

Бөгөн балаларҙың, бигерәк тә үҫмерҙәрҙең ваҡытлыса эшкә урынлашыуы тәбиғи. Сөнки кемдәрҙер, бәлки, иғтибар ҙа итмәйҙер, әммә күп хеҙмәт урынын мәктәп уҡыусылары биләп, эш биреүселәрҙе ҡотҡара. Иң тәүҙә ул – кафеларҙа официанттар, һауыт-һаба йыуыусы булып эшләгән үҫмерҙәр. Әгәр улар булмаһа, төрлө тантаналарҙы үткәреүе ауырлыҡтар тыуҙырыр ине. Ун сәғәттән ашыу аяғөҫтө, ҙур залдың бер осонан икенсе осона, бер ҡаттан икенсе ҡатҡа батмус тотоп йүгергеләп йөрөгән үҫмерҙәр урынына бер мәлгә үҙегеҙҙе ҡуйып ҡарағыҙ. Ошондай эш өсөн улар мең һумдан ике мең һумға тиклем генә ала. Эштән кеше үлмәй, әлбиттә. Әммә зал тулы халыҡты хеҙмәтләндерергә баҙнат иткән балаға тырышлыҡтан бигерәк, күпме ҡыйыулыҡ кәрәк икәнлеген һәр кем аңлаймы икән?
Шулай бер мәжлес барышында оло йәштәге ҡатын официантты саҡыртып алып:
– Ни өсөн был салат ул тиклем ҡоро ул? – тип бәйләнә башланы.
15-16 йәштәрҙәге бала йылмайып:
– Мин һеҙҙең һүҙҙәрегеҙҙе ашнаҡсыларға еткерермен, – тине.
Тик теге туҡтарлыҡ түгел:
– Нимәгә кәрәк миңә һинең еткереүең?! Тәмһеҙ был салат! – тип ҡысҡыра башланы.
Аптырап ҡалған бала ғәфү үтенеп залдан сығып китте. Тиҙҙән ул майонез тотоп килеп инде. Күрәһең, ашнаҡсылар уға “ҡоро булһа, шуны һалып ашаһын” тип ебәргәндер. Тик майонез ситкә осто...
Икенсе осраҡ. Ҡунаҡтар шау-шыулы ерҙән ситкә күсеп, сәй эсергә ултырҙы. Өҫтәл янында официант ҡыҙ күмәк кешегә сәй яһап өлгөртә алмай. Шул саҡ бер ҡатын: “Саҡ ҡыбырлап йөрөйһөң! Һине кем эшкә алды ул?”– тип тауыш күтәрҙе.
Кафе янында ятҡан сүп-сар өсөн дә, аштың һыуыҡ булыуы өсөн дә үҙен официант итеп танытырға йөрьәт иткән балаларға эләгә. Ә бер ир официант малайҙың елкәһенән матҡып тотоп ситкә быраҡтырҙы. Уға ла кафе янындағы бысраҡ оҡшамаған булып сыҡты. Һәм шулай һәр нәмәнән ғауға сығарып, ғәйеплене эҙләп кенә йөрөгән кешеләр осрап ҡына тора ҡунаҡ булыусылар араһында. Шуға күрәлер инде кафелар көн һайын хеҙмәткәрҙәр эҙләүе тураһында иғлан бирә. Уйлап ҡараһаң, официанттар аш-һыуҙы таратып бирергә һәм йыйып алырға ғына тейеш. Улар башҡа нәмә өсөн яуаплы түгел. Әммә ҡайһы берәүҙәр, уларҙың бала ғына булыуы менән файҙаланып, әҙ генә аҡсаға бар эшен эшләтһә, икенселәре ҡунаҡта йыйылған бар асыуын уларға төшөрә. Оло тормошҡа аяҡ баҫып, ҡанаты нығынырға ла өлгөрмәгән балаларға күрһәтер өлгөбөҙ шулмы инде?!
Үҫмер малайҙар төрлө төҙөлөштәрҙә ихлас эшләй. Ҡулына сүкеш-балта ла тота белмәгән буласаҡ йорт хужалары өсөн был шәп тәжрибә. Шуларҙың береһе: “Икенсе йыл күрше ағай үҙенең бригадаһына ала. Миңә ныҡ оҡшай. Ошонда эшләп үҙемә оҡшаған кейемде һатып алдым. Кино, кафеға йөрөгәндә хәҙер әсәйҙән аҡса һорамайым. Аҡсаны ла һәйбәт түләйҙәр. Ҡайһы саҡта көнөнә 3-4 мең һум алам. Ағайҙар менән бергә ултырып ашауы, уларҙың шаяртыуҙары оҡшай”, – тине.
Малайҙың әсәһе әйтеүенсә, улы эш эҙләй башлағас, ул үҙе күршеһенә барып үтенгән. “Атайһыҙ үҫкән улыма ир тәрбиәһе кәрәк. Шуға күрә аҡсаһынан бигерәк, улымдың ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә ҡыуанам. Ул ныҡ булып китте, яуаплылыҡ тоя башланы. Бының өсөн күршемә бик тә рәхмәтлемен”, – ти ул.
Эйе, малайҙарҙы ҡулына эш ҡоралы тоторға өйрәтеү, уларҙы физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да нығытыу бик мөһим.
Балалар пекарня, кафеларҙа эшләй, машиналар йыуа, көтөү көтә, кешеләргә ялланып хужалыҡ эштәрен башҡара, ер ҡаҙа, баҡса утай... Хеҙмәт кешене тәрбиәләүе бәхәсһеҙ. Көнө буйы телефон тотоп диванда аунағансы, кешеләр менән аралашыуы, ниндәйҙер эшкә өйрәнеүҙәре киләсәк тормоштарында үҙҙәренә лә бик кәрәк буласаҡ. Тәүге эш хаҡы алып ҡыуанысынан һикерәңләгән балаға ҡарап йылмайып ҡуяһың. Шулай ҙа, уның юлында яман уйлы, таш бәғерле кешеләр осрап, дәрт-теләген һүрелдереп кенә ҡуймаһын, тип борсолаһың да. Шуға күрә хеҙмәт юлындағы тәүге аҙымдарын яһаған балаларға һәр кем иғтибарлы ғына түгел, ә ихтирамлы ла булһын ине.
Хеҙмәт килешеүе төҙөү мотлаҡ!
Ҡәҙерле уҡыусылар, йәйге каникулда күптәрегеҙ ялды хеҙмәт менән аралаштырып үткәрәлер. Ниндәйҙер ойошмаға ваҡытлыса эшкә инергә уйлаһағыҙ, мотлаҡ хеҙмәт килешеүе төҙөргә кәрәклеген иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Телдән генә килешеп, намыҫһыҙ эш биреүсегә эләгеүегеҙ, эш хаҡы ала алмай йөрөүегеҙ бар. Был турала Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ла иҫкәртә. Икенсенән, интернет аша эш эҙләгәндә алдаҡсылар, бысраҡ бизнес, йәғни тыйылған әйберҙәр һатыусылар ҡулына барып эләгеү хәүефе лә ҙур. Һаҡ булығыҙ!
16 йәштән хеҙмәт килешеүе төҙөргә мөмкин. 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәргә иһә ата-әсәһенең яҙма килешеүе кәрәк буласаҡ.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы буйынса бәлиғ булмағандарҙы ауыр физик эшкә һәм төнгө клубтарға, спиртлы эсемлек, тәмәке һатылған урындарға урынлаштырыу тыйыла. Был уларҙың һаулығын һәм рухи яҡтан үҫешен ҡайғыртыу йәһәтенән эшләнә.
Үҫмерҙәргә үҙҙәре йәшәгән район-ҡалаларҙағы халыҡты эшкә урынлаштырыу хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итергә йәки "Работа России" (https://t-j.ru/vsem-trud/) порталы аша онлайн-ғариза ҡалдырып, рәсми рәүештә эшкә урынлашырға тәҡдим ителә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.