Былтыр көҙ көньяҡҡа – Сочиға юлым төштө. Эшләп тә, Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп тә алайым, тигәйнем. Ҡаф тауҙарының шифалы һауаһы, диңгеҙ һыуының дауаһы ымһындырҙы.
Мине тәүҙә дүрт йондоҙло отелдең бәләкәй генә тынсыу бүлмәһенә индерҙеләр. “Бытовка” тип атала инде хеҙмәткәрҙәр телендә. Ул һәр ҡатта урынлашҡан. Киң кәштәләргә айырым-айырым простынялар, юрған тыштары, ҡул, бит, мунса таҫтамалдары һалынған. Бер яҡ ситтә – ап-аҡ халаттар, запас мендәрҙәр, төрлө размерҙағы юрғандар. ““Твин” – бәләкәй карауатҡа йәйелә, “кинг” – ҙур карауатҡа. Кинг Конгты беләһеңме? Шунан иҫеңдә ҡалдыр”, – тип аңлата башҡорт ҡыҙы Гөлгөнә. Артабан инвентаркаға керәбеҙ. Бында бер ҡат кейелә торған аҡ тапочкалар, шампунь, гель, йәшел һәм ҡара сәй, төрлө-төрлө кофе, шәкәр, тараҡ, ҡырынғыс, теш йыуырға паста менән щетка, һ. б. һ. б. Ошоларҙың барыһын да ҙур ғына пластик арбаға тейәгәс, һөйрәүе ауыр булып китте. Юрған тыштары, бигерәк тә кингтар, ныҡ һәлмәк. Ярты литрлыҡ һыуҙарын да бер ыңғай егермешәр итеп алырға кәрәк. Быларҙан тыш арба ҡыйығына төрлө химия менеп ҡунаҡлай. R 1-ҙән R 12-гә тиклем. Уларҙың һәр береһенең нимә йыуырға тотонолоуын иҫтә ҡалдырырға кәрәк. Тәҙрә, бәҙрәф, һауыт-һаба, ванна, иҙән... айырым-айырым химия менән таҙартыла. Ҡулға һәр ваҡыт бирсәткә кейелә.
“Ауыл балаһына нимә ул? Ғүмер буйы өй йыйыштырыла!” – тип эре генә уйлаһам да, бер аҙнала һурыға, ябыға башланым. Физик эш ныҡ арытҡас, нисек йоҡлап киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Супервайзер ҡыҙҙар, Вика менән Кристина, һәр горничнаяның номерҙарға нимә тотоп ингәнен-сыҡҡанын видеокамеранан күҙәтә. Коридорҙа сәй, кофе, һыу эсһәң йә һөйләшеп торһаң, шелтәләп, шылтырата һала. Нисек кенә микроскоп аҫтында булһаҡ та, буш номерҙарҙы йыуғанда йыйыла һалып, көлөшөп, мәрәкәләшеп кофе эсеп алырға форсат таба торғайныҡ.
Вика менән Кристина йыш ҡына беҙгә тренинг үткәрә. Ҡунаҡтар менән туғаныңдай күреп йылмайып һөйләшергә кәрәк. Номерҙа өҫтәлде һөрткәндә әйберҙәрен ҡуҙғатмаҫҡа, таҫтамалдарын иҙәнгә һелтәһәләр, икенсеһен ҡуйырға. Көн ашалаш постель алыштырыуҙы ҡунаҡтар өнәп етмәй. Беҙгә лә көнөнә ун бишәр комплект күтәреп йөрөү, һәр карауатта уларҙы түшәү, юрғанға кейҙереү анһат түгел. Ҡағиҙә шулай булғас, ни хәл итәһең. Мин мендәрҙе өйҙәгесә ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ҡабартып ултыртып ҡуйғайным, Вика: “Һин шулайтып билмәнгә әйләндерә лә ҡуяһың”, – тип көлә-көлә уны текә генә итеп баҫтырырға өйрәтеп бирҙе. Һәр нәмәнең үҙ яйы бар икән дә. Простыняны бер сырышһыҙ түшәү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә. Ә юрған тышын бер-ике секундта кейҙереп ҡара! Карауатҡа юрғандың башын тыш яҡҡа ҡайырып һалһаң – яңы түшәлгән, эс яҡҡа бөгөп ҡуйһаң – тотонолған икәнен күрһәтә...
Тора-бара эшемде юғары баһалап, миңә стажерҙар бирә башланылар. Белорусиянан Татьяна бик ихлас ҡатын ине. “Песняры” репертуарынан “Беловежская пуща”ны йырлап ебәргәйнем, эшен ташлап мине тыңларға ултырҙы. Мари ҡатыны ла ҡыҙыҡ булып сыҡты. “Һеҙҙең халыҡ сихырға оҫта, һин нисек?” – тигәйнем, “Үҙемә оҡшаған ирҙәрҙе сихырлап маташтым. Тик һуңғы ваҡыт булышмай башланым. Сихырҙың тиҫкәре яғы ла күп”, – тип яуап бирҙе. Төрлөһө бар инде ҡыҙҙарҙың. Минең янға ебәрәләр ҙә стажерҙарҙы, ике сәғәттән супервайзерҙар шылтыра ла башлай. “Шунан, Тәнзилә, нисек?” – тиҙәр. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән һымаҡ, кешенең эшкә барымы бармы, юҡмы икәнен бер сәғәттә һынап була. “Ваҡытымды бушҡа әрәм иттермәгеҙ, был ҡыҙ эшләй алмаясаҡ”, – тиһәм, “Һеҙ беҙгә тура килмәйһегеҙ”, – тип тегене ҡайтарып ебәрәләр.
Осетин ҡыҙы Марика ығыш ҡына ине. Үҙе ныҡ йыуан. Прокуратурала эшләгән. Бер ҡатлылығы менән бәләгә тарыған. Әсәһе ковидтан ауырып аяҡтан яҙғас, ҡыйбатлы дарыуҙар алыр өсөн әхирәте кредитҡа батҡан. Уға ярҙам итәм, тип осетинка үҙенең исеменә кредит алып, ярты сумманы түләгән. Теге ҡыҙ тәүге айҙарҙа уның кредитын үҙе ябып маташҡан да: “Банкротҡа бир. Түләй алмайым”, – тигән. Атаһының иркә генә ҡыҙы Марика, әсәһе менән генә кәңәшләшеп, яҡшы эшен ташлап, кредитын ябыр өсөн Сочиға килгән. Һимеҙ ҡыҙыбыҙ ашҡаҙанын ҡырҡтырған булып сыҡты. Ашханаға барһаҡ, әҙ генә ашамлыҡ ала ла, ашына ҡарай ҙа ултыра торғайны. Ашҡаҙаны бәләкәй булғас, бер-ике ҡалаҡ ҡапһа ла, күңеле була ине. Аҙаҡ ул күҙгә күренеп ябыҡты, еңеләйеп китте.
Марика яй эшләүенә ныҡ борсолдо. “Һин отелдә иң шәп горничная буласаҡһың!” – тип дәртләндерәм тегене. Кредитын тиҙерәк ябыр өсөн ялһыҙ эшләне бахырҡай. Йәшлеге менән бирешмәгәндер инде. Үҙе шул тиклем яратты мине, Танзилюшечка, тип ҡуйыныма инә лә китә ине. Арҡаһынан, сәсенән һыйпап, бәпәй һымаҡ тупылдатып һөйөп алһам, күңеле була, йөҙҙәре асылып китә. Атаһы менән әсәһенең һөйөклө ҡыҙғынаһы ниндәй михнәттәр күрә, тип йәлләйем үҙен.
Стажер Тася Красноярский ҡалаһынан килгән. Атаһы – грузин, әсәһе – мәрйә. Ныҡ ҡыҙыу холоҡло. Ғәҙелһеҙлек булһа, ҡабара ла китә. Уның менән дә уртаҡ тел таптым. Әле лә аралашып торабыҙ. Марика ла, Тася ла башҡа ҡыҙҙар менән бик һөйләшеп барманы. Беҙ өсәү гел бергә булдыҡ. Таисия ныҡ һылыу. Матурлығын белә, үҙен бик ғорур тота. Уның да шул аҡса бәләһе инде. Эш таба алмағас, ҙур фатиры өсөн түләү мөмкинлеге бөткән. Суд приставтары картаһына арест һалған. Рәсми рәүештә эшләмәй, бурысын ҡапларға тырышып, ул да алһыҙ-ялһыҙ эшләне.
Күп кешеләр “пирамида” ҡоллоғонан яфалана. Аҡсаларын үрсетер өсөн “Финики” ойошмаһына инеп, банктарҙан ҙур суммаға кредит алғандар. Мутлашыусылар – йылан һымаҡ бит инде, ә алданыусылар, алйот ҡуян һымаҡ, шул йыландың шар асыҡ ауыҙына илай-илай үҙҙәре барып инәләр. Еңел аҡса бер ҡасан да булмай ул. Шуны аңлаһын ине кешеләр. Минең менән эшләүсе егеттәр, ҡыҙҙар аҡса алыу менән төпһөҙ бушлыҡҡа ыҙалап тапҡан аҡсаларын алып барып тыҡһа, үҙәк өҙөлә, йөрәк әрней. Шул тиклем дә бер ҡатлылыҡ бына нимәгә килтерә!
Кушнарендан Илгиз исемле һыу һөлөгө кеүек егет эшләне. Шундай һылыу, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, аҡ йөҙлө татар егете. Беҙҙең супервайзерҙарҙың ауыҙ һыуы ҡорой ине уны ҡарата алмай. Илгиз физкультура уҡытыусыһы булған, мәктәп оптимизация арҡаһында ябылған. Туғандары кәңәше менән бында килеп урынлашҡан. “Ике йыл эшләп ташланым. Ярты йыл һайын ике аҙналыҡ отпускы алып, Кушнаренға ҡайтып йөрөйөм. Был ялымда Ҡазанға барып ҡайтырға хыялланам”, – тине ул, тыйнаҡ йылмайып.
Украинанан Ирина бар ине. Бында эшләр өсөн, Сочиға килгәс, әллә күпме тикшереү үткән. “Детектор лжи” тигән ғәләмәт бар бит инде. Шуның аша “ниндәй сәбәп менән Рәсәйгә килдең?” тип төпсөнгәндәр. Ул нәмә аша Олег исемле хоусменды ла тикшерҙеләр. Бер номерҙа аҡ алтын балдаҡ юғалды. “Һинең инеп, сыҡҡаныңды видеокамера төшөргән”, – тип бәйләнделәр. Олег ныҡ ғәрләнде, балкон һеперергә генә ингәйнем, тип туҙынды, барып ҡайтҡас ҡына тынысланды. Һиңә ышанмауҙарынан да ауыры юҡ бит инде. Аҙаҡ казиноға тоташтырып төҙөлгән отелдә эшләгән Әстерхан ҡыҙы Ирина шундай уҡ тарихты һөйләне. Унда ла аҡ алтын балдаҡ юғалтып, бер-нисә көн бушлай йәшәргә хоҡуҡ алған икән бер кеше. Мутлыҡ инде был. Мутлашыу. “Минең тарағым менән горничная сәсен тараған”, – тип бер ҡара сәсле ханым һары сәсле Татьянан штраф түләттерҙе. Тағы бер нисә көн бушлай йәшәп кинәнде. Татьяна иҫәр түгел бит инде кеше тарағын ҡулланырға! Арбабыҙҙа әллә күпме тараҡ ята. Ул ханым алдашыр өсөн һары сәс шәлкемен сумаҙанында махсус йөрөтә микән...
Ксения исемле сибәр генә йәш ҡыҙыҡай эшләне. Бер нәмә әйтһәләр, енләнә лә китә ине. Вузда түләп уҡый икән. Ата-әсәһе эсә. Ярҙам юҡ. Үҙ көсө менән юғары белем алырға тырыша. Ул да аҡса күберәк булһын, тип ялһыҙ эшләне, артыҡ арыу үҙенекен итә инде – бер мәл нервыһы ныҡ ҡаҡшап, ауырып китте. Ванна бүлмәһенең иҙәнендә сәс ҡалдырғанһың, тине супервайзерҙар. Ксюша аҡыра, дер ҡалтырай башланы: “Мин таҙа һыу менән иң тәүҙә ванна бүлмәһен йыуам. Моп яңы ине!” Шул ғына шелтәне лә күтәрә алмағас, йәлләп: “Көймә, эш мәлендә төрлө һүҙ ишетергә тура килә”, – тип йыуаттым. Тынысланғас, ун туғыҙ йәшенән генә горничная булып эшләүен, супервайзерҙар тарафынан әллә нисә тапҡыр нахаҡтан рәнйетелеүен һөйләне. Быға тиклемге отелдән һыуытҡыс аҫтын йыумаған өсөн ҡыуғандар. Берәй ҡыҙ оҡшамаһа, супервайзерҙар бәйләнеп ала ла китә, талпан һымаҡ ҡаҙалалар, ҡандала һымаҡ ҡанын эсәләр. Ксения нимәһе менәндер етәкселеккә ярамағандыр инде. Карауатта матрас аҫтында ҡалаҡ ҡалдырғандар. Ҡыҙыҡай уны тапҡан, алып ҡуйған. Әгәр ул простыняны, матрасты күтәреп, тейешенсә түшәмәһә, ҡалаҡты күрмәҫ ине. Ә һыуытҡыс аҫтына алтын балдаҡ һалғандар. Ул, шылдырып йыумағас, күрмәгән. Ҡыҙҙан ҡотолорға шул һылтау еткән.
Супервайзерҙарҙың да төрлөһө барҙыр, әммә күбеһе үҙен горничнаяларҙан күпкә өҫтөн ҡуя. Хәтәр эре һөйләшәләр ине беҙҙекеләр, танау буйынан ғына ҡарап. Мине лә һынап ҡаранылар. Вика шкафтың өҫкө кәштәһенә аяҡ кейеме кейгәндә кәрәкле “ҡалаҡ” һалған. Һәр бүлмәлә эште ишек төбөнән шкафтан башлайһың. Мин “ҡалаҡ”ты, кәштәләрҙе һөрткәндә алып, урынына һалдым. Бүтән минең менән уйнаусы булманы.
Отелгә кем генә килмәй! Етәкселектең иң яратҡан ҡунаҡтары свингерҙар булып сыҡты. Ғүмерҙә белмәгән, күрмәгән халыҡ. Аллам һаҡлаһын. Бөтә Рәсәй буйынса айына ике тапҡыр беҙҙең отелдә йыйылалар, үҙҙәренең ойошмаһы бар, ахыры. Йома көн килеп яталар, йәкшәмбелә төштән һуң ҡайтып китәләр. Бишенсе ҡаттағы ҙур апартаментты, дүртенсе ҡаттағы номерҙарҙы биләп, ике көн буйы шашалар, ҡоторалар. Апартаменттағы оргиянан туймаған әҙәм аҡтыҡтары парҙары менән алышына-алышына бүлмәнән бүлмәгә “сәйәхәт”ен дауам итә. Мин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, коммунист ҡыҙы, уларҙы хеҙмәтләндереүҙән баш тарттым. Ерәндем. Атайым мәрхүм шундай аҙғындарҙы Рәсәй буйлап таратыр өсөн һуғышта ҡан түккәнме ни?! Улар бит үрсей, йәштәрҙе ҡоторта, аҙҙыра! Бына шуныһы бәлә!
Ирина казино отелендә эшләне. “Рөхсәт һорап йыйыштырырға бер номерға инһәм, алты йәшлек бала диванда уйнап ултыра. Ҡатыны ирен һыҙыра, ти:
– Алйот, 20 млн һумды бер кистә ҡалдырып сыҡтың! 20 млн! Аҡылың бармы һинең, юҡмы?!
Ире ыҡ-мыҡ итә, ҡатынын:
– Ну, ярай инде. Нимә эшләйһең инде. Ярай инде, – тип йыуатып маташа, ти. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был тормош. Кемдәрҙер аҡсаларын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, казиноларҙа туҙҙыра, кемдәрҙер, донъя көтәм, тип, балаларын аяҡҡа баҫтырам, тип яртышар йыл вахта менән эшләргә, хәрби операцияларҙа ҡатнашырға мәжбүр...
ххх
Иң ҡыҙығы минең өсөн сәйлек аҡса – чаевыйы алыу булды. Мин уны эшем өсөн гонорар тип ҡабул иттем, шулай тип атаным да. Стажерҙар менән бергә эшләгәс, улар менән дә бүлешә инем. 500 һум ҡалдырһалар, 250 һумын тиҙ генә карталарына күсерәм. Эй ҡыуаналар ҡыҙҙар!
Һәр нәмәгә, хатта номер йыйыштырыуға ла, ижади ҡараш кәрәк икән ул. Тәүге осоро, бер ай самаһы, ныҡ эсем бошто. Эс бошҡанда йырлайһың бит инде. Ә бында ҡайҙа ғына моңланаһың инде? Аҙаҡ түҙмәнем, бушаған номерҙарҙы йыуғанда рәхәтләнеп ҡысҡырып йырлай башланым. Тауышымды ишеткәндәр “Тәнзилә артистка икән” тип һүҙ сығарҙы. Ул-был кисәләрҙә йә шиғыр һөйләйем, йә йырлайым. Күңелем бушап ҡалды.
Сочиҙың “Красная поляна”һындағы ҡунаҡханалар тау башында урынлашҡан. Улар 2014 йылдағы ҡышҡы Олимпиада мәлендә төҙөлөп ҡалған. Эшкә канат буйлап кабиналарҙа күтәреләбеҙ. Канат юлы ремонтҡа ябылғас, автобуста мендек. Серпантиндарҙан үткәндә ҡолаҡ тоноп, күңел болғанып ыҙаланыҡ. Ҡаф тауҙары шул ҡәҙәре текә!
Ҡунаҡханаларҙы хеҙмәтләндереүселәр йәшәгән ҡаласыҡты үҙ-ара “Мексика төрмәһе” тип йөрөттөләр. Пропуск буйынса ғына территорияһына үтеп, үҙеңдең ятағыңа юлланаһың. Бер бүлмәлә икешәр кеше йәшәй. Ҡайһы бер бүлмәләрҙә ике яруслы карауаттар ҡуйылған. Ҡыҙҙар өсәр тора.
Был ҡаласыҡ Олимпиадаға әҙерлек мәлендә төҙөүселәр өсөн арлы-бирле ҡоролған булған. Өҫтәге ҡатта ултырғысты шылдырып ҡуйһалар ҙа, күк күкрәгән тауыш ишетелә. Атлап йөрөй башлаһалар – фил йөрөгән һымаҡ.
Декабрь айында ла, тышта йылы булғас, тәҙрәне асып йоҡлайһың. Курорт, тау һауаһы шул тиклем саф, һулап туйғыһыҙ. Йәштәрҙең ни, энергияһы ташып тора. Эштән һуң гөрләшеп волейбол, теннис уйнайҙар. Ятаҡтар эргәһендә спорт менән шөғөлләнер өсөн төрлө ҡоролмалар ҡуйылған.
Ауыр физик эштән татлы йоҡо ғына ҡотҡара. Төшкө, киске ашты кафела бушлай ашайбыҙ. Ныҡ тәмле бешерәләр, тел йоторлоҡ. Ҡунаҡтар кейемдәрен, хатта алтын, көмөш биҙәүестәрен онотоп ҡалдыра. Горничнаялар уларҙы администрацияға тапшыра. Мин тумбочкала көмөш сынйыр тапҡайным. Ярты йыл эсендә хужаһы килеп алмаһа, һинеке була, тигәйнеләр. Супервайзерҙар ҡыуанғандыр инде алып, иртәрәк ҡайтып киттем бит.
Мендәр аҫтында бер бәпәй бәләкәс кенә юлбарыҫын ҡалдырған ине. Ҡыҙҙарға тапшырғанда: ”Өс айҙан ҡайтам, ярты йылды көтөп тормайынса ошо тәтәйҙе иҫтәлеккә миңә ҡайтарып биреүегеҙҙе һорайым”, – тинем. Ҡайтыр саҡта уны кире алып, балаларса ҡыуандым. Ул – Сочи тураһында ҡәҙерле иҫтәлек, һәр ваҡыт күҙен тезерәйтеп, өйҙә монитор янында миңә ҡарап ултыра. Үҙенә күрә талисман да.
Ҡайһы ваҡыт ҡунаҡтар һыуытҡыста затлы-затлы аҙыҡ-түлек, емеш-еләк ҡалдыра. Шарап, виски булһа, хоусмендарға бирәбеҙ. Ашамлыҡтарҙы, төрлө һуттарҙы администрацияға күрһәтеп, рөхсәт менән алып ҡайтабыҙ. Иң ҡыҙығы – туйғансы ҡыҫала ашау булды. Бер ҡунағыбыҙ, дуҫы килә, тип ҙур һауытта ҡыҫала алдырған. Тегеһе килә алмағас, иртәнсәк Гөлгөнәгә тапшырып киткән. Боҙолмаһын өсөн тиҙ-тиҙ ашарға кәрәк бит инде. Икебеҙ ҙә нисек ҡыҫаланы ботарларға белмәйбеҙ. Быуындарындағы ит йоратын имеп-имеп ҡараныҡ та, йыйыштырыусы Оксананы саҡырҙыҡ. Ул ҡыуана-ҡыуана беҙгә өйрәтә башланы, өйрәтеү һылтауы менән ярты тасты ялп иттерҙе.
Ятаҡта йәшәгән кешеләр үҙ-ара бик татыу. Төнгө 11-ҙән һуң тып-тын. Ялға ҡаршы байрам итеп маташҡан егеттәр коридор буйлап тыптырҙап йөрөй башлаһа, кешеләр тиҙ генә охранаға шылтырата һала. Ә охранала гел чечен егеттәре-ҡыҙҙары эшләй. Улар шундай әҙәпле, тыныс. Бер ауыр һүҙ әйтмәй, ипле генә итеп, тәртип боҙоусыларға иҫкәрмә яһап китәләр. Иҫкәрмәнән һуң аяҡ аҫты һил булып ҡала, сөнки һуҡмыш кешеләр таң атыуға ни булырын белмәй. Эш боҙоусылар менән бында күп һөйләшеп тормайҙар – тиҙ арала әйберҙәрен төйнәтеп, ятаҡтан ҡыуып сығара һалалар. Шуға ла бында, әллә нисәмә мең кеше йәшәгән ҡаласыҡта, һәр ваҡыт тыныс.
Чечендар менән “Әссәләмәғәләйкүм!” – тип иҫәнләшеп йөрөйөм. Мөслимдәрҙе ныҡ ихтирам итәләр. Ул милләт кешеләренә минең айырыуса иғтибар Себерҙә эшләгән мәлдән килә. Унда ла апай иҫәбендә йөрөтөп, ныҡ ихтирам итә торғайнылар.
Сочиҙа күберәк ҡырғыҙ, башҡорт, рус, белорус, үзбәк, украин, мари эшләй. Мине йә татар, йә ҡырғыҙ, тип уйланылар. Ҡырғыҙҙар үҙҙәре лә башҡортҡа оҡшап тора ине.
Ятаҡтағы бүлмәлә тәүҙә башҡорт, аҙаҡ украин ҡыҙы менән йәшәнем. Эй күңелле була торғайны! Эс серҙәребеҙҙе бүлешеп, киләсәккә пландар ҡорған булабыҙ. Көн буйы аяғөҫтө йөрөп, аяҡ ҡалмай. Иртән аҡһап саҡ тороп китәһең. Химия менән йыуып, гел бирсәткә кейеп, ҡулдың тиреһе йоҡарып бөтә. Эштән ҡайтыу менән душта ҡойонорға йүгерәһең. Артабан карауатҡа ауаһың. Иң ҙур бәхет – карауат. Бөтә хыялыбыҙ, уй-теләгебеҙ – карауат. Ялдың кеше организмына ни тиклем кәрәкле икәнен физик эш менән шөғөлләнгәндә генә аңлайһың.
Бер ай тирәһе Ирина менән утты яндырып йоҡланыҡ, яҡтылыҡ төшмәһен тип, карауатыбыҙҙы көпләп бөттөк. Утты һүндерһәң, аяҡ буйлап, йә арҡаңдан тараҡандар йүрмәләй башлай. Уф... Имәнес. Төн уртаһында тороп, стеналағы тишек-тошоҡто, икенсе яруста ятҡан йыртыҡ матрасты скотч менән көпләп бөттөм. Ирина көлә. Тараҡан тишек таба ул барыбер, ти. Нимә менән генә ағыуламаныҡ хәшәрәттәрҙе. “Великий воин”, “Машенька”… Бәләкәй генә ҡағыҙ өй итеп эшләнгән, уртаһына ем һалынған ҡапҡанды өҫтәл аҫтына ла, өҫтөнә лә ултыртып ҡуйҙыҡ. Иринаның электр плитәһе, сәйнүге улар арҡаһында эшлектән сыҡты. Нескә проводтарҙы кимерҙеләр микән инде. Ирина ныҡ көйҙө. Бер мәл сәғәтен иҙәнгә туҡылдатып, ҡаҡҡылап: “Ҡәһәр һуҡҡырҙар, бының эсендә лә балалап яталар!” – тип һуҡранғанына хатта көлөп ебәрҙем. Бор кислотаһын йомортҡа һарыһына ҡатыштырып, бөтә мөйөштәргә теҙеп бөткәс кенә тынсып ҡалдыҡ. Тараҡандар беҙҙән күрше бүлмәләргә сығып ҡасты.
“Фәлән ерҙә алтын бар. Барһаң, баҡыры ла юҡ”, – тигән бит халыҡ. Кеше аптырағандың көнөнән бара инде унда. Климат йомшаҡ, диңгеҙҙә һыу инәм, тип. Мин дә ял көндәре, октябрь уртаһына тиклем, Ҡара диңгеҙҙә ҡойондом. Тик тау башында урынлашҡан мин йәшәгән курорттан диңгеҙгә тиклем юл йыраҡ ҡына. Ҡырҡ минут самаһы автобуста барырға кәрәк.
Декабрҙә лә Сочиҙа йылы ине, көҙгө курткала, кроссовкала йөрөнөм. Мине эшкә саҡырып, дуҫтар һаман хат яҙа. Яҡшы аҡса эшләһәң дә, һаулыҡты юғалтһаң, ҡайтарып алып булмай. Хәлеңдән килгәнде генә эшләп, һәүетемсә йөрөүгә ни етә! Нисек булһа ла, Сочиҙа күп дуҫтар таптым, күп тарихтар ишеттем. Бер повесть башымда уралып йөрөй. Тиҙҙән яҙырға ултырам инде. Әгәр мин горничная булып эшләмәһәм, күп ҡыҙыҡ факттарҙы белмәҫ инем. Ә улар яҙасаҡ әҫәрҙәрем өсөн бик кәрәк. Горничная эше, тормошо буйынса хатта детектив яҙырлыҡ!
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй Тәнзиләкәй менән ат башы”, – тип аптырап әйткәйне Зәлифә дуҫым. Эсер һыуым, ашар ризығым, яҙыласаҡ әҫәрҙәрем йөрөткәндер мине. Артабан күргән-кисергәндәремде тәфсирләп яҙырға ғүмерем генә булһын.
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
Архив, 2023 йыл.