

"Асҡын районының Солтанай ауылында урынлашҡан 914-се һайлау участкаһында тауыш биреүҙең икенсе көнө ғәҙәти режимда үтә. Һайлаусылар әүҙем килә һәм лайыҡлы кандидат өсөн тауышын бирә," - тип хәбр итә комиссия рәйесе Алсу Йосопова.
Балаларына өлгө күрһәтеп, матур тәрбиә алымы ҡулланып, һайлауға ғаилә менән килеүселәр бар. Ибраһимовтар - Альмира Мәүит ҡыҙы менән Илшат Рәфис улы һайлауға һигеҙ бала: Лиана, Диана, Айзилә, Айгиз, Тимур, Иляна, Айдан һәм кесеһе, алты айлыҡ Дарьяна менән бергә килде. “Беҙ һәр ваҡыт һайлауҙа ҡатнашабыҙ, балалар менән киләбеҙ. Улар бәләкәйҙән үҙҙәренең йәмғиәттең бер өлөшө булыуын күреп, хоҡуҡтарын һәм бурыстарын белеп үҫергә тейеш”, — ти улар.
Быйыл ҡыҙҙары Лиана тәүге тапҡыр тауыш биргән.