Шоңҡар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Сентября , 09:03

Йылан ояһы

– Эй, Аллаһым! Фәритте күмеп ҡуйғанға күпме генә ваҡыт үтте... Кемеһе беҙҙең бесәнде урлап сапҡан икән? Ирһеҙ ҡалғас, минең яҡлаусым юҡ тип уйланымы икән?

Йылан ояһыЙылан ояһы
Йылан ояһы

Кистән иртәгә ниҙәр эшләргә кәрәклеген әйтеп ҡуя торған ғәҙәте бар Гөлназдың. Сөнки ул эшкә киткәндә балалар татлы йоҡола, төшкө ашҡа ҡайта алғанда, ҡайта, эше күп булһа, ҡайтмауы ла ихтимал. Көнө буйы Фәриҙә ҡустыһы Фәнил менән икәүләп донъя көтәләр. Тауыҡ-себештәргә ем һалыу, бәпкәләрен эйәртеп ҡаҙҙар ҡапҡа төбөнә ҡайтып ятһа, уларҙы ашатып, имәнлеккә ҡыуыу – былар барыһы ла балаларға йөкмәтелгән эштәр. Уның араһында быҙауға һөт эсереү, һыуға барыу, өйҙө йыйыштырыу, киске аш бешереү ҙә – Фәриҙәнең көндәлек эше.
Аталары Фәрит ағай тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянғанда, муйыл ағастары хуш еҫ бөркөп, ап-аҡ сәскәгә күмелгәндә, йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар оя ҡороп, донъяны моңға күмгәндә йәп-йәш ҡатынын тол, балаларын етем ҡалдырып, мәңгелеккә китеп барҙы. Фәриҙә – һигеҙенсе, Фәнил өсөнсө класта уҡыған саҡ ине. Баштараҡ атайһыҙ йәшәп китеү бик ауыр ине, күҙҙәренән йәш китмәне, ҡайҙа ҡараһаң да атайҙары пәйҙә булыр кеүек тойолдо. Эш сәғәте бөтөүгә тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп, берәй яҡтан ҡайтып килмәйме икән, тип көтөүҙәр ҙә бушҡа ине. Ҡайтманы атайҙары, ҡайтыр ергә китмәне шул ул. Быны барыһы ла аңлай, тик һәр береһе эстән генә көтөүен дауам итте. Урамдан шалтыр-шолтор арбалы ат үтеп китһә лә, һикереп тороп, “атай ҡайтты”, тип ынтылған саҡтары аҙ булманы.
Атайһыҙ ҡалһалар ҙа, тормош дауам итте. Әсәләре өлгөргәнен үҙе эшләргә тырышты, өлгөрмәгәндәрен балаларға ҡушты. Бына әле лә киске ашты ашап, һауыт-һабаны йыуып алғас, яйлап ҡына Гөлназ һүҙ башланы:
– Балам, иртән йоҡонан торғас, тамағығыҙҙы туйҙырып алығыҙ ҙа, бесәнлеккә барып килергә кәрәк. Үҙең генә барма, иптәшкә ҡустыңды ла ал. Күңеллерәк булыр үҙеңә. Эсергә һыу ҙа алығыҙ, көн эҫе булырға оҡшай, юл да йыраҡ. Ямғыр аҙнанан артыҡ туҡтамай яуҙы, төпкөл яландағы бесәнде алып ҡайтып, һарай башына алып өлөгрмәнем. Күбәләрҙә янып ултырмайҙармы икән? Ҡулыңды тығып ҡара, күбә эсе эҫе түгелме. Әгәр ҙә эҫе булһа, бесәнде тирә-яҡҡа таратҡылай алһағыҙ, яҡшы булыр ине.
– Ярай, әсәй, шулай итербеҙ. Их, атай иҫән булһа, ат менән генә барып килер инек тә бит, юҡ шул, үҙебеҙгә генә барып килергә тура килә инде, – тип көрһөнөп ҡуйҙы Фәриҙә.
– Шулай шул, балам, атайығыҙҙың урыны йәннәттә булһын, исмаһам, беҙгә теге донъянан ярҙам итһен ине.
Иртәгәһен таң елдәре, ҡоштар һайрауы Фәриҙәне иркәләп уятты. Ҡустыһы тирләп-бешеп, мышнап йоҡлап ята. Ҡыҙ тороп, йыуынып алды, тауыҡтарға ем өҫтәне, әсәһе әҙерләп ҡуйған ярты биҙрә һөттө алды ла баҡса артындағы кардаға быҙауҙы эсерергә китте.
Урамда күрше Фәүзиәләрҙең ҡойма буйында ятҡан бүрәнә өҫтөндә иптәш ҡыҙҙары ултыра ине.
– Сәләм, ҡыҙҙар! Ҡайҙа барырға йыйындығыҙ? – тип һораны Фәриҙә.
Ҡуйы ҡара сәстәрен икегә айырып үреп ҡуйған Әҡлимә оҙаҡ көттөрмәне, яуапты әйтә һалды:
– Көн эҫе! Быуаға барып, һыу ҡойоноп киләбеҙ. Әйҙә, беҙҙең менән бараһыңмы? Бергә күңеллерәк булыр.
– Фәүзиәне көтәбеҙ, өләсәһе ебәрмәйме икән, көтә-көтә көтөк булдыҡ. Бара алмаһа, сығып әйтһен ине, беҙ китә торор инек, – тип Фәриә асыуланыбыраҡ һүҙгә ҡушылды.
– Юҡ, мин бара аламайым, әсәй бесәнлеккә барып ҡайтырға ҡушты. Хәҙер Фәнилде уятам да юлға сығабыҙ. Унан ҡасан ҡайтабыҙ әле, кискә әйләнһәк, бик хуш! – тине лә Фәриҙә юлын дауам итте.
Иптәш ҡыҙҙарының һәммәһенең ата-әсәләре, хатта өләсәйҙәре лә иҫән-һау. Улар бәхетле! Шуға күрә ҡыҙҙарҙың буш ваҡыттары ла күп, уйындан ҡасан ҡайтһалар ҙа, өҫтәлдә бешкән ризыҡ, йылы өй, яҡты йөҙ. Фәриҙә уларға бер аҙ көнләшеп тә ҡарай. Ул үҙен бәхетһеҙ тип әйтә алмай, юҡ, әммә атаһы, өләсәй-олатайҙары иҫән булһа, нисек һәйбәт булыр ине. Их!
Фәриҙә шундай уйҙар менән быҙау янына барып еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– “Йондоҙ”, “Йондоҙ”, – тиеүгә, быҙау сабып килеп тә етте.
Ул, ҡыҙҙы үҙ итеп, тәүҙә уйнаҡлап алды, уның ҡулдарына үрелде, шунан инде башын биҙрәгә тығып, фыр-фыр килә-килә һөттө тиҙ генә эсеп тә бөтөрҙө, Фәриҙәгә “рәхмәт” әйткән кеүек, тағын бер тапҡыр ҡулдарын ялап алды ла яйлап ҡына үлән уртлай башланы. Ҡыҙ һоҡланып бер аҙ “Йондоҙ”ға ҡарап торҙо.
Ҡапҡа төбөнә күләгәгә бәпкәләрен эйәртеп ҡаҙҙар ҡайтып ятҡан ине. Фәриҙәне күргәс, ҡаңғылдашып тороп баҫтылар. Быларын да ашатып ебәрергә кәрәк, ҡыҙ ихатанан ем һалынған һауытты сығарып ҡуйҙы, икегә ярып эшләнгән мотоцикл тәгәрмәсенә һыу килтереп һалды, ҡаҙҙар шау-гөр килеп туҡланып ҡалды, Фәриҙә өйгә инеп китте.
Сәғәт 11 тулып килә, ҡыҙ ҡустыһын уятты. Ул бит-ҡулдарын йыуырға тип өй алдына сыҡҡан ваҡытта, Фәриҙә әсәһе кистән бешергән икмәкте телеп алып, иртәнсәк айыртылған ҡаймаҡты яғып ҡуйҙы. Хуш еҫле урман еләге ҡайнатмаһы менән берәй сынаяҡ сәй эскәс, бесәнлеккә барырға йыйына башланы ҡыҙ. Шешәгә һыу тултырып алды, ике киҫәк икмәк һалды, башына эҫе ҡапмаһын тип яулыҡ бәйләне, ҡустыһына түбәтәйен кейҙерҙе лә апалы-ҡустылы ике бала урманға табан юл алдылар.
Бесәнлек өйҙән дүрт-биш саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан. Башта ялан юлы менән, унан урман аша барырға кәрәк. Тәүҙә еңел генә барҙылар, бер-береһенә шиғырҙар һөйләнеләр, белгән йырҙарҙы иҫкә төшөрөп, йырлап та алдылар. Көн матур, бер-береһен уҙҙырып ҡоштар һайрай, күбәләктәр оса, шундай күңелле. Һалҡын шишмә янында туҡтап, биттәрен, ҡул-аяҡтарын йыуҙылар, бушап барған шешәгә һыу тултырып алдылар.
Урман тормошо гөж килеп тора: ҡайҙалыр үҙҙәренә генә хас булған тауыш сығарып сиңерткәләр һикерә, бал ҡорттары сәскәнән-сәскәгә ҡуна, күгәүендәр оса, ҡырмыҫҡалар, бөжәктәр ҡайҙалыр ашыға. Һәр кемдең үҙ эше. Урман эсендә генә була торған еләҫлек, япраҡтар бер-береһе менән бышылдашып һөйләшәләр. Ниндәй рәхәт! Хайран ҡалырлыҡ!
– Бигерәк матур беҙҙең урмандар, эйеме, туғаным! Ҡайҙа ҡараһаң да әкиәттәгеләй кеүек!
– Эйе! Апай, беҙҙә генә микән бындай матур урмандар? Әллә Ер шарының барлыҡ мөйөшөндә лә шулай матурмы икән? – тип һораны Фәнил, бейек нараттарҙың остарына ҡарап.
– Юҡ инде, һәр ер үҙенсә матур! Сүллектәрҙә урман үҫмәй, тиҙәр, һыу етешмәй. Йыраҡ Антарктидала ла ағастар үҫмәй, сөнки унда бик һыуыҡ. Һәр яҡтың үҙ матурлығы! Бындай урмандар тик беҙҙә генәлер ул!
Шулай һөйләшә-һөйләшә бесәнлектең беренсе яланына килеп еттеләр. Ундағы бесәнде үткән аҙнала ямғырға ҡәҙәр ташып алдылар, Аллаһҡа шөкөр! Бер көнгә һуңлаһалар, унан ҡолаҡ ҡаҡҡан булырҙар ине. Ул көндө әсәһе кәнсәләрҙән ат һорап, йыраҡ ҡына туғаны Флүр ағайҙы, күрше Әхмәт ағайҙы алып, салғыларҙы, ҡаҙан, сәйнүктәрҙе тейәп, бесән сабырға тип барып етһәләр, шаҡ ҡаталар! Бесәнде сабып, күбәләргә өйөп тә ҡуйғандар! Әсәһе был хәлде күреп илап та ебәрә:
– Эй, Аллаһым! Фәритте күмеп ҡуйғанға күпме генә ваҡыт үтте... Кемеһе беҙҙең бесәнде урлап сапҡан икән? Ирһеҙ ҡалғас, минең яҡлаусым юҡ тип уйланымы икән? Малдарға нимә ашатырға? Нисек итеп ҡыш сығарырға уларҙы? Нимә уйланы икән был бәдбәхет? Нисек ҡулы күтәрелде икән? Етем балаларҙы ла уйламанымы икән ни был әҙәм аҡтығы? – тип үрһәләнде ҡатын.
– Килен, илап бер ни үҙгәртеп булмай, тыныслан, һин хәҙер ҡайт, тура Баязит ағайға бар, ул – урмандың хужаһы, оло кеше. Ниндәй кәңәш бирер икән? Беҙ Флүр ҡусты менән икенсе яланға бара торабыҙ, унда ни хәл икән? Бесән сабылмаған булһа – сабырбыҙ, сабылған булһа – шунда һине көтөрбөҙ. Көн яҡтыла был эште башҡарып сығырға кәрәк, – тине Әхмәт ағай.
Арбаға тейәлгән әйберҙәрҙе тиҙ генә бушаттылар ҙа, әсәһе, атты бороп, ауылға ҡайтып китте. Тура Баязит ағайҙың йорто янына барып туҡтаны, Хоҙайға шөкөр, ул өйҙә ине. Илай-илай ул был хәлде һөйләп бирҙе. Баязит ағай бик аҡыллы, абруйлы кеше:
– Килен, илап, балауыҙ һығып, дошманды шатландырып йөрөмә былай! Хәҙер үк бер-ике ир-егетте ал да, бесәнде тейәп алып ҡайтығыҙ. Мин беләм кем сапҡанын, әлегә һиңә әйтмәйем, бер аҙ тынысланғас, һөйләрмен, – тип оҙатып ҡалды.
Әсәһе яңынан бесәнлеккә барып еткәндә, ике ағай эске яландағы үләндең яртыһын сабып бөткәндәр ине, ултырып ашанылар ҙа, арбаға күбәләге бесәнде тейәп, Гөлназды ҡайтарып ебәрҙеләр, үҙҙәре эштәрен дауам итте. Шулай итеп, ул көндө бесәнде һарай башына алып ҡайтып һалдылар, эске яландағы үлән дә сабылып бөттө. Өс көндән һуң ул яландағы бесәнде лә күбәләп ҡуйҙылар.
Урман эсендәге яланда алты ҙур булмаған күбә ултыра ине. Фәриҙә үҙенә яҡыныраҡ урынлашҡаны янына барып баҫты, ҡулын бесән эсенә яйлап ҡына тығып ҡараны, күбә эсе эҫе ине. Әсәһенең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, Фәриҙә тирләп-бешеп, ҡабалана-ҡабалана бесәнде тартҡылап тирә-яҡҡа таратты, Фәнил йыраҡ түгел яртылаш ауған ағасҡа ултырып, икмәкләп һыу эсергә тотондо.
Күп тә үтмәй беренсе күбә таратылып та бөттө. Фәриҙә икенсе күбәгә ҡулын тыҡты, уныһы ла янып ултыра ине. Бар көсөн һалып бесәнгә йәбеште ҡыҙ, күбәнең иң өҫкө ҡатламы ергә барып та төштө. Фәриҙә икенсегә үреләм тигән ине, ни күҙе менән күрһен: күбәнең нәҡ уртаһында егерме-утыҙлап йылан балаһы мыжғып ята ине. Ҡап-ҡара йылан балалары! Фәриҙә телһеҙ ҡалды. Бер ағарҙы, бер күгәрҙе! Донъяла иң ҡурҡҡаны – йылан ине ҡыҙҙың. Бер ҡояшта ялтырап ятҡан йыландарға ҡараны, бер үҙенән дүрт-биш метр йыраҡлыҡта ултырған Фәнил ҡустыһына баҡты. Ике баҫаһын бер баҫып, туғанының янына осоп тигәндәй барып етте, ҡулынан эләктереп тә алды, икмәк киҫәге бер яҡҡа осоп китте, һыу шешәһе икенсе яҡҡа тәгәрәне. Ҡустыһына ҡулы менән ниндәйҙер ишара яһаны һәм йән-фарманға ҡайтыр яҡҡа йүгерҙе. Ҡустыһы бер ни ҙә аңламаны, апаһы артынан абына-һөрлөгә сапты. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ағас тамырына абынып, Фәриҙә барып төштө, тубығы һыҙырылып, асыҡ яранан ҡан китте. Ҡыҙ, әсе ауыртыуға ҡарамаҫтан, туғанының ҡулынан эләктереп алды ла тағын сапты. Ауыҙ кипте, һөйләрлек, һүҙ әйтерлек хәл юҡ ине. Күпме йүгергәндәрҙер, Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә.
Яҡтыкүлгә етәрәк кенә Фәриҙә туғанының ҡулын ебәрҙе, атлауын дауам иткән килеш ара-тирә урман яғына ҡараштырғыланы. Арттарынан ҡыуыусы йыландар булмауына ышанғас ҡына ҡустыһына үҙе күргәнде һөйләп бирҙе.
Ишетеүе буйынса, был яҡтарҙа йыландар күп, уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ икән! Ауылдан йыраҡ түгел хатта Йылан тауы, уның янында Йылан соҡоро ла бар. Ҡасандыр был тауҙы уратып ағастар үҫкән, үҙенә күрә ҙур булмаған йыланлы күле лә булған. Йылдар уҙыу менән ағастар киҫелгән, күл юҡҡа сыҡҡан. Тауҙың бер битендә аҡбур булған. Ауыл халҡы ғына түгел, күрше ауылдарҙан да аҡбур алырға тип килеүселәр булған. Шуның менән халыҡ өйҙәрен, һарайҙарын аҡлаған. Ваҡыт уҙыу менән был урында соҡор барлыҡҡа килгән, ул әле лә бар. Ауылдың оло йәштәге әбей-бабайҙары ул соҡорҙағы йыландар тураһында үҙҙәренең балаларына, ейәндәренә бик күп әкиәттәр һөйләп ҡалдырған.
Бара-бара атаһы һөйләгән бер хәл Фәриҙәнең иҫенә төштө. Бер ваҡыт атаһы иптәштәре менән урманға утын әҙерләргә барған, ат менән ҡайтып килгәндә ике ҙур йылан юл аша сығып барған. Береһе яңылыш арба тәгәрмәсенә уралған, ә икенсеһе, атты ҡыуып етәм тип, урала-урала, ҡайҙа һикергеләп, ҡайҙа шыуышып быларҙы ҡыуырға тотонған. Шул ваҡытта атай уралған йыланды балта менән сапҡылап төшөрөп ҡалдырған, ә Мөнир ағай бар көсөнә атты ҡыуалаған, шунда ғына теге йылан тороп ҡалған. Был хәлде атай гел иҫкә алып, “Аллаһ һаҡланы”, тип һөйләй ине. Ул һөйләгән һайын минең тәнемдә ҡурҡыуҙан бәпкә йөндәре ҡабарып килеп сыға ине. Ысынлап та бик ҡурҡыныс хәл, тип һөйләне Фәриҙә ҡустыһына.
– Апай, беҙҙе лә Аллаһ һаҡланы, эйеме? Ярай әле теге ояла йыландың балалары ғына ятҡан, ә ҙурҙары булһа ни эшләр инек? – тип, Фәнил туҙанға батҡан битен күлдәге менән һөртөп алды.
– Эйе, туғаным! Һаҡланы, Раббым һаҡланы! Бәлки, атай теге донъянан ярҙам иткәндер. Балаларымды, зинһар өсөн, иҫән ҡалдыр, тип һорағандыр Аллаһтан.
Фәнил ҙур матур зәңгәр күҙҙәрен күккә төбәп:
– Рәхмәт, атай! Рәхмәт, Аллаҡайым! – тип, апаһының ҡулынан тотҡан килеш ауылға табан атланы.
Был хәлдәргә инде шаҡтай күп йылдар үтте. Ә шулай ҙа мыжғып торған йылан балаларын күргәндәге ҡурҡыу хисе Фәриҙәгә һаман да тыныслыҡ бирмәй, төштәренә кереп ғазаплай.

 

Гүзәл ЯППАРОВА.

Автор:
Читайте нас