

Заһиҙә МУСИНА... Башҡорт әҙәбиәтенә ул ярһыу ташҡындай килеп инде, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Яңы-яңы ҡәләм тирбәткән мәлендә үк тәүге повесын ижад итте, ә ул шунда уҡ Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Шулай уҡ йәш яҙыусы үҙен төрлө жанрҙа – юмор һәм сатирала, тәржемәлә, хатта күптәр “урап үткән” фантастика һәм мистика жанрында ла һынап ҡараны. Әҙәби конкурстарҙа еңеү яулауы, Рәсәй кимәлендәге сараларҙа ҡатнашыуы һәм, иң мөһиме, быйыл тәржемә өлкәһендәге хеҙмәте Шәйехзада Бабич исемендәге респбулика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булыуы Заһиҙәнең дөрөҫ һәм үҙенә тәғәйен юлдан барыуын күрһәтә лә инде.
– Заһиҙә, бөгөн һине башҡорт әҙәбиәтенең иң йәш прозаигы тип ышаныслы әйтергә була. Йәп-йәш ҡыҙҙы ҡулына ҡәләм алырға нимә мәжбүр итте?
– Йәш прозаиктар исемлегенән төшөп ҡалырға күптән ваҡыт инде, утыҙға яҡынлашам... (көлә – авт.) Ҡулға ҡәләм алырға тормошта үҙ урынымды таба алмай хитланыуым мәжбүр итте, тип уйлайым. Мәктәпте тамамлағандан һуң бер-бер артлы ике юғары уҡыу йортон ташланым, сөнки буласаҡ һөнәрҙәрем күңелмә ятманы. Хыялһыҙ йәшәүем өсөн үҙем алдында үҙемә оят булмаһын тип, тормошта ниндәйҙер маҡсат, йыуаныс, өмөт табырға кәрәк ине. Күңелем яҙышыуға ятты. Тәүге хикәйәләрем шулай тыуҙы. Улар ярҙамында редакцияға урынлаша алдым: “Яҙышаммы? Яҙышам! Тимәк, гәзит эшенә лә яраҡлымын.” Ә инде биш йыл элек Өфөгә күсеп килгәс, әҙәбиәткә ныҡлап тотондом. Аллаға шөкөр, коллегаларым, өлкән быуын яҙыусылары һәм, әлбиттә, яҡындарым гел йылы һүҙ, кәңәштәре менән ҡанатландырып тора. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ла йәштәргә ныҡ ярҙам итә, иң мөһиме – ышаныс белдерә. Теләгең, тырышлығың ғына булһын, юлдар асыҡ.
– Ә кемдәрҙер, прозаға тотоноу өсөн тормош тәжрибәһе кәрәк, тиҙәр...
– Был һүҙҙәр менән һис кенә лә килешә алмайым. Эйе, был фекер киң таралған. Мәҫәлән, “Килен” повесы сыҡҡас, мине күргән уҡыусылар араһында: “Һине өлкән инәй икән, тип уйлағайыным”, – тиеүселәр, шунан инде һаман ышанып етмәй: “Ә ҡәйнәң бармы?” , “Кейәүҙә булып өлгөрҙөңмө әле?” – тип ныҡышҡандар күп булды.
Әҫәрҙең ышандырырлыҡ булыу-булмауы йәшәгән йылдарҙан, кисерелгән ваҡиғаларҙан ғына тормай. Бында авторҙың оҫталығы, тырышлығы, һәләте, ултырыусанлығы, күҙәтеүсәнлеге кеүек һәм башҡа күп кенә факторҙар ҙур роль уйнай. Был, беренсенән. Икенсенән, жанрҙарҙың да үҙ талабы бар. Мәҫәлән, фантастика, фантазия йә детектив әҫәрҙәрҙә психологик дөрөҫлөк беренсе урында түгел, уларҙа икенсе алымдар алғы планға сыға. Эш тормош тәжрибәһендә генә түгел, тип әйтмәксемен. Уңышлы проза әҫәренең талаптары ла, төрҙәре лә күп.
– Ә үҙең кемдәрҙе уҡып үҫтең? Әҙәбиәттә һиңә кемдәрҙер күрһәткес булып торамы?
– Күберәк рус, донъя әҙәбиәтен уҡыйым. Яратҡан яҙыусым – Федор Достоевский. Уның тотошлай ижадын оҡшатам. Ә иң яратҡан әҫәрем – Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы. Әммә, нимәһе мөһим, мин уларҙы уҡыусы кеүек үҙ итәм. Ижадҡа килгәндә, үҙемә кумирҙар яһамаҫҡа тырышам. Сөнки үҙеңде кем менәндер сағыштыра башлаһаң, мотлаҡ еңеләһең. Уларҙың стилен, фекерҙәрен, һүҙҙәрен ҡабатлай башлайһың. Ә ижад ул – азатлыҡ киңлеге. Һәр кем үҙ башы менән уйларға, ваҡиғаларға үҙ ҡарашын, үҙенең кисерештәрен сағылдырырға тейеш. Яҙышҡан һәр кемдең үҙен ирекле тойоуы мотлаҡтыр. Сөнки ижад, тәү сиратта, шәхси күңелеңдең сағылышы. Унда тик һинең генә кисерештәрең һәм тойғоларың, башҡаларҙыҡын ҡабатлап, сағылдырып булмай. Ә үҙ хистәрең өсөн кемдәндер оялырға, ҡурҡырға, аҡланырға һис кәрәкмәй – автор ҡурҡаҡ булырға тейеш түгел.
– Һинең тәүге “Килен” повесы тиҙ арала популярлыҡ яуланы. Уны яҙып бөтөп, матбуғатта сыҡҡас, нимәләр кисергәнең хәтереңдәме?
– Бөгөнгөләй хәтерҙә! Повесть 2022 йылда “Шоңҡар”ҙың май һанында донъя күрҙе. Журналдың сыҡҡанын түҙемһеҙләнеп, минуттарҙы һанап көттөм. Ҡулға алғас та, редакцияға апайымды саҡырып, журнал менән фотосессия ойошторҙом, аҙаҡ социаль селтәрҙе тултырҙым, дуҫтарыма был һанды почта аша ебәрергә лә йыбанманым. Бәхетем эсемә һыймай, балалар һымаҡ бер нисә көн ҡыуандым. Хәҙер иҫләһәм, бер аҙ көлкө килә. Шулай ҙа үкенмәйем: тәүге ҙур әҫәрең донъя күреүе – ғүмерҙә бер тапҡыр ғына була. Башҡаса ундай хис-тойғоно, нисек кенә тырышһаң да, кисереп булмаясаҡ. Шуға ла ҡайһы берҙә балаларса эскерһеҙ булып, донъя менән шатлығыңды уртаҡлашыу ҙа бик урынлы һәм кәрәк.
– Ә уның сәхнә варианты менән ризаһыңмы? Был тәжрибә киләсәктә драма әҫәре яҙып ҡарарға теләк уятманымы?
– Репетиция барышында бер нисә тапҡыр актерҙар, режиссер менән осрашҡаным булһа ла, инсценировканың тәүге вариантын үҙем яҙып ҡараһам да, премьераға тиклем сәхнәлә нимә күрһәтерҙәрен белмәнем. Кәрәкмәй ҙә ине. Режиссер Фирғәт Ғарипов менән беренсе һөйләшеүҙән үк уның әҫәрҙе лә, геройҙарҙы ла яҡшы, хатта минән дә тәрәнерәк аңлағанын күрҙем. Спектаклдә иң оҡшағаны – геройҙарҙың тормошон, йәшәүен, көнкүрешен түгел, ә күңелен асып һалғандары. Музыка, төҫтәр, яҡтылыҡ, декорациялар, актерҙарҙың уйнауы – барыһы ла геройҙың йөрәгендә барған кисерештәрҙе күрһәтте. Мин әҫәремде, геройҙарҙы икенсе яҡтан астым!
Театр менән эшләү был өлкәгә яңы ҡараш тыуҙыра. Сөнки тамаша залында ултырып ҡына, сәхнә артында ниҙәр барғанын, бер спектакль өсөн күпме ваҡыт, күпме кеше көсө сарыф ителгәнен күҙ алдынан яҡынса ла килтереп булмай. Театр – үҙе бер ҙур механизм. Әммә үҙенә ғашиҡ итә торған механизм. Шуға ла, эйе, драма әҫәре яҙыу хыялы бар. Хыял ғына түгел, ундай маҡсат бар. Пьеса – иң ауыр әҙәби күренештәрҙең береһе. Ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та һәм тап шуның менән миңә ҡыҙыҡлы.
– Һине уҡыусылар юмореска оҫтаһы тип тә белә. Улар тормоштан алып яҙыламы? Ғөмүмән, һин тормошта шаян кешеме?
