Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Йәмғиәт
30 Сентября , 07:31

Сал далалар йырсыһы

Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов кесе йәштән Ҡәҙим Әбделғәлим улының ижадын яратыуы хаҡында һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сал далалар йырсыһыСал далалар йырсыһы
Сал далалар йырсыһы

Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайға 85 йәш тулыу айҡанлы "Сал далалар йырсыһы" тигән ижад кисәһе үтте. Әҙипте күркәм байрамы менән ҡотларға теләүселәр ифрат күп ине. Өфө ҡала хакимиәте вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов кесе йәштән Ҡәҙим Әбделғәлим улының ижадын яратыуы хаҡында һөйләне.
“Минең өсөн Ҡәҙим Әбделғәлим улын шәхсән ҡотлау оло бәхет. Ул Бөрйән районының Байназар ауылында эшләгәндә әсәйемде уҡытҡан. Уның ижады халҡыбыҙ күңеленең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Әҫәрҙәрендә ата-бабаларҙың аҡылы һәм тарихтың үҙ тауышы яңғырай. Төрлө мәҙәниәттәрҙе берләштергән Өфө ҡалаһы өсөн уның шиғриәте — тамырҙарыбыҙға һәм туған телебеҙгә хөрмәт тәрбиәләүҙең мөһим нигеҙе. Уның китаптары лайыҡлы кеше булырға һәм тыуған ереңде яратырға өйрәтә.Ҡәҙим Әбделғәлим улы, һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, күңел йылылығы һәм яңы ижади үрҙәр теләйем. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ һәм илһам алып килһен!” – тине ҡала башлығы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас