Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Сентября , 05:17

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Айрат Сөләймәнов матди яҡтан ярҙам күрһәткәнгә күрә, уҡыусылар йыл да тиерлек Бөтә Рәсәй «Хәтер вахтаһы» акцияһында ҡатнаша. Балалар Ленинград, Смоленск өлкәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың һөйәктәрен ҡаҙып таба, исемдәрен асыҡлай һәм яугирҙәрҙең тыуған яҡтарына ҡайтарып күмелеүен хәстәрләй. Эшҡыуарҙың меценатлығы хуплауға лайыҡ. Үҙ эшен асырға теләүселәр ниндәйҙер кәңәш алыр тип, беҙ Айрат Мөҙәрис улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Илһөйәрлек  ҡайҙан  башлана?Илһөйәрлек  ҡайҙан  башлана?
Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

«Меркурий-Инвест» Идаралыҡ компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Айрат Сөләймәнов – уңышлы, уңған эшҡыуар ғына түгел, лирик шағир ҙа, тыуған яҡты өйрә­неүсе яҙыусы ла. Күптән түгел уның «Башкирия — страна тысячи лет» исемле тарихи, фәнни-публицис­тик китабы донъя күрҙе. Был китап уҡыусыларға Баш­ҡорт­ос­­­таныбыҙҙың бай тарихын һүрәтләй. Айрат Мөҙәрис улы Ҡырмыҫ­ҡалы районы­ның Боҙаяҙ ауылында тыуған. Үҙе уҡыған Фәнил Әсәнов исемен­дәге мәктәпкә даими ярҙам күрһәтә. Яҙыусы-эшҡыуар был уҡыу йортонда 2016 йылдан Мөҙәрис Сөләймәнов исемендәге хәрби-патриотик клуб булдырған. Уҡыусыларҙы хәрби кейем, ҡорал, поход кәрәк-яраҡтары менән тәьмин иткән. Айрат Сөләймәнов матди яҡтан ярҙам күрһәткәнгә күрә, уҡыусылар йыл да тиерлек Бөтә Рәсәй «Хәтер вахтаһы» акцияһында ҡатнаша. Балалар Ленинград, Смоленск өлкәләрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың һөйәктәрен ҡаҙып таба, исемдәрен асыҡлай һәм яугирҙәрҙең тыуған яҡтарына ҡайтарып күмелеүен хәстәрләй. Эшҡыуарҙың меценатлығы хуплауға лайыҡ. Үҙ эшен асырға теләүселәр ниндәйҙер кәңәш алыр тип, беҙ Айрат Мөҙәрис улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Айрат Мөҙәрис улы, һеҙ республикалағы алдынғы эшҡыуарҙарҙың береһе бит инде...
– 35 йылдан ашыу бизнес менән шөғөлләнеүемде иҫәпкә алһаҡ, шулай тип әйтергә булалыр.
– Бындай уңышҡа нисек өлгәштегеҙ? Эште нимәнән башлағайнығыҙ?
– Ниндәй генә бизнес булмаһын, уға ла һәләт кәрәк, тип уйлайым. Эшҡыуар булыр өсөн күп яҡлы холоҡло булыу зарур. Физик әҙерлек, идара итә, кеше менән аралаша, эшләй белеү...
Бизнес та төрлө була: ябайы алып-һатыуға ҡорола, ә ҡатмарлыһы техник яҡтан да белем талап итә. Мәҫәлән, тәүҙә биналар, ангарҙар төҙөтәһең, техника һатып алаһың, шунан уны яңы технологиялар буйынса станоктар, төрлө ҡорамалдар менән йыһазландыраһың, уларҙы эшкә егәһең. Был бик ҡатмарлы процесс. Шуға ла белем, ныҡышмаллыҡ мөһим. Тәүлегенә 24 сәғәт эшләргә тура килә, ә отпуск төшкә генә инә. Шундай ҡыҙыу темпта йәшәй алһаң ғына ниндәйҙер уңышҡа ирешергә була. Әгәр өйҙә диванда ҡырын ятып, сәй һемереп кенә идара итергә теләһәң, әлбиттә, етди бизнес килеп сыҡмаясаҡ.
Эште нимәнән башланым тиһегеҙме? 90-сы йылдарҙа эшҡыуарлыҡта үҙемде самалап ҡарарға булдым. Бәләкәй генә шөғөлгә тотондом. Бизнес менән шөғөлләнгән кешеләр менән эшләй башланым. Шул командаға ылығып киткәс, үҙемдең дә эшҡыуарлыҡ һәләттәрем асылды. Булдыра алғанымды аңлағас, тәүҙә “БашУралСнаб”, шунан “Проминторг” предприятиеларын ойошторҙом. Икенсе предприятием сит илдәр менән дә бәйләнешкә ҡоролғайны. Таможня, сик һаҡлаусылар, эре заводтар менән эшләү талап ителде. Шундуҡ эре бизнесҡа тотонманым, тәүҙә үҙемде кесе эшҡыуарлыҡта һынап ҡараным, тип әйтеүем инде.
– Һеҙ даланлымы? Үҙегеҙҙе юллыҡлы кешегә һанайһығыҙмы?
– Уңышлымындыр, тип уйлайым. Ышанысһыҙ йәшәп булмай. Бына иртән уянғас та үҙеңдең иҫән икәнлегеңә, ҡояшты күрә алыуыңа ҡыуанырға тейешһең. Яҡшы кәйеф менән көндө ҡаршыларға кәрәк. Далан – ул бөгөн бар, иртәгә юҡ. Бөтә нәмә хәрәкәттә һәм үҙгәреп тороусан. Минең хеҙмәттә юғалтыуҙар ҙа, уңыштар ҙа булып тора. Ҡаты характерлы булыуым, ныҡышмаллығым яңынан бизнесты аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә.
Мин етәкселек иткән “Меркурий” сауҙа үҙәгендә (элекке Колхоз баҙары) ҙур янғын сыҡҡас, енәйәт эше ҡуҙғатылды. Кемдеңдер ут төрткәнен полиция ла иҫбат итте, тик әлегә енәйәтсенең эҙенә төшә алмайҙар. Минән тыш, меңәрләгән эшҡыуар янғын арҡаһында зыян күрҙе. Шуға үҙемде даланлы тип әйтеүе ауыр. Ә шулай ҙа, Аллаға шөкөр, эш бара, бирешмәйбеҙ. Иң мөһиме – миңә үҙемдең коллективым, идара итеү компанияһы һәм бихисап эшҡыуарҙар булыша. Директор булараҡ, улар менән көн дә аралашам. Шундай кешеләр менән эшләүемә яҙмышыма ла, уларҙың үҙҙәренә лә рәхмәтлемен.
– Яҙмышығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме?
– Яҙмышыма ризамын. Йорт һалғанмын, ағас ултыртҡанмын, өс балаға – ҡыҙҙарыма һәм улыма атай. Тормош дауам итә, тип балаларыма ҡыуанып йәшәйем.
– Тыуған төйәк тураһында күп яҙаһығыҙ, тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ танылыу таптығыҙ. Ижад итеүгә ҡайҙан илһам алаһығыҙ?
– Ижадҡа ынтылыш, моғайын, заттан киләлер. Туғандарым араһында яҙыусылар бар. Мәктәптә уҡығанда уҡ шиғырҙар яҙыштырҙым, техникумда, институтта белем алғанда ла ижадҡа ынтылыш көслө ине. Ваҡыт үтеү менән баш ҡалабыҙ Өфөнән йыраҡ түгел тыуған ауылым Боҙаяҙ тураһында бер ниндәй ҙә әҫәр юҡлығын аңланым. Ә нишләп миңә тотонмаҫҡа, тип уйланым да тәүге китабымды яҙҙым. Боҙаяҙҙа элек 3000-дән ашыу кеше йәшәгән, унда биш мәсет, хатта беренсе рус гимназияһы эшләгән. Ул Боҙаяҙ районының үҙәге һаналған. Уның тарихын мауығып өйрәндем. Үҙенсәлекле ауыл тураһында республика белеүен, интернетта ҡыҙыҡлы мәғлүмәт таралыуын теләнем. Боҙаяҙҙан күпме талантлы шәхестәр сыҡҡан – был турала халыҡ, әлбиттә, белергә тейеш!
Ауылымдың хеҙмәт геройҙары – сөгөлдөр үҫтереүселәр, көтөүселәр, тракторсылар, агрономдар, космос тармағында эшләүсе инженерҙар, хәрби өлкәләге генералдар тураһында ғорурланып, яратып яҙҙым. Тыуған төйәгемдең матурлығы, күркәмлеге тураһында барсаһына еткереү мине яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙырға илһамландырҙы.
– Балаларығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.
– Балаларым өлкәнәйгән инде. Барыһы ла юғары белемле. Ҡыҙҙарымдың икеһе лә кейәүҙә. Бер ейәнем, бер ейәнсәрем бар. Улым минең юлды һайланы, янымда эшләй. Балаларым тыуған илен ярата, ислам динен һәм ололарҙы хөрмәт итә. Ниндәй ҙә булһа сит илдә йөрөп ҡайтҡас, һәр ваҡыт: “Барыбер ҙә беҙҙең Рәсәй иң яҡшыһы, иң матуры!” – тиҙәр. Бының өсөн ныҡ шатланам. Улар Рәсәйҙең дәү территория биләүен – унда вулкандар, тауҙар, урмандар барлығын, илебеҙҙең өс яҡтан диңгеҙҙәр, океандар менән уратып алынғанын яҡшы белә. Һәм был – беҙҙең илдә генә! Был, әлбиттә, шәп, әммә туризмды үҫтереп, Рәсәй граждандарына илебеҙҙе яҡшыраҡ белһендәр, өйрәнһендәр өсөн шул ерҙәрҙе күрһәтергә ине!
– Нимә ул мөхәббәт? Ғөмүмән, мәңгелек, иҫ китерлек мөхәббәткә ышанаһығыҙмы?
– Мөхәббәт – кешенең күңел төпкөлөндә ярала, тип уйлайым. Яҙмыш буйынса һиңә кем билдәләнгән бит әле, уныһы ла бар. Был хис кеше торомошонда төрлө яҡлы, бер нисә тапҡыр ҡабатланалыр ул. Мөхәббәт хистәрен ғүмерҙә бер тапҡыр ғына кисермәҫкә лә мөмкин, тип әйтеүем инде. Кеше һәр ваҡыт һөйөлөп-һөйөп йәшәргә тейеш. Ә ҡатын-ҡыҙға ҡарата һөйөү, минеңсә, ул – инстинкт, тормош талабы. Яратҡан ҡатының, балаларың, тыуған илең, ҡалаң, хатта эшең өсөн дә һин, бер кем дә мәжбүр итмәҫтән, әллә ниндәй изге ғәмәлдәр ҡылырға әҙер булаһың. Меценатлыҡ та шунан киләлер, тим.
– Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән йәштәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Бизнес – бик ҡатмарлы тармаҡ, ул күп белем талап итә. Бая әйтеүемсә, тәүлегенә 24 сәғәт эшләр өсөн ныҡлы һаулыҡ, физик яҡтан әҙерлек кәрәк. Бик һәләтле булып, үҙ командаңды ойоштороу йә берәй командала үҙеңдең урыныңды табыу мөһим. Оло йәштә булһам да, белемемде камиллаштырыуҙан туҡтамайым. Һәр ваҡыт уҡырға, белем алырға кәрәк. Икенсе талап – эшһөйәрлек. Өсөнсөһө – командаң төп йүнәлеште аныҡ аңларға бурыслы, тимәк, эшмәкәрлекте тәрән анализлау, өйрәнеү мөһим. Беҙ ни өсөн, нимә өсөн эшләйбеҙ, хеҙмәтебеҙ кешеләргә кәрәкме-юҡмы, бизнесыбыҙ берәйһенә ҡаршы килмәйме – барыһын да иҫәптә тоторға кәрәк.
– 100 һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын, тиҙәр. Хәҙерге заманда уның мәғәнәһе үҙгәрмәне микән? Дуҫтарығыҙҙың ниндәй сифаттарын баһалайһығыҙ?
– Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр быуаттар буйына халыҡ телендә, күңелендә, аңында йәшәй. Улар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. 100 дуҫың булһын, тигәндәре бик дөрөҫ. Дуҫтарҙың да төрлөһө була. Тыуған ереңдәге: улар менән бергә үҫкәнһең, балалар баҡсаһына йөрөгәнһең, шунан мәктәптәге, вуздағы, эшләгән ереңдәге... Шулай дуҫлашып китәһең. Дөрөҫөн әйткәндә, дуҫтар күп булмай. Ә таныштар күп.
Әлеге ваҡытта кешеләр үҙенә бикләнә башланы. Һәр кем бөтә йыһаздары булған торлаҡ булдырырға тырыша. Кер йыуыу машинаһы, телевизор, кофе ҡайнатҡыс... – барыһы ла бар. Ә бит былар 30–40 йыл элек юҡ ине. Күптәр бөгөн айырым, яңғыҙ, ҡойма артында донъя көтөргә тырыша. Былай йәшәү дөрөҫ түгел. Кеше аралашырға тейеш. Тормоштоң йәме лә шунда.
Минең дә дуҫтарым етерлек. Улар, әйткәнемсә, тормошомдағы эпизодтар менән бәйле. Армияла бергә хеҙмәт иткән дуҫтарым менән дә бәйләнеште өҙмәйем. Әсәйеңдән, атайыңдан, яҡындарыңдан ситтә йөрөгәндә ике йыл да бик оҙаҡ тойола. Армия хеҙмәте кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта, дуҫлаштыра.
– Кешенең ниндәй сифаттарын юғары баһалайһығыҙ?
– Иң беренсе нәүбәттә намыҫлы, выжданлы, тоғро, ихлас булыуы кәрәк. Изгелекле мөнәсәбәт арҡаһында дуҫың, үҙенә ҡыйын булғанда ла, һиңә ауыр саҡта ярҙамға килергә тейеш.
– Байҙар ҙа илай, тиҙәр бит әле. Быны Һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
– Байҙар ҙа илай. Хатта мин дә “байлыҡ – бик ауыр йөк ул” тип әйтәм һәр ваҡыт. Байлыҡ көн һайын ғына түгел, сәғәт һайын, секунд һайын тиерлек эшләргә мәжбүр итә. Бизнес, финанс, хужалыҡ, эшселәр менән бөткөһөҙ идара итергә тура килә. Был бик ҡатмарлы эш. Шуға ла “Байҙар ҙа илай” тигән фекерҙе дөрөҫ һанайым. Балаларымдың бөтә нәмәһе лә булыуын теләйем. Әммә артығы кәрәкмәй. Улар артыҡ көсөргәнмәһен, ә үҙҙәренә, ғаиләһенә, балаларына, туғандарына иғтибар күберәк бүлһен ине. Шул уҡ ваҡытта меценат булыу теләге лә булһын уларҙа.
– Әле һеҙ нимә тураһында хыялланаһығыҙ? Ул бойомға ашырлыҡмы? Йәшәү дәүерендә кешенең хыялдары ла үҙгәреп тороусан.
– Бала саҡта, спорт менән әүҙем шөғөлләнгәндә, кедылар тураһында хыялланғайным. Ябай ғына кеды. Ул мәлдә кроссовки тураһында уйлау тормошҡа ашмаҫ хыял ине. Беҙ ялан аяҡ туп типтек, футбол уйнаныҡ. Хыялдар төрлө була шул. Бөгөн бер нәмә тураһында, икенсе көн икенсе нәмә тураһында хыялланаһың. Олоғайған һайын үҙең хаҡында күберәк уйланаһың. Хәҙер инде йәшәрен йәшәлгән тигәндәй. Күберәк ғаиләгә, йәмғиәткә, балаларға, ейәндәргә, бүләләргә файҙалы булырға тырышаһың.
– Ислам диненә ҡарашығыҙ нисек?
– Ислам динен тотоу, уға ышаныу – минең өсөн бик мөһим. Һәм, әлбиттә, үҙеңә, тыуған илеңә ышанырға кәрәк. Мин 100 процент менән шундай ышаныстамын. Етәксебеҙ Владимир Путинға ышанам, сөнки ул беҙҙе дөрөҫ юлдан алып бара. Алла бирһә, бөтә ниәттәре, маҡсаттары тормошҡа ашһын, сөнки ул халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта. Мин дин әһелдәре менән дуҫмын, тығыҙ аралашам. Улар минең ижадыма арналған кисәләрҙә ихлас ҡатнаша. Ғаиләбеҙ менән бер нисә мәсеткә ярҙам итәбеҙ. Үҙем унда йыш йөрөйөм. Ҡырмыҫҡалы районының иң ҙур мәсеттәренең береһен ҡарайым. Был минең өсөн бик мөһим. Балаларымды ла ошо изге эшкә йәлеп итергә тырышам. Мосолмандарҙың Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын ойошторабыҙ, Ҡөрьән аштарына халыҡты йыябыҙ. Минеңсә, дин, ислам – тормошобоҙҙоң нигеҙе. Ул кешелә патриотизм, изгелек, миһырбанлыҡ тәрбиәләй. Кешеләр, зат-ырыу араһында яҡшы мөнәсәбәт булдыра. Ҡанундарҙы боҙоуҙы тыя. Шуға ла минең өсөн ислам дине бик ҡәҙерле. Шул уҡ ваҡытта бүтән диндәр менән дә мөнәсәбәтем яҡшы. Православие диненә ярҙамым өсөн хатта Алексий II миңә орден тапшырғайны. Респуб­ликала ислам динен үҫтереүгә индергән өлөшөм өсөн мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин тарафынан бирелгән наградаларым да бар.
– Хөрәфәттәргә ышанаһығыҙмы?
– Әлбиттә, ышанам. Халҡыбыҙ тарафынан улар бит быуаттар буйына һыналған. Шуға тулыһынса ышанмаған хәлдә лә, хөрәфәткә ҡолаҡ һалырға, уны иҫәптә тоторға кәрәк.
– Кешенең яҙмышы маңлайына яҙылған, тиҙәр. Һеҙ шуға нисек ҡарайһығыҙ?
– Аңлауымса, яҙмыш кеше алдында бер нисә юл аса. Ҡайһы саҡ беҙ үҙебеҙгә яҡын юлды һайлайбыҙ, ҡайһы саҡ яңылышабыҙҙыр ҙа. Кеше ниндәй мөхиттә, ата-әсәһе, мәктәп, дин тарафынан нисек тәрбиәләнгән, шунан да тора, минеңсә. Әгәр һине урам ғына тәрбиәләгән икән – бөтөнләй икенсе эш. Шуға ла дини тәрбиә бик мөһим. Бөтә диндәр ҙә яҡшыға ғына өйрәтә. Шул уҡ ваҡытта мәктәп тә, телевидение ла яҙыусылар ҙа кешене тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Был – хеҙмәт һәм кеше менән коллектив идара итеү.
Яҙмыш сабый саҡтан уҡ билдәләнә. Биләүҙән, балалар баҡсаһынан, мәктәптән, уҡыу йорттарынан дөрөҫ нигеҙ һалына икән, кеше мотлаҡ яҡшы юлды һайлаясаҡ. Кешеләргә, яҡындарына, тыуған иленә файҙа килтерергә тырышасаҡ. Шуға күрә яҙмыш үрҙә әйткән нигеҙҙә барлыҡҡа киләлер, тигән фекерҙәмен. Нигеҙ бушаҡ булһа, кеше яҙмышы ла ҡатмарлы буласаҡ, уңышһыҙлыҡтан ғына торасаҡ.
– Айрат Мөҙәрис улы, ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә ҙур уңыштар, илһамлы ижад теләйбеҙ!

Тәнзилә Дәүләтбирҙина әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас