

Башҡортостан киләсәген билдәләрҙәй белемле, талантлы замандаштарыбыҙ байтаҡ. Яҙыусылар союзы ағзалары араһындағы йәш ҡәләмдәштәрҙе барлағанда ла, уларҙың ҙур маҡсаттар, әһәмиәтле эштәр, матур ниәттәр менән ижад итеүен аңларға була. Был дөрөҫ тә: улар иңенә әҙәбиәтебеҙҙе донъя кимәленә күтәреү маҡсаты менән бергә, телде, милләтте һаҡлау бурысы ла һалынған.
Шағирә, педагог, биш китап авторы Зарина БАҒЫШАЕВА ла шундай талантлы, әүҙем йәштәребеҙҙең береһе. Бихисап әҙәби конкурстарҙа еңеүҙәр яулап ҡына ҡалмай ул, Ә Рәсәй кимәлендәге сараларҙа ла башҡорт әҙәбиәте, һүҙе менән сығыш яһай. Күптән түгел ул сираттағы саранан тыуған яҡтарға ҡайтып төштө.
– Зарина, һин Алтайҙа үткән “Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо” проектында ҡатнаштың. Ошо хаҡта һөйләп үтһәң ине.
– Алтай ере быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йәштәрҙе үҙендә ҡабул итте. Сарала ун резидент, 12 тел, 13 шағир-яҙыусылар бер ҡорға тупланды. Был әҙәби проект Рәсәй Федерацияһы Президенты фондының мәҙәни башланғыстары ярҙамында Мәскәүҙәге милләт-ара мөнәсәбәттәр мөхитендәге ресурс үҙәге тарафынан бойомға ашырыла. Уның маҡсаты – Рәсәй халыҡтарының телдәрендә әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү аша йәш быуынды илебеҙҙең мәҙәни мираҫын һаҡлауға ылыҡтырыу. Проекттың етәксеһе һәм һәр ҡатнашыусыны дәртләндереп, ҡанатландырып тороусы кеше – ул Анжелика Сергеевна Засядько.
Былтыр йәй аҙағынан ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар араһында йәнле әңгәмә, онлайн аралашыу башланды. Сентябрҙән проекттың асыҡ лекторийы иғлан ителде: ун лекцияла төрлө эксперттар үҙ тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашып, йәштәргә йүнәлеш бирҙе. Проект шарты буйынса һәр лекция һайын өйгә эш башҡарыу мотлаҡ ине. Шулай уҡ онлайн-квартирниктар үткәрелеп торҙо: унда йәштәргә төрлө билдәле шәхестәр менән яҡындан әңгәмәләшеү бәхете тейҙе. Йәмғеһе етмешкә яҡын кеше онлайн-марафонда үҙ ижады менән таныштырҙы һәм шуларҙың унауһына ғына Алтайҙа үткәрелгән программаға эләгеү бәхете йылмайҙы – Башҡортостандан мин һәм Салауат ҡалаһынан балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыусы Альбина Кашапова.
Дөйөм әйткәндә, проекттың төп маҡсаты – үҙ туған телендә ижад иткән йәштәргә йүнәлеш биреү, улар араһында әҙәби-мәҙәни бәйләнеш булдырыу, үҙ-ара дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, һәр туған телдең моңон, үҙенә генә хас үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу, телде популярлаштырыу. Ҡатнашыусылар ун көн дауамында был юҫыҡта мөһим эштәр менән мәшғүл булды: ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибә тупланы, ижад итте, бер-береһе менән яҡынданыраҡ танышты, күркәм тамаша әҙерләп күрһәтте, клип төшөрҙө. Тамашала сәхнәнән бер юлы рус, башҡорт, моҡша, тыва, сыуаш, удмурт, ҡалмыҡ, хакас, алтай һәм ненец телдәре яңғыраны. Шулай уҡ ойоштороусылар коми, татар телдәрендә тамашасыларҙы ихлас сәләмләне. Проекттың тәүге көндәренән үк беҙҙе актерлыҡ оҫталығына өйрәткән педагог Аруна Тельбекова тамашаның режиссеры булды. Күңелле репетициялар, сығыш алдынан тулҡынланыу – барыһы ла артта.
– Әҙәбиәт байрамы күңелеңдә ниндәй уй-тойғолар, тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Был проект тураһында иғланды күргәс тә, ҡатнашып, Алтайға барырға тигән теләк тыуҙы, сөнки студент йылдарында уҡ унда ике тапҡыр булып ҡайтҡайным: төрки телдәре һәм әҙәбиәте буйынса Таулы Алтай ҡалаһына олимпиадаға барып, Башҡорт дәүләт университеты исеменән сығыш яһағайныҡ. Урындағы халыҡ икенсе тапҡыр килеүемде белеп ҡалғас: “Кем Алтайҙа ике тапҡыр булған, шулар мотлаҡ өсөнсөгә лә киләсәк, Алтай үҙенә тартып торасаҡ”, – тинеләр. Йылдар уҙа торҙо, Алтайға юл төшмәй, ә ул яҡтарҙы мин ныҡ һағына инем. Уйламағанда ошо “Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо” проекты финалистарҙы шул яҡтарға сәфәр көтә, тип Алтай тураһында һөйләй башланы. Проектта быйыл ҡатнашыуым менән бик бәхетлемен: сөнки йәш сикләүе лә бар. Унда 35 йәшкә тиклемге йәш ижадсылар ғына ҡатнаша ала. Алтайҙағы әҙәбиәт байрамы күңелемә илһам, көс-дәрт, рухи яңырыу бүләк итте. Шиғырҙарым менән төрлө майҙандарҙа сығыш яһаным, Башҡортостаным, тыуған яғым – Йылайыр районының Һабыр ауылы, ата-әсәйем хаҡында ижадым аша һөйләнем. Шулай уҡ Алтайға мәҙхиә булып яңғыраған шиғырымды ла уңайы сыҡҡан һайын тамашасыларға ишеттерҙем.
Иң тулҡынландырғаны Таулы Алтай дәүләт университетындағы Алтаистика һәм тюркология үҙәгендәге осрашыу булды. Унда инеү менән мине йылмайып, ҡосаҡлап ҡаршы алдылар. 13 йыл үтһә лә, онотмағандар, Зарина тип әллә ҡайҙан танып торалар. Яҡты йөҙ, йылы һүҙ өсөн барыһына ла, айырыуса үҙәктең етәксеһе Сурна Борис ҡыҙы Сарбашеваға, рәхмәтлемен. Үҙ университетыма ингән кеүек, ниндәйҙер йылылыҡ, ихласлыҡ тойоп, күңелем тулды. Шулай уҡ проектҡа ярашлы төрлө ҡыҙыҡлы оҫталыҡ класы эштәре уҙҙы. Автор-башҡарыусы, мультиинструменталист Байым-Сур Ҡыпсаҡ-Тадырова Алтай милли инструменттарында уйнап, барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырҙы. Ул үҙенең сығышы менән беҙҙе алтай теле һәм мәҙәниәте донъяһына сорнаны.
Һәр ҡатнашыусы үҙ әҫәре буйынса клип төшөрөү эшенә лә йәлеп ителде. Был йүнәлештә Вячеслав Фетисов һәм режиссер Евгения Такаракова һәр беребеҙгә йүнәлеш бирҙе. Вячеслав Фетисов һәм Ильмира Ғәфиәтуллина видео төшөрөү, уңышлы кадр һайлау нескәлектәренә үҙҙәренең айырым оҫталыҡ дәрестәрендә һөйләне. Әйткәндәй, Ильмира проектта медиа-яҡтыртыу эшен дә алып барҙы. Әҙәбиәтселәр тәжрибә туплап ҡына ҡалманыҡ, төрлө мауыҡтырғыс экскурсияларҙа ла йөрөнөк. Маршрут Барнаул ҡалаһынан башланып, Чемал районындағы ял базаһына күсте, һуңынан Таулы Алтай ҡалаһына йүнәлтелде. Хозур тәбиғәт, саф һауа, бейек тауҙар, күкһелләнеп ярһып аҡҡан Ҡатын йылғаһы күңелдә тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
– Быйыл – Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы. Нисек уйлайһың, милли әҙәбиәт халыҡтарҙы берләштерәме?
– Һәр халыҡ донъяны нисек күрә, белә, таный – шуны үҙ телендә әҙәби әҫәрҙәр аша сағылдыра. Әҫәрҙәрҙә уртаҡ һыҙаттар бар, үҙ-ара айырылып торған үҙенсәлектәре лә була. Минеңсә, милли әҙәбиәт төрлө милләт вәкилдәрен йәнле аралашыу, фекер алышыу, тәржемә эшен яйға һалыу аша берләштерә. Был йәһәттән Алтайҙағы Артур Сабин тигән билдәле яҙыусы менән осрашыу күңелдә уйылып ҡалды. Ул тәржемә эше тураһында ла, ғөмүмән, ижад итеү хаҡында ла ентекле һөйләне. Ул үҙе алтай телендә ижад итә, дәүләт эшенән бушаған сағында, мал көтөп, әҫәрҙәрен шул арала яҙа икән. Ихлас, йор һүҙгә маһир кеше ул. Әле уның күләмле әҫәрен рус теленә тәржемә итәләр һәм һәр резидент шул романды ҡулға алып, уҡырға теләүе хаҡында белдерҙе. Ысынлап та, милли әҙәбиәт халыҡтарҙы берләштерә бит!
– Башҡорт әҙәбиәте башҡаларға ҡыҙыҡмы? Беҙҙең яҙыусыларҙы беләләрме?
– Күптәр бөйөк классигыбыҙ Мостай Кәримде белеүҙәре хаҡында һөйләне. Уның әҫәрҙәрен яратып уҡыйбыҙ, донъяға фәлсәфәүи ҡарашы оҡшай, тиҙәр. Шунан мин дә ижадым менән башҡорт шиғриәте донъяһын үҙемдең күҙаллауым буйынса уларға асырға тырыштым. Ун көн буйы аралашып йөрөй торғас, минең “Алтай, Алтай” тигән шиғырымдың бер-ике юлын ятлап та алды. Күптәре айырым һүҙҙәргә иғтибар итеп, үҙ телдәренә оҡшашлығы тураһында әйтеп үтте.
– Проект атамаһында "һүҙ моңо" тигән матур төшөнсә бар. Киләсәк быуын ошо моңдо, ғөмүмән, һүҙ ҡәҙерен, бәҫен юғалтмаҫмы икән?
– Һүҙ көсө, һүҙ ҡөҙрәте тураһында ата-бабаларыбыҙ борон-борондан әйтеп ҡалдырған. Һүҙ дауалай ҙа, һаҡһыҙ ҡыланһаң, яралай ҙа. Уйнап һөйләһәң дә, уйлап һөйлә, тип яңғырай халыҡ мәҡәле.
Һүҙ моңо – ул һәр халыҡтың булмышын, үҙенсәлеген асып биргән тылсымлы асҡыс. “Тел арт-резиденцияһы. Һүҙ моңо” кеүек проекттар тормошҡа ашырылғанда, эшлекле һәм файҙалы аралашыу булғанда, минеңсә, киләсәк быуын ошо моңдо, һүҙ ҡәҙерен, һүҙ бәҫен юғалтмаҫ, тигән ышаныстамын.
– Алтайҙа үткән проектта тағы ла кемдәр, ҡайһы төбәк вәкилдәре ҡатнашты?
– Проекттың географияһы киң ине. Әйткәндәй, беренсе проект беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа – Бөрйән районында, Ағиҙел буйында уҙғарылды. Ул ваҡытта башҡорт теле вәкиле булып йәш шағирә Зөһрә Сафина-Рәхмәтуллина ҡатнашты. Ул миңә икенсе тапҡыр үткәрелгән проектта сығыш яһағанда төрлө яҡлап ярҙам итте, нимәгә иғтибар итергә, милли колорит булдырыр өсөн нимә эшләргә кәңәш бирҙе. Ни өсөн беренсе проект тураһында һүҙ башлап тораммы? Сөнки Алтайҙағы программала Бөрйәндә бол туплап килгән элекке өс ҡатнашыусы беҙгә остаз булып, төрлө ижади нескәлектәрҙең серен асты. Коми Республикаһынан килеп еткән Анастасия Лосева беҙгә ижадта уйын ысулын нисек дөрөҫ ҡулланыу буйынса үҙ әҫәрҙәре нигеҙендә уйлап сығарылған уйындар тураһында бик матур итеп һөйләне. Новосибирск ҡалаһынан Аня Темникова Бөрйәндәге йылы хәтирәләре менән уртаҡлашып, төрлө ижади алымдарҙы халыҡ алдында сығыш яһағанда нисек урынлы ҡулланырға икәнлеге хаҡында бәйән итте. Әкиәттәр яҙыу һәм тәнҡит эше буйынса ла оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Ямал-Ненец автономлы округынан Макар Окотэтто үҙенең “Ёртя. Приключения в тундре” китабының сығыуы тураһында ҡыуанып хәбәр итте. Ул ненец һәм рус телендә ижад итә. Тамашала үҙ телендә йырлап та ишеттерҙе. Шулай итеп, был өс таған – Анастасия, Аня һәм Макар – беҙгә утты-һыуҙы кискән апай-ағай булып, кәңәш-һүҙ әйттеләр, дәртләндереп торҙолар.
Икенсе тапҡыр уҙғарылған проектта рус телендә ижад итеүселәр – Александра Захарова (Пермь крайында тыуып үҫкән, әле Санкт-Петербургта уҡытып йөрөй, проза әҫәрҙәре ижад итә), Александр Чистобаев (хакас һәм рус телендә яҙа, үҙенең “Урна Сатурна” тигән китабын проектҡа алып килгән ине), Крестина Гладкевич (Новосибирск ҡалаһынан, проза һәм поэзия менән берҙәй мауыға) ҡатнашты. Чебоксар ҡалаһынан сыуаш телендә шиғырҙар ижад итеүсе Лариса Петрова менән үҙ-ара тәржемә яһарға һүҙ ҡуйыштыҡ.
Мордовиянан килгән Оксана Белкина моҡша телендә әҫәрҙәр яҙа. Ә удмурт телендә ижад итеүсе Никита Ильин башҡарған йырҙар күңелебеҙгә хуш килде. Бер йырын күмәкләп отоп алып, йырлап та йөрөнөк. Ҡалмыҡстандан килгән автор-башҡарыусы Арслан Нохаев гитарала уйнап, усаҡ янында барыһын да хайран итте. Уның 70-кә яҡын йыры бар. Минең берәй шиғырыма ла көй яҙып бирергә вәғәҙә итте. Тағы бер һоҡландырған ҡатнашыусы – Тыва республикаһы вәкиле, яҙыусы, артист, төрлө музыка ҡоралында берҙәй оҫта уйнаусы Самбажык Сандак. “Минең атайыма һеҙҙең милли геройығыҙ хөрмәтенә Салауат тип исем ҡушҡандар”, – тип тә һөйләне ул, беҙҙең Башҡортостандан икәнде белеү менән.
Бына шундай татыу, ҙур ғаилә булып йәшәнек бәрәкәтле Алтай төбәгендә. Аралашыуыбыҙҙы “Һүҙ моңо” тип аталған күркәм тамаша менән түңәрәкләп ҡуйҙыҡ: Чемал районының Анос ауылының мәҙәниәт йортонда, Таулы Алтайҙа Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йортонда, Барнаулда В.М. Башунов исемендәге Мемориаль китапханала сығыш яһаныҡ.
– Сараның программаһы әҙәбиәткә генә ҡағылышлы булдымы?
– Эйе, күберәк әҙәбиәт өлкәһенә баҫым яһалды. Барнаулға килеп төшөү менән беҙ күмәкләп Алтайҙың әҙәбиәт тарихы, сәнғәте һәм мәҙәниәте дәүләт музейына, Халыҡтар ассамблеяһының төбәк бүлегенә һәм Татар халҡы үҙәгенә барҙыҡ. Һуңынан ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап йәйәүле экскурсия ойошторолдо. “Сами” тигән үҫмерҙәр гәзите хәбәрселәре беҙгә ҡаланы күрһәтте, бик мауыҡтырғыс итеп теге йәки был урындың тарихын һөйләнеләр. Чемал районының “Примула” ял базаһында ижади лаборатория эшләне, иҫтәлекле осрашыуҙар үткәрелде, алтай мәҙәниәтен сағылдырған сарала “Экпин” төркөмө беҙҙе милли аш-һыу, йолалар менән таныштырҙы. Эш араһында райондың матур урындарына экскурсияға ла сыҡтыҡ, Г. И. Чорос-Гуркин исемендәге музейҙы ла барып күрҙек. Таулы Алтай ҡалаһында, әйтеп үткәнемсә, урындағы университетта тәржемә эше буйынса осрашыуҙа ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ Милли китапханаға, алтай эпосы нигеҙендә йәнһүрәт төшөрөүсе “Очы-бала” студияһына, А. В. Анохин исемендәге Алтай Республикаһының Милли музейын, “Тандак” тигән этно-оҫтаханаға барҙыҡ. Шулай итеп, программа эше бик бай ине. Ваҡытыбыҙ ижад эше һәм йәнле аралашыу менән бик тиҙ үтте.
– Проектта нисек ҡатнашырға мөмкин? Йәш сикләүе, темалар буйынса өҫтөнлөктәр бармы?
– Был хәтәр шәп проект! Шуға күрә өсөнсө тапҡыр үткәрелер, тип ышанам. Унда әләгеү өсөн асыҡ лекторийҙа әүҙем ҡатнашып, бар эштәрҙе ваҡытында тапшырып торорға кәрәк. Онлайн-квартирниктарҙа әңгәмәгә ҡушылып, һорауҙар биреү ҙә урынлы. Йәш сикләүе буйынса әйтеп киттем: 35 йәшкә тиклемге авторҙар ғына ҡатнаша ала. Шулай ҙа, лекторийға оло йәштәгеләр ҙә ҡушылып, аҙаҡ сертификат алыу хоҡуғына эйә, әммә сәфәргә нигеҙләнгән программаға йәш сикләүе күҙ уңында тотола. Темалар ирекле, һәр кем үҙ ижады тураһында һөйләй.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Зарина. Артабан да башҡорт әҙәбиәтен, шиғриәтен данлап, ошондай күләмле сараларҙа ҡатнашып торорға насип булһын. Ижади уңыштар һиңә!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.