Шоңҡар
+19 °С
Ясно
Йәмғиәт
22 Сентября , 05:48

"AY YOLA" төркөмө наградаларға лайыҡ булды

Уларға киң танылыуҙы "Һомай" йыры алып килде.

Добавить в предпочтительные источники Google
"AY YOLA" төркөмө наградаларға лайыҡ булды"AY YOLA" төркөмө наградаларға лайыҡ булды
"AY YOLA" төркөмө наградаларға лайыҡ булды

Башҡортостан Хөкүмәте "AY YOLA" музыкаль төркөмөн мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм республиканың имиджын күтәреүгә индергән ҙур өлөшө өсөн бүләкләне. Тантаналы сара Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән төбәк Хөкүмәте ултырышында булды.

Коллектив ағзаларына Премьер-министрҙың почётлы билдәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы тапшырылды. Наградаларға солист-мультиинструменталист Ринат Рамазанов, саунд-продюсер Руслан Шәйхитдинов һәм солист Адель Шәйхитдинова лайыҡ булды.

Андрей Назаров "AY YOLA" төркөмөн донъя кимәлендәге тыңлаусыларҙы Башҡортостан менән таныштырған, милли традицияларҙы заманса музыкаль яңғыраш менән оҫта берләштергән ысын мәҙәни күренеш тип атаны.

Төркөмгә киң танылыуҙы "Һомай" йыры алып килде. Йыр "Shazam" глобаль чартының тәүге бишлегенә инде һәм, музыкаль платформалар мәғлүмәттәре буйынса, 3 миллиардтан ашыу тыңлау йыйған.

Фото: правительство РБ Тимур ШАРИПКУЛОВ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас