

20 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә 109-сы һайлау участкаһында Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт Думаһына һайлауҙа 10 сәйәси партия ҡатнаша, төбәк төркөмдәрендә 65 кандидат тәҡдим ителгән.
Алты бер мандатлы округ буйынса 43 кандидат теркәлгән, депутат мандатына алты-һигеҙ кандидат.
Бөгөн республикала төрлө кимәлдәге 38 һайлау кампанияһы бара. Уларҙың иң мөһиме — Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау. Республикала шулай уҡ 28-се Ҡыҙыл һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын һайлайҙар, Өфө ҡалаһы советы депутаттары, Ауырғазы һәм Белорет райондарының ике ауыл биләмәһе советы депутаттары өсөн тауыш бирәләр, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса һайлау кампаниялары үткәрелә.
Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаттарын һайлауҙа берҙәм һайлау исемлегенә биш һайлау берекмәһенән 128 кандидат индерелгән.
Бер мандатлы 18 округта 87 кандидат теркәлгән. Конкурста бер депутат урынына дүрттән етегә тиклем кандидат дәғүә итә.
Башҡортостанда һайлаусылар һаны 1 июлгә ҡарата 2 955 278 кеше тәшкил итә.
Фото: Азат Ғиззәтуллин | «Башинформ»