Шоңҡар
+25 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Августа , 05:11

Ун ҡыҙға — туғыҙ егет...

Һуңғы ваҡыттарҙа күкрәк тирәһе борсоно Рушатты. Бөтөр әле, һыуыҡ үткәндер тип, дарыу ашап үҙ-үҙен тынысландырҙы. Әммә ауыртыу көсәйгәндән-көсәйҙе.

Ун ҡыҙға —  туғыҙ егет...Ун ҡыҙға —  туғыҙ егет...
Ун ҡыҙға — туғыҙ егет...

Һуңғы ваҡыттарҙа күкрәк тирәһе борсоно Рушатты. Бөтөр әле, һыуыҡ үткәндер тип, дарыу ашап үҙ-үҙен тынысландырҙы. Әммә ауыртыу көсәйгәндән-көсәйҙе. Ҡатыны уны көсләп тигәндәй дауаханаға алып барҙы. Табиптар тикшергәндән һуң иргә диагноз ҡуйҙылар – аритмия. Уның һыҙланыуҙары йөрәктән булған.
– Ярай әле ваҡытында килгәнһең, – тине дауалаусы табип. Ысынлап та, ир-аттар табиптарға әллә ни мөрәжәғәт итеп бармай шул. Бөгөнгө көндә көслө заттарҙың нисбәте ҡатын-ҡыҙҙарҙан күпкә кәм булыуының бер сәбәбе шунда ла инде.
Хәҙерге заманда донъяла ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарҙан күберәк тип һанаһалар ҙа, беҙҙең илгә был ҡағылмай. Республикабыҙҙа ғына ла, статистикаға күҙ һалһаҡ, быны күреп була. 2024 йыл башына Башҡортостанда 1,921 миллион самаһы ир-егет, йәғни дөйөм халыҡ иҫәбенән 47,3%, йәшәгән (ҡала ерендә – 61,3%, ауыл ерендә – 38,7). Былтыр республикала 18 меңдән ашыу малай тыуып, 100 малайға 95 ҡыҙ, ә быйыл йыл башынан төрлө йәштәге 100 ир-атҡа 112 ҡатын-ҡыҙ тура килгән. Бынан тыш, ир-егеттәрҙең (67-70 йәш) ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырғанда (78-83 йәш) ғүмер оҙонлоғо түбән булыуы проблемаһы һаҡлана. Ғөмүмән, Рәсәйҙә ир-егеттәр (25-30 йәштән башлап) ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда йышыраҡ үлә. Ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлем коэффициенты 85 йәштән алып тигеҙләнә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда һәр ваҡыт күберәк тыуа, әммә тыуағандан уҡ төрлө ауырыуҙарға йышыраҡ дусар була. Өлкәнәйгәс уларҙың һаулығына яман ғәҙәттәр һәм башҡа хәүефле факторҙар йоғонто яһай. 19 йәшкә тиклем дә ҡыҙҙар менән егеттәр араһында айырма бик күҙәтелмәй.
30–34 йәште, ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар һаны тигеҙләнгән осорҙо, экватор тип атарға мөмкин. 65 йәштәр тирәһендә ҡатын-ҡыҙҙар һаны ир-егеттәрҙән ике тапҡырға күбәйә. Бының сәбәбе – ир-егеттәрҙең ваҡытынан алда үлеүе. Улар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда хәүеф аҫтына күберәк эләгә, сәләмәт тормош алып бармай бик.
Рәсәйҙә, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, спиртлы эсемлек күберәк эселә, һәм был кешенең яҡты донъянан иртә китеү ихтималлығын арттыра. Йыш ҡына ир-егеттәр аварияға осрап, һуғышып йәки башҡа бәхетһеҙ осраҡтарға эләгеп һәләк була. Әгәр ҡатындарға тәрбиәсе, уҡытыусы, бухгалтер, дизайнер, кассир һөнәрҙәре хас булһа, ир-егеттәр йыш ҡына травма хәүефе менән бәйле булған эште һайлай. Мәҫәлән, водитель, шахтер, нефтсе, янғын һүндереүсе, ҡотҡарыусы. Уларҙың һаулығы ла ҡатындарҙыҡы менән сағыштырғанда насарыраҡ. Мәҫәлән, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда биш тапҡырға йышыраҡ миокард инфаркты кеүек ҡурҡыныс сирҙән үлә. Үҙҙәренең һаулығы өсөн үтә борсолоп бармай улар, ауырыуҙың иртә стадияһында табиптарға мөрәжәғәт итмәй. Ирҙәр физик яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙан көслөрәк һәм шуға ла улар ауырыраҡ һәм хәүефлерәк эштәр башҡара. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ир-егеттәр ваҡытында һаулығын ҡайғыртһа, ғүмерен байтаҡҡа оҙайта ала. Улар ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итһә, спиртлы эсемлектәр эсеүҙе кәметһә, тәмәке тартыуҙан һәм башҡа һаулыҡ өсөн зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартһа, статистика ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк.
Әйткәндәй, тормоштоң бер өлөшө физик үҫеш булһа, икенсе өлөшө – интеллектуаль үҫеш, ти ғалимдар. Кешегә ижади эш: әҙәбиәт, музыка, һынлы сәнғәт файҙалы. Ғәҙәттә, ижад менән шөғөлләнгән ирҙәр оҙон ғүмерле була.
Дауа эргәлә генә, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға битараф булмайыҡ!

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-vector/tiny-people-near-money-gender-sign-flat-illustration_13683707.

Автор:
Читайте нас