

"ЛДПР" партияһы етәксеһе Ләйсән Ғарипова һайлаусылар менән компания алдынан ғына түгел, йыл әйләнәһенә аралашыуҙарын белдерҙе.
- Кешеләр беҙгә шәхси һорауҙар менән дә, социаль әһәмиәттәге проблемалар менән дә мөрәжәғәт итә. Артабан да ошо йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ, - тине ул.
"Яңы кешеләр" советы секретары Руслан Дәүләтшин парияларының ил яҙмышына битараф булмауҙарын еткерҙе. "МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам ойоштороу һәр кемдең изге бурысы. Беҙ ҙә унан ситтә ҡалмайбыҙ." - тине Руслан Рәмзит улы. Ул шулай уҡ үҙенең сәйәсәткә килеү юлын да һөйләп үтте.
"Йәшелдәр" партияһын совет рәйесе Руфина Шагапова тәҡдим итте.
- Иртәгәһе көндө түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ: һайлау һөҙөмтәләре билдәле буласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең еңеүгә ышанабыҙ. Төп девизыбыҙ - кеше матур йәшәһен! Шуға күрә, еңеү яулаһаҡ та, яуламаһаҡ та, артабан үҙ маҡсатыбыҙға ярашлы эшләйәсәкбеҙ, - тип тамамланы сығышын.
"Ватан" партияһының төбәк рәйесе Арсений Маслов та еңеүгә өмөт итеүҙәрен белдерҙе.
"Рәсәй пенсионерҙары партияһы - социаль ғәҙеллек өсөн" кандидаты Роберт Ваһапов 2021 йыл менән сағыштырғанда быйыл күрһәткестәрҙең яҡшыраҡ булыуына ышанысын белдерҙе. Ул үҙе ейәнсәре, ҡыҙы менән һайлауға барған. Ейәнсәренә 18 йәш тулып, тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан. "Пенсия күләмен арттырыу, уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә лайыҡлы эш булдырыу - беҙҙең төп маҡсат!" - тине ул журналистарға. Уларҙың үҙ кандидаттарына ла талаптары юғары.
"Берҙәм Рәсәй" вәкиле Александр Мельников ҡала һәм ауыл ере һайлаусыларының һорауҙарының айырмалы булыуын һөйләп үтте. Улар менән осрашыуҙарҙан тыш, социаль селтәрҙәр аша ла аралашып торалар.
КПРФ лидеры, Дәүләт Думаһының 8-се саҡырылыш депутаты Александр Ющенко һайлауҙарҙың өс көн барыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
- Илдең тышҡы һәм эске сәйәсәте торошо арҡаһында һайлауҙар ҡатмарлы шарттарҙа бара. Илебеҙгә ҡаршы булған кешеләр барлығын да беләбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан кешеләр һайлауға килде, Башҡортостан буйынса күрһәткестәр матур. Шулай уҡ күҙәтеүселәр ҙә, комиссия ағзалары ла лайыҡлы эшләне, - тип һайлау компанияһын ойоштороусыларға һәм тауыш бирергә килгән һәр кемгә рәхмәтен еткерҙе.
"Ғәҙел Рәсәй" партияһының совет рәйесе Владимир Нагорный һайлауҙың тәүге көнөндә үк тауыш биргән. Ул партияның үткән һайлауҙарҙағы уңашһыҙлыҡтарын иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа һайлаусылар менән әүҙем эшләүҙәрен билдәләне.