Шоңҡар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Сентября , 07:37

Һунарсыларға бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте.

Һунарсыларға  бер ҡуян ауларға рөхсәт ителдеҺунарсыларға  бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде
Һунарсыларға бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Бөгөн, 15 сентябрҙә, Башҡортостанда аҡ ҡуян, үрғуян, төлкө һәм урман эттәренә һунар миҙгеле асылды. Был йәнлектәргә 28 февралгә тиклем һунар итергә мөмкин. Бер һунарсыға тәүлегенә 1 ҡуян ауларға рөхсәт ителә.

Бынан алдараҡ 2026-2027 йылдар миҙгелендә башҡа хайуандарға квоталар тураһында хәбәр иткәйнек: 112 айыу, 171 себер ҡоралайы, 1 йәшкә тиклемге 100 ҡоралай, 45 мышы, 25 йәш мышы, 490 һыуһар һәм 5 һеләүһен, әйткәндәй, һуңғыларын Баймаҡ районында ғына ауларға мөмкин.

Фото: БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы | социаль селтәрҙәр

Автор:
Читайте нас