

Динислам Сафин – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының актёры, “Сәләм” иртәнге программаһын алып барыусы, популяр блогер. Һәм уның йәнә бер йүнәлеше – кино актёры.
17 сентябрҙән башлап Өфө һәм республика кинотеатрҙарында “Батырҙар ташы” (“Камень батыров”) фильмы киң прокатҡа сығасаҡ. Фантазия жанрындағы нәфис фильм Ә. Абдразаҡов исемендәге ”Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлдө.
Ике йөҙ йыл элек тыуған һәм беҙҙең ваҡытҡа килеп сыҡҡан Кинйә батыр менән замандашыбыҙ Руслан мажаралары хаҡында бәйән итә.
Кинйә батыр ролен, аңлауығыҙса, Динислам башҡарҙы. Йәш актёр менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.
– Динислам, хәҙер һин, йәштәр театрында ла, кинола әүҙем ҡатнашыусы актёр. Белеүебеҙсә, “Батырҙар ташы” һинең кинола тәүге эшең, шикелле?
– Юҡ, “Батырҙар ташы” кинола өсөнсө эшем. Быға тиклем “Шағир көндәлеге” фильмында эпизод һәм Мәскәүҙән килгән студенттарҙың бер ҡыҫҡа метражлы фильмында төшкәйнем. Ә инде “Батырҙар ташы”нда төп ролде уйнарға саҡырыуҙы оло ҡыуаныс менән ҡабул иттем. Тулҡынландым, әлбиттә. Ныҡ әҙерләндем – тарихҡа ла сумдым, текстарҙы алдан ятлап, уйланып, Кинйә батыр образын төплө бирергә тырыштым. Миңә ул образ ныҡ оҡшаны. Әлбиттә, киноны ҡарағас, их, ошо урында икенсерәк уйнарға кәрәк ине, тигән уйҙар булғыланы. Был тәбиғилер, дөйөм алғанда, ролемде уңышлы сығарҙым, тип уйлайым.
– Кинола һәм театрҙа уйнауҙан, һинеңсә, нимә менән айырыла?
– Бер яҡтан ҡараһаң, бер нимә менән дә айырылмай, тип әйтер инем. Сөнки театрҙа ла, кинола ла һин – актёр. Икенсе кешенең тормошона инеп китәһең, уның хис-тойғоларын, уйҙарын, эстәлеген еткерергә тырышаһың, уның тарихын һөйләйһең. Ә инде төпкәрәк төшһәң, айырмалар бик күп. Театрҙа тап ошо тамашасы алдында һиңә бер генә мөмкинселек бирелә. Сәхнәлә килеп сығамы, килеп сыҡмаймы – уйнайһың. Ниндәй генә роль булмаһын, һин баштан алып аҙағына тиклем уны асырға тейешһең. Образ аша, герой аша...
Киноға килгәндә, дублдәр бар, кадрҙар бар. Ял иткән арала онотҡан һүҙеңде иҫеңә төшөрә алаһың. Ҡайһы бер эпизодтарҙы тағы бер репетиция үткәреп, яҡшыртып була. Кинола хронология буйынса төшмәйһең. Съёмканың тәүге көнөндә иң аҙаҡҡы сәхнә төшөрөлә ала. Икенсе көндө –уртаһы. Шул яғы менән кино ҡыйыныраҡ. Нимә тураһында был фильм – алдан уҡ ентекле белергә тейешһең, бар нәмәне күҙ уңында, иҫтә тоторға кәрәк.
– Кинола төшкән актёрға өҫтәмә бик күп һөнәр үҙләштерергә кәрәк, шулай бит? “Батырҙар ташы” фильмында ла һин атта саптың, уҡтан аттың, ҡылыс менән дә һуғыштың...
– Эйе, атта ла сабырға, уҡтан да атырға, ҡаяға ла менергә тура килде. Кинола төшәм тиһәң, барыһын да өйрәнергә кәрәк. Былтыр “Атайсал” фильмында фотограф ролен башҡарҙым. Үҙем фотограф булмағас, алдан әҙерләндем. Нисек фотоаппаратты тоталар, нисегерәк объективтарҙы алыштыралар –өйрәнеп, багажыма һалдым, тигәндәй. Экрандан бар нәмә күренә, алдап булмай.
– Белеүебеҙсә, һин – йырсы актёр. Ошо һәләтеңде һин был фильмда ла астың. Хатта “Бер алманы бишкә бүләйек” йыры киноның фәлсәфәүи өлөшөн тәшкил итә, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ...
– Үҙемде йырсы тип әйтмәҫ инем. Башҡорт эстрадаһында ике-өс йыл йырланым, эйе. Күберәк йәштәрсә йырҙар. Халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәр башҡарған юҡ ине. Әммә был фильмда “Бер алманы бишкә бүләйек” йырын башҡарырға кәрәк ине. Нисек килеп сыҡҡандыр – тамашасылар үҙҙәре әйтер. Шунан дәртләнеп был йырға айырым аранжировка эшләтеп, яҙҙырырға булдым.
Фильм продюсеры Зөһрә Бураҡаева менән режиссёр Роман Пожидаев та хуплап, был эшкә ярҙам күрһәтте, тиҙҙән клип та сығыр, тип ышанам.
– Һинең театрҙа йырлы ролдәрең байтаҡ. Берәй мюзикл ҡуйылыуын теләр инеңме?
– Әлбиттә, берәй мюзикл ҡуйылһа, шат булыр инем, ихлас ҡатнашыр инем. Тик йыр өсөн көн дә шөғөлләнер кәрәк, минең әлегә килеп сыҡмай. Шуның өсөн ҡайһы бер йырҙар ауыр бирелә. Ә музыканы яратам, күп тыңлайым. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын. Үҙем ҡурайсы булараҡ, ҡайһы бер көйҙәрҙе лә уйнап китеп, йырлап ебәрәм. Теләк килеп сыға ул йыр яҙҙырырға, тик әле күберәк актёрлыҡ эше менән булышҡы килә.
– Ә кино, театрҙа кумирҙарың бармы?
– Кумирҙар юҡ. Кинола бөтөнләй юҡ. Театрға килгәндә... Бар миңә оҡшаған актёрҙар, тик мин уларҙы кумир тип әйтмәҫ инем. Һәйбәт сәхнә остаздары бар. Ҡайһы бер кино актерҙарын яратып ҡарайым, тик минең өсөн улар кумир түгел.
– Бөгөнгө көндә башҡорт киноһы үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Киләсәктә һинең дә яңынан-яңы сағыу ролдәрең булыр, тип ышанабыҙ.
– Әлбиттә, актёр булараҡ, күберәк проекттар булһын, тип теләйем. Беҙҙең киноның бер етешһеҙлеген дә әйтеп үтәйем. Профессиональ кино төшөргәндә профессиональ актерҙарҙы алһындар ине. Шул тиклем команда йыйыла, күпме аҡса китә. Режиссёр, оператор, башҡалары профессионалдар булып та, үҙешмәкәр актёр алһалар, экранда барыһы күренә бит. Ни өсөндөр актерҙарҙа экономия эшләйҙәр һуң ул? Аҡса һорамаған үҙешмәкәр кешеләрҙе йәлеп итәләр, ә улар нимә талап ителгәнен дә аңламайҙар. Һуң бөтә һалынған фекерҙе, бөтә йөкмәткене актёр аса түгелме ни?
Кинолары шунан хөртөрәк килеп сыға, тырышлыҡтары ла юҡҡа сыға. Экранда барыһы ла күренә бит.
Актёрлыҡ – айырым һөнәр. Ә башҡорт актёрҙары былай ҙа күп түгел. Беҙҙе күрһендәр, үҫтерһендәр ине. Шуға ла башҡорт киноһы үҫешә икән, профессиональ киноактёрҙар йүнәлешен үҫтереүгә лә иғтибар бирелһен тим.
– Былтыр ноябрҙә “Батырҙар ташы” фильмының премьераһы уҙғайны. Бер аҙ прокатҡа ла сыҡты. Фекерҙәр ишетелдеме? Үҙеңде ситтән ҡарау нисек?
– Үҙеңде ситтән ҡарауы тулҡынландырғыс, ғөмүмән, үҙемде ситтән ҡарарға яратмайым. Прокат әҙ булғас, фекерҙәр ишетмәнем. Хатта үҙ туғандарым, әсәйем, өләсәйем дә күреп өлгөрмәне. Ошо прокат уңышлы үтһен тип теләйем инде.
– Беҙ ҙә ихлас күңелдән теләйбеҙ. Залдар тулы тамашасы булһын!
Айнур Аҡылов әңгәмәләште.