Бөгөн, 15 сентябрҙә, Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23 градус тәшкил итәсәк.
Иртәгә, 16 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, таулы райондарҙа +3, көндөҙ +20,+25 градус булыуы күҙаллана.