– Юмор һәм сатираға килгәндә, эволюция юлындамын, тип әйтергә була (көлә – авт.) Иң тәүгеләре – үҙем менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр ине. Күптәрен уҡыусылар оҡшатты. Ҡыҙыҡлы хәлдәр бөткәс, уйҙырмалар китте. Быларын инде ышандырырлыҡ итеп яҙа алманым, шикелле, уҡыусы битараф ҡалды. Тора-бара өлкән яҙыусы ағайҙарға ҡарап, уларҙан өлгө алып, күҙәтеүсәнлекте арттыра башланым. Хәҙер инде көндәлек тормоштоң етешһеҙлектәрен, ирониялы хәлдәрен “эләктереп” алып, үҙемә теркәп ҡуям. Шулар нигеҙендә яҙылған әҫәрҙәр тураһында күп ыңғай һүҙҙәр ишетәм. Әлбиттә, республикабыҙҙың билдәле сатириктарына тиклем үҫергә лә үҫергә, шулай ҙа дөрөҫ юлдамындыр тимен. Юмор, сатира ижад итеү миңә ныҡ оҡшай. Хатта “Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер” тигән юмористик повесть яҙҙым. Тиҙҙән ул ошо жанрҙағы хикәйәләрем менән айырым китап булып донъя күрәсәк.
Тормоштағы юморға килгәндә, шаяндар менән шаянмын, шаяртыуҙы аңламағандар менән – етди булырға тырышам. Ғөмүмән, көлә белеүҙе, шул иҫәптән үҙеңдән дә, тормоштоң төп ҡоралы итеп алһаң, тормош күпкә еңелерәк тойола. Борсоған уйҙарға, ваҡ-төйәк ваҡиғаларға юмор күҙлегенән ҡараһаң, көнөңдө боҙор урынға, киреһенсә, улар тормошто күңеллерәк итә кеүек.
– Һинең ижадыңда шулай уҡ мистика жанры ла ҙур ғына урын биләй. Был шәхси ҡыҙыҡһыныумы әллә уҡыусыларға төрлө “аҙыҡ” бирергә тырышыумы?
– Эйе, ысынлап та, яңы-яңы мәктәпте тамамлап, яҙыша башлағанда, тәүге хикәйәләрем мистика менән бәйле ине. Уларҙы ҡыҙыҡ өсөн генә яҙғайным. Өләсәйҙең ен-пәрей, тау-урман, һыу хужалары тураһында һөйләгәнен тыңлап, “Аҙна” гәзитендә сыҡҡан “ҡурҡыныстар”ҙы уҡып үҫтем. Йәш барған һайын, скептик фекерләү ҙә көсәйә, ҡурҡыу ҙа кәмей, әммә ҡыҙыҡһыныу һаман да бар. Тағы ла бындай темаға тотоноу теләге юҡ түгел, тик уны инде фәлсәфә, мәғәнә, зауыҡ яғынан ныҡ ҡына уйларға тура килә, сөнки әҫәрҙең “страшилка” кимәлендә генә ҡалыуы ихтимал. Ә бит бындай серле донъя ярҙамында беҙ тормошта кеше күңеленең “ҡара” яҡтарын, ҡурҡыуҙарын күрергә, аңларға, өйрәнергә тырышабыҙ. Теләһә ниндәй ен-пәрейле, шайтанлы тарихты иҫләп ҡарағыҙ – күп осраҡта әҙәм гонаһтары, бысраҡ ҡылыҡтары менән бәйле тарих булып сыға. Шуға ла ундай әҫәр өсөн көслө идея, фекер табыуы миңә еңел түгел.
– Ә әҙәби тәржемә өсөн ижади ҡараш кәрәкме? Ниндәйҙер кимәлдә ул техник эш кеүек тә ҡабул ителә түгелме: авторҙың стилен, фекерен, алымын ҡабул итеү-итмәүгә ҡарамайынса, шул килеш кенә итеп икенсе тел уҡыусыларына еткерергә тейешһең...
– Бер яҙыусы тәүге тәржемәмә тотонор алдынан: “Тәржемәсенең төп бурысы – әҫәрҙе тағы ла яҡшыраҡ, уҡымлыраҡ итеү”, – тип кәңәш биргәйне. Был һүҙҙәрҙе эшкә тотонған һайын иҫкә алам. Шуға ла, эйе, ижади ҡараш тәү урында тора, тип яуап бирәм.
Авторҙың стилен, фекерен, алымдарын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалыр өсөн минең үҙ ысулым бар: тәржемә итер алдынан әҫәрҙе тулыһынса уҡымайым. Бәлки, был хаталы аҙымдыр, ваҡыт күрһәтер. Әгәр уҡып сыҡһам, әҫәргә, уның идеяһына, геройҙарға, ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекерем тыуасаҡ. Һиҙер-һиҙмәҫтән ошо тойғоларымды, хистәремде, уйҙарымды тәржемә иткәндә әҫәргә күсерәсәкмен. Оҡшамаған персонаждарҙы тағы ла яманайтып, оҡшағандарын ағартып ебәрермен, тип ҡурҡам. Шуға ла һөйләм артынан һөйләмде башта һүҙмә-һүҙ күсерәм. Был: “Артабан ни булыр?” – тип аҙағына тиҙерәк етеү теләген дә арттыра, һеҙ телгә алған техник эш мәсьәләләрен дә еңеләйтә.
– Йәш яҙыусылар советы ағзаһы булараҡ, әҙәбиәттең киләсәге тураһында ниндәй фекерҙәһең?
– Эйе, күптән түгел Башҡортостан Яҙыусылар союзында Йәш яҙыусылар советы булдырылды. Яңлышмаһам, ойошманың тарихында улай күренеш, ҡор булғаны юҡ ине. Әлеге көндә бер төркөм ҡәләмдәштәребеҙ менән Союз етәкселеге ярҙамында ең һыҙғанып эшләйбеҙ. Һуңғы ярты йылда Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларының уҡыу йорттары студенттары менән танышып, осрашып, секция ултырыштары үткәреп, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороп өлгөрҙөк. Күп университеттарҙа, колледждарҙа әҙәби түңәрәк эшләй. Студенттарҙың яҙышырға, ошо өлкәлә белемдәрен арттырырға, оҫталыҡтарын камиллаштырырға теләктәре барлығын күреп шатландыҡ. Әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге өмөтлө, ышаныслы. Әлеге көндә беҙҙең төп бурысыбыҙ – ошо йәш көстәрҙе ҡулдан ысҡындырмау, ҡанаттарын һындырмау, әҙәби тормошҡа ылыҡтырыу. Был эшебеҙгә өлкән быуын яҙыусылары ла ихлас ҡушылыуы, тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, беҙҙең менән ҡуша осрашыуҙарға йөрөүе айырыуса шатландыра.
– Һинең яҙыусы икәнде белеп, үҙ яҙмышын хикәйә итеп күрергә теләүсеп, мөрәжәғәт итеүселәр бармы?
– Бер ваҡыт Матбуғат йортоноң беренсе ҡатында, ингән генә ерҙә урынлашҡан өҫтәл артында ниҙер эшләп ултыра инем. Яныма бер өлкән йәштәге апай килде лә: “Заһиҙә Мусинаны ҡайҙан табырға була?” – тип исемемде ҡағыҙҙан уҡып һораны. Аптырап киттем, үҙемде танытырғамы, юҡмы, тип юғалып ҡалдым. Шулай ҙа: “Мин Заһиҙә булам”, – тинем. Баҡтиһәң, ул радиолағы сығышымды ишетеп, исемде яҙып алған. Китабымды табып уҡыған, оҡшатҡан. Хәҙер инде үҙенең тарихын яҙыуымды һорап килгән. Редакцияға инеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Үҙе ҡулдан яҙып алып килгән бер папка ҡағыҙҙарын бирҙе. Улының үлеме менән бәйле ныҡ ауыр тарих ине ул. Һаман да яҙырға батырсылыҡ итмәй йөрөйөм... Ә ул апай менән бәйләнеш өҙөлдө. Һорауығыҙға яуап шул: эйе, күптәрҙән ундай үтенес ишеткән бар. Ғөмүмән, һәр яҙыусы бындай хәлдә булғаны барҙыр. Әммә ул тарихтар авторҙың да күңел ҡылдарын тартырға тейеш. Үкенескә күрә, тота килеп ҡағыҙға теркәп булмай.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Заһиҙә. Һинең тормошҡа һәм ижадҡа ҡарата фекерҙәрең әҙәбиәт һөйөүселәргә генә түгел, ҡәләм тирбәтеүселәргә лә бик ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым. Киләсәктә уңыштар, илһамлы ижад теләйбеҙ!
Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.