Шоңҡар
+17 °С
Ясно
Йәмғиәт
16 Сентября , 10:16

Гөлназ Хоҙайбиргәнова

Бәхетлеләр хаталар эҙләмәй,Улар күктә оса һөйөүҙән.

Гөлназ ХоҙайбиргәноваГөлназ Хоҙайбиргәнова
Гөлназ Хоҙайбиргәнова

Бәхетлеләр донъяһы

Бәхетлеләр яуыз, яман булмай,
Бар эштәре изге ниәтле.
Бәхеттәре уларҙың ғүмерле,
Була белгән өсөн рәхмәтле.
Улар өсөн йәшәү – затлы бүләк,
Шатлыҡтан нурлана йөҙҙәре.
Йәнгә дауа, илаһи көс бирә
Моңло йырҙай наҙлы һүҙҙәре.
Бәхетлеләр хаталар эҙләмәй,
Улар күктә оса һөйөүҙән.
Нәфсеһе шашҡандарҙы тилмертә
Көнләшеүҙәр, янып көйөүҙәр...
Эй, күңеле тар, яуыз бәндәләр,
Һеҙҙең хәлдә кемдәр ғәйепле?
Көнсөллөк упҡындарына батып,
Тәтемәгәс ысын бәхетте.
Бәхет һеҙҙе үҙе эҙләп килмәҫ,
Яҡшыларға булыр йәнәшә.
Ябайлыҡ, ихласлыҡ һәм тоғролоҡ
Гүзәл донъябыҙҙы йәшәтә!

Бөйөклөк

Әхирәтем Мәҙинәгә
Сабырлыҡтыр – уның бөйөклөгө,
Ә түҙемле йән ниҙәр кисергән?
Булған һөйөүен дә, көйөүен дә
Күңел һандығына йәшергән.
Ябайлыҡта уның бөйөклөгө,
Ауырлыҡта – һиндә хәстәре.
Бергә ғазап диңгеҙен дә кисер,
Бирешмәһен йөрәк ғәскәре.
Ғәҙеллектә уның бөйөклөгө,
Кеше һүҙе һис тә борсомай.
Күңелендә ҡояш йөрөтә ул,
Ә күҙҙәре яҡты йондоҙҙай.
Күңел һандыҡтары – сикһеҙ байлыҡ,
Ҡат-ҡат юлдар һалып урайым.
Һәр йоҙағын уның асҡан һайын
Сафлыҡ донъяһын мин ҙурлайым.
Һаҡла телеңде!

Һаҡла телеңде, килер быуын,
Бәхет йоҙағының асҡысын.
Телен һөймәҫ – ҡоралһыҙ яугир,
Туған телең – үткер ҡылысың.
Фекерҙәр булһын үҙ телеңдә,
Эсәр һыуың башҡорт ерендә.
Сит кешеләр һиңә һоҡланыр:
“Башҡортлоғоң сыҡҡан йөҙөңә”.
Бай телеңдә рухлы шиғырҙар яҙ,
Йырҙар көйлә, уҡы китаптар.
Башҡорт икәнеңде онотмаһаң,
“Маңҡорт” тиеп исем таҡмаҫтар.
Һәр беребеҙ үҙенән башлаһа,
Сәскә атыр ғәзиз телебеҙ.
“Тәфтиләүҙәр” юлды ҡыйһалар ҙа,
Беҙ – башҡорттар, һәр саҡ бергәбеҙ!

Күҙ йәштәре

Илаған кешене көсһөҙ, тиҙәр,
Йәнәһе лә, бара бирешеп.
Дөрөҫ түгел, фани донъяларҙа
Булмай йәшәп һәр саҡ көлөшөп.

Түҙер хәл ҡалмаған саҡта ғына
Йәш түгәбеҙ йөрәк әрнеүҙән,
Арыттыра илар ерҙә көлөп,
Эстән генә һыҙып йөрөүҙән.

Шишмә булып күҙ йәштәре аға,
Юлдарыңда ҡалһаң аҙашып,
Көслө булып, түҙмәй һис сараң юҡ,
Юҡ һөйләшер кешең аңлашып.

Йәштәреңде һөрт тә алға ҡара,
Бәлки, шулай итеү дөрөҫтөр?
Йөрәгеңә ауыр булғанда ла,
Тура баҫып тороу кәрәктер...

Автор:
Читайте нас