Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Сентября , 07:00

Теләктәре бер

Был ауыл әүҙемлеге, берҙәмлеге менән айырылып тора.

Теләктәре берТеләктәре бер
Теләктәре бер

Өсөнсө көн рәттән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау үтә. Ғафури районының Юлыҡ ауылындағы 1695-се һанлы һайлау урынында ла был сара әүҙем, йәнле бара. Юлыҡ ауыл китапханасыһы Гөлфинә Дамир ҡыҙы Юлмөхәмәтова ла китапхананы асып, килеүсе халыҡты ҡаршы алып тора. “Бер юлы алдан уҡыған китаптарын китереүселәр ҙә, яңыларын алып китеүселәр ҙә бар”, - ти ул.

Ҙур яуаплылыҡ менән быйыл да гражданлыҡ бурысын үтәй юлыҡтар. Сафура менән Зәйнулла Кәримовтар, Римма менән Мирғәле Хәсәновтар парлашып килгәндәр. Хәрби бурысын үтәргә әҙерләнеп йөрөгән Динислам Кәримов беренсе көндө үк тәүгеләрҙән булып үҙ тауышын биргән. Өлкән йәштәге һайлаусылар ҙа үҙҙәре килергә тырыша. Араларында һикһәненсе, туҡһанынсы йәштәрен ваҡлаусы Фариха Исхаҡова кеүек әбейҙәр ҙә бар. Беренсе көндө үк оло йәштәге, һаулыҡтары насар булыу сәбәпле йөрөү алмаған граждандарҙы Юлыҡ һәм Һабай ауылдарында өйҙәренә барып һайлатҡандар. Бер быуатҡа тиклем ғүмер кисереүсе Факиһа Рәшитова, Хәлиҙә Дәүләтбаева кеүек әбейҙәр уларға рәхмәт әйтеп, доға ҡылып ҡалғандар. Әлбиттә, барыһының да теләктәре бер. Тиҙерәк донъялар тынысланып, яуҙағы ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.

 

Теләктәре бер
Теләктәре бер
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас