

Күҙҙәр – күңел көҙгөһө, тиҙәр. Ҡараштарҙа сағылған йылылыҡ, наҙ, һөйөү һәм яҡтылыҡ эргә-тирәләге кешеләргә лә күсеп, тормошто, йәшәйеште йәмләй. Шуға ла уларҙың сәләмәтлегенә, матурлығына ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Быны биш йылдан ашыу күҙ табибы булып эшләүсе Миңлегөл ҒӘББӘСОВА яҡшы аңлай һәм һәр пациентының алдында яуаплылыҡ тоя. Сибәр, мөләйем, алсаҡ табиптың үҙенең дә ҡарашында һәр кешегә иғтибар һәм аңлау, ихтирам һәм ярҙам итергә теләү сағыла.
Миңлегөл Зәкирйән ҡыҙы гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Атаһы, отставкалағы полиция майоры Зәкирйән Хәкимйән улы – фиҙакәр хеҙмәте, шул иҫәптән Чечнялағы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыуы менән тормошон билдәләгән кеше. Бихисап миҙалдар, маҡтау грамоталары уның батыр, ғәҙел хәрби хеҙмәткәр булыуы хаҡында һөйләй.
Әсәһе, Рәйфә Кәбир ҡыҙы – юғары категориялы уҡытыусы, балаларға физика һәм математика фәндәренең серен төшөндөрә. Хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» билдәһе, Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән баһаланды. Ике ҡыҙыл дипломға эйә Аҡйондоҙ һылыуы Өфө дәүләт нефть техник университетын һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын уңышлы тамамлаған.
Атаһы менән әсәһе ҡыҙҙарының медицина юлын һайлауын теләй. Миңлегөл бөгөн уларҙың хыялын тормошҡа ашырыуына һөйөнөп бөтә алмай. Ул, офтальмолог һөнәрен үҙләштереп, 2020 йылдан пациенттарының күҙҙәре һаулығы һағында тора.
Буласаҡ табип бәләкәй сағынан уҡ ныҡыш, тырыш бала булып үҫә. Айырыуса бейергә ярата, рәсем түңәрәктәренә йөрөй.
– Әсәйем утыҙ йыл дауамында уҡытыусы булып эшләне. Балаларға төплө белем бирергә тырышты. Беҙ апайым менән һәр саҡ дәрестәрҙе үҙаллы эшләнек. Нәҡ әсәйем уҡыуға ынтылышыма һәм үҙ көсөмә ышаныс булдырыуға хәл иткес ҙур өлөш индерҙе, – ти Миңлегөл.
Үҫә төшкәс, ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына юллана. Бында теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә, айырыуса математика, химия менән ҡыҙыҡһына. Бала саҡта табип булыу тураһында артыҡ хыялланмаһа ла, ата-әсәһенең кәңәше буйынса медицина университетын һайлай. Бөгөн табип булып эшләүенә ҡыуанып бөтә алмай.
Педиатрия факультетында тырышып уҡыған ҡыҙ, диплом алғас, белемен камиллаштырыу маҡсатында, ике йыл ошо уҡ уҡыу йортонда офтальмология буйынса ординатурала уҡыуын дауам итә. Студент сағында Өфөләге 22-се дауаханала, балалар хирургияһында, шәфҡәт туташы булып эшләй. Әлбиттә, хеҙмәте еңел түгел. Балаларҙың ауырыуы, уларҙың ҡурҡыуы, психологик торошо – барыһы ла уның күҙ алдында үтә. Изге йөрәкле ҡыҙ уларға ярҙам итә, тынысландыра, ҡайһы саҡ һүҙһеҙ генә терәк була. Шул тәжрибә уның күңелендә бер нәмәне – кешеләргә ярҙам итергә теләген нығыта, һәм был теләк ваҡыт үтеү менән көсәйә генә бара.
Дипломлы белгес хеҙмәт юлын тыуған районында башлай. Тулҡынланыу һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итә ул үҙенә күҙҙәрен тикшертә килеүселәрҙе. Ковидтың көсәйгән мәле, хеҙмәттәше Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы ауырып китә, һәм йәш белгескә бар яуаплылыҡты үҙенә алырға тура килә. Көндән-көн Миңлегөл Зәкирйән ҡыҙы үҙен ышаныслыраҡ тота бара. Бер мәл күҙе ҡаты йәрәхәтләнгән ҡатынды ваҡытында Белорет ҡалаһына офтальмолог-хирургка ебәреүен бөгөнгөләй хәтерләй. Уңышлы операция үткәргән ҡатын Миңлегөлгә ғүмер буйына оло рәхмәтле булып ҡала. Кәрәкле ҡарарҙы ваҡытында ҡабул итеүҙең мөһимлеген үҙ тәжрибәһендә әллә нисә тапҡыр һынай яңы эш башлаған офтальмолог.
Бер аҙҙан йәш табип Мәләүез ҡалаһына күсә. Бында ла үҙ эшен яратҡан белгес биш йыл намыҫ менән үҙ вазифаһын атҡара. Сая ҡыҙ 2022 – 2023 йылда махсус хәрби операция барған Донецк, Луганск халыҡ республикалары ҡалалары буйлап табиптар бригадаһы составында мәктәп, балалар баҡсаһында эшләй. Урындағы халыҡ та үҙҙәренә ярҙамға килгән табиптарҙы йылы ҡубул итә, йөрәк түрҙәренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен яуҙыра. Миңлегөл Ғәббәсова Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн РФ-тың юғары дәүләт наградаһы – Лука Крымский миҙалы, Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Почет грамотаһы, Профсоюздар рәйесе исеменән махсус хәрби операция зонаһында медицина ярҙамы күрһәткән өсөн миҙал менән һәм шулай уҡ Донецк, Луганск халыҡ республикалары ҡалаларының белем биреү учреждениелары хакимиәтенән рәхмәт хаттары менән дә бүләкләнә.
– Табип булараҡ, мин кешеләргә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуям, – ти Миңлегөл. – Хәрби округ зонаһында был ярҙам айырыуса талап ителә. Беҙҙең яугирҙәр – үҙенсәлекле. Яҡты киләсәккә өмөт бағлап, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуы хаҡында хыялланалар, яраланһалар ҙа, ысын илһөйәрлек рухында яңынан сафҡа баҫалар. Егеттәрҙең әйтеүенсә, яуҙа ҡалған иптәштәре менән бергә булыу уларҙы кире яу яланына әйҙәй. Тәүге осрашыуҙа уҡ улар ысын һалдаттар тәьҫире ҡалдырҙы. Был бигерәк тә Башҡортостан егеттәренә ҡағыла, улар ысын батырҙар!
Үҙ өҫтөндә ныҡышмалы шөғөлләнгән, һәр саҡ яңылыҡҡа, камиллыҡҡа, белемгә ынтылған табип, Стәрлетамаҡта эндокринологик үҙәк асылыуы хаҡында ишетеп, 2025 йылдың ноябрь айында офтальмолог булып эш башлай. Заманса ҡоролма-аппаратуралар менән йыһазландырылған кабинетта, яңы дауалау ысулдарына таянып, айырым бер дәрт менән эшкә тотона Миңлегөл. Яңы ҡоролмаларҙы ҡулланыу өсөн Мәскәүҙә белемен камиллаштырып ҡайта. Төрлө яҡлап үҫешеп, йәш быуынға ярҙам күрһәтеү маҡсатында балалар офтальмологияһына айырым иғтибар биреп, квалификация күтәреү курстарын үтә. Ул ҡан доноры ла – үҙ ирке менән һәм бушлай ярҙамға мохтаж пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарған кеше. Тәжрибәле белгестең тормош принцибы: һәр ваҡыт алға ынтылырға, башҡаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булырға, дөрөҫлөктө яҡларға, тормош һынауҙары алдында ебеп ҡалмаҫҡа, һәр нәмәне үҙ ваҡытында башҡарырға.
Уҡыусы сағынан уҡ ҡыҙ саңғы ярыштарында һынатмай, спорт секцияларын ҡалдырмай. Энергияһы ташып торған табип әлеге көндә лә көс талап иткән күнекмәләргә өҫтөнлөк бирә, тау шыуыуҙа таһыллыҡ күрһәтә, фитнес залдарҙа даими шөғөлләнә.
Ағзабыҙҙың иң нескәһе, тәү мәртәбә әсә ҡарашы менән осраштырыусы, гүзәллекте танытыусы, хис-тойғоларҙы сағылдырыусы пар күҙҙәребеҙ нурланыуын ҡайғыртыусы Миңлегөл Зәкирйән ҡыҙы кеүек белемле, тәүәккәл табиптарыбыҙ барҙа, тыныс күк йөҙөндәге ҡояшыбыҙҙы сәләмләйәсәкбеҙ әле...
Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар,
Журналистар союзы ағзаһы.