

Гөлфинә СӘЛИМОВА – Илеш районының Яңы Нәдир ауылынан. Алабуға педагогия институтының филология факультетын тамамлап, оҙаҡ йылдар “Маяҡ” район гәзитендә эшләй. Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Суфиян Поварисов исемендәге премия лауреаты.
1
...Ҡартаямы ни һуң күңел,
Маңлайҙар һырланһа ла,
– тип йыр көйләй башлаһа, йыйырсыҡтар ҡаплаған, инде йәшлек матурлығын юйған йөҙө йомшарып, мөләйемләнеп китә Мөстәғиҙәнең. Тормош юлы ай-һай ғибрәтле булды шул ҡарсыҡтың… Уйлаһа, һағыш-моң баҫа, шуғалыр үткәндәрҙе иҫенә төшөрмәҫкә тырыша. Шулай ҙа күршеһендәге буш фатирға яңы хужа күсенеп килгәс, тормошо аҡтарылды ла ҡуйҙы. Йыраҡта, кире ҡайтмаҫҡа тип ҡалған хәтирәләре яңырып китте.
Күсенеү мәшәҡәттәре теүәлләнгәс, подъезда осрашты улар һәм танышып та киттеләр. Вера Николаевна исемле ине яңы күршеһе. Ап-аҡ ҡар шикелле йомшаҡ сәсле, алға бөкөрәйә төшкән ҡаҡса кәүҙәле, шаҡтай өлкән йәштәге был урыҫ ҡарсығын Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡыҙы Өфөнән күсереп килтергән икән. Бер-ике көндән Вера Николаевна Мөстәғиҙәне сәйгә саҡырып алды. Табын янында уға, күптәнге танышы кеүек, Рита ла Рита тип өндәшә башлағас, ул һағайып ҡуйҙы. Мөстәғиҙә бит үҙен улай тип таныштырманы, юғиһә. Дөрөҫ, уны эшләгән дәүерендә коллективта гел Рита тип атайҙар ине. "Бәлки, күршеләрҙең берәйһенән ишетеп ҡалғандыр", – тип уйлаһа ла, үҙ фатирына сыҡҡас, күңел һағыштары ҡабат ҡуҙғалды. Вера Николаевнаның элекке матурлығын юя төшкән йөҙө лә, һөйләшеүе лә таныш кеүек тойолдо. "Юҡ булмаҫ, ул инде иҫән түгелдер, ҡайҙан килеп сыҡһын ул беҙҙең яҡтарға?" – тип үҙ-үҙен тынысландырҙы ҡарсыҡ.
Күп тә үтмәне Вера Николаевна тағы өндәшеп алды уны. Өфө предприятиеларының береһендә инженер булып эшләүсе, әсәһенең хәлен белергә килгән улы Геннадий менән таныштырырға уйлаған икән. Мөһабәт кәүҙәле, асыҡ зәңгәр күҙҙәренән яғымлылыҡ һирпелеп торған ирҙе күргәс, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойғандай тертләп китте Мөстәғиҙә. “Был мин ҡарап үҫтергән Гена ла баһа”, – тип ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡалды. "Шикләнеүем дөрөҫкә сыға түгелме һуң?" Эстән шулай уйлаһа ла, бер ни ҙә өндәшмәне. Ә бер ингәндә:
– Вера Николаевна, һеҙ бит – Дора Абрамовна. Ниңә үҙгәрттегеҙ исемегеҙҙе? – тип һорамай булдыра алманы.
Ҡаушап ҡалған кеүек булды ҡарсыҡ, ләкин үҙен тиҙ үк ҡулға алды.
– Ни һөйләйһегеҙ, Рита ҡәҙерлем? Һис тә аңламайым һеҙҙе?
– Рита – миңә һеҙ ҡушҡан исем бит. Улай булғас, ҡайҙан белдегеҙ һуң мине Рита тип йөрөткәндәрен? – тине кире сигенергә уйламаған Мөстәғиҙә.
Вера Николаевна әле һаман үҙ һүҙен һөйләй ине. Ярай, Вера Николаевна икән, Вера Николаевна инде. Әммә был һөйләшеү Мөстәғиҙә-Ританы инде бик йыраҡтағы, онотолоп бөтә яҙған бала сағына алып ҡайтты.
2
Сентябрь аҙаҡтары. Урам яҡ кәртә буйында башына төҫө беленер-беленмәҫ сепрәк киҫәге бәйләгән, һәләмә кейемле ҡыҙ бала илап ултыра. Ер һалҡынынан өшөгән аяҡтарын күлдәк итәге менән ябып йылытырға тырыша. Шул ваҡыт уның янына көс-хәл атлап бик йонсоған бесәй балаһы килеп туҡтаны. Ҡыҙға ҡарап ҡысҡырған кеүек итһә лә, уның тауышы сыҡманы. Бала өшөгән ҡул бармаҡтарын көскә яҙып, бесәй балаһын үрелеп алды ла күкрәгенә ҡыҫты. Уның тәненә кейем аша аҙ ғына йылы үтеп ингән төҫлө тойолдо. "Һине лә минең кеүек атай-әсәйең ташлап киттеме? Эх, тиҙерәк килеп алһындар ине улар беҙҙе, былай интегеп йөрөмәҫ инек", – тип уйланы сабый, йәшле күҙҙәрен билдәһеҙлеккә төбәп.
Был ауылға өләсәһе менән, көндәгесә, хәйер һорашырға килгәндәр ине. Бына ни ғүмер инде өйҙәренә бер тәғәм ризыҡ ингәне юҡ, шулай ил өҫтөндә йөрөп тамаҡ туйҙыралар. Әле лә ауылға килеп еткәс, өләсәһе: "Ҡыҙым, бында урамдар күп түгел, һин был баштан инә тор, ә мин теге баштан һиңә ҡаршы килермен", – тип, ҡулбашына биштәрен аҫты ла, беренсе йорттоң ҡапҡаһын асып, сабыйҙы эскә индереп ебәрҙе. Өй тупһаһына атлауға Мөстәғиҙәнең күҙе һикегә түңәрәкләнеп ултырып картуф ашаусы балаларға төштө. Күп кенә ине улар.
– Миңә лә бер генә картуф бирегеҙсе? – тип бышылданы ҡыҙсыҡ.
Хужалар таныш түгел баланың ни өсөн килеп инеүен тиҙ аңлап алды.
– Ана, күрәһеңме, беҙҙә һинең кеүек нисә ауыҙ бар. Сығып кит, уларҙы туйындырһаҡ та, ярап торор, – тип, ир кеше өҫтәл артынан атылып торҙо ла баланы ҡулынан тотоп, ишектән елтерәтеп тышҡа сығарҙы. Китмәҫ был тигәндәй, ҡапҡанан уҡ сығарып, келәһен шартлатып бикләп ҡуйҙы. Эй рәнйене сабый күңеле, бер генә картуф бит, күпте һораманы ла ул, бер генә картуф! Ниңә шулай миһырбанһыҙ икән һуң был кешеләр? Уныҡы булһа, бер ҙә ҡыҙғанмаҫ, һәр ҡайһыһына таратып бирер ине. Юҡ шул уныҡы, ата-әсәһе лә, картуфтары ла юҡ. Өләсәһе ҡартайып бара, башҡалар кеүек ер ҡаҙырға көсө етмәй. Бер аҙҙан ҡойма буйында үкһеп ултырған ейәнсәре янына өләсәһе килеп етте. Буш моҡсайҙы күреп, хәлде тиҙ аңланы ҡарсыҡ. "Ярар, ҡыҙым, ҡайтайыҡ булмаһа, мин бер аҙ ризыҡ таптым", – тип, ҡыҙҙы ҡулынан етәкләп торғоҙҙо. Мөстәғиҙә бесәй балаһын да ҡалдырманы.
3
Мәғрифә ҡарсыҡтың улы Фәтих ауылдан Хәтирә исемле ҡыҙға өйләнгән ине. Бер аҙ йәшәгәс, тормош ауырлыҡтарын еңеләйтеп булмаҫмы тип, йәш ир аҡса эшләп ҡайтыу уйы менән зимагурлыҡҡа сығып китте. Ул киткәс, ҡатыны ҡыҙ бала тапты. Фәтихтән генә һаман бер хәбәр ҙә юҡ. Көттө-көттө лә, Хәтирә өс айлыҡ сабыйын ҡәйнәһе ҡулына ҡалдырып, ҡайҙалыр сығып юғалды. Мәғрифә ҡарсыҡ тормошта әсеһен-сөсөһөн күп татыһа ла, бәғерһеҙ түгел ине, сабыйҙы астан үлтермәҫ өсөн ниҙәр генә ҡылманы! Кәзә һөтө булһа, хәсрәте юҡ уның. Кәзә ташлатһа, әсе ҡайғы инде. Ауылда кемдең йәш балаһы бар, Мөстәғиҙәне шуларға күтәреп барҙы. Йәше тулғансы шулай ыҙаланды ҡарсыҡ, әммә ейәнсәрен аяҡҡа баҫтырҙы. Хәҙер уға биш йәш тулып китте, өләсәһенә эйәреп йөрөй, ҡайһы ваҡыт күп кенә ризыҡ та йыйып ҡайта.
Ҡыҙҙы бәләкәй генә, арыҡ кәүҙәле булғаны өсөн уҡырға бер аҙ һуңыраҡ бирҙеләр. Класташтары араһында иң тырышы булды ул. Инде күптән эшләп тамаҡ туйҙырырға күнеккән Мөстәғиҙәнең уҡытыусы апаһын бер ҙә асыуландырғыһы килмәй. Уныһы ла етемдең хәлен аңлай, әсә наҙын бирә алмаһа ла, уға күберәк иғтибар бүлергә тырыша. Ләкин былары бала өлөшөнә төшкән хәсрәттең башы ғына ине. Өс айҙан етемлек әсеһен татый башлаған ҡыҙ ун йәше тулғанда уға әсәһен алмаштырған өләсәһен дә юғалтты. Бер аҙна ғына урында ауырып ятҡан Мәғрифә ҡарсыҡ ейәнсәрен бөтөнләй япа-яңғыҙ ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсте. Был ҡәҙәр ауыр ҡайғыны ҡыҙҙың бәләкәй йөрәге үҙенә нисек һыйҙырһын? Өләсәһенең инде бер ҡасан да күҙҙәрен асмаясағы, "бәпкәм" тип башынан һыйпап, ҡосағына ҡыҫмаясағы аңына оҙаҡлап ҡына барып етте. Ул кинәт кенә үҫеп, етдиләнеп киткән кеүек булды. Шулай ҙа өйҙә үҙе генә йәшәрлек түгел ине.
Кистән үҙ аяғы менән йөрөгән ҡарсыҡ иртән тора алманы. Хәленең китә барыуын күптән һиҙә ине. Тибер-типмәҫ йөрәген тойомлап ятҡан еренән хәлһеҙ тауышы менән ҡыҙҙы саҡырып алды ла бер туған ҡустыһы Хужағәли менән килене Мәғфүрәне үҙҙәренә алып килергә ҡушты.
– Башҡаса аяҡҡа баҫа алмам, ахыры. Белеп торам, хәлегеҙ еңел түгел. Шулай ҙа Мөстәғиҙәне һеҙҙән башҡа кешегә ышанып ҡалдыра алмайым, ҡаҡмағыҙ, зинһар. Етем хаҡына фатихамды ҡалдырып, тыныс күңел менән китер инем, – тине ул, туғандарына ялбарыулы ҡарап. Янына ейәнсәрен саҡырҙы ла сабыйының кескәй ҡулдарын усына алып һыйпағандай итте, бәхилләшеүе шул булдымы:
– Ҡыҙым, Хоҙайҙан үҙеңә бәхет һора, – тине.
Был уның һуңғы теләге булды. Әлбиттә, был һүҙҙәр ҡыҙҙың аңына барып етерлек түгел ине. Нисек һорарға һуң бәхетте? Ғөмүмән, нимә һуң ул бәхет? Ниндәй була ул? Әле өләсәһе иҫән саҡта бер ҙә ҡайғырмай ине, хәҙер бәхет һорап ултырғандан ни булыр? Бәлки, ата-әсәһе янында булыу бәхеттер ҙә бит, ләкин уларҙың ни төҫлө икәнен дә белмәй шул. Мөстәғиҙә шулай итеп яңы ғаиләгә күсте, йәш атай менән йәш әсәйле булды. Ә бында ғаилә бик ишле – Мөстәғиҙә унынсы бала. Йәш атаһы балаларын баштан уҡ киҫәтеп ҡуйҙы: "Ул – һеҙҙең яҡын туғанығыҙ, ҡағаһы-һуғаһы булмағыҙ". Үткәндәрен иҫенә төшөргәндә, ниндәй ауыр замандарҙа үҙҙәренә һыйындырып, донъя байлыҡтары булмаһа ла, күңел йылыһын ҡыҙғанмай, уны тормошта аҙаштырмайынса, ҡурсалап ҡалыуҙары өсөн йәш атаһы менән йәш әсәһенә ғүмере буйы рәхмәтле булды ул.
4
Ғүмер үтә торҙо, ҡыҙ ҙа үҫә төштө. Күңел яралары бер аҙ уңалып бара тигәндә, бишенсе класҡа төшкән йылды тормошонда тағы көтөлмәгән ваҡиға булды. Көндәрҙең береһендә мәктәптән ҡайтып килгәндә ҡапҡа төбөндә уны бер сит кеше ҡаршыланы. Ул Мөстәғиҙәне күреүгә: "Ҡыҙым!" – тип, күтәреп алды. Бала аптырап ҡалды, ни әйтергә белмәне. Ярай өйҙән йәш атаһы килеп сыҡты.
– Бына, ҡыҙым, үҙеңдең атайың ҡайтып төштө, – тине ул, Мөстәғиҙәнең арҡаһынан һыйпап.
– Юҡ, һин бит минең атайым, – тип, Фәтихтең ҡулынан ысҡынған ҡыҙ Хужағәлигә барып һарылды.
Теләмәй ул башҡа атайҙы, йәш атаһы бик һәйбәт кеше, айырылғыһы килмәй уларҙан. Был кеше уға бөтөнләй ят. Ул ауылға икенсе ҡатыны һәм ике балаһы менән ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Улар бик йыраҡта – Чита тигән ҡалала йәшәйҙәр икән.
Бер аҙналап торҙо ҡунаҡтар ауылда. Китер көндәре еткәс, Фәтих Хужағәли менән кәңәшләшкән кеүек әйтеп ҡуйҙы:
– Ағай, Мөстәғиҙәне алып китербеҙ инде.
– Бәй, китерһегеҙ инде, һинең балаң бит, – тине ағаһы, ауыр һулап.
Был һөйләшеүҙе ишетеп торған ҡыҙ ни уйларға ла белмәне. Ни өсөн уның яҙмышын гел башҡалар хәл итә икән? Шулай ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөр өсөн тыуҙымы ул яҡты донъяға? Ләкин ни ҡылһын да, ҡайҙа барһын... Буйһоноуҙан башҡа юл юҡ ине.
5
Өфөнән поезға ултырып, юлға сыҡтылар. Бик йыраҡ икән Чита тигән ер. Үҙен ситлек эсендәге ҡош балаһылай тойған Мөстәғиҙәнең күҙҙәре – вагон тәҙрәһендә. Уның башында бер генә уй – алда тағы ниҙәр көтә икән? Барып еттеләр атаһының фатирына. Ҡыҙ һаман уйлана: бына уны тиҙҙән мәктәпкә илтһәләр, урыҫ телен йүнләп белмәгән килеш нисек уҡыр? Әммә юҡҡа өмөтләнә ине ҡыҙ, уны мәктәпкә урынлаштырырға ашыҡманылар, атаһының йәш бисәһенән тыуған балаларҙы ҡарауҙы йөкмәттеләр. Баштан уҡ күңеленә ятмаған үгәй әсәһе аныҡ ҡына әйтеп ҡуйҙы: "Уҡырға өлгөрөрһөң, ҡустың менән һеңлеңде үҫтерәйек әле". Атаһы өндәшмәне. Хәйер, ул тимер юлда эшләгәнлектән, тәүлектәр буйы өйгә ҡайтып инә алмай.
Мөстәғиҙә өсөн бөтөнләй яңы тормош башланды. Иртән тороп, ҡустыһын ашатып, кейендерә лә мәктәпкә оҙата, уны ҡаршы ла ала. Артабан көндәр буйы һеңлеһен ҡарай, өй йыйыштыра, һауыт-һаба йыуа. Үҫеп кенә килгән ҡыҙ өсөн эш етерлек. Әммә иң ауыры – яңғыҙлыҡ, күңел йылыһы юҡ ине бында. Ә уның бар хыялы – мәктәпкә барыу, уҡыуын дауам итеү. Нисек юлын табырға һуң? Бер көндө магазинға сыҡҡас, улар йәшәгән баракка инеп килеүсе апай менән танышты. Ул Ҡазан яҡтарынан булып, Ғәрифә исемле ине. Мөстәғиҙәнең мосолман ҡыҙы икәнен белеп алғас, хәлен һораштырып йөрөнө. Ҡыҙ был һөйләшеүҙе хәтеренә төшөрөп, кис атаһы эштән ҡайтҡас, һиҙҙермәй генә Ғәрифә апаһы янына инеп китте.
– Ғәрифә апай, инде күпме ваҡытым бушҡа үтте, мине бөтөнләй уҡырға бирмәҫтәрме икән ни? – тине иларға етешеп.
– Үҫкәнем, уҡығың киләме ни? Бер яйын табырбыҙ, һин аҙ ғына сабыр ит, – тине күрше апаһы.
Шул ваҡыт ишектән үгәй әсәһенең уҫал тауышы ишетелде:
– Нимә унда ләстит һатаһығыҙ! Бала илай, эшеңде ташлап йөрөйһөң.
Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәне Ғәрифә апаһы уны ҡайҙалыр эйәртеп алып китте. Улар ҡала үҙәгендәге ике ҡатлы таш йортҡа килделәр һәм өҫкө ҡаттағы фатир ишектәренең береһен шаҡынылар. Ишекте аҡ яғалы, матур күлдәк кейгән, ҡара сәстәрен ҡабартып артҡа төйнәп ҡуйған, мөләйем йөҙлө, йәшерәк кенә бер ҡатын асты.
– Ә... Галя, үтегеҙ-үт. Килдегеҙме? – тине ул, яҡты сырай күрһәтеп.
Матур ирендәренән алтын тештәре ялтырап китте. Алдан һөйләшкән булғандыр, аптырап ҡалған ҡыҙҙы алғараҡ этеп, Ғәрифә апаһы:
– Бына, үҫкәнем, был – уҡытыусы апай. Ул һине уҡытыр, һин дә уға ярҙам итерһең, – тине.
Бер аҙ һөйләшеп ултырғас, ул ҡайтып китте. Килешеү шулай ине: Мөстәғиҙә Дора Абрамовнаның ике йәше тулып киткән улын һәм гел генә тиерлек урында ятыусы, ауырыған әсәһен ҡарарға тейеш. Ә уға алмашҡа уҡытыусы апай кистәрен ҡыҙға дәрес бирәсәк. Хужабикәнең ире Анатолий Васильевич хәрби кеше икән. Ул иртә таңдан хеҙмәтенә китә лә кис һуң ғына ҡайта. Мөстәғиҙә уны бик һирәк күрҙе.
Яҡшы йәшәне бында ҡыҙ. Дора Абрамовна – изге күңелле ханым. Ул – көндәр буйы мәктәптә. Өйҙә Мөстәғиҙә хужа. Тора-бара ҡайһы бер аш-һыу әҙерләү серҙәренә лә төшөндө. Урыҫ телен генә белеп бөтөрмәй. Буш ваҡыттарында ауырыу ҡарсыҡ янына ултыра ла, уға кәрәк әйберҙәрҙе күрһәтеп, урыҫса атамаһын дәфтәренә яҙа бара. Тиҙ өйрәнде ҡыҙ урыҫса һөйләшергә. Уҡытыусыһы ла тырышып белем серҙәренә төшөндөрөргә тырышты. Яңы исем дә ҡушты ул ҡыҙға – Рита. Ҡыҫҡа, яңғырашлы исем. Ғүмере буйы йөрөттө был исемде Мөстәғиҙә, ҡайһы ваҡыт үҙ исеме менән өндәшһәләр, иғтибар ҙа итмәй ине.
Урыҫ теленә оҫтарып алһа ла, туған теле яҡын ине ҡыҙға. Ауылды, йәш атаһын өҙөлөп һағынды. Яңғыҙ ҡалған саҡтарында йәш әсәһенең йырҙары иҫенә төшөп, әкрен генә көйләй башлай:
...Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Китә ҡаҙҙар Донбассҡа.
Мин дә уйлап торам әле
Шул ҡаҙҙарҙан ҡалмаҫҡа.
Дора Абрамовна ла матур йырлай. Ҡыҙҙың моңло тауышлы икәнен һиҙеп, уға бер урыҫса йыр ҙа өйрәтте. "Эх, ҡәҙерлем, һине артистка итергә ине лә бит", – тип ҡабатлай ул йыш ҡына. "Етемдәргә ҡайҙан килһен инде ундай бәхет, – тип уйлай ҡыҙ эсенән генә. – Етем бала моңло була тиҙәр, минең дә өлөшөм шулайҙыр".
6
Өс йыллап эшләне Рита әлеге ғаиләлә. Уның ҡарауы, теләгенә өлгәште: ете йыллыҡ белемгә эйә булды. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу тураһындағы хәбәр миллионлаған кешеләрҙеке кеүек, уның да яҙмышын кире яҡҡа бороп ебәрҙе. Дора Абрамовнаның ире хәрби булғанлыҡтан, үҙе фронтҡа киткәнсе, ғаиләһен икенсе урынға күсерергә ҡарар иткән ине. Тик Рита менән ни хәл ҡылырға? Үҙҙәре менән алып китерҙәр ине, документтары юҡ. Кемгә ҡалдырырға? ”Аҡыллым, һин беҙҙе ғәфү ит инде, әгәр теләһәң, күрше Наташа апайыңа күсеп йәшәй алаһың, уға бала ҡараусы кәрәк икән”, – тип һаҡ ҡына аңлатырға тырышты Дора Абрамовна ҡыҙға.
Һуғыш осоро болғаныштары бер кемде лә аяманы. Юлда Дора Абрамовна менән улы ултырған поезд аварияға осрап, һәләкәттән көскә иҫән ҡалдылар. Әммә әйберҙәре һәм документтары вагонда янып бөттө. Үҙҙәре көс-хәл менән Ҡаҙағстан яҡтарына барып урынлашты. Бында Дора Абрамовна йәһүд икәнен белдермәҫ өсөн, исемен үҙгәртеп, яңы документтар алды. Анатолий Васильевич яу ҡырҙарында командир булараҡ, батырҙарса һуғышып, Еңеү көнөн Польша ерҙәрендә ҡаршыланы һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Донъялар бер аҙ яйланғас, улар Өфөгә килеп урынлашҡан ине. Ләкин был хаҡта Мөстәғиҙә байтаҡ йылдар уҙғас ҡына беләсәк.
7
Сит ҡалала яңғыҙ тороп ҡалған ҡыҙ ни ҡылырға ла белмәне. Дөрөҫ, элегерәк атаһы эҙләп килгән ине, кире ҡайтҡыһы килмәне уның. Ә хәҙер ҡайҙа барырға? Әйберҙәрен төйнәне лә тимер юл вокзалына юл тотто. Иҫәбе – тыуған яҡтарына ҡайтыу.
Һуғыш осоро ауырлыҡтары менән башлап шунда осрашты ҡыҙ. Вокзалда ҡайҙалыр ашығыусы халыҡ араһында уралып, бөтөрөлөп йөрөй торғас, бер мөйөштә ултырыусы ир менән ҡатын янына килеп сыҡты. Эске һиҙемләүеме, яҙмыш ҡушыуымы – Мөстәғиҙә бар ҡыйыулығын йыйып, уларҙан ҡайҙа барыуҙарын һораны. Өфөгә икән. Сыуаш кешеләре икән, Катя менән Иван тип таныштыралар үҙҙәрен. Ҡыҙға, әйтерһең, ҡанаттар үҫеп сыҡты, һөйөнөп бөтә алманы. Уларға ҡыҫҡаса ғына үҙе хаҡында һөйләп бирҙе лә уны ла эйәртеүҙәрен үтенде.
– Эйәртә тип, аҡсаң булһа, ҡайтаһың инде, – тине ир кеше. – Беҙҙең аҡсабыҙ юҡ.
– Бар, бар. Минең аҡсам бар, – тип ҡулын кеҫәһенә тыҡты ҡыҙ, ләкин кешеләр араһында буталып йөрөгәндә, кеҫә ҡараҡтары уның кеҫәһен бушатҡан икән шул.
Ана шулай был өсәүҙең хәлдәре мөшкөл булып сыҡты, берәр поезға эләгеп китеү өсөн уңайлы ваҡытты көтөргә ҡалды. Күҙәтә торғас, платформала ташкүмер тейәлгән состав тороуын күреп алдылар. Ҡаса-боҫа вагондарҙың береһенә үрмәләп менделәр ҙә, ташкүмерҙе ҡулдары менән үҙҙәре һыйырлыҡ итеп соҡоп, шунда инеп ултырҙылар. Тырнаҡтары һынып, бармаҡ тиреләре һуйылып бөттө ҡыҙҙың.
Поездан поезға күсә-күсә йәй буйы ҡайтты улар Читанан Өфөгә. Ниндәй генә хәлдәргә юлыҡманылар! Әммә түҙһә түҙә икән әҙәм балаһы ауырлыҡтарға. Урман буйындағы үлән, еләк-емеш, юл өҫтөндә осраған картуф баҡсалары ярҙамға килде мосафирҙарға. Сентябрь баштарына Өфөгә килеп төштөләр. Инде ни эшләргә? Өҫтәрендәге кейемдәренең ташкүмер араһында ултырып ҡайтҡанда уҡ ҡарарлығы ҡалманы. Йөҙҙәрен дә танырлыҡ түгел. Нисек тә йыуынырға кәрәк. Ағиҙел яры буйына, тимер күпер аҫтына төшөп ултырҙылар. Усаҡ яғып, Иван ҡайҙандыр соҡоп, бишмәт итәгенә һалып алып килгән картуфты бешереп ашағас, бер аҙ хәл ингән кеүек булды. Көндөҙ йылына төшкән Ағиҙел һыуында бит-ҡулдарын йыуҙылар. Ул арала ҡараңғы төшә, ер өҫтөнә тәндәрҙе семерҙәтеп, көҙгө һыуыҡ йәйелә башланы. Катя менән Ивандың ҡайтаһы ауылдары Стәрлетамаҡ юлы өҫтөндә икән. Юлға иртән сығырға булдылар. Көҙгө төн үтә ҡараңғы була, юлбаҫарҙар, ҡасҡындар осрауҙан ҡурҡтылар, шикелле.
– Бында төн сығып булмаҫ, – тине Иван. – Ана яр буйындағы берәр мунсаға инеп йоҡларға кәрәк.
Бәхеттәренә яғылған мунса табылды. Иван – ләүкәгә, Катя менән Мөстәғиҙә иҙәнгә урынлашты. Бәләкәйҙән, мунсала ярты төн ауышҡас, ен-пәрейҙәр йөрөй, тигән һүҙҙәр хәтеренә уйылған ҡыҙҙың күҙҙәренә йоҡо инмәне. Бында күптән түгел йыуынғандар булһа кәрәк, йылы һыуы ла ҡалған. Их, йыуынып алһаң ине лә бит. Ләкин арығанлыҡ үҙенекен итте. Өҫтәүенә, йылыға ингәс, бөтә тәне ҡамыр кеүек йомшарҙы ла ҡуйҙы. Әллә өнө, әллә төшө, бер ваҡыт аяҡ осонан түшенә табан ниҙер үрмәләгән кеүек булды. Ҡурҡыуынан ҡысҡырып ебәргән ҡыҙ, теге нәмәне эләктереп, ләүкәгә табан атып бәрҙе. Иван да һикереп торҙо. Тышҡа алып сығып ҡараһалар, иҫ киткес ҙур баҡа икән. Иван уны һуғып үлтерәм тигәндә, Мөстәғиҙә арҡыры төштө:
– Юҡ-юҡ, үлтермә, – тине ҡыҙ. – Ана, йырғанаҡҡа ебәр.
Өләсәһенең: "Бер йән эйәһен дә үлтерергә ярамай, ҡазаһы төшөр", – тигән һүҙҙәре яңғыраған кеүек булды ҡолағында.
Икенсе көндө юлдаштары:
– Һин ҡайҙа бараһың? Беҙгә инде йыраҡ ҡалманы, – тип хушлаша башланы.
– Мин әлегә ҡайҙа барырға ла белмәйем, – тип, һаман уларға эйәрергә иҫәпләне ҡыҙ.
Сыуаштар йәшәгән ауылға еткәс, урам башында айырылды улар. Инде ни эшләргә? Бала саҡтағы кәсебен иҫенә төшөрҙө ҡыҙ: ил өҫтөндә сыпсыҡ үлмәй, ти. Ауыл башындағы өйҙөң ҡапҡаһынан ихатала йөрөгән аҡ яулыҡлы әбейҙе күреп алды. Ҡапҡанан ҡарап торған ҡыҙ әбейҙе лә битараф ҡалдырманы. Сираттағы хәйер һорашыусы тип уйлағандырмы, уға яҡыныраҡ килеп:
– Ни эшләп йөрөйһөң, балам? – тип өндәште.
– Һеҙҙең ауылдаштарға эйәреп, бик йыраҡ яҡтарҙан ҡайтып килешем. Улар ана үҙ йорттарына китте, мин ҡайҙа барырға ла белмәйем, – тине ҡыҙ, әбейҙе күҙҙән кисереп, сөнки ул бер ҙә ауылса түгел, бик бөхтә кейенгән, әйтерһең дә, һуғыш ялҡыны уны ситләтеп үткән.
– Әйҙә ин, ҡыҙым. Бөтөнләй ҡарарлығың ҡалмаған да баһа, – тине әбей, ҡапҡаны асып. – Кемдәрҙең ғәзизе икән һуң һин? Эй, Аллам, ярҙамыңды бир, – тип һөйләнде күтәрмәгә менә-менә. – Һин, балам, башта йыуынып ал, мунса яғылған. Әле генә ҡыҙым йыуынып, эшкә китте. Уның кейемдәре лә ярап ҡуйыр, – тип алмаш күлдәк-ыштан тотторҙо.
Ожмахҡа килеп индеме ни! Әлеге йылы мунсала мәңгегә ҡалыр ине Мөстәғиҙә. Нисә айҙар йылы һыу күрмәгән тәне әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек кисерҙе. Сәстәрен ҡат-ҡат һелтеле һыу менән йыуып, хуш еҫле ҡайын миндеге менән ныҡлап сабынғас, тәне сихәтләнгән, башы еңеләйгән кеүек тойолдо. Оҙаҡ йыуынды ул мунсала, әбей бер-ике тапҡыр килеп хәлен белеп китте.
Мунсанан сығыуға һыйлы табын көтә ине уны: өҫтәлгә ҡара икмәк турап, бешкән картуф һәм йомортҡа өйөп ҡуйылған. Аслыҡтан йонсоған ҡыҙға был ысын ҡунаҡ һыйы инде! Һөйләшеп киттеләр. Мөстәғиҙәнең Читанан ҡайтып килеүен белгәс, әбей тағы ла асыла төштө.
– Беҙ ҙә шунда йәшәгән инек. Ҡартым мәрхүм булғас, ҡыҙым Дания менән әсәйҙәрҙең төп нигеҙенә ҡайтып урынлаштыҡ бына, – тине ул.
Иң ғәжәпләндергәне – улар ҡыҙҙың атайҙары менән бер баракта йәшәгәндәр һәм таныш та икән. Был ваҡиға икеһе өсөн дә ҙур асыш булды. Туғанын осратҡан кеүек тойолдо Мөстәғиҙәгә. Бына бит, илдә миһырбанлы кешеләр бөтмәгән. Күп йылдар уҙғас та, ул был осрашыуҙы яҙмышының бер бәхетле миҙгеле итеп иҫенә ала торған булды.
Икенсе көндө тыуған ауылына ҡайтырға уйлауын әйткәс, әбей уға:
– Ҡыҙым, ауылда хәлдәр бер ҙә еңел түгел, тиҙәр. Әллә ҡалала ҡалып, эшкә урынлашаһыңмы? Ана, тимер юлға эшселәр йыялар икән, – тине.
Һағыныуына тешен ҡыҫып түҙер ине әле, ә ҡалала ҡалып көн күреү өсөн ҡыҙҙың бер тин аҡсаһы ла, документтары ла юҡ. Ҡайҙа барырға һуң?
8
Аҙна тигәндә, ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа осраған атҡа, яғыулыҡ ташыусы машинаға ултырып, ҡайтып төштө ул ауылына. Ысынлап та, яҡшы тормош көтмәй ине унда. Бөтә хужалыҡ эштәре ҡатын-ҡыҙ менән йәш үҫмерҙәр ҡулына ҡалған. Ә баҫыу эштәре иртә яҙҙан көҙгәсә дауам итеп, бер-береһенә ялғанып ҡына тора. Болонда элек урғыс машинаға егелгән ат башын шаярыша-шаярыша 15 – 16 йәшлек егеттәр тотоп йөрөһә, хәҙер улар ирҙәр эшенә күсеп, ат тотоу 10 – 12 йәшлек малайҙарға ҡалған. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡулдарына салғы алған. Ҡышҡа инһәләр, үҫмер егеттәр ат егеп, фермаға бесән ташый. Ҡатын-ҡыҙҙар бәләкәй саналарға егелә. Мөстәғиҙә лә йәш әсәһе һәм туғандары менән бергәләп, бөтөрөлөп колхоз эшенә инеп китте. Ауыл халҡы ас-яланғас булһа ла, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләргә тырышты. Һәм ул көн килде.
Һуғыш бөткән! Немец илбаҫарҙарын тулыһынса тар-мар итеп, Совет Армияһы еңеү яулаған! Ауылға был хәбәр йәмле май баштарында килде. Бар халыҡ – урамда. Ҡәҙерлеләрен яу ҡырҙарында юғалтҡандар, йөрәк яралары ҡабат яңырып, әрнеп илаһа, иҫәндәренеке инде, иҫән-һау күрешһәк ярар ине, тип теләй. Кемдер гармун уйнай, кемдер йырлап бейей...
Мөстәғиҙәнең йәш атаһы ауыр яраланып, ҡырҡ биштең башында ҡайтҡан ине. Өйҙә бер аҙ дауаланды ла ферма мөдире булып эшләй башланы. Инде ғаиләлә таяныс барлығын күреп торған ҡыҙ бер көндө йәш атаһына үҙенең ҡалаға китергә уйлауын әйткәс, ҡаршы килмәнеләр. Хужағәли Өфөлә йәшәүсе ҡустыһы Ғәлим исеменә хат яҙып тотторҙо ла, фатихаһын биреп, уны юлға оҙатты. Ғәлим ағаһы ла ҡыҙҙың тимер юлға эшкә урынлашырға теләүен белгәс, хуплап ҡаршы алды. Хеҙмәт хаҡы күберәк булыр, тип уйланы. Ә Мөстәғиҙәнең күңел төбөндә теге аҡ яулыҡлы әбейҙең һүҙҙәре һаҡлана ине. Хәйер, ул замандарҙа ҡайҙа ла эшсе көсө кәрәк булғандыр.
Тимер юл идараһында ҡыҙҙы яҡты сырай менән ҡаршыланылар ҙа, ҡулында бер ниндәй документы юҡлығын белгәс, һөйләшергә лә теләмәнеләр. Ҡаушап ҡалманы ул, урыҫсаны яҡшы белеүе лә ярап ҡуйҙы, начальниктың үҙенә үк барып инде.
– Алығыҙ мине, зинһар, эшкә, ағай, – тине иларға етешкән ҡыҙ, начальниктың күҙҙәренә мөлдөрәп бағып.
– Булмай, һеңлем, документһыҙ нисек алайыҡ һине? Бәлки, һин төрмәнән ҡасып йөрөйһөңдөр?
– Юҡ, иптәш начальник, бына бер аҙ эшләп, хеҙмәт хаҡы алыу менән ауылға ҡайтып, документтар йүнәтеп килермен.
Начальник оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ҡыҙға: ябыҡ ҡына был бала, ауыр эште нисек башҡарыр икән? Ни эшләптер ышандылар уға, төҙөүселәр бригадаһына билдәләнде. Бик ауыр ине бында, ләкин түҙҙе Мөстәғиҙә, һөнәр серҙәренә көндән-көн нығыраҡ төшөндө. Беренсе хеҙмәт хаҡын алғас, ауылға ҡайтып, тыуыу тураһындағы таныҡлығын юллап алып килде, ә паспорт менән бригадир ярҙам итте. Куйбышев тимер юлының Өфө бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлаған ҡыҙ бер нисә тимер юл күпере төҙөүҙә ҡатнашты. Буласаҡ тормош иптәше менән дә шунда танышты.
Мөстәғиҙә үҙе менән бергә эшләгән йәш ғаилә янына фатирға урынлашҡан ине. Бүлмәләре ҙур булмаһа ла, заманы икенсе: кешеләр бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торалар. Бер көндө эштән ҡайтып, утын яға торған мейес янында ашарға бешереп йөрөгәндә, ишек шаҡынылар.
– Рита, ана һиңә егеттәр килгән, ас ишекте, – тип өндәште күрше Әхәт ағаһы карауатта гәзит уҡып ятҡан еренән.
– Ниндәй егет, минең бер ниндәй егетем дә юҡ.
Шулай ҙа ишекте асты. Унда йылмайып ике ир-егет баҫып тора, береһенең ҡулында төйөнсөгө лә бар.
– Йә, инергә мөмкинме, һылыу? – тип һораны өлкәнерәге.
Инеүселәр өҫ кейемдәрен сисеп, түргә уҙҙы. Улар Әхәт ағаһының таныштары икән. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар был кистә. Мөстәғиҙә шуны аңланы: егеттәрҙең йәшерәгенең күҙе төшкән икән уға. Ләкин ҡыҙ уға күтәрелеп тә ҡараманы, һөйләшкеһе лә килмәне. Егеттең бирешергә иҫәбе юҡ ине, күрәһең. Бер аҙнанан димсе эйәртеп, тағы килде. Егет Вәкил исемле ине, төҙөлөштә эксковатор машинисы булып эшләй.
– Минең армияла егетем бар, көтөргә вәғәҙә бирҙем, – тине һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙғыһы килмәгән Мөстәғиҙә.
– Эй, һеңлем, армиялағы егеткә ышанма һин. Унан үҙгәреп ҡайтасаҡ ул. Мине лә һөйгән ҡыҙым илай-илай оҙатып ҡалған ине, ҡайтҡас, ни өсөндөр бөтөнләй янына барғым килмәне, икенсегә өйләндем, – тип теҙеп китте Әхәт ағаһы.
Һүҙ араһында Вәкилде маҡтап алырға ла онотманы. Шулай башланған танышыу туй менән тамамланды. Туйҙы егеттең тыуған яғында яһанылар. Уның ата-әсәһе бик оҡшаны ҡыҙға. Бигерәк тә әсәһе асыҡ сырайлы ине, баштан уҡ килененә "ҡыҙым" тип яҡын итеп өндәште. Бер ваҡыт һөйләшеп ултырғанда Мөстәғиҙә иренә: ”Әсәйең бигерәк оҡшай, шундай һәйбәт, йомшаҡ күңелле“, – тип ҡәйнәһен маҡтап телгә алғас, Вәкил бер аҙға тын ҡалды. “Ә бит ул минең үгәй әсәйем, – тине, күңеле тулышып. – Өс йәшемдән ҡарап үҫтергән. Мин уны бик яратам”.
Ғаилә тормошо матур ғына башланып китте. Дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирҙеләр. Бер аҙҙан йәш ғаиләне эшкә Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһына күсерҙеләр. Беренсе балаһына ауырлы икәнен белгәс, уны стрелочница итеп тәғәйенләнеләр. Ә инде улдары тыуыуға ике бүлмәле фатир ҙа бүленде. Вәкил бик аҡыллы, тотанаҡлы ир булып сыҡты. Эй, бәхетле итеп һиҙә ине үҙен Мөстәғиҙә! Икенсегә ҡыҙҙары тыуғас, тормоштары тағы ла тулыланды. Ләкин бәхеттәренең ҡыҫҡа ғүмерле булырын белмәгәндәр икән шул. Ике балаһы менән тормошонан да артыҡ күреп яратҡан Мөстәғиҙәһен яңғыҙ ҡалдырып, Вәкил кинәт кенә вафат булды. Эшләгән ерендә аварияға юлыҡты. Оҙаҡ кисерҙе көтөлмәгән сикһеҙ ауыр ҡайғыны йәш ҡатын. Әммә балалары хаҡына түҙергә кәрәк ине. Икешәр эштә эшләһә-эшләне, уларға мохтажлыҡ күрһәтмәне, уҡытты, аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй, тиеүҙәре дөрөҫтөр, армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡан йылды мотоцикл менән машинаға бәрелеп, бәхетһеҙлеккә тарыған улының йәнһеҙ кәүҙәһен һалҡын ер ҡуйынына илтеп һалғас, әсә өсөн көн менән төн алмашынды. Ярай, аҡылдан яҙманы, ҡәйнәһе һаҡлап ҡалды.
Кешеләргә изге теләк белдергәндә: "Бәхет һауытығыҙ тулы булһын", – тиҙәр. Ниндәй тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Туйҙарында Мөстәғиҙәләргә лә теләнеләр уны, әле лә ҡолағында яңғырай кеүек. Ләкин ни өсөндөр уларҙың бәхет һауыты көтмәгәндә сайпылып, түгелде лә ҡуйҙы. Шул хаҡта уйлай-уйлай, һис яуап таба алмай: ни өсөн уның тормошо күберәк әрнеү-һағыштарҙан торҙо һуң? Әллә етем үҫкәндәр өлөшөнә бәхет тейеш түгелме икән? Ҡайһы саҡта уйлана-уйлана ла, бәхетле саҡтарын иҫенә төшөрөп, моңлана башлай:
Беҙҙең дә һыуҙар туғай-туғай,
Күп туғайҙары уның ерекһеҙ.
Яңғыҙ ҙа башым, юҡ юлдашым,
Ят илдәрҙә йөрөйөм ирекһеҙ.
Һеҙҙең торған илдәрҙә
Ямғыр микән, ҡар микән,
Минең кеүек хәсрәт күргән
Был донъяла бар микән?
Һағыш диңгеҙенә сумған әбейҙең уйҙарын телефон тауышы бүлде. Вера Николаевна икән.
– Рита, ҡәҙерлем, иҫән ваҡытта аңлашыу дөрөҫөрәк булыр. Мин, ысынлап та, Дора Абрамовна инем. Ғәфү ит мине, – тине ул тәрән тулҡынланыу ҡатыш.
– Дора Абрамовна, һөйөклөм, һис борсолмағыҙ. Мин һеҙгә ғүмерем буйы рәхмәтле булдым. Бөгөн уны һеҙгә еткерә алыуым менән бик бәхетлемен, – тине Мөстәғиҙә ҡыуаныс менән.
Ике әбей телефондың ике башында шулай бик йылы аңлашты...