

Маңлай күҙҙәре күрерме,
Күңел күҙең булмаһа?
Күҙ нурҙарың ҡайтыр микән,
Яҙмыш уны урлаһа?
Яҙмышыма һис үпкәм юҡ,
Асыуым юҡ тормошҡа.
Хыялдарым менән гелән
Ынтыламын ҡояшҡа.
Был шиғыр юлдарының авторы, тыумыштан уҡ тиерлек табип хатаһы арҡаһында күҙ нурҙарынан яҙған, әммә яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдынан һынып-бөгөлөп төшмәйенсә күптәребеҙгә өлгө булып торған йәштәребеҙҙең береһе, йәш шағирә һәм әсәй, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 5 курс студенты Алина СУРАҒОЛОВА. Уның тормош юлына, күңел кисерештәренә байҡау яһарға тырыштыҡ был яҙмала.
Йәшәү өсөн көрәш
Алинаға тыуғансы уҡ йәшәү өсөн көрәш башлай. Ҡыҙына 28 аҙналыҡ ауырлы саҡта әсәһенең ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелә. Аңды-тоңдо айырмаған район табиптары тейешенсә сара күргәнсе, йөрәге аҫтында сабыйын йөрөткән буласаҡ әсәйҙең хәле ауырлаша. Өфөгә килгәнсе тотош тәне шешенгән пациенттың ғүмере өсөн көрәш башлана. Ә Алина тере килеш тыуһа ла, артабан барыбер ҙә мандып китә алмаҫ тиҙәр. Айҙар буйы инкубаторҙа ятҡан бәләкәс кенә йән эйәһе был яҡты донъяларға бер килгәс, бирешергә теләмәй. Йәшәү өсөн сытырман йәбешә ул.
Дауахананан сығарғанда бәләкәс Алинаға ҡарата табиптарҙың хөкөмдәре аяуһыҙ яңғырай. “Физик яҡтан ғына түгел, аҡыл кимәле лә зәғиф буласаҡ”, – тиҙәр улар. “Бәләкәйҙән махсус интернатта йәшәп, ундағы тормошҡа яраҡлашып үҫһә, киләсәктә үҙенә лә яйлы булыр”, – тип кәңәш биреүселәр ҙә табыла. Яңы ғына ғаилә ҡороп тормош юлын башлаған ата-әсәнең күңелен аяусы табылдымы икән был мәлдә!? Ә бит төп хата табиптарҙың үҙҙәрендә була… Ғөмүмән, табип хатаһы хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Уларҙың иғтибарһыҙлығы, вайымһыҙлығы, эштәренә һалҡын ҡарауҙары арҡаһында өҙөлгән ғүмерҙәр һәм кителгән күңелдәрҙең иҫәбе-һаны бармы икән? Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаң да, сәстәр үрә тора. Рәсәйҙә йылына 70 мең самаһы кеше тап аҡ халатлыларҙың хаталаныуы арҡаһында яҡты донъя менән хушлаша. Ваҡытында етлекмәй тыуған балаларҙы инкубаторға һалғанда күҙҙәрен ҡаплаһалар, Алина кеүек Рәсәйҙә йөҙәр меңләгән сабый ҙа был яҡты донъяларҙы күреүҙән мәхрүм ҡалмаҫ ине.
Бала сағында томан аша ғына булһа ла күрә ала Алина. Ҡыҙҙарының яҡты киләсәге өсөн тырышҡан ата-әсәһенең, олатай-өләсәйҙәренең ҡаһарманлығын ниндәйҙер дәүмәлдәргә һалып үлсәп тә, әйтеп аңлатып ҡына бөтөп тә булмайҙыр. Аңлаһа, моғайын да, уларҙың яҙмыштарын ҡабатлаған, кисергән ғаиләләр генә төшөнә алалыр. Әсәһе, Мәликә Рим ҡыҙы ҡыҙына алты йәше тулғансы уны тәрбиләү менән генә шөғөлләнә. Алина тыуғансы шәфҡәт туташы булып эшләгән ғәзиз кешеһе психология, медицина буйынса үҙ аллы уҡып, белемен камиллаштыра. Ҡыҙын ҡарау өсөн бирелгән пенсиянан өҙөп-йолҡоп тигәндәй, ул ваҡытта заказға Мәскәүҙән генә ебәрелгән төрлө үҫтереүсе китаптар алдыра. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй. Өс йәшлек сағында уҡ Алина уҡырға өйрәнә. Шуҡлығы менән һоҡландырған, зирәклеге менән тиҫтерҙәренән күпкә алда барған ҡыҙсыҡты биш йәшендә үк уҡырға бирергә лә уйлайҙар. Тик атаһы: “Бала үҙ ваҡытында уйнап ҡалырға тейеш. Белем алып та өлгөрөр”, – ти.
Ҡурсаҡ бәүелтеп, өй йыйыштырыш уйнап ултырмай ул. Йәйен малайҙар менән туп тибә, ҡышын көрттә бата-сума улар менән шаяра, саңғыла шыуа. Шул холҡо өсөн йыш ҡына уны Айҙар тип тә йөрөтәләр.
Саҡмағош башҡорто
Алинаның үҙе менән яҡындан танышҡансы әҙәби кисәләрҙә күргеләгәнем бар ине. Аралаша башлағас, Саҡмағош районында тыуып-үҫкән ҡыҙҙың рәхәтләнеп, саф әҙәби башҡорт телендә һөйләшеүенә аптыраным.
–Телмәребеҙҙә күпселек с, з өндәре өҫтөнлөк иткәс, беҙҙе күптәр татар тип уйлай. Яҡташтарым араһында ла шулай хаталы фекер йөрөтөүселәр бар, – ти Алина. – Уҡырға төшкәс тә, төрлө тарихи китаптар уҡып тамырҙарыбыҙҙа башҡорт ҡаны аҡҡанына ныҡлап төшөндөм.
Мәктәптә татар телендә уҡытһалар ҙа, эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан башланғыс класс уҡыусыһы башҡортса әҙәби китаптар уҡып үҙ аллы әҙәби телдә һөйләшергә өйрәнә. Уҡытыусылары менән дә шул темаға йыш ҡына бәхәсләшеп ала.
Ауылда, ата-әсәһе янында булған саҡтарҙы һағынып иҫкә ала ул. Беренсе класҡа уҡ Өфөләге һуҡырҙар мәктәбенә ебәрергә тәғәйенләйҙәр. Тик әлеге лә баяғы ата-әсәһенең тырышлығы, уҡытыусыһының мөмкинлеге сикләнгән уҡыусыһына яҡшы мөғәләмәлә булып, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы арҡаһында тыуған ауылы мәктәбендә дүртенсене тамамлай ала. Беренсе уҡытыусыһы Илһөйәр Хәбиб ҡыҙы Исламоваға әле лә рәхмәтле ул.
–Тап уның үҙ эшенә етди ҡарауы, һәр уҡыусыһына иғтибарлы булыуы менән кескәй бала күңеленә яҡшылыҡ орлоҡтары сәсә алды. Көн дә дәрескә минең өсөн таблицалар эшләне, дәреслектәге текстарҙы ҙурайтып алып килә торғайны, – ти Алина.
Ваҡыт үтеү менән күҙҙәре көндән-көн насарая башлай. V класҡа, Өфөләге 28-се махсус (коррекция) интернат-мәктәбенә барыуҙан башҡа сара ҡалмай үҫмер ҡыҙға. Ә IX класта уҡығанда бөтөнләй һуҡырая. Тормошондағы ошо ауыр мәлдәр һуңынан шиғыр юлдары булараҡ ярала:
Үҫмер саҡҡа тиклем бөтә донъя
Ярты-йорто, әммә төҫлө ине.
Һәр миҙгелдең сағыу буяуҙары
Күҙҙәремдең яуын ала ине.
Кескәйҙән үк тиҙәр, Аллаһҡа мин
“Күрһәмсе” тип доға ҡылғанмын.
Ҡылғанғамы, ҡылып торғанғамы? –
Үҫә төшкәс, һуҡыр ҡалғанмын.
Ҡасан да булһа үҙен шундай яҙмыш көткәнлеген алдан һиҙгәнгәме, әллә бәләкәйҙән төшөнкөлөктөң ни икәнлеген дә белмәй үҫкәнгәме юғалып ҡалмай. Киреһенсә, тормош уның алдына кәртәләр ҡуйған һайын ул үҙендә яҡшы сифаттарҙы аса бара, уңыштарға өлгәшә. Өфөләге Нариман Сабитов исемендәге 1-се музыка мәктәбендә шөғөлләнеп баянда уйнау серҙәренә төшөнә. Профессиональ баянсы киләсәктә сәхнәләрҙә сығыш яһап, бәлки, музыка өлкәһендә билдәлелек яулар ине лә, тормош юлын сәнғәт менән бәйләргә Алина үҙе ризалашмай.
–Беренсенән, баян күтәреп йөрөү гүзәл затҡа килешеп бөтмәй. Икенсенән, Хәлит Фәтиховты үҙып булмаҫ ине. Шуға кемдәндер кәмерәк булғас, ниңә ыҙаланып торорға тип уйланым да, туҡталдым, – тип көлә-көлә һөнәр һайлаған саҡтарын иҫләп бәйән итә Алина. – Өсөнсөнән, бала саҡтан башҡорт телен төплөрәк белеү теләге лә тынғылыҡ бирмәне. Төрлө уҡыу йорттары тураһында белешеп йөрөй торғас, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем.
Ысынлап та, һөнәр һайлағанда яңылышмай ул. Тиҙ арала уҡытыусыларҙың да, студенттар араһында ла ихтирам яулай.
–Алина Сурағолова (Әхмәтшина) беҙҙең факультеттың иң һәләтле стуенттарҙың береһе. Беҙ уны шаяртып: "Бер үҙе бер төркөм булып ултырған һәм үҙ төркөмөн һәр күрһәткес буйынса 100% итеп күрһәткән студент", – тип атайбыҙ. Әлеге ваҡытта ул "Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, физкультура" йүнәлешендә уҡый. Был төркөмдә ул бер үҙе. Дөрөҫөрәге, беренсе профиле булған башҡорт телен башҡорт филологияһы факультетындағы башҡа курсташтары менән бергә уҡыһа, икенсе профиле булған физкультура йүнәлешен башҡа факультет студенттары менән үҙләштерә.
Курсташтары уны бик ныҡ хөрмәт итә. Мөмкинлектәре сикләнгән, тип, уҡытыусылар уға бер ниндәй ташлама яһамай, сөнки Алина шул тиклем тырыш һәм маҡсатлы, шуға ла беҙ уға ниндәйҙер эште кәметергә тәҡдим итергә лә ҡыймайбыҙ.
Алина үҙ өҫтөндә бик талапсан эшләй. Һәр нимәгә үҙе төшөнөргә тырыша, хатта төркөмдәштәренә ярҙам итеп өлгөрә. Шәхсән миңә уның үҙ йәшенән күпкә олпат булып фекер йөрөтөүе, тәрән аҡылы, түҙем булыуы оҡшай. Ул бер ваҡытта ла юҡҡа бошонмай, һәр хәлдән, ситуациянан мәғәнә таба белә, – тип студенты тураһында үҙенең фекерен белдерҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова.
Әҙәбиәт һәм спорт
Алина өсөнсө кластан алып шиғырҙар яҙа. Күңелендәге хис-тойғоларҙы аҡ ҡағыҙға теркәүҙән ҙур кинәнес таба:
Хәҙер төҫтәр миңә бер ни түгел –
Һис күренмәй ҡояш яҡтыһы.
Ә шулай ҙа ҡулға ҡәләм алһам,
Дөрләй миндә шиғыр ялҡыны.
2019 йылда ул БР Яҙыусылар союзы уҙғарған “Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе” конкурсында еңеү яулай. Бер шәлкем шиғырҙары йәш ижадсылар йыйынтығында баҫылып сыға. Егерме биш йәше тулғансы “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында шиғырҙар йыйынтығын нәшер итергә лә хыяллана.
Тәржемә, журналистика өлкәһендә лә үҙен күптән һынап ҡараған. III курсты тамамлаған йәйҙә тотош каникулын В.А. Сухомлинскийҙың “Йөрәгемде балаларға бирәм” хеҙмәтен урыҫсанан башҡорт теленә тәржемәләүгә арнай. Тик ни сәбәптәндер әҙәбиәтселәр тарафынан уның ҙур тырышлыҡ менән башҡарылған был эше үҙ ваҡытында баһаланмай, бер урында баҫылмай ҙа. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға ла Алинаның исеме күптән таныш. Төрлө темаға яҙылған мәҡәләләре менән һөйөндөрөп тора. Һуҡырҙар һәм насар күргәндәр өсөн Брайл шрифты буйынса һүҙлек төҙөгән студент та ул.
Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Төрлө темаға яҙылған ғилми мәҡәләләре лә байтаҡ ҡына. Быйыл, сығарылыш студенты, диплом эшен Зөһрә Ҡотлогилдина ижадын өйрәнеүгә арнаған.
–Билдәле шағирә, журналистың эшмәкәрлеге күп ваҡыт тәнҡитселәр, ғалимдар иғтибарынан ситтә ҡала. Бөтөнләй өйрәнелмәгән тиерлек. Хатта “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның VII томлығында ла әҙибәнең исеме лә башҡа шәхестәр менән бергә генә телгә алынған. Уның тиҫтә йылдар дауамында ҙур көс һалып башҡарған ижадын өйрәнеүҙе төп бурысым итеп һанайым, – ти һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, ғәҙеллек, дөрөҫлөк юлында булған тынғыһыҙ күңелле студент.
Көслө характерлы замандашабыҙ рухи үҫеш менән бергә физик яҡтан да үҙен сыныҡтыра. Уҡыусы сағында еңел атлетика менән етди шөғөлләнә. Республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеү яулай. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда саңғы буйынса республика чемпионатында ике тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ була.
Шоудаун йәғни һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисы уйынында ла һынатмай. Үҙе уҡыған 28-се интернат-мәктәптә ошо спорт төрө буйынса әлеге көндә тренер булып эшләй.
Төрлө кеше бар...
Ғәҙәттә, мөмкинселеге сикләнгәндәрҙең, шул иҫәптән күреүҙән мәхрүм ҡалғандарҙың янында һәр ваҡыт ҡараусыһы йөрөргә тейештер тип уйлайбыҙ. Алина кеүектәр иһә һау-сәләмәт булып та тормоштоң ҡара яҡтарын ғына күреп мыжырға яратҡандарға үҙҙәре өлгө булып тора. Геройымдың маңлай күҙе күрмәһә лә, күңел һиҙгерлегенә таяна, сослоғо ла, үткерлеге лә бар. Шуға ла ул үҙ көнөн үҙе күрә, баш ҡала урамдарында ла ауырлыҡһыҙ ғына йөрөй ала. Әммә ул тормошто нисек бар шулай ҡабул итһә лә, йыш ҡына беҙҙең йәмғиәт уның һымаҡтарға ситһенеп ҡарай кеүек. Шул арҡала төрлө хәлдәргә лә тарып ҡуя.
–Шөкөр, хәҙерге ваҡытта һуҡырҙар өсөн бар уңайлыҡтар ҙа бар тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, кеҫә телефондарын ғына алып ҡарайыҡ. Уларҙың һәр береһендә һуҡырҙар өсөн ҡулайлаштырылған махсус программалар ҡуйылған. Юлдарҙа ла билдә һалынған. Шунлыҡтан маршрут автобустарында ла йөрөй алам. Бер мәл үҙемә кәрәкле транспортҡа еңел генә һикереп мендем дә, ултырырға урын юҡмы икән тип уйлап тора инем, бер ағай: “Күҙҙәрең күргән килеш ниңә ҡыланаһың?” – тип әрләй башламаһынмы. Уның уйынса, кемдер берәү мине етәкләп индереп, оҙатып барырға тейеш икән, – тип Алина ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаларға тарыуы хаҡында бәйән итә. – Магазинда сыр һайлай башлаған инем, һатыусы килде лә: “Ул сыр ҡиммәт тора”, – ти. Икенсе юлы ҡайҙалыр китеп бара инем, ҡапыл ямғыр яуа башланы. Ҡаршыма осраған юлаусы: “Ямғыр яуа башлағанын беләһегеҙме?” – ти. “Беләм, тик ҡулсатырымды ғына онотҡанмын”, – тигәс, икебеҙ ҙә көлөп ебәрҙек.
