

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Өфө ҡалаһы Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге 34 йәшлек урындағы кеше эше буйынса дәлилдәр йыйҙы. Суд уны Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 106-сы статьяһы - әсәнең яңы тыуған балаһын үлтереүе буйынса ғәйепле тип таныны.
Асыҡланыуынса, 2025 йылдың сентябрендә ғәйепләнеүсе үҙ йортонда йәшәүгә һәләтле малай тапҡан. Әммә ул сабыйҙы тейешле ҡарауһыҙ һәм медицина ярҙамынан мәхрүм иткән. Әйткәндәй, үҙе шәфҡәт туташы булып эшләгәнлектән, ул балаға кәрәкле ярҙамды күрһәтә алған булыр ине. Уның битарафлығы һөҙөмтәһендә бала ваҡиға урынында үлгән.
Суд ҡатынды 2 йылға иректән сикләүгә хөкөм итте.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/hand-approaching-little-baby_5932607.