

“Әллә нимә генә булды: әле герпес, әле арпа, әле бәшмәк ауырыуы тилмертә, һыуығы ла, йүтәле лә миңә генә ҡаныҡты инде”, — тип зарлана ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР. “Иммунитетың төшкән”, “иммунитетың бөткән”, “иммун системаң ҡаҡшаған һинең”, тиҙәр уға.
Иммунитет. Беҙ ул һүҙҙе йыш әйтәбеҙ. Ысынында аңлап әйтәбеҙме?
Иммунитет — латинса immunitas — нимәнәндер арыныу, бушаныу тигән һүҙ. Медицина телендә организмдың үҙен генетик ят организм һәм матдәләрҙән һаҡлауы тип аңларға кәрәк, йәғни вирустарҙан, микроорганизмдарҙан, сит аҡһым, күҙәнәктәрҙән арыныуы. Организм — ул “һуғыш майҙаны” һәм ундағы һуғыш кешелек барлыҡҡа килгәндән бирле дауам итә. Һулыш алған, аш-һыу ҡапҡан һайын беҙҙең тәнебеҙгә “дошмандар” үтеп керә. Тиребеҙгә бактерия, вирус, бәшмәктәр һөжүм итә. Ә эстә “диверсанттар” төркөмө — бер туҡтауһыҙ үрсеп тороусы зарарлы күҙәнәктәр үҙ эштәрен башҡара. Улар араһында яман сир тыуҙырыусы күҙәнәктәр ҙә байтаҡ: сәләмәт тигән кешелә лә 10—20 миллионлап. Һәм шул дошман армияһына ҡаршы көрәшеүсе көс тә бар беҙҙә — ул иммун системаһы.
Нерв системаһы, аҙыҡ эшкәртеү системаһы, эндокрин һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы кеүек, был система ла бер бөтөн булып хеҙмәт итеүсе айырым орган һәм туҡымаларҙан тора.
Беҙҙең эске именлек системаһы нисек эшләй һуң? Иң башта шуныһы — ул бик аҡыллы, һиҙгер, камил механизм. Иммун системаһында бер нисә мөһим орган бар. Береһе — лимфоциттар эшләп сығарыусы арҡа мейеһе. Икенсе береһендә — тимус йәки тамаҡ биҙе тип аталыусы органда лимфоциттар “ғилем өҫтәйҙәр”. Күҙәнәктәрҙең бер төрлөләре “яттарҙы” танып алып юҡ итергә өйрәнһә, икенселәре антиесемдәр (һаҡлаусы аҡһым) яһап сығара. Был мөһим органдарҙан тыш, тағы ла лимфа төйөндәребеҙ, миндалиналар, аппендикс, аденоидтарҙы, эсәклектәге, тиреләге, лайлалы тышсаларҙағы лимфа сығанаҡтары, талаҡ бар. Улар бөтә ҡан һәм лимфа тамырҙары селтәре аша бер-береһе менән бәйләнеп, берҙәм система тәшкил итә. Иммун системаһы нерв системаһына оҡшаш: ул да бер туҡтауһыҙ өйрәнә һәм уның күҙәнәктәренең дә хәтере бар. Организмға инфекция эләкһә, иммун системаһы уны танып ала, юҡ итә һәм дошманды хәтерләп ҡала. Ул инфекция менән тағы бер ҡат осрашырға тура килһә, еңеүгә тиҙерәк ирешелә. Вакцинация ошо принципҡа ҡоролған да. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ауырыуҙар, мәҫәлән, ОРЗ, ринит осрағында “күҙәнәк хәтере” көсһөҙ. Хикмәт шунда, ҡайһы бер вирустар бик тиҙ үҙгәрәләр, башҡа вирус ҡиәфәтенә керәләр һәм күҙәнәк уларҙы “танымай”.
Иммун системаһы организмды һаҡлаһа ла, үҙе ҡаҡшап китергә мөмкин. Сәнәғәт үҫкән, техноген һәләкәттәр йышайған, тәбиғәткә ҡортҡостарға ҡараш көсәйгән осорҙа һауа, һыу, тупраҡ, тораҡ үҙе зыянлыға әйләнә һәм организм үҙен үҙе һаҡлай алмаҫ хәлгә килә.
Бөтә донъя сәләмәтлек һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) мәғлүмәттәре буйынса, кеше сәләмәтлегенең ниндәйлеге 50 процентҡа уның тормош рәүешенән (хеҙмәт һәм ял, ашау тәртибе, спортҡа мөнәсәбәте һ.б.), 20 процентка йәшәгән төбәгендәге экологик халәттән, 20 процентҡа нәҫелдән килгән сифаттарҙан һәм бары тик 10 процентҡа ғына медикаменттар һәм дарыу үләндәре ҡулланыуҙан тора. Алкоголь, тәмәке, наркотиктар, психоэмоциональ стресс, физик активлыҡ кәмеү, йоҡо етмәү, дөрөҫ туҡланмау, витаминдар һәм минералдар ҡытлығы, антибиотиктарҙы саманан тыш ҡулланыу — былар бөтәһе лә организмдың йәшәү көсөнә туранан-тура йоғонто яһаусы факторҙар. Иммун системаһының нерв һәм эндокрин системалары менән “ҡулға-ҡул тотоношоп” эшләүе инде – раҫланған факт. Нерв системаһы “стресс!” тигән антиесемдәр һәм “киллер” күҙәнәктәр барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай торған гормондар бүлеп сығара башлай. Һөҙөмтәлә организм ебеп төшә, һәм инфекция рәхәтләнеп үҙ эшен эшләй. Гел кәйефһеҙ йөрөүселәрҙең йыш ауырыуҙарын бары шуның менән генә лә аңлатырға була. Киреһенсә, көр күңелле, тормоштан, ижадтан, эштән ҡәнәғәт, ғаиләләрендә бәхетле булып, мәхәббәт хозурында йәшәүселәр һирәк ауырый һәм оҙағыраҡ йәшәй.
Организмыбыҙҙың нығытыу һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн беҙ үҙебеҙ ниҙәр эшләй алабыҙ? Иң элек — тәбиғәт тәҡдим иткәндәрҙе — йылыны һәм һыуыҡты, һыуҙы, яҡтылыҡты, һауаны һәм ҡояшты, витаминдарға бай ризыҡтарҙы файҙалана белергә кәрәк. Йылы һәм һалҡын һыуҙы сиратлаштырып ҡойоноу, ысыҡ төшкән үләндә, ҡар өҫтөндә йөрөү, мунса, сауна сихәте, фитотерапия, массаж, тынысландырғыс күнегеүҙәр...
Сынығыу — бик ябай һәм көслө сара. Уның үҙ ҡағиҙәләре бар. Контраст душ алғанда, өҫтән бер генә минут буйы йылы һыу ҡояһы (был ваҡытта кирелеп, елкәләрҙе йәйеп ебәрәһе), унан тән түҙерлек һалҡын һыуҙы башта уң аяҡ балтырының тышҡы яғына, шунан эске яғына йүнәлдерәһең, 10 секундтан һуң — һул аяҡ балтырҙарына; унан һуң шулай уҡ итеп ҡулдарҙы ҡойондораһы ла тиҙ генә түш, ҡорһаҡ, баш арты һәм йөҙгә һыу һирпәһе. Процедураны бер нисә мәртәбә ҡабатларға кәрәк. Йәки төбөнә һалҡын һыу һалынған ваннала атлап йөрөргә була. 12—18 градустағы һыу һалҡын тип һанала. Атлағанда аяҡ һәр аҙым һайын һыуҙан дөйөм сығырға тейеш. Унан һуң аяҡты тиҙ генә ҡоротоп һөртөп, йылы ойоҡбаш кейеп, йөрөп йәки йүгереп алаһы.
Иммун системаһы өсөн айырыуса мөһим С, А, Е витаминдары цитрустарҙа, кивиҙа, кишерҙә, помидорҙа, ҡыҙыл төҫтәге еләк-емештә, үҫемлек майы һәм сәтләүектә күп.
Әгәр:
— бер йыл эсендә дүрт мәртәбә һалҡын тейҙерһәгеҙ;
— бәшмәк йәки молочницаны дауалап та ҡотола алмаһағыҙ;
— герпес һәм арпа сығып яфалаһа;
— хәҙер бөттө тигән йоғошло ауырыуҙар тағы бер ҡат әйләнеп ҡайтһа, оҙаҡ уҙмаһа;
— һейҙек юлы ялҡынһыныу йылына бер нисә мәртәбә ҡабатланһа, һеҙгә, һис шикһеҙ, аллерголог-иммунологка мөрәжәғәт итергә һәм ныҡлы тикшеренеү үтергә кәрәк.
Айгөл КҮСИМОВА әҙерләне.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/healthy-young-asian-runner-woman-warm-up-body-stretching-before-exercise_4014372