

Йыландың ағыуы – тешендә, әҙәмдеке – телендә, тиҙәр. Ә ул ағыу бөтә наҙыңды, бар йылыңды бүләк иткән яҡын кешең теленән тамһа? Уның әйткән һәр һүҙе йөрәккә хәнйәр булып ҡаҙала икән, күңел көсһөҙләнә, йәшәүҙең йәме юғала, ахыр сиктә өмөтөңдө өҙөргә мөмкин.
Өйҙәге золом тураһында бик күп һөйләйҙәр. Ғүмерен өҙгән, ҡул күтәргән, тигән хәбәрҙәр йыш ишетелә. Былар фажиғә итеп ҡабул ителә. Һүҙ менән ғәйрәтләнеп йәшәүселәр ҙә бар бит әле. Юҡ, улар бармаҡ менән дә сиртмәйҙәр, бары тик һүҙ менән “ҡыйнайҙар”. Һәм, дөйөм алғанда, был хәлде күбеһе яңғыҙы ғына күтәрә. Өндәшмәй. Түҙә. Был – оло бер фажиғә. Көн һайын дауам иткән психологик һәм эмоциональ баҫым бер ваҡыт кешелектән сығармай ҡалмай. Был донъяла һәр кеше – шәхес. Шәхестең үҙ донъяһы, үҙ сиктәре бар. Ул сикте бер кем дә тапап керергә тейеш түгел. Хатта бик яратҡан кешеңдең дә быға хоҡуғы юҡ.
Һәр ваҡыт үҙен ҡарап, брендлы кейемдәр кейеп, һуңғы моделле машинала йөрөгән танышымдан шундай һүҙ ишеткәс, берсә аптырап ҡалдым. Ситтән ҡарағанда, тормошо күптәр көнләшерлек кеүек. Бер нимәгә лә интегеп йәшәмәй тиерлек. Тик интегә икән шул... иреккә. Ул гел өйҙә булырға тейеш. Ҡала үҙәгендәге ҡиммәтле спортзалға барып шөғөлләнгәндән һуң да, ундағы таныш ҡатындар менән ҡәһүә эсәһе түгел, туп-тура өйгә йүгерәһе. Институт тамамлап кейәүгә сыҡҡас, беренсе балаһы тыуғансы үҙ һөнәре буйынса эшләй әле ул. Артабан быға сик ҡуйылған. “Һин өйҙә балалар янында булырға тейеш”, – ти уға ире. Балалар үҫеп итәктән төшкәс тә, эшкә сығырға ынтылып ҡарай ҡатын. Тик ире был хаҡта ишетергә лә теләмәй. “Тәжрибәң юҡ, һин өйҙә генә ултырырға тейеш”, – ти. Уның бер нимәгә хоҡуғы юҡ, балаларҙы ниндәй мәктәптә уҡытыуҙы хәл итеү түгел, яңғыҙы ғына кибеткә барып үҙенә күлдәк тә һайлай алмай. Барыһын да ире контролдә тота. Ҡаршы һүҙ әйтеү тураһында уйларға ла ярамай. “Һин нимә күргәнһең һуң, бөтә эшең минең муйында ултырыу”, – тигән һүҙҙәрҙе тағы бер ҡат ишетәсәк. Хәйер, быны ишетергә әллә ни сәбәп тә кәрәкмәй. Ире уны былай ҙа был һүҙҙәр менән йыш “иркәләй”. Иргә финанс бәйлелеге булғас нишләһен инде, тиерһең.
Ләкин икенсе осраҡтар ҙа бар. Янып торған, тормош йөгөн үҙе тартҡан ҡатын. Эшләй, аҡсаһын таба, нимәгә тотонһа, шуны булдыра. Һәр кем менән уртаҡ тел таба. Ә бына ире алдында ҡойола ла төшә. Юҡтан ғына тауыш сығарған булдыҡһыҙ иренә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Ниндәй генә яман һүҙҙәр ишетмәй уңған ҡатын! Барыһына ла түҙә: ҡара тауыш ҡына сыҡмаһын да, ире ҡул ғына күтәрмәһен, балалары ғына атайһыҙ үҫмәһен... Бөтә ҡурҡҡаны шул. Ҡысҡырып хәле бөткән ире һуңынан уны тағы ла ғәйепләп ҡуя: өндәшмәҫ инең, күрәһең бит, кәйефем яман, йәнәһе. Гел ҡатын-ҡыҙ ғәйепле. Өйҙә был инде – ҡанун. Үҙгәрер тип өмөтләнеп йәшәй ҡатын. Тик үҙгәрерме һуң?..
Абьюзер: abuse – көсләү, abuser – көсләүсе кеше тигән һүҙ. Өйҙәге золом хаҡында һөйләгәндә йыш ҡулланыла. Психологик абьюз – көсләүҙең бер төрө. Абьюзер манипуляциялай, ҡурҡыта, эмоциональ баҫым яһай, ғөмүмән, ҡорбанына психологик зыян килтерә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күрһәткестәренә ҡарағанда, кешеләрҙең 75 проценты был проблема менән осраша. Быны бер ҙә норма итеп ҡабул итергә ярамай. Ул ғаиләлә бар икән, уның бик йыш ҡабатланыуы көн кеүек асыҡ. “Иренән ғүмер буйы һүҙ менән мыҫҡыл ителеп йәшәгән ҡатындар күп, – ти белгестәр. – Улар кемдәндер кәңәш һорарға ояла, барыр урын да юҡ”.
Кеше күңеле – ҡара урман. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре лә шулай уҡ. Кәйефе насар булып, ир ҡатынын кәмһетә икән, үҙ ғәйебен таный һәм, билдәле, ғәфү үтенә. Әлбиттә, абьюзер ҙа ғәфү үтенә, ләкин бар ғәйепте ҡорбанына ташлай: эҙләмәҫкә ине, яныма килмәҫ инең... Ябай конфликттар ниндәй ҙә булһа бер сәбәп арҡаһында сыға: ремонт, тормошҡа пландар ҡороу йә ҡайҙалыр барыу... Уртаҡ фекергә килә алмағанда юғары тонға күскәнде ҡайһы берҙә үҙебеҙ ҙә һиҙмәй ҡалабыҙ. Ә абьюзерҙар кескенә генә бер үк сәбәп өсөн дә уттай ҡабына. Помаданың төҫөн, йыуыныу бүлмәһендәге еүеш таҫтамалды, аштың тоҙлораҡ булыуын да тормоштағы иң ҙур хатаға әйләндереп, бала-сағаны әрләгән кеүек, шелтәләп ташлаясаҡтар. Улар бер ваҡытта ла үҙҙәрен ғәйепле тоймай. Өҫтәүенә, бик яҡшы манипулятор үҙҙәре. Үҙ һүҙҙәрен һөйләп, үҙенекен эшләтәләр. Барыһы өсөн дә иҫәп-хисап талап итәләр.
Психологик баҫымдың иң ҡурҡыныс төрө – газлайтинг. Әлеге термин беҙҙең тормошҡа кереп бара. Тимәк, ул ҡасан да булһа проблема булараҡ күтәреләсәк. Әлегә был хәлдә лә ҡатын-ҡыҙҙар яңғыҙы ҡала. “Газовый свет” – инглиз пьесаһынан алынған был һүҙ психологик көсләүҙең бер формаһы. Һәм үтә ҡурҡыныс формаһы. Ул, нигеҙҙә, ҡул күтәреү, енси көсләү менән бергә алып барыла. Абьюзерҙың маҡсаты: ҡорбанын психик яҡтан нормаль булмаған итеп күрһәтеү, ысынбарлыҡты адекват ҡабул итеүҙә шикләнеү тыуҙырыу. “Был бик ауыр осраҡ, – ти белгестәр. – Һәр ваҡыт йүләргә сығарған һайын, ҡорбан үҙе лә быға ышана башлай. Үҙендә шикләнә. Бында инде психосоматика килеп сыға: ҡорбан ауырыуға әйләнә. Ә ауырыуҙар – өйҙәге сәләмәт булмаған мөнәсәбәттәрҙең һөҙөмтәһе ул”.
Статистика буйынса, өй золомсоларының 90 проценты ир-аттар. Әммә йәмғиәттә, бик аҙ булһа ла, ҡатын-ҡыҙ абьюзерҙар ҙа бар. Уларҙы анекдоттарҙағы кеүек, сәсенә бигуди ҡуйған, ҡулына уҡлау тотоп, арыған иренең эштән ҡайтыуын көткән йөҙ килограмм ауырлыҡтағы ҡатын-ҡыҙ итеп күҙ алдына килтереү дөрөҫ булмаҫ. Көләс, уҡымышлы, сарказмға эйә, заманса, ярашлы рәүештә тормошҡа бер ниндәй зыян килтермәгән ҡатын-ҡыҙҙар улар.
Белгестәр билдәләүенсә, был проблема менән ир-аттар ҙа мөрәжәғәт итә. Улар, ҡатыным миңә эмоциональ баҫым яһай, тип зарланмай, ә ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн ярҙам һорап килә. Мәҫәлән: Өйләнешкән ваҡытта ҡатыны егермешәр тапҡыр эшенә шылтырата, уны гел контролдә тота. Ахыр сиктә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡарап ултыраһың, тип телевизор ҡарауҙан тыя. Көнсөллөк тә абьюзға әйләнергә мөмкин. Әгәр партнерың иркеңде ҡыҫһа, тормош рәүешеңде үҙгәртергә теләһә, ышанысы булмаһа, үҙ милке итеп ҡараһа, был иһә психологик мәжбүр итеү тигән һүҙ. Ҡатын-ҡыҙ эмоциональ көсләүсе булған ғаиләләрҙә бала тыуғас, низағ тағы ла ҡатлаулана. Ул ирен бала менән шантажлай башлай. Бик һирәк осраҡта ғына ир түҙеп йәшәй. Йә ул ғаиләнән китә, йә араҡы менән дуҫлаша.
Ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа абьюзер була ала. Улар яҡындарына төрлө юлдар менән негатив йоғонто яһай. Ир-аттар күпселек осраҡта абьюз көсләүҙең барлыҡ алымдарын да ҡулланһа (психологик, физик, енси), ҡатын-ҡыҙҙар психологик баҫым ғына яһай.
Ни өсөн кешеләр абьюзерға әйләнә һуң? Ғалимдар әйтеүенсә, ҡайһы бер кешеләргә абьюз генетик яҡтан килә. Әммә кеше тыуа, үҫә, ғүмер итә, һәм тирә-яҡ мөхит уның халәтенә күберәк йоғонто яһай. Күпселек осраҡта нәҡ бына ҡырыҫ, тиран атай-әсәй (йыш ҡына атай) бының сәбәбе була ала. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр баланың киләсәктә ниндәй буласағын күрһәтә. Нервылары ҡаҡшаған, гел ғауға араһында үҫкән бала үҙ ғаиләһендә лә, башҡалар менән мөнәсәбәттәр төҙөгәндә лә “таныш алымдарҙы” ҡулланырға бик мөмкин. Әлбиттә, бөтә осраҡта ла был хәл була тигән һүҙ түгел. Донъялағы һәр бер психологик яҡтан “ғаиләлә дөрөҫ” үҫмәгән кеше лә абьюзер булмай.
Бындай мөнәсәбәттәрҙә саф, ысын һөйөү юҡ. Үрмәксе лә селтәренә эләккән себенде ярата. Тик был һөйөү башҡа төрлө. Ул уның иҫәбенән үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Мөхәббәткә һалынған хөрмәт, кисереү, ғәфү итеү, зыян һалырға, борсорға теләмәү кеүек төшөнсәләр абьюз мөнәсәбәттәрҙә була алмай. Ғәрип кешеләр өсөн ул бары тик декорация ғына. Ә улар йәнәшәһендә алданып, мыҫҡыл ителеп, өмөтләнеп йәшәгәндәр – бик көслө кешеләр. Үкенескә ҡаршы, был турала үҙҙәре генә белмәй...
Айгөл КҮСИМОВА әҙерләне.