

“Балаларҙы һөйөү менән тәрбиәләйем”, – ти Ейәнсура районының Ишемғол ауылында йәшәүсе Лилиә МӨХӘМӘТЙӘНОВА. Уның был тормоштағы вазифалары һәм башҡарған эштәре һанап бөткөһөҙ. Уңған хужабикә, сабыр ҡатын, блогер, мәҙәниәт хеҙмәткәре, талантлы йырсы, йәмәғәт эшмәкәре – былар оло исемлектең бәләкәй генә өлөшө. Әммә ул үҙенең төп эше һәм бурысы тип әсәлекте һанай. Биш сабыйға ғүмер бүләк итеп, улар янына тағы ла берәүҙе һыйындырып, етем балаға йорт, ғаилә наҙы биреп, иң изге, мөҡәддәс хеҙмәт башҡара ябай ғына ауыл ҡатыны.
Мөхәббәт тарихы
Ғаилә башлығы Илдар, йорт ҡотон һаҡлаусы Лилиә, бер-бер артлы ауаз һалған малайҙар Ислам, Адиль, Илнар, көттөрөп кенә тыуған ҡурсаҡ кеүек ҡыҙҙар Аделия менән Айсель һәм икенсе тапҡыр атай-әсәйле булыу бәхетен ошо ғаиләлә тапҡан Аяз – күп тә түгел, аҙ ҙа түгел, һигеҙ ағзанан торған был кескәй генә дәүләттә һәр ваҡыт һөйөү, бәхет һәм шатлыҡ хистәре йәшәй. Был, әлбиттә, әсә кешенең тырышлығы, матур тәрбиәһе.
Уларҙың мөхәббәт тарихы бынан 19 йыл элек башлана. Лилиәнең класташы бер осрашҡанда Чечен Республикаһында әрме хеҙмәте үткән ҡоҙаһы тураһында һөйләй ҙә: “Һинең телефоның фотолар ҡабул итә бит. Уға номерыңды бирәйем әле”, – тип ҡуя. Йәштәр тәүҙә шулай “ситтән тороп” ҡына аралаша. Аҙаҡ телефон номерҙары үҙгәреү сәбәпле, бәйләнеш өҙөлә. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, Илдар ҡыҙҙың тыуған ауылы Байышҡа килә һәм йәштәр тәүге тапҡыр осраша. Телефон аша башланған дуҫлыҡ һөйөү хистәренә әүерелә.
Парлы тормош еңел генә башланмай. Байышта ла, Илдарҙың тыуған яғында ла (Ырымбур өлкәһенең Аҡбулат ауылында) йәштәргә эш булмай. Ситкә сығып китер өсөн йәшәр урын хәстәрләргә кәрәк, ә ғаилә тәүге сабыйын көтә. Аңҡы-тиңке булып йөрөгән арала Лилиәнең бер туған апаһы йәштәрҙе үҙҙәре йәшәгән Ишемғолға саҡыра – “Инәк” совхозы йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итә икән. Шулай итеп, ғаилә эшле лә, торлаҡлы ла булып, үҙаллы һуҡмаҡҡа аяҡ баҫа.
Бөгөн инде Илдар менән Лилиә үҙҙәренә йорт һатып алған, ғаилә башлығы әлеге ваҡытта вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Кәртә тултырып мал аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр, еңел машинала елдерәләр. Мул тормош аҙ-аҙлап ҡына, һаҡсыллыҡ менән йыйылған һәм шуныһы менән дә ҡәҙерле уларға.
Блогерлыҡ һәм ғаилә
Лилиәнең һәм уның ғаиләһенең тормошо менән ул алып барған блог аша яҡындан танышырға була. Ҡыҙыҡлы вайндарҙан тыш, блогер яҙылыусыларына осрашыуҙар, мәҙәни саралар тураһында мәғлүмәт бирә ғаилә тормошон, балаларының мәҙәктәрен бәйән итә. Әйткәндәй, улары инде оҫтарып та бөткән, камеранан, кешеләр менән аралашыуҙан оялмайҙар. 6-сы класты тамамлаған Адиль быйыл ата-әсәһенән яҡшы камералы телефон алдырған һәм үҙенә айырым блог асҡан.
– Башлаған саҡта танылыу яулайым тигән маҡсатым юҡ ине. Бары тик яҡын кешеләремә, ҡыҙыҡһыныусыларға ябай ғына ауыл ҡатынының күңелле һәм матур тормошон күрһәткем килде, – ти үҙенең блогерлыҡ шөғөлө тураһында ул. Ә вайндар төшөрә башлағас, яҙылыусылар һаны күҙгә күренеп артты. Хәҙер инде миңә реклама һорап мөрәжәғәт итәләр, урамда танып туҡтаталар, фотоға төшөргә тәҡдим итәләр. Блог алып барыу – мәшәҡәтле эш, күп ваҡытты ала. Әммә популярлыҡ артынан ҡыуып, балаларымды, йорт эштәремде оноторға тейеш түгелмен – сама кәрәк. Хәҙерге балалар былай ҙа телефондан айырыла алмай. Улдарым, ҡыҙҙарым минән өлгө ала. Тимәк, заман мөмкинлектәрен үҙ миҫалымда уларға күрһәтәм. Эйе, блогерлыҡ – ҡыҙыҡлы шөғөл, әммә киләсәк һөнәр өсөн яҡшы уҡырға, өҫтәлдә ризыҡ булһын өсөн эшләргә, тир түгергә кәрәк. Блог өсөн кәрәк, тип бер баламды ла видеоға төшөргә өгөтләгәнем юҡ. Теләктәре булһа – төшәләр, булмаһа – баш тарталар. Лилиә өсөн блогерлыҡ – яңы кешеләр менән танышыу, ҡыҙыҡлы аралашыу мөмкинлеге. Реклама иҫәбенән ғаиләһе менән Башҡортостандың иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә сығырға, ял итеү урындарында булырға өлгөргәндәр.
Әсәй – донъя тотҡаһы
Ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Лилиә алты балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән. Нәжип ағай менән Земфира апай һәр балаһының күңеленә татыулыҡ һәм изгелек, һөйөү һәм ихтирам төшөнсәһен һеңдергән.
– Артыҡ иркәләнеп үҫмәһәм дә, әсәйемдең хәстәренә, ҡурсыуына, һөйөүенә ҡойоноп йәшәүемде аңлай инем. Бәхетле бала сағым өсөн уға рәхмәтем сикһеҙ һәм үҙе иҫән сағында күңел хистәремде изгелектәр менән ҡайтарырға тырыштым. Әсәйҙәр донъя тотҡаһы икәнлеген электән белдем, әммә яҡын кешемдең вафатынан һуң бының ысынлығына инандым. Кәңәш һораған саҡта уның: “Ярар, балам, борсолма”, – тигән ябай ғына йыуатыуы ла тау аҡтарырҙай көс бирә ине. Васыят кеүек әйткән һабаҡтарын һәр ваҡыт күңелемдә йөрөтәм һәм балаларымдың аҡылына һеңдерергә тырышам. Ныҡ ауыр ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, беҙҙең дә ебеп төшкәнде яратмай ине. Хәҙер улдарыма көн дә тигәндәй: “Тормошта кеше хәл итә алмаҫтай проблемалар булмай. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Ә мин һеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышасаҡмын. Тормошта иң ныҡлы терәгегеҙ – мин”, – тип ҡабатлап торам. Малайҙар менән еңелдән түгел: шаянлыҡтары ла, тәртип боҙған осраҡтар ҙа бар. Аңды-тоңдо белмәйенсә, кемдер ғәйепләй тип кенә уларға тауыш күтәрмәйем. Әммә һәр балам белә: улар ғәйепле булған осраҡта бик етди һөйләшеү буласаҡ. Сөнки мине лә әсәйем, һәр ҡылығыңа яуап биреп өйрән, тип үҫтерҙе, – ти Лилиә, яҡын кешеһенең тәрбиә алымдары тураһында бәйән итеп.
Ысынлап та, ир балалар үҫтергән ата-әсәләргә талапсанлыҡ та, уҫаллыҡ та кәрәктер. Ни тиһәң дә, был матур ғаиләлә бер-бер артлы дүрт малай буй еткереп килә бит!
Ҡыҙ балалар – наҙлыҡайҙар
Лилиә һәр малайын көткәндә ҡыҙ булырына өмөт итеүен йәшермәй. Ғаиләлә үҙенә серҙәш тә, әхирәт тә, ярҙамсы ла булырлыҡ наҙлыҡай ғына ҡыҙ бала табырға теләй ул. Дүртенсегә ауырға ҡалғас, күңеле менән хыялының тормошҡа ашырын һиҙә. Бер-бер артлы үҫеп килгән малайҙарының сыр-сыуынан бер аҙ арыған Илдар шаяртыу ҡатыш ҡатынына: “Тағы бер бала тапһаң, өйҙән сығып ҡасам”, – тип әйтеп ҡуя. Ҡыҙ баланың күңел иретерлек наҙы барлығын алдан белһә икән?! Аҙаҡ Аделияһын ҡосаҡлап яратҡан һайын һөйөклө ҡатынына: “Бер ҡулым менән ҡосорлоҡ ҡыҙым бар, инде икенсе ҡулыма ла берәүҙе тап”, – ти. Әсә кешегә етә ҡала – биш йыл үтеүгә Айселде алып ҡайта. Бөгөн был ике ҡыҙ – ғаиләнең биҙәге һәм йәме.
– Иремдең ғаиләһендә биш малай үҫкән. Шуғалыр ул бер аҙ ҡырыҫыраҡ, ҡатыраҡ кеше. Улдарыбыҙға артыҡ йомшаҡлыҡ күрһәткәнен, ирек ҡуйғанын хәтерләмәйем, – тип көлә Лилиә ҡыҙҙары тураһында һөйләгәндә. – Ә бына ҡыҙҙар уны бөтөнләй үҙ яғына бороп алды. Һәр теләктәре үтәлә, эштән ҡайтҡанында уларға мулыраҡ күстәнәс төйнәлгән. Телефондан һөйләшкәндә лә иң тәүҙә бәләкәстәрҙең хәлен һораша. Әсә кеше булараҡ, һәр баламдың киләсәге, яҙмышы тураһында уйланам. Әммә ҡыҙҙар өсөн күберәк борсолаһың икән ул. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт яҡлауға, маҡтауға мохтаж. Улдарыма гел генә шул турала әйтеп торам. Улар хәҙер ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларына, туғандарға, миңә, һылыуҙарына матур һүҙҙәр йәлләмәй. “Тәмле бешергәнһең”, “күлдәгең килешә” тигән кеүек матур һүҙҙәргә кемдәрҙең генә күңеле булмаһын инде?! Ислам улым быйыл 9-сы класты тамамланы, уның менән етди темаларға һөйләшәбеҙ.
Ир-егет ҡатын-ҡыҙ өсөн яуаплы булырға тейеш. Улдарымдан шуны талап итәм һәм, ҡыҙҙарыма ихтирамлы тормош иптәше осраһын, тип теләйем.
Быға тиклем Лилиә барлыҡ иғтибарын ғаиләһенә, эшенә бирһә, хәҙер үҙенең һаулығын да ҡайғыртырға кәрәклеген аңлаған. Һуңғы йылда артыҡ ауырлыҡтан арыныу, организмды шлактарҙан таҙартыу, иммунитетты нығытыу өсөн дауаланыу курстары үтә, витаминдар эсә, спорт менән шөғөлләнә. Балаларын иҫән-һау оло тормош юлына сығарыу, уларҙың уңыштарын күреү өсөн һаулыҡ һәм оҙон ғүмер кәрәклеген аңлай ул. Малайҙарының атай, ҡыҙҙарының әсәй булып, үҙ балаларын үҫтергәнен күргеһе килә.
Туғанлыҡ хаҡы
Аллаһы Тәғәлә б ике йыл элек был ғаиләгә икеләтә оло һынау ебәрә.
Лилиәнең әсәһе Земфира апай етем ҡалған ейәне Аязды үҙ ҡарамағына алған. Ә үҙе ҡаты ауырып киткәс, шәбәйә алмаҫын күңеле менән һиҙгәнгәлер, Лилиәгә оло үтенесен еткерә. “Аязды ситкә ебәрмә, үҙ ҡарамағыңа ал. Туғандары араһында үҫһен”, – ти ул. Әсәһен юғалтыу ҡайғыһы менән бергә Лилиәнең иңенә оло яуаплылыҡ та төшә. Үҙ балаларын нисек тә үҫтерер ул, ә бына етем күңелен ҡыймайынса, характеры нығына барған малайҙы нисек итеп сит мөхиткә ылыҡтырырға һуң? Ғаиләһе нисек ҡабул итер? Ҡунаҡҡа йөрөшкәндә аралашыу бер, ә бер йортта йәшәү бөтөнләй икенсе бит! Был осраҡта Лилиәгә Илдар ныҡлы терәк була. “Аязды үҙебеҙгә алып ҡайтабыҙ!” – ти ул ышаныслы итеп. Балаларҙың ҡайһылары ризаһыҙлыҡ та белдерә.
– Улар менән күңелдәрен ҡыймай ғына һөйләшергә, аңлатырға тура килде. “Бына һеҙ бер туғандар, ауыр саҡта бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, дуҫ булығыҙ, тип үҫтерәбеҙ. Аяздың әсәһе – минең бер туғаным, уның балаһын мин нисек итеп ташлайым?” – тинем. Ике-өс көн тирәһе уйланып йөрөнөләр ҙә, тәү башлап оло улым Ислам: “Бишәү янына тағы ла берәү һыя, килһен”, – тине. Һаман да хәтерләйем – апайым Байыштан Аяз менән беҙгә килергә юлға сыҡты, ә үҙем артабан нисек йәшәрбеҙ икән, тип уйланам, икеләнәм. Шунда үҙ-үҙемә: “Туҡта, тыныслан! Барыһы ла ыңғай булыр!” – тип өндәштем. Әлбиттә, тәүҙә ауыр булды. Аязды өләсәһе иркәләп кенә үҫтергән, берҙән-бер бала булып, иркенлектә йәшәп өйрәнгән, артыҡ эш тә эләкмәгән. Ә мин балаларымды бер ваҡытта ла буш ултыртмайым: йорттағы бар эштәрҙе лә бергәләп атҡарабыҙ, дәрес әҙерләйбеҙ, уҡыу менән булабыҙ. Өйҙә һәр ваҡыт шау-шыу, бергә ашайбыҙ, һөйләшәбеҙ, серҙәребеҙ менән бүлешәбеҙ. Ошо йәшәү ритмына инеп китеү Аязға ауыр булды. Тик уны йәлләйем тип, йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, үҙ балаларыма ауыр булыр ине. Икенсенән, беҙ уны ғаиләбеҙгә ҡабул иткәнбеҙ икән, үҙебеҙҙеке кеүек тиң күрергә тейешбеҙ. Бер тапҡыр ул магазинға барам, тип аҡса һорап алды ла буш ҡул менән ҡайтты. Нимә алыуын һорағас: “Шоколад алғайным, ашап бөттөм”, – ти. “Беҙҙә бер кем дә айырым-айырым ашап ултырмай. Нимә алһаҡ та бүлешәбеҙ. Икенсе юлы йә бер нәмә лә алма, йә бөтәһенә лә етерлек итеп ал”, – тинем. Аллаға шөкөр, әсәйемдең васыятын үтәнем: Аяз үҙ туғандары менән бер ғаилә булып йәшәй, – ти Лилиә.
Ике йыл эсендә Аяз, ысынлап та, ғаиләлә үҙ балаға әүерелгән. Илдарға тәүге көндән үк “атай”, тип өндәшһә, Лилиәгә ике айҙан һуң “әсәй” ти башлаған. Быйыл ул Илнар туғаны менән бергә Ишемғол мәктәбенең 4-се класын тамамлаған.
Ижад һәм талант
2019 йылда Лилиә күрше Ҡужабаҡ ауылының мәҙәниәт йортона эшкә урынлаша. Ойоштороу эшен оҫта алып барған, кешеләр менән аралашырға яратҡан, моңло йырлаған ҡатын был йөккә ең һыҙғанып тотона. Улай ғына ла түгел, бер юлы ике уҡыу йортоноң ситтән тороп уҡыу бүлегенә имтихандар тапшыра һәм студент булып китә. Ике йыл элек Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжын тамамлаһа, күптән түгел Өфө фән һәм технологиялар университетының филология факультетының дипломын алды. “Ҡатын-ҡыҙға аяғында ныҡлы баҫып тороу өсөн һөнәр кәрәк”, – ти ул.
Балаларын талантлы һәм белемле итеп үҫтерер өсөн бар көсөн һала ата-әсәй. Ололары Ислам ауылда уҡыған саҡта бейеү менән шөғөлләнә, аҙна һайын район үҙәгенә йөрөп ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Ә Күмертау ҡалаһындағы 3-сө Республика башҡорт гимназияһына барғас, ныҡлап спортҡа ылыға. Әле ул милли көрәш секцияһына өҫтөнлөк бирә. Быйыл 9-сы класты тамамлаған.
Адиль иһә 8-се класҡа бара, тыныс холоҡло, дин менән ҡыҙыҡһына. Ауылдың имам-хатибы уға аҙан ҡысҡырыу бурысын ышанып йөкмәткән. Блогер булырға, киләсәктә фильмдар төшөрөргә хыяллана.
Ә Аяз менән Илнар 5-се класҡа уҡырға барасаҡтар. Йыр-бейеүгә маһирҙар, баҡса эштәрен яратып башҡаралар. Аяз кадет мәктәбенә уҡырға инергә хыяллана, Илнар компьютер белгесе булырға теләй.
Бына-бына һигеҙ йәшен тултырасаҡ Аделия ҡойоп ҡуйған артист. Бейеү буйынса район һәм төбәк конкурстарында еңеүҙәр яулай, сәхнә ярата. Ә Айсель кинйәкәү – апаһы менән ағайҙарын үҙ көйөнә бейетә генә. Үҙ һүҙле, ныҡышмал һәм бик иркә булмаҡсы.
Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, балаларына бәхетле тормош бүләк итеп, үҙ тормоштарын үҙҙәре йәмләп йәшәй татыу һәм ҙур ғаилә.
Гөлнур ҠЫУАТОВА. Ейәнсура районы.