Шоңҡар
+6 °С
Облачно
Йәмғиәт
6 Октября , 19:36

Йәшәй белгән ҡатын

– Беләһеңме, мин ирем менән айырылыштым, уны ауылға ҡайтарып ебәрҙем, мине ҡыҙғанып талаш сығара башлағайны, теге ҡартласты ла ташланым, ныҡ ялҡытҡайны...

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәшәй белгән ҡатынЙәшәй белгән ҡатын
Йәшәй белгән ҡатын

Күптәнге хыялын тормошҡа ашырып Өфөлә төпләнгәс, бер көн Фәриҙә йәшлек урамдары буйлап йөрөп килергә булды. Баш ҡала шул тиклем ныҡ һағындырған! Фатиры Дим биҫтәһендә. Автобусҡа ултырып, үҙәккә йүнәлде. Баш ҡала бик үҙгәргән икән! Ҡасандыр теҙелешеп ултырған ҙур булмаған ағас өйҙәр урынына күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡҡан.
Үҙе ҡасандыр белем алған институт эргәһендә төркөмдәше Рәйләне осратты. Ул һис үҙгәрмәгән – элеккеләй һөйкөмлө, йылмайыусан. Өҫтөнә килешле генә алһыу күлдәк кейгән, аяғында шундай уҡ төҫтәге модалы туфлиҙар, ҡулындағы сумкаһы ла шул уҡ төҫтә. Студент саҡта улар әллә ни аралашып йөрөмәгәйнеләр, шуға ла уның, бик һағынған әхирәтен күргән төҫлө, үҙен килеп ҡосаҡлап алыуына Фәриҙә бер ни тиклем аптырап та ҡуйҙы.
– Баш ҡалаға ниндәй елдәр ташланы? – тип һораны унан курсташы.
– Хәҙер мин бында йәшәйем, – тип яуап бирҙе ҡатын.
– Ҡайһылