

Ер йөҙөндәге иң сауаплы һөнәр – Уҡытыусы. Күпме ғилем, сабырлыҡ, рух ныҡлығы талап итә ул! Үҙ профессияңа мөкиббән китеү, балаларҙы яратыу, уларҙы шәхес булараҡ ихтирам итеү... Эйе, эйе, шәхес булараҡ! Ана бит, ҡулдарыңа нисә яҙмыш тапшырылған! Һинең алда буласаҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре, фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре ултыра.Ысын уҡытыусы белем биреү менән генә сикләнмәй. Үҙенә ҡыҙыҡһынып, шул тиклем ышанып төбәлгән күҙҙәргә ул күңел йылыһын өләшә, кескәй йөрәк¬тәрҙе яҡтылыҡҡа өндәй.Шуға күрә лә уҡытыусы һөнәренең бөйөклөгөн һүҙ менән дә, йыр менән дә тасуирлап бөтөп булмай. Бына йәйге каникулдар ҙа тамамланды, Йылайыр районының Матрай урта мәктәбендә эшләп йөрөүсе Разия Әхәт ҡыҙы ла яңы уҡыу йылын башлап ебәрҙе.
Разия Арғынова Күгәрсен районының Юлдыбай ауылында Мырҙабаевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Ҡыҙҙар тауына һыйынып ултырған йорттарында биш балаға ғүмер биреп, уҡытып, оло тормош юлына сығара уларҙы ата-әсәһе.
Бар яҡтан да тырыш булған ҡыҙ тыуған ауылындағы мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Студент сағында ла юғары күрһәткестәр менән тырышып уҡый ул. Барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша һәм бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп ултырмай.
1987 йылда Матрай ауылы егете Венер Ишбулды улы менән сәстәрен-сәскә бәйләп, ғүмерлеккә бергә булырға вәғәҙә бирәләр һәм һоҡландырырлыҡ итеп матур донъя ҡоралар. Ҡулына диплом алған йәш педагог Матрай урта мәктәбенә эшкә урынлаша. Йәш ғаиләнең бер ҡыҙы һәм бер улы донъяға килә . Уларға юғары белем, яҡшы тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙаталар Арғыновтар. Ҡыҙҙары Эльвина – логопед-дефектолог һөнәрен үҙләштергән, улдары Илгиз программист булып уңышлы эшләп йөрөй. Икеһенең дә матур ғаиләһе бар, Өфө ҡалаһында төпләнеп, балалар үҫтереп, яҡындарын ҡыуандырып йәшәйҙәр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Разия Әхәт ҡыҙының тормош иптәше бынан биш йыл элек был донъянан китеп барған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан ул балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп йәшәй, уларға ярҙам итә.
Матрай урта мәктәбендәге хеҙмәте уның 1989 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башланып китә. Барлығы 37 йыл ғүмерен ул балаларға белем биреүгә бағышлаған, өлгө алырлыҡ, сабыр уҡытыусы. Уның хеҙмәт дәүерендә әллә күпме сығарылыш класы уҡыусылары бар. Әлбиттә, уҡытыусы булып эшләү ҙур сыҙамлыҡ, тырышлыҡ һәм таһыллыҡ талап итә, был өлкәлә эшләүе еңел түгел, шулай ҙа балаларға булған һөйөү, уҡыусыларының уңыштарына ғорурланыу, үҙ эшенең емештәрен күреп ҡыуаныу – үҙе ҙур бәхет бит ул!
Юғары белемле, киң эрудициялы белгес булараҡ һөйөү яулаған Разия Әхәт ҡыҙы Арғынованың уҡыусылары дәүләт имтихандарын юғары кимәлдә тапшыралар, улар араһында миҙалға лайыҡ булыусылар ҙа бихисап. Ошо хеҙмәт йылдарында ул класс етәксеһе булараҡ та оло ихтирам яулаған. Нисәмә йылдар үтһә лә уның уҡыусылары һәр ваҡыт осрашыуҙар ойоштороп, уҡытыусыларын онотмай ҡыуандырып килеп торалар.
Әле лә яратҡан һөнәренә тап төшөрмәй, уҡытыусылыҡҡа тоғро ҡалып Матрай урта мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөй Разия Әхәт ҡыҙы. Быйыл ул матур һәм күркәм юбилейын да билдәләй икән. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Уның фиҙәҡәр хеҙмәте һәр саҡ юғары баһаланып килә, бихисап Маҡтау грамоталары быға асыҡ дәлил. Ә инде 2025 йылда «Рәсәй Федерацияһының Почетлы работнигы» тигән юғары наградаһы ул үткән хеҙмәт йылдарының уңышлы булыуын тағы ла бер иҫбатлай.
Районыбыҙҙа мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт иткән уҡытыусылар бик күп. Улар киләсәк быуын, йәш педагогтар өсөн остаз һәм өлгө булып тора.
Ильфира Аккужина
"Ауыл уттары"