

Бер ваҡыт, редакция “Уаз”игында Мораҙым янындағы бейек кенә ҡалҡыулыҡ янынан уҙып барғанда, мин уның түбәһендә үк урынлашҡан тимер рәшәткәгә иғтибар иттем. Ул ҡәберҙе хәтерләтә ине.
Геологтар берәй төрлө билдә ҡалдырғандыр, тип уйланым. Шулай ҙа, үҙемдең фекеремде раҫлау өсөн, был турала йәнәшәмдә ултырған Нил Ҡоҙашевтан һорашып ҡуйҙым.
– Был – атҡа һәйкәл, һөйләһәң, үҙе бертарих инде.
Етмешенсе йылдарҙа был аттың исеме һәр кемдең теленән төшмәҫ ине. Тере сағында уҡ уның тураһында легендалар йөрөнө. Ат районда ғына түгел, яҡын-тирәлә, хатта Өфөлә үткәрелгән сабыштарҙа ла еңелеүҙе белмәҫ ине. Беҙ ул саҡта малайҙар инек әле, – тип, мауығып һөйләп китте минең әңгәмәләшем. – Шулайҙа барыһын да хәтерләйем. Ауылда атты, исеме “Йондоҙ” булһа ла, “Турат” (Туры ат) тип йөрөтәләр ине. Туратты мораҙымдар ярата һәм уның менән ғорурланалар ине, сөнки ул сабыштарҙағы яңғырауыҡлы еңеүҙәре менән уларға ла дан килтерә ине. Минең ағайым Хәйретдин Ҡоҙашев ул сағында бригадир булып эшләй ине. «Йондоҙ» уның күҙ алдында үлде тиергә лә була.
Тиҙҙән мин хеҙмәт ветераны, Мораҙымдың абруйлы кешеһе Хәйретдин Мөхәммәтдин улы Ҡоҙашев менән таныштым. Уның кеүектәрҙе башҡорт ауылдарында аҡһаҡал тип йөрөтәләр. Ул миңә бына нимәләр һөйләне.
...”Турат” 1967 йылдың май айында донъяға килде. Үҙенең теремеклеге, матур килеш-килбәте менән ат ҡараусы Гәрәй Кирәевте ҡыуандырған ҡолон, маңлайында йондоҙға оҡшаған аҡ табына ҡарап, “Йондоҙ” тип атанылар. Был ғәҙәти булмаған ҡолон “орлов” тоҡомло нәҫел айғыры менән башҡорт далаһының тура бейәһенән тыуҙы.
Ҡолон үҙенең йәштәштәренән әллә ҡайҙан уҡ айырылып тора.
– Бынан бына тигән сабыш аты сығыр, – тип йыш ҡына әйтә инек беҙ, “Йондоҙ”ҙоң тәбиғәттән килгән сифаттарына баһа биреп.
Ләкин уны айырым ашатыу һәм аҫрау шарттарына ҡуйманыҡ, барыһы менән бергә бер көтөүҙә, бер үк шарттарҙа йөрөнө. Тик башҡаларға ҡарағанда шаян, хәрәкәтсән, уйынсаҡ ине.
Иң тәүҙә уны Рәүеф Ильясов эйәрләне – сабышҡа әҙерләнә башланы. 1970 йылғы һабантуйҙа ҡатнашыу “Йондоҙ” менән уның һыбайлыһы өсөн тулыһынса отолоу менән тамамланды. Ләкин беҙ ҡаушап ҡалманыҡ: атты айырым аҫрау шарттарына ҡуйҙыҡ, тик еңел эштә генә файҙаландыҡ. Уны, ғәҙәттә, мин, бригадир, егә торғайным. Дөрөҫөн генә әйткәндә, уны башҡалар егергә бик үк атлығып тормай ине. Ат быны яратмай, дилбегәгә буйһонаһы килмәй ине.
Асыуланһа йәки шаянланып китһә, тулап, әллә ҡайҙарға табан саптырыр ине, ул саҡта инде уны тыйыуы бик ҡыйын. Ундай осраҡтарҙа мин уны бейек ҡоймаға, йәки берәй стенаға терәргә тырыша инем. Был юлы ла тыйһам, туҡтатһам, был пәрейгә башҡаса яҡын да килмәм, тип күпме тапҡырҙар ант итә торғайным. Тик был миҙгелдәр үткәс, йәнәш уны егә инем. Нимә ҡыҙыҡтырғандыр инде: тиҙ йөрөүме, әллә инде ана шул үҙендәге тән сымырҙап китеүен еңеү теләгеме. Әйтәләр бит, ир үҙендәге ҡурҡыу тойғоһон еңһә генә ысын иргә әүерелә тип.