Әлегәсә дуҫым итеп кенә
Ҡабул иттем һине, яҡыным.
Хәҙер йөрәгемде быуып өтә
Яңы тыуған һөйөү ялҡыны...
Алина бөгөн ир ҡатыны, ун айлыҡ Руфина исемле ҡыҙға әсәй ҙә. Тормош иптәше Рөстәм менән Өфөләге 28-се махсус (коррекция) интернат-мәктәбендә уҡығанда танышалар. Стәрлетамаҡта тыуып-үҫкән егетенең яҙмышы ла Алинаныҡы менән оҡшаш. Стәрлетамаҡта балалар абыу йортонда инкубаторҙа ятҡанда ул да күҙ нурҙарынан яҙа.
Юғарыла үҙе яҙған шиғыр юлдарындағы кеүек килеп сыға уларҙың ғаилә тарихының башланғысы. Башта дуҫтар булараҡ серҙәре берекһә, сығарылыш класында уҡығанда күңелдәрендә бер-береһенә ҡарата һөйөү хистәре ярала. Рөстәм дә әлеге ваҡытта БДПУ-ла белем ала, программист, профессиональ белем биреү педагогы һөнәренә эйә буласаҡ ул. Әлеге көндә йәш ғаилә ипотекаға алынған фатирҙарының асҡысын ҡулдарына алғансы Рөстәмдең ата-әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй. Һәр яҡлап терәк-таяныс булған ҡайны менән ҡәйнәһенә сикһеҙ күп рәхмәт әйтә Алина.
Йәш атай менән әсәйҙең тормошҡа ҡараштары ла, уй-хыялдары ла бер иш. Халҡы өсөн кәрәкле кеше булып, алған һөнәрҙәре буйынса хеҙмәт итергә, үҙҙәренә алмашҡа лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар. “Икегеҙ ҙә күрмәгәс, бәпесегеҙ ҙә һуҡыр булыр тип ҡурҡманығыҙмы?” – тип йәш ғаиләнән йыш һорайҙар икән. Уларға:
–Беҙҙең икебеҙҙә лә нәҫел ауырыуы түгел, табип хатаһы, - тип яуап бирә Алина был осраҡта. – Аллаға шөкөр, ҡыҙыбыҙ иҫән-һау тыуҙы, ете ағзаһы ла теүәл. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән?! – тип сабыйын күкрәгенә ҡыҫып йылмая ул.
Алина менән аралашып, төрлө һорауҙар биргәндә, ул бер генә тапҡыр ҙа яҙмышына зарланманы. Сабырлығы, ихтияр көсөнөң ныҡлығы, тырышлығы, уңғанлығы, зирәклеге менән тирә-яғындағыларға йылылыҡ өләшеп, һоҡландырып йәшәгән шәп замандашыбыҙ үҙе хаҡында бары тик матур хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Асфальтты тишеп сығып, ҡояшҡа үрелеп үҫкән сәскә менән сағыштырҙым мин уны. Мәҡәлә башындағы шиғырының аҙаҡҡы юлдарында был хаҡта үҙе лә шулай ти:
Күрмәһәм дә яҡтылыҡты,
Йәшәүемдән йәм табам.
Моңло күңел ижад итә,
Ә мин шунан дәрт алам.
Һәр көн һайын уянам да
Сәләмләйем ҡояшты.
Күңелемдә минең – ҡояш,
Шуға донъям яп-яҡты!
Мәҡәлә 2021 йылда баҫылды.