Шоңҡар
+6 °С
Облачно
Йәмғиәт
6 Октября , 19:50

Барыһы ла һинең ҡулыңда

Ысынлап та, дуҫтар, әҙәм балаһына һайлау мөмкинселеге бирелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Барыһы ла һинең ҡулыңдаБарыһы ла һинең ҡулыңда
Барыһы ла һинең ҡулыңда

Күп һорауҙарға яуап тапҡан бер аҡыл эйәһе йәшәгән. Әлбиттә, уға ышанмаусылар ҙа табылған. Шуларҙың береһе уны тикшереп ҡарамаҡсы булған. “Усыма күбәләкте йомам да “Ул тереме, әллә үлеме?” тип һораясаҡмын. Әгәр ҙә “юҡ” тип әйтә икән – күбәләкте осороп ебәрәсәкмен, “тере” тиһә, киреһенсә, күбәләкте усымда ҡыҫып үлтерәсәкмен”, – тип алдан хәйләһен дә уйлап ҡуйған.
Бына бер ваҡыт былар осрашҡан һәм теге әҙәм аҡыл эйәһенә һорауын биргән.
– Йә, аҡыл эйәһе, әйт инде, минең усымдағы күбәләк тереме, әллә үлеме? – тип һораған ул.
– Барыһы ла һинең ҡулыңда, – тип яуап биргән аҡыл эйәһе.
Ысынлап та, дуҫтар, әҙәм балаһына һайлау мөмкинселеге бирелә. Шуға ла, алма, беш – ауыҙыма төш, тип әҙерҙе көтөп ятмайыҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда.

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-ai-image/tea-cup-flowers-floral-tablecloth_418346704.

Автор:
Читайте нас