

Була бит ул шундай балалар: әйткәнеңде бер һүҙҙән тыңлай, яҡшы уҡый, телләшмәй, ҡарышмай... Мәктәптә уҡытыусылар айырыуса ярата шундай уҡыусыларҙы. Улар уҡыуҙа алдынғы, концерт ҡуйғанда – сәхнәлә беренсе, йәмғиәт эштәрендә иң әүҙемдәр... Атай-әсәйҙең хыялы инде бындай бала үҫтереү. Мәктәптә ата-әсәләр йыйылышында был әсәләр күкрәк киреп ултыра. Кемдең балаһын маҡтайҙар – уныҡын бит! Тәрбиәле, тырыш, уңған, әҙәпле, юл һала, тиҙәр... Уны бөтәһенә өлгө итеп ҡуялар.
Бындай балаларҙы психологтар «уңайлы балалар» тигән термин менән атай. Улар бер нимәлә лә һатыулашмай – алған кейемде кейә, һин әйткән эште үтәй... Ололарҙың кәйефен ҡырыуҙан, уларҙың өмөттәрен аҡламауҙан ҡурҡа. Ата-әсәгә был баланы тәрбиәләп үҫтереү өсөн әллә ни көс түгәһе лә юҡ кеүек. Теләһә ҡайһы ҡарар ҡабул иткәндә ул ололар фекеренә таяна. Ҡай сағында башҡасараҡ фекерләһә лә, аҙаҡ барыбер ололар әйткәнсә эшләй. Бала түгел, фәрештә!
Уңайлы бала булып тыумайҙар, атай менән әсәй тәрбиә юлы менән ирешә быға. Тик бына бер һорау тыуа: кәрәкме икән баланы былай тәрбиәләү? Ғүмере буйына кеше фекеренә бәйлелектә йәшәп, бәхетле буласаҡмы ул? Сөнки уңайлы балалар башҡаларҙың фекеренә буйһона, кеше нимә әйтер тип йәшәй. Уның үҙенең эске йүнәлештәре булмай. Бындай кешеләр менән идара итеүе бик еңел. Уңайлы балаларҙан «уңайлы кешеләр» үҫеп сыға.
Уңайлы кешеләр үҙ карьераларын төҙөй алмайҙар, сөнки улар үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтһеҙҙәр. Бала саҡтағы кеүек, үҙ ғәмәлдәрен гел хуплап, йүнәлеш биреп тороусыларҙы эҙләйҙәр. Уңайлы кешеләр башҡаларға эйәрә, башҡаларҙың идеяларын ғына тормошҡа ашыра, башҡалар ҡуйған мәсьәләләрҙе генә хәл итә ала.
Ғаилә ҡорһалар ҙа, уңайлы ир-ат үҙенән көслө булған ҡатынына буйһонасаҡ. Ә уңайлы ҡатын-ҡыҙ үҙен баҫтырып йәшәүсе ирҙе идеаллаштыра. Уңайлы кешеләр тап шундай ғаилә ҡорорға ынтыла, сөнки пар эҙләгәндә улар үҙҙәре өсөн ҡарар ҡабул итә алырҙай кешеләргә генә иғтибар итә. Ҡыҙғаныс, үҙ фекерендә ныҡ тора белмәгән, үҙ һүҙен киҫеп әйтмәгән бындай иргә йәки ҡатынға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бик тиҙ һүрелә.
Балаларҙан айырмалы булараҡ, өлкән кеше үҙенең тормоштағы ошо йәшәү халәтен аңлай, был уның үҙе өсөн дә рәхәт халәт түгел, ләкин бер нәмәне лә үҙгәртә алмай. Нимәнелер үҙгәртер өсөн, иң тәүҙә үҙ-үҙеңә ышаныу кәрәк бит.
Беребеҙ ҙә үҙ балаһының бәхетһеҙ булыуын да, кемдеңдер фекеренә бәйлелеген дә теләмәй.
Бына ошо ябай ғына һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ әле. Һеҙҙең ғаиләлә тәрбиә эше нисегерәк тора икән? Һеҙ ҙә башҡалар өсөн уңайлы кеше үҫтермәйһегеҙме?
1. Беҙҙең ғаиләлә ололар фекере шик аҫтына алынмай. Беҙ нисек әйтһәк, шулай була.
2. Балалар минең фекеремә ҡаршы сыҡһа, үртәләм, кәйефем ҡырыла.
3. Бала менән бәхәсләшкәндә дәлилдәрем булмаһа, мин: «Был хаҡта бәхәс тамам!» – тием дә һүҙемде тамамлайым.
4. Эргәһендә оло кеше булмаһа, минең балам үҙен үҙе яҡлай аласаҡ.
5. Минең балам асыҡ һәм һәр кем ишетелерлек итеп һөйләшә.
6. Баламдың шөғөлдәрен аңламайым, улар миңә кәрәкһеҙ бер шөғөл булып тойола.
7. Уның телевизорҙан йәки интернеттан нимә ҡарауын һәр ваҡыт күҙәтеп торам.
8. Уйынсыҡтарҙың үҙем тейеш тип тапҡандарын ғына һатып алам.
9. Күңелемә ятмаған дуҫтары менән баламды аралаштырмайым.
10. Таҡта янында яуап биреүгә ҡарағанда минең балама үҙаллы эш йәки өй эше эшләүе яйлыраҡ.
Әлеге һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирә. Шул яуаптарҙан сығып, балағыҙҙы ниндәй кеше итеп тәрбиәләүегеҙ тураһында фекер йөрөтә алаһығыҙ.
Әйҙәгеҙ, балабыҙҙы башҡалар фекеренә бәйле булған, һәр нимәлә башҡаларҙан хуплау көткән итеп түгел, ә үҙ фекере булған, үҙ һүҙен яҡлай ала торған итеп үҫтереү тураһында ла һөйләшәйек.
Балағыҙға һайлау мөмкинлеге бирегеҙ. Ниндәй кейем кейәһен, кем менән, ниндәй уйынсыҡ менән уйнауын ул үҙе хәл итһен. Уға үҙ фекерен белдерергә ҡайҙа ниндәй мөмкинлектәр бар – барыһын да ҡулланығыҙ. Үҙ хистәрен тойорға һәм аңларға өйрәнһен. «Һин илайһың? Ауырттымы? Һиңә күңелһеҙме?» «Һин нимә тояһың?» «Был уйынсыҡты алырға теләгән инең, шатланаһыңмы?» тигәнерәк һорауҙарға яуап эҙләп, ул үҙ хистәрен аңларға өйрәнәсәк. «Илама! Бер нимә лә булманы!» – бындай һүҙҙәрҙе балаға әйтергә ярамай.
Балағыҙға хаталанырға рөхсәт итегеҙ. Ул хаталаныуҙан ҡурҡып үҫмәһен. Хаталаныуҙан ҡурҡҡан бала миналар ҡуйылған яландан барған кеүек хис итә. Бер генә аҙым булһа ла ситкә тайпылһаң да, бөттө!
Хаталары өсөн асыуланмағыҙ. Уға быны төҙәтеү юлдарын күрһәтегеҙ, үҙенә генә төҙәтергә ирек бирегеҙ.
Бала үҫтергәндә 5 секунд ҡағиҙәһен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Нимәнелер ватҡан, түккән, көҙгөгә рәсем яһаған икән, башта бишкә тиклем һанағыҙ. Ошо 5 секунд һеҙгә хистәргә бирелмәйсә, дөрөҫ хәл ҡылырға, дөрөҫ һүҙҙәр әйтергә ярҙам итәсәк.
Ҡарарҙарҙы үҙенә ҡабул итергә юл ҡуйығыҙ. Бала саҡтан ҡарарҙар ҡабул итеп, ул үҙаллылыҡҡа өйрәнәсәк.
Айгөл ХАФИЗОВА әҙерләне.