәйенләнешен белеп, аңлап, милли сәнғәткә хеҙмәт итә.
— Земфира, һиндә сәнғәткә һөйөү ҡайҙан килә?
— Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем, ошонда белем алдым. Йәйге ялдарым гел ауылда үтте. Атайым Архангел районынан, ғүмере буйы заводта эшләне. Ә әсәйем — медицина хеҙмәткәре, уның яҡлап тамырҙарым Дүртөйлө яҡтарына барып тоташа. Олатайым аккордеонда уйнаған, өләсәйем иһә хәҙер ҙә, 93 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик матур йырлай. Уларҙың һәләте, сәнғәткә һөйөүе миңә күскәндер тип уйлайым, сөнки үҙемде белгәндән алып моң яратам. Һаман да хәтерләйем, өләсәйемә ҡушылып йырлай-йырлай өйрәнгән тәүге башҡорт телендәге йыр «Уфтанма» булды. Уны ултырғысҡа баҫып, өйгә килгән ҡунаҡтар алдында ла йырлай торғайным. Ә ҡурай моңон тәүге тапҡыр телевизорҙан ишеттем, аҙаҡ инде ғаиләбеҙ менән концерттарға йөрөй башлағас, һәр ваҡыт ҡасан ҡурай уйнарҙар икән тип көтөп ултырғаным иҫтә ҡалған.
— Ә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү үҙеңдең теләк инеме?
— Ул йылдарҙы иҫкә алам да, яҙмыш мине үҙе ҡурайға алып килде тигән һығымта яһайым. 12 йәштәр тирәһендә нимәгәлер көслө аллергия башланды. Үпкәләрҙе нығытыу өсөн тынлы музыка ҡоралында уйнарға кәрәк, тинеләр. Әсәйем 15-се музыка мәктәбенә барып шул турала һорашҡан. Бәхетемә күрә, мәктәптә ундай төрҙән бары тик ҡурай класы ғына булған, мине шунда уҡырға бирҙеләр. Ҡурай серҙәренә өйрәткән тәүге уҡытыусым Руслан Сәғит улы Кирамов булды. Артабан Өфө сәнғәт училищеһында, Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимов класында белем алдым. 2019 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Унда инде мине йәш, әммә талантлы педагог Венер Йылҡыбаев уҡытты. Бөгөнгө уңыштарым, оҫталығым өсөн атай-әсәйемә һәм өс уҡытыусыма рәхмәтлемен.
— Тәүге тапҡыр ҡурай менән сығыш яһағаның нимәһе менән иҫеңдә ҡалды?
— Ул саҡта музыка мәктәбендә генә уҡый инем әле, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы үтте. Класта, уҡытыусың менән икәүҙән-икәү генә булғанда уйнау бер эш икән ул, ә тамашасы алдына сығыу бөтөнләй икенсе. Һаман да хәтеремдә: микрофон алдына барып баҫтым да уйнай башланым. Ҙур залдың тап минең башҡарыуҙағы ҡурай моңона сорналыуы, тамашасыларҙың иғтибары ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ хисе уятты. Етмәһә, милли кейемдә сығыш яһауым да минең өсөн онотолмаҫлыҡ ваҡиға ине — үҙемде ысын башҡорт ҡыҙы, ҡурайсы итеп тойҙом.
Конкурста мин берҙән-бер ҡурайсы ҡыҙ булдым. Шуғалыр, ҡатнашыусылар тарафынан да, баһалама ағзаларынан да ҙур иғтибар тойҙом. Фекерҙәр төрлө ине. Әммә минең өсөн был көн матур мәл булып иҫтә ҡалды: билдәле шәхестәр, исемле ҡурайсылар менән таныштым, күбеһе күңелемде күтәрерлек кәңәшен бирҙе. Тап шул мәлдә яҙмышымды сәнғәт, ҡурай моңо менән бәйләргә тигән ныҡлы ҡарарға килеп, училещеға барырға хәл иттем дә инде.
— Беҙҙә нисектер ҡурайҙа егеттәр генә уйнай, тигән ҡараш йәшәне. Был стереотипты, дөрөҫөн әйткәндә, һин емерҙең…
— Эйе, сәнғәт училищеһына имтихандар биреп йөрөгәндә үк миңә думбыра, ҡылҡумыҙҙа өйрәнергә тәҡдим иттеләр. «Ҡурай бүлегенә алмаһағыҙ, бөтөнләй уҡырға килмәйем», — тип яуапланым. Һүҙемдән кире ҡайтырға уйымда ла булманы, ныҡышмаллыҡ күрһәттем. Буласаҡ уҡытыусым Ришат Рәшит улы янына саҡырып алып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Миндәге ынтылышты, теләкте күреп, ул үҙенең класына алды.
Уҡый башлағас та, һорауҙар күп булды. Ҡайһы бер кешеләр ҡыҙ кешенең ҡурайҙа уйнауын ҡабул итә алманы, шикелле. Килешмәй бит, ниңә кәрәк ул тип тә әйттеләр. Әммә ҡурайҙың, уның моңоноң тап минеке булыуын, ҙур сәхнәләрҙә уйнарға тейешлегемде аңлағайным инде. Негатив сәскән кеше һүҙенә, интернет селтәрендәге яҙмаларға иғтибар итмәнем. Бер ваҡытта ла милли уйын ҡоралынан ситләшергә тигән уй миндә булманы. Конкурстарҙа, фестивалдәрҙә йыш ҡатнаштым, урындар яуланым, концерттарҙа сығыш яһаным. Шул уҡ ваҡытта үҙемде ҡурайҙа уйнаған ҡыҙ булараҡ ҡына баһалауҙарын теләмәнем. Баһалар енескә, йәшкә ҡарап түгел, ә оҫталыҡ буйынса бирелергә тейеш. Ир-егеттәрҙән ҡалышмаҫ өсөн даими шөғөлләндем, үҙемә юғары талаптар ҡуйҙым. Йылдар үтте, ә инде институтҡа уҡырға килеүгә, был һүҙҙәр тынды — ҡыҙҙарҙың да ҡурай уйнай алыуына өйрәнделәр, шикелле.
— Әлеге ваҡытта ҡайҙа эшләйһең?
— Уҡыуҙы тамамлағас, «Башҡортостан» дәүләт концерт залына урынлаштым. Бер нисә йыл «Ҡолонсаҡ» балалар ҡурайсылар ансамбленә етәкселек иттем. 2020 йылда «Хазина» этно-төркөмөн ойошторҙом. Ижадым башлыса төркөм менән берлектә бара.
— Аҙ ғына ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, «Хазина» үҙен республикала ғына түгел, барлыҡ төрки донъяла ла танытып өлгөрҙө…
— Эйе, беҙ йылдан-йыл популярлыҡ яулайбыҙ. Төркөм тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора һәм беҙ милли музыка ҡоралдарында уйнайбыҙ. Шулай уҡ йырсыбыҙ ҙа бар. Йыл һайын яңы концерт программаһы сығарабыҙ. Маҡсатыбыҙ — яңы форматта, әммә боронғолоғон, асылын юғалтмай ғына милли мәҙәниәтебеҙҙе популярлаштырыу. Беҙ бары тик уларҙы заманса аранжировка менән биҙәйбеҙ. Артабан да ошо йүнәлештә эшләргә ине. Рәсәй буйлап гастролдәргә йөрөйбөҙ, бик күп фестивалдәргә саҡырыуҙары шатландыра. Тимәк, беҙҙең менән генә түгел, ә башҡорт милли сәнғәте, фольклоры менән дә ҡыҙыҡһыналар. Хакасияла үткән «От ыры» Бөтә Рәсәй этник эстрада фестивалендә еңеү яуланыҡ, В. В. Андреев исемендәге оркестрҙар һәм ансамблдәр конкурсында 2-се урынға лайыҡ булдыҡ. НТВ каналының «Таланттар иле» проектының ярымфиналына ла үткәйнек. Ә тәүге альбомыбыҙ менән Волга буйы йәштәренең «Ясна музыка» этнофестивалендә гран-при алдыҡ. Ә «Юлдаш+» йәштәр радиоһы 2022 йылда уҡ беҙгә «Йыл төркөмө» номинацияһын тапшырғайны. Бындай уңыштар тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйырға, алға барырға әйҙәй.
Репертуарға элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡарған халыҡ ижады өлгөләрен алырға тырышабыҙ. Төркөм ҡыҙҙары береһенән-береһе талантлы, үҙенсәлекле, шул уҡ ваҡытта үҙ-ара бик татыубыҙ. «Хазина»ның музыканты ғына түгел, етәксе булараҡ иңемә бик күп бурыстар һалынған — менеджер ҙа, креатив продюссер ҙа үҙем. Йырсы, ҡумыҙсы Зәлиә Нурлы «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансабле солисы — «Ирәндек моңдары» конкурсының гран-при эйәһе. Ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғиниәтуллинаны ышаныслы рәүештә ҡылҡумыҙҙы тергеҙеүсе, тип тә әйтергә була. Уның кеүек оҫта, хисле һәм фәлсәфәүи итеп бер кем дә был музыка ҡоралында уйнай алмай. Төркөмдөң иң йәш артисы — думбырасыбыҙ Гөлназ Нафиҡова. Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала. Беҙҙең тағы ла бер ҡылҡумыҙсыбыҙ бар — сәнғәт училищеһы һәм институты уҡытыусыһы Нәйлә Биктимерованы ла үҙебеҙгә алдыҡ. Бына шундай талант эйәләрен туплаған хазина беҙ.
— Ижадтан тыш тағы ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙарың бар?
— Улар бик күп, тик ваҡыт ҡына еткерә алмайым. Бер осор бөтә ваҡытымды тик ижадҡа ғына бүлә башлағайным, әммә рухи яҡтан үҫеш өсөн башҡа шөғөлдәргә лә иғтибар бүлергә кәрәк. Спорт менән шөғөлләнәм, китап уҡырға яратам, психология һәм тарих менән ҡыҙыҡһынам. Әлеге ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институтының ассистент-сажеры булыуым менән дә ғорурланам. Был ҡыҙыҡһыныуҙарым минең ижадымда ла сағылыш таба тип уйлайым.
Иремде милли ризыҡтар менән һыйларға тырышам. Тағы ла өләсәйем, атай-әсәйем менән мөмкин тиклем күберәк аралашырға тырышам. Берҙән-бер балалары булараҡ, улар минең иғтибарыма мохтаж. Үҙҙәре лә мине бар яҡтан әйҙәләп, ярҙам итеп торалар, һәр бер концертҡа килеп, сығыштарымды ҡарайҙар, кәңәштәрен бирәләр.
Тағы ла грант аҡсаһына «Мисс содружество» конкурсы ойоштора инем. Унда төрлө милләт һәм ил ҡыҙҙары ҡатнашып, матурлыҡта ғына түгел, талант һәм дуҫлыҡ номинацияларында ла сығыш яһаны. Был проекттың юғалып ҡалыуын теләмәйем, киләсәктә лә ойоштороу өсөн мөмкинлектәр һәм ваҡыт табырға кәрәк.
— Земфира, беҙ һине сәйәхәтсе булараҡ та беләбеҙ. Донъяның төрлө мөйөштәрендә ҡурай моңо яңғыратаһың…
— Ысынлап та, сәйәхәт яратам. Эш һәм ял итеү маҡсатында 14 илдә булдым. Рәсәй буйлап та күп йөрөргә тура килә. Һуңғы йылдарҙа әүҙем рәүештә үҙ блогымды алып барам, унда ҡурайға арналған яҙмалар бик күп. Ҡайҙа ғына барһам да, иҫтәлекле урындарҙа ҡурай уйнап видео төшөрөргә тырышам. Мәҫәлән, Мысырҙа халыҡ көйө «Турат сағылы»н, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Бурдж-Хәлифәлә «Зөлхизә»не яңғыраттым, Бөйөк Ҡытай диуары, Камчаткала янартау янында, Таиландта филдә һыбай йөрөп ҡурайҙа уйнаным. Ул видеоларҙың популярлыҡ яулауы, башҡа милләт халыҡтары араһында ла беҙҙең милли мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килеүе шатландыра. Эш буйынса ла йөрөйбөҙ. Быйыл тәүге тапҡыр «Хазина» менән Ҡытайҙа сығыш яһаныҡ. Сит ил, сит милләт халыҡтары араһында сығыш яһағанда икеләтә яуаплылыҡ тоям: уларҙың беҙҙең моңдо нисек ҡабул итеүе минең оҫталыҡтан тора. Ә инде уларҙың һоҡланыуын, ҡыҙыҡһыныуын күрһәм, сығыштан һуң яныма килеп, ҡайһы яҡтын булыуымды һораша башлаһалар, Башҡортостандан, шундай бай мираҫлы башҡорт халҡының вәкиле булыуыма ғорурланам.
— Быйыл һинең шәхси тормошоңда ла ҡыуаныслы ваҡиға булды. Һөйгән йәрең менән ҡайҙа, нисек таныштығыҙ?
— Эйе, 1 сентябрь көнө һөйгәнем менән никах уҡыттыҡ. Тормош иптәшемдең исеме — Филүс, нефть сәнәғәте өлкәһендә эшләй. Мәктәп йылдарында үҙе лә ҡурайҙа уйнаған, данлыҡлы шәхесебеҙ Азат Айытҡоловтың уҡыусыһы. Беҙ интернет селтәрендә танышып, аралашып киттек. Ул ҡурай тураһында бик күп һорауҙар биргәйне, уны концертыбыҙға саҡырҙым. Гөлләмә тотоп килгәйне, шул көндө үк дуҫлашып киттек.
Беҙҙе ҡурай моңона, милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу, илһөйәрлек тойғоһо берләштергәндер. Шуға ла ул минең һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыуымды, гастролдәр менән юлда йыш йөрөүемде аңлап ҡабул итә. Киләсәктә балаларыбыҙҙы ла мотлаҡ сәнғәткә һәм тыуған телгә һөйөү менән тәрбиәләгебеҙ килә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.