Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Августа , 10:20

Игеҙәктәр – илгәҙәктәр

1992 йылдың 3 июнендә Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында ла Ғәлиә менән Хәйҙәр Ибраһимовтар ғаиләһендә бер-береһенә өс тамсы һыуҙай оҡшаш өс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килә.

Игеҙәктәр – илгәҙәктәрИгеҙәктәр – илгәҙәктәр
Игеҙәктәр – илгәҙәктәр

Бер-береһенә өс тамсы һыуҙай оҡшаш өс игеҙәк донъя кимәлендә бик һирәк осраған күренеш һанала. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 200 миллион кеше араһында бер тапҡыр ғына тура килергә мөмкин. Һәр береһенең яҙмыштары ла төрлө. Мәҫәлән, АҠШ-та “Өс таныш булмаған таныштар” булараҡ билдәле, 1961 йылда донъяға килгән өс бер туған игеҙәктәрҙе тыуғас та йәшерен психологик эксперимент өсөн айыралар. Ун туғыҙ йәштәрендә улар осраҡлы рәүештә генә осраша һәм был донъя тарихында ғәжәп ваҡиға була. Һуңғараҡ өсөһөнөң яҙмышы тураһында документаль фильм төшөрөлә.

Буҫтыбай игеҙәктәре

1992 йылдың 3 июнендә Күгәрсен районының Буҫтыбай ауылында ла Ғәлиә менән Хәйҙәр Ибраһимовтар ғаиләһендә бер-береһенә өс тамсы һыуҙай оҡшаш өс игеҙәк ҡыҙҙар донъяға килә. Улар был донъяға ауаз һалғансы уҡ, әсәй кеше йөрәге аҫтында өс бала йөрөткәнлеген, һәр береһенең холҡо ла төрлөсә буласағын сабыйҙар хәрәкәт итә башлағас та төшөнә. Әлбиттә, балаларҙың нисек үҫкәнен, уларҙың хәлен тикшереп, ҡарап торорға УЗИ кеүек замана технологияһы беҙҙең яҡҡа килеп етеп өлгөрмәй. Әсәй кешегә бер юлы өс балаға ғүмер биреү еңел генә бирелмәй. Аяҡтары һыҙлай, шешенә. Алдан дауаханаға ятып һаҡланырға ла тура килә. Хәлһеҙләнгән йөклө ҡатындың, бала табыр ваҡыты еткәс, хатта тулғаҡты һиҙерлек тә көсө ҡалмай.
– Киске биштә бала табыу бүлмәһенә кергән инем, төнгө ун икелә бушанып саҡ сыҡтым, – тип утыҙ дүрт йыл элек үткән ваҡиғаны бөгөнгөләй хәтерләй Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы. – Һәр береһе берәр сәғәт арауығында донъяға килде. Ул ваҡытта операция менән таптырыуҙарын да һорағанымды иҫләйем. Тик акушер-гинекологтар: “Операциянан һуң бер юлы өс баланы нисек ҡарарға уйлайһың?” – тинеләр. Ҡәҙимге район дауаханаһында өс балаға бер юлы ғүмер бирҙем, тиһәм, хәҙер күптәр аптырай. Аҙаҡҡы көнгәсә аяғөҫтө йөрөп донъя көткән ауырлы ҡатындар физик яҡтан күпкә көслөрәк булғандыр инде.
Өс ҡыҙ тыуасағын алдан һиҙемләгән әсәй улар донъяға килгәнсе үк исемдәр әҙерләй. Гөлйемеш, Гөлсәсәк, Гөлсибәр тип атарға уйлай. Тик ҡәйнәһе, Гөлсибәрҙе Гөлсиренгә әйләндерәйек, тип тәҡдим итә.
Өс сабыйҙы бер юлы туйҙырырға әсәй кешенең һөтө етмәй. Балалар табыу йортонда ятҡан ҡатындар уларҙы алмашлап имеҙә. Тыуған йорттарына ҡайтҡас, махсус һөт ризыҡтары менән туҡлана башлайҙар. Яңы ғына әсәй булған апһыны ла килеп ҡыҙҙарға һөтө менән бүлешә. Егерме ике йәшендә генә ике бала менән тол ҡалған ҡәйнәһе Заһира Әхмәтшәриф ҡыҙы килененең был ваҡытта уң ҡулына әйләнә. Икенсе бәпескә генә апай булам тип йөрөп, ҡапыл бер юлы өс һеңлеле булған ун йәшлек Гөлфиә лә бала ҡараша. Һуңынан һеңлеләренә: “Һеҙҙе ҡарар өсөн мәктәптә үк өйгә эштәремде эшләп ҡайта инем. Һеҙ тыуған көндән бала сағым менән хушлаштым”, – тип әйтә. Бише тулған Азатҡа ла иртәрәк үҫергә тура килә. Икенсе класта уҡ мотоциклда йөрөргә өйрәнә. Әсәһенең йомоштарын үтәй башлай. Колхоз эшенән бушаған арала Хәйҙәр Абрар улы ла бәләкәстәрен ҡарашырға, тәрбиәләшергә атлығып ҡына тора.
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдары тарихта юҡлыҡ, боролош, үҙгәреш, көрсөк осоро булып ҡала. Бер юлы өс баланы кейендереүе лә еңел түгел. Оҫта ҡуллы, колхоз тарҡалғансы бухгалтер, һуңынан ауыл мәҙәниәте йорто мөдире вазифаһын башҡарған Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы бәпестәрен бер иштән ҡурсаҡ кеүек кейендереү юлдарын таба. Элекке кейемдәрҙе һүтеп тә, тауар алып та бер иш күлдәк, итәктәр, Яңы йыл кеүек байрамдарға костюмдар тегә. Бәйләп тә кейендерә. Ситкә тауарға йөрөгән һеңлеһе алып ҡайтҡан кейем-һалым да ярап ҡала. Ике яҡтан туғандар ҙа был ваҡытта ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итәләр.
Ата-әсәй наҙында, барыһының да иғтибарында, күҙ менән ҡаш араһында йөрөгән Гөлсәсәк, Гөлсирен, Гөлйемеш бәләкәс саҡтарынан һүрәт төшөрөргә, буяу китаптарын буярға яраталар. Яйлап үҙҙәре лә ҡул араһына керәләр. Ибраһимовтар ғаиләһендә баланы хеҙмәт аша тәрбиәләү төп маҡсат һанала. Әсәһенең эшендә лә ярҙам итәләр. Мәктәптә тырышып уҡыйҙар. “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнәләр. “Урал батыр” эпосына бәйле сараларҙа, шиғыр һөйләү, һүрәт төшөрөү конкурстарында әүҙем ҡатнашалар.
– М. Рәхимов исемендәге Мораҡ башҡорт гимназия-интернатына бишенсе класҡа уҡырға барғас, көн дә бер иштән кейенеп йөрөүҙән туҡтаныҡ. Байрамдарға ғына алдан һөйләшеп бер төрлө күлдәктәрҙе һайлай инек, – тиҙәр ҡыҙҙар. – Ҡайһы саҡта бер-беребеҙ өсөн имтихандарҙа яуап бирергә кәрәк булһа, бер иштән кейенергә тура килде. Төҫкә-башҡа ата-әсәйҙәребеҙ генә айыра алһа ла, холоҡтарыбыҙ ҙа, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ бәләкәстән төрлө ине...
Ысынлап та, бала, үҫмерлек осорҙарында иғтибар ҙур була. Улар тураһында төрлө гәзит-журналдарға яҙалар. “Тамыр”ҙар килеп төрлө тапшырыуҙарына улар хаҡында төшөрә. 2009 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған һабантуйға ла баралар. Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы ла ҡыҙҙары тыуып бер ни тиклем ваҡыт үткәс, “Йәшлек” гәзитенә ире яғынан ете пар игеҙәктәр барлығы хаҡында мәҡәлә яҙа. Әлбиттә, үҙе өс игеҙәк ҡыҙ тапҡан әсәй кешенең яҙмаһы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Оҙаҡламай Башҡортостандан ситтә йәшәгән берәүҙән үҙенең балалары араһында ике һәм өс игеҙәктәре барлығы хаҡында яҙылған хат ала. “Ваҡыт арбаһын утыҙ йыл алға тәгәрләтеп, хәҙерге ваҡытта өс игеҙәккә әсәй булһағыҙ һәм уларҙың һәр аҙымын социаль селтәргә һалып барһағыҙ, моғайын, тиҙ арала бик шәп блогерға әйләнеп китер инегеҙ. Кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, уйынсыҡтар етештереүселәр һеҙҙең аша реклама эшләһә, һеҙгә уларҙы аяҡҡа баҫтырыуы ла еңелгә тура килер ине”, – тинем Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙына.
– Бәхет тынлыҡта ярата, тигән фекерҙәмен, – тине ул. – Шәхси тормошомдо, моғайын да, бар донъяға шаран-яра асып һала алмаҫ инем. Йәнә биш баланы күҙ менән ҡаш араһында ғына ҡарап, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Аллаға шөкөр, береһе лә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Барыһы ла юғары белем алып, матур итеп донъя көтәләр. Балаларыбыҙҙың бер-береһенә ныҡ ярҙамсыл булып, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙары шатландыра.
Ысынлап та, тыуғандан алып бер-береһе өсөн терәк-таяныс булырға өйрәнгән ҡыҙҙарға юғары уҡыу йортон тамамлап, өсөһө өс яҡҡа кейәүгә сығып таралғас, башта һағынышып юҡһыналар. Яралыу менән бергә булып өйрәнгән игеҙәктәрҙе яҙмыш төрлө тарафтарға алып китә шул.

Гөлсәсәк

Араларында иң оялсаны, үҙе әйткәнсә, иң йыуашы Гөлсәсәк өсөнсө булып донъяға килә. Бала сағынан әҙәби китаптар уҡырға, шиғыр яҙырға яратҡан ҡыҙ бишенсе класта уҡ ҡайҙа уҡыясағын күҙаллап та ҡуя һәм мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға керә. Бер үк ваҡытта “Тамыр”ҙа, “Юлдаш+” та эшләргә өлгөрә, гәзиттәргә мәҡәләләр яҙа.
Тормош иптәше менән Мораҡта уҡыған саҡта уҡ таныша. Эльвир Ғайса улы ла БДУ-ны тамамлай. Һөйгәне ҡулына диплом алған көндө үк кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ғаилә башлығына Себер тарафтарына мастер-геодезист урынына эш тәҡдим иткәс, улар шунда юллана. Покачи ҡалаһында Гөлсәсәккә тиҙ генә эш табылмай. Ҡул ҡаушырып ултырып өйрәнмәгән йәш кәләш үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарай башлай. Гөлфиә апаһы уларҙың тыуған көндәренә торттар бешергәне иҫенә төшә. Бигерәк тә игеҙәк һеңлеләренең исемдәренә ярашлы итеп өс төҫтән ун йәштәренә торт әҙерләүе күңеле түренә матур хәтирәләрҙең береһе булып уйылып ҡала. Апаһына эйәреп Гөлсәсәк тә был эшкә өйрәнә. Социаль селтәрҙә үҙенең төркөмөн төҙөп, торт бешереүгә заказдар ҡабул итеүен яҙа. Беренсе тапҡыр заказ биреүсегә әҙер аҙыҡтың фотоһын ебәргәс, ул Гөлсәсәктең эшенән уңыштар теләп баш тарта.
– Был минең өсөн ҙур һабаҡ булды: тәүҙә ныҡлап өйрәнергә, һуңынан ғына кешеләргә тәҡдим итергә кәрәклеген аңланым, – ти Гөлсәсәк. – Хәҙер ун йыллап заказға торттар бешерәм. Ҡамыр эше менән булашыу, уларҙы биҙәү ҙә – ижади эш. Филологка уҡып, күптән ҡәләм тотоп яҙмаһам да, илһам миңә икенсе юҫыҡта килә. Кешеләрҙең байрамдарын биҙәүгә үҙ өлөшөмдө керетеүгә шатмын. Иремдең дә мине дәртләндереп, хуплап тороуы иңемә ҡанат ҡуя.
Сит тарафтарҙа Гөлсәсәк менән Эльвир Псәнчиндәр ғаиләһе оҙаҡ тотҡарланмай. Тыуасаҡ сабыйҙарына Башҡортостанда яҡшыраҡ булыр тип, Күгәрсен районының Ҡорт-Йылға тигән ауылында төпләнәләр. Ғаилә башлығы Мәләүез күп профилле һөнәри колледжының Мораҡ филиалында уҡыта. Иретеп-йәбештереү менән шөғөлләнә. Алтын ҡуллы ир-уҙаман ҡапҡа, кәртә, теплицалар эшләй. Улдары Динар – өсөнсө, Дамир беренсе класты тамамлаған. Икеһе лә тырышып уҡыйҙар, өлкәне бокс менән шөғөлләнһә, бәләкәсе сәнғәт мәктәбен тамамлаған.
Псәнчиндәр йәйен сәйәхәт итергә ярата. Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Нөгөш буйҙарында йөрөгәндәр. Динар интернеттан күреп ҡалып, “Алтын түңәрәк” сәйәхәт маршрутын тәҡдим иткән. Башҡортостанды ошо алым буйынса йөрөп сығырға, тыуған еребеҙҙең матурлығын үҙ күҙҙәре менән күреп һоҡланырға планлаштыралар.

Гөлсирен

Өс игеҙәк араһында иң етди, иң яуаплы ҡыҙ – Гөлсирен. Мораҡта уҡый башлағас та, әсәләре уға өсөһөнөң аҡсаһын ышанып тапшыра. Тегеләр өйҙәгеләр менән телефон аша аралашҡанда ла күп ваҡыт көлөп торһа, Гөлсирен хәлдәрен аңлата. БДУ-ның бакалаврын ғәмәли математика һәм информатика, ә магистрын ғәмәли физика факультетын тамамлай. Белорет егете Айрат Әхмәҙинур улы менән студент саҡтарында танышалар. Гөлсиренгә лә һөйгәне ҡулына диплом алған йылды тәҡдим яһай.
ООО “РН-БашНИПИнефть” ойошмаһында үҙ һөнәре буйынса хеҙмәт юлын башлай. Ғаилә башлығы был ваҡытта вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Тәүге улдары Данияр тыуғас, ғаилә башлығы айҙар дауамында улы менән кәләшенән айырылып ситтә йөрөй алмаҫын аңлай. Йәш ғаилә Октябрьский ҡалаһында төпләнә. Унда икенсе улдары Илнар донъяға килә.
Гөлсирен бала сағынан фото, видеоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһына. Режиссерлыҡҡа һәм монтажлау буйынса уҡырға керергә лә теләге ҙур була. Тик уларға Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында ғына белем бирелгәс, был хыялынан баш тартырға тура килә. Декрет ялында үҙен төрлө яҡлап эҙләй башлай. Фриланс, монтажлау буйынса курстар үтә. Алған белемдәрен ҡулланып, балаларының уйнағандарын видеоға төшөрә башлай. Тиҙҙән фриланс смм белгес булараҡ үҙенә эшләй башлай. Юбилей, туйҙарҙы, социаль селтәр өсөн рилстар төшөрөргә оҫтарып ала. Әлеге ваҡытта ООО НПФ “Пакер” компанияһында мобиль видеограф һәм смм белгес булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
– Улдарым тыуғас, психологиянан китаптар уҡый башланым, – ти Гөлсирен. – Балаларҙың бәләкәс саҡтары ла, тәү ҡарашҡа мәшәҡәтле ваҡыт булһа ла, ғүмерҙең иң сағыу, матур мәлдәре икәнлегенә төшөндөм. Йәнә Октябрьский ҡалаһында беҙҙең башҡортса һөйләшеүебеҙгә күптәр һоҡланып ҡарай. Үҙем өсөн сит мөхиттә туған телемдең ни тиклем матур, ҡәҙерле икәнлеген тағы ла нығыраҡ аңланым. Улдарыбыҙҙа ла туған телебеҙгә, милләтебеҙгә һөйөү уятыу маҡсатында төрлө уйындар, алымдар ҡуллана башланыҡ.
Харрасовтар ғаиләһе ике йыл рәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнаша. Үткән йыл “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында икенсе урын алһалар, быйыл “Йәш ғаилә” номинацияһында иң-иңдәрҙең береһе булып баһаландылар. Былтыр конкурстың финалына үтер өсөн улар “Башҡорт уйыны” тигән өҫтәл уйынын видеоға төшөрөп тәҡдим иткәндәр. Уның аша йәш быуын башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, уйындары, аш-һыуы, милли кейемдәре, музыка ҡоралдары менән таныша. Футбол, шахмат менән шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған Данияр менән музыка мәктәбендә бер йыл ғына белем алған Илнар менән сәхнәлә сығыш яһап, жюри ағзалары һәм тамашасыға матур концерт номерҙары күрһәтәләр.
Киләсәктә ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөргә хыялланған Гөлсирен Харрасова исемен кино индустрияһы аша ла ишетербеҙ әле.
Гөлйемеш

Гөлйемештең дә тормошҡа үҙ ҡарашы, ике игеҙәгенән айырмалы, үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары бар. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика факультетын тамамлай ул. Мәләүез егете Рөстәм менән сәстәрен сәскә бәйләгәс, башта Өфөлә йәшәйҙәр. Гөлйемеш үҙе белем алған уҡыу йортонда студенттар менән эшләүсе белгес булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Оло ҡыҙҙары Самира тыуғас, иренең тыуған ере Мәләүез ҡалаһына ҡайтып төпләнәләр.
Ире вахтала ваҡытта ят ерҙә үҙенә башта урын тапмай. Психологиянан китаптар уҡыуы килен булып төшкән ерендә ерегеп китергә ярҙам итә. Социаль селтәрҙә үҙе ҡулланған тормошсан файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлаша, мини-марафондар үткәрә.
Гөлйемеш электән үҙенең уйҙарын, пландарын, маҡсаттарын теркәп көндәлек алып барған. Уҡыған китаптарының ҡыҫҡаса эстәлеген яҙырға, фекерен һүрәттәр аша белдерергә лә ярата. Әле ул авторлыҡ көндәлеге – планерын эшләгән. Унда белеме, күнекмәләре, тәжрибәләре планерға һыҙылып тәҡдим ителгән. Үҫеш өсөн Гөлйемештең был тәжрибә майҙансығы “Минең ғаиләм” тип атала һәм Рәсәй маркетплейстарының береһендә һатыуҙа бар.
Гөлйемеш менән Рөстәм Түләшевтәр – игеҙәк ҡыҙҙар үҫтергән ғаилә. Әлиә менән Айгөлгә өс йәш. Бер юлы ике балаға әсәй буласағын белгәс, әлбиттә, төрлө тойғолар кисерә.
– Ата-әсәйем минең өсөн һәр ваҡыт өлгө алырлыҡ донъялағы иң яҡын кеше. Ике ҡыҙым донъяға килгәс, уларҙың беҙҙе үҫтерер, кеше итер өсөн күпме көс һалғандарын тағы ла нығыраҡ аңланым, – ти Гөлйемеш. – Минең ҡыҙҙарым да бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаштар. Берәүһенең ҡолағында миң барлығы ғына уларҙы айыра. Әммә холоҡтары төрлө. Айгөл әле үк етди, яуаплы ҡыҙ икәнлеге һиҙелә. Әлиә иркә, хисле. Уларға ҡарап йәнә үҙебеҙҙең бала сағыбыҙҙы күрәм.
Бала тәрбиәләүгә Гөлйемеш тә ҙур иғтибар бүлә. Рәсәй маркетплейстарының береһендә дистанцион эшләй, балалар баҡсаһы йәйгелеккә ябылып торғанда, ул да хужабикә ролен генә үтәй. Бындай берсә мәшәҡәтле, берсә татлы мәлдәр бер ваҡыт ҡына икәнлеген яҡшы аңлай ул.
Йыл һайын Беренсе май байрамында тыуған йортона йыйылыуҙы күркәм ғәҙәт итеп алған өс игеҙәк. Ғаиләләре менән Буҫтыбайға ҡайталар һәм ял иткән ваҡытта бала саҡ хәтирәләренә бирелеп, тәпәй баҫҡан нигеҙҙәренең йылыһын тойоп, ҡабат ҡорған донъяларына юлланалар. Үҙең атай-әсәй булғас ҡына бала өсөн ғәзиз кешеләреңдең утты ла, һыуҙы ла үтергә, кисергә әҙер икәнлеген аңлайһың. Үҙҙәре ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән элекке Ибраһимовалар ҙа ата-әсәһенең ҡәҙерен ваҡыт үткән һайын нығыраҡ аңлай. Ғүмере буйы ҡәйнә менән бергә торған, олоғайып түшәккә ятҡас, уны ауырһынмай ҡараған оло йөрәкле әсәләренән өлгө алалар.

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

Автор:
Читайте нас