“Йондоҙ” тулы көсөнә биш йәшендә инде, шикелле. Нәҡ бына шул осорҙа ул тәү тапҡыр еңеү тәмен татыны. Шунан бирле һабантуйҙа һәм башҡа ярыштарҙағы тантаналы сығыштарҙа ун ике йыл ҡатнашҡандан һуң үҙе өсөн аҙаҡҡы сабышҡа саҡлы ул гелән еңеүгә ынтылды. Әйтергә кәрәк, тора-бара ул ектерә лә башланы, әллә аҡылға ултырҙы инде. Тик еккән килеш тә ул башҡа аттарҙан айырылып торҙо, уға ҡарап һоҡланмайынса мөмкин түгел ине. Ул йылдарҙа бер генә туй ҙа, бигерәк тә ҡыш көнө, «Йондоҙ»ҙан башҡа үтмәҫ ине. Ул үҙе лә туйҙарға, шау-шыулы сараларға күнегеп китте. Ҡыңғырау тауышын ишетеп ҡалһа, ҡолаҡтарын торғоҙоп, аранында арлы-бирле һикерә торғайны.
Мораҙымдарҙың теленән бик оҙаҡ төшмәгән бер осраҡ хәтерҙә. Колхозда һабантуй. Ғәҙәттәгесә, аттар сабырға тейеш. Ләкин улар араһында «Йондоҙ» юҡ. Үҙебеҙҙең аттарҙы барыбер еңә инде, бер километр артта ҡалдыра, тип уны район ярыштары өсөн һаҡларға булдыҡ. «Йондоҙ»ҙоң ҡатнашмаясағын белгәс, сабышҡа иғтибар ҙа кәмене кеүек. Бына сигнал яңғыраны һәм сабыштар башланды. Шул саҡ кешеләр ниңәлер шаулаша башланы, һоҡланған ауаздар ишетелде:
– Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ – «Йондоҙ» был яҡҡа табан саба!
– Ул үҙе генә, һыбайлыһы юҡ!
– Ни эшләгән ул? Нимә булған?
Ул арала «Йондоҙ», барыһын да шаҡ ҡатырып, бер төркөм атты ҡыуып етте лә йәнәшә саба башланы. Әйтерһең дә, ярышты һеҙҙең менән тигеҙ шарттарҙа башлайым, тип әйткеһе килде уның. Аңлашыла инде, финишҡа ул һыбайлыһыҙ көйө яңылышыуһыҙ иң алда килеп етте.
Һабантуйҙар ҡайҙа ғына үткәрелмәһен, ун ике йыл буйына уға тиң булманы. Беренсе приздарға ҡайһы ваҡыт еңеүсе алдан уҡ билдәләнеп ҡуйыла торған ине: ”Йондоҙ”, Чапаев исемендәге колхоз. Ул Әлшәй, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондарының иң яҡшы сабыш аттарын оҙаҡ йылдар буйына артта ҡалдырып килде. Уны аяҡһыҙ ҡалдырырға тырышыусылар ҙа булманы түгел. Ләкин беҙ уны яуыз кешеләрҙән һаҡлап килдек. Бер саҡ Дәүләкән районында көнсөллөктән ярһыған һыбайлылар һәм уларҙың тарафташтары “Йондоҙ”ҙоң хужаһын да тотоп туҡманылар.
...”Өршәк” колхозында уҙҙырылған һабантуй “Йондоҙ” өсөн һуңғыһы булды. “Йондоҙ”ҙоң тик сиктән тыш оҙон араны ғына алдыра алмаясағын белептерме (ул йәш түгел ине инде), сабышты ойоштороусылар бик ҙур араны һайлаған.
Етенсе километрҙа ла “Йондоҙ” беренсе ине әле. Кинәт уға ниҙер булды, ул ҡалыша башланы, ләкин шулай ҙа финишҡа дүртенсе булып килеп етте лә гөрһөлдәп ергә ауҙы. Асыҡланыуынса, һуңғы метрҙарҙы инде ул йөрәге ярылған килеш үткән була.
Бөтә мораҙымдар ҙа уның тирәһенә йыйылды, күптәр күҙ йәштәрен йәшермәйенсә илай ине. Уның һуңғы яйҙағы – Илшат Ҡоҙашев исемле малай, атының муйынынан ҡосаҡлап, уны торғоҙорға аҙаплана ине. Малайҙың йәшле күҙҙәрендә үпкә лә, янған ат алдында үҙен ғәйепле итеп һиҙеү тойғоһо ла сағыла ине.
“Йондоҙ”ҙо йөк машинаһына мендереп һалып, Мораҙымға алып ҡайтып киттек. Уны күмергә бөтә ауыл йыйылды. Хушлашыу һүҙҙәре әйтелде.
Үҙҙәренең легендар сабыш аты алдындағы һуңғы бурыстарын үтәп, мораҙымдар уға һәйкәл ҡуйҙы. Ә ул ятҡан ҡалҡыулыҡты хәҙер уның исеме менән Турат тауы тип йөрөтәләр.
Рәүеф Хәким.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/beautiful-green-landscape-with-lot-trees-cloudy-sky_12858419