Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Йәмғиәт
21 Сентября , 07:29

Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА

”Беҙҙең ғүмер — балҡып яныр йондоҙ, Билдәһеҙ бит ҡасан һүнере…”

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВАГөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА
Гөлфиә ИШМӨХӘМӘТОВА

Ромашкалар

Ромашкалар гөрләп сәскә ата,
Йәмдәр биреп туған ҡырҙарға.
Ап-аҡ ромашкалар һөйөү юрай
Мөхәббәтен көткән ҡыҙҙарға.
Ҡулдарына гөлләмәләр тотоп
Һөйгән ҡыҙын егет ҡаршылай.
Саф һәм керһеҙ булһын уртаҡ хистәр
Ромашканың ап-аҡ тажылай.
Яратмай ул, тиһә ромашкалар,
Йәшәүҙәрҙән бер үк туймағыҙ.
Миңә генә яҙған ғәзиз йәрем
Был түгелдер, тиеп уйлағыҙ.
Гелән һөйә,тиһен ине лә ул,
Нескә бит ул ҡыҙҙар күңеле.
Йәнең тартҡан йәрҙәр менән генә
Йәшәүҙәре ерҙә күңелле.

Тыуған ауылым

Тормош юлы һинән сит-яҡтарға
Алып китте инде, ауылым.
Аяҡ баҫһам ҡара тупрағыңа,
Юғалғандай барлыҡ арыуым.
Теләсемдең сылтыр шишмәһенең
Һыуын эсһәм — йәнгә дауалыр.
Тыуған яҡҡа ҡайтып бер әйләнһәм,
Тыныслыҡты йәнем табалыр.
Һиндә таңдар матурыраҡ ата,
Йондоҙҙарың яҡты күгеңдә.
Бәхеттәрем ситтә табылһа ла,
Әлебайым күңел түрендә.
Әселекәй генә буйҙарында
Һаман шулай ҡуйы таллыҡтыр.
Һандуғаслы моңло иртәләрең
Йөрәгемә һәр саҡ танһыҡтыр.
Әйҙәгеҙсе, дуҫтар, ҡайтып бергә
Ауыл урамынан уҙайыҡ,
Гөрләп үткән йәшлектәрҙе иҫләп,
Дәртле йырыбыҙҙы һуҙайыҡ.
Ҡайтһам, гиҙәм болон-туғайҙарҙы,
Бейек тауҙарына артылам.
Тыуған ауылым минең, Әлебайым,
Йәнем һәр саҡ һиңә тартыла.

Яҙғы хистәр

Яҙ һулышын бергә тояйыҡсы,
Яңғыҙ итмә мине яҙҙарҙа.
Күрәһеңме, зәңгәр күл өҫтөндә
Парлы йөҙә хатта ҡаҙҙар ҙа.
Һөйөү йырын һуҙа һандуғастар,
Йәмле бигерәк ошо мәлдәре.
Һинһеҙ ҡалһам, йәнем, был тормошта
Матурлыҡты тоймаҫ йәндәрем.
Беләм, тиҙҙәнкөҙҙәр бар донъяны
Һары һағыштарға күмерен.
Ҡабатламаһын тик һинең һөйөү
Ошо ҡыҫҡа яҙҙың ғүмерен.
Илаҡ көҙҙә, һалҡын ҡыштарҙа ла
Мөхәббәтең мине йылытһын.
Йәшәүемә көс-ҡеүәтен биреп,
Ғүмеремде моңло йыр итһен.
Бикле ҡапҡалар

Бикле ҡапҡаларҙы елдәр ҡаға,
Һағышлы ла моңһоу бер көй аға,
“Тартмаймы ни тыуған ерегеҙ,
Мине асмай ниңә берегеҙ?!”
Бер үк көйҙө көйләй көнө-төнө
Йәнкәйҙәргә тейә “шоғор-шағыр”.
Өмөтләнеп көтәме ул ҡапҡа:
“Бәлки, кемдер килеп мине шаҡыр…”
Кемдәр генә асып инмәне һуң,
Заманында ошо ҡапҡаны.
Тыуған яҡҡа бер ҙә ҡайтмаусылар
Ситтә оло бәхет тапҡанмы?
Буш өйҙәрҙең ябыҡ ҡорғандары
Төҫкәйҙәре күптән уңғандар.
Көтәләрҙер, беҙҙе иртә таңдан,
Асыусы юҡ, ҡайҙа булғандар?
Баҡмай унан әсәй ҡараштары —
Ҡайттығыҙмы көткән сағында?
Ғүмереңдең матур хәтирәһе
Тороп ҡалған тыуған яғыңда.
Арта бара ташландыҡ та өйҙәр,
Елдәр генә белә хәлдәрен.
Ҡараусыһыҙ ҡалған ихаталар
Ебәрәләр ауыл йәмдәрен.

Әсәйҙәргә

Оло байрам бөгөн. Тыуған йортта
Йыйыр инде әсәй бөтәһен.
Бүләк итеп ҡәҙерлебеҙ беҙҙән
Беләм инде ниҙәр көтәһен.
Бөтмәҫ наҙҙар менән әсәйемдең
Күҙкәйҙәре һөйөп бағалар,
“Тыуған көндө янда булыуығыҙ,
Үҙе бүләк миңә, балалар”.
Донъя мәшәҡәте бөтмәҫ мәңге,
Ваҡыт юҡ, тип һылтау тапмағыҙ.
Хушлашҡанда өйҙөң ҡапҡаһын
Бик оҙаҡҡа бер үк япмағыҙ.
Әсәйһеҙ ҙә, бәлки, тыуған йорттоң,
Балҡып торор ҙа ул шәмдәре;
Тик әсәйһеҙ өйҙөң генә түгел,
Тормоштоң да булмаҫ йәмдәре.
Беҙҙең ғүмер — балҡып яныр йондоҙ,
Билдәһеҙ бит ҡасан һүнере.
Балаларын һағынып юҡһыныуҙан
Ҡыҫҡара ул әсә ғүмере.
Ауылымда яҙ

Тыуған яҡта йәмле яҙ иртәһе,
Килмәй һис тә ситкә китәһе.
Ауылының яҙын күрмәүселәр,
Нисек итеп ошо матурлыҡты
Тотошлайы һеҙгә илтәһе?
Әселекәй әле ярһып аға,
Яр буйында талдар алҡа таға.
Аҡлыҡ бөрккән мәлем уйылдың,
Хуш еҫтәрен еҫкәп туйындым.
Бик теләһәң үткәндәрҙә ҡалған
Йәшлек хисен әгәр татырға,
Мотлаҡ кәрәк ярһыу яҙҙарында
Ауылыңа йышыраҡ ҡайтырға.
Сикә сәсе күптән салланһа ла,
Мин яҙҙарҙа, гүйә, йәшәрәм.
Сәстәр нимә — ҡараларға мансып,
Ҡартлығымды шулай йәшерәм.
Тәбиғәттә ярһыу яҙ мәле,
Ә йөрәктәр беҙҙең йәш әле.

Аҡ торналар — һалдат йәндәре

Аҡ торналар көнөнә бағышлана.
Аҡ торналар оса зәңгәр күктә,
Тауыштары ҡәтғи — «Торрыйыҡ!»
Йәнкәйҙәре, гүйә, тынғы тапмай,
Яуланмаған еңеү, торайыҡ!
Һалдат йәне — аҡ торналар оса,
Күрегеҙсе, улар иҫәпһеҙ.
Йәндәр әрнеп, өндәшәләр төҫлө:
«Ерҙәгеләр! Ҡанлы һуғыш утын,
Туҡтатмайһығыҙ һаман нишләп һеҙ?!»
Ҡарағыҙсы торна төркөмөнә,
Йәп-йәш йәндәр һаман арталар.
Ҡоштар булып ҡына ҡайтыу ҡала,
Тыуған яҡтар йәнде тарталар.
Ямғыр булып күҙ йәштәре тама,
Һалдат йәне — ап-аҡ торнаның.
Илаймы икән, мин дә һеҙҙең ише
Тыуған ерҙә тормош ҡорманым.
Һеҙ йәшәһен өсөн тыныслыҡта
Йәшләй генә булған ҡорбанмын.

Автор:
Читайте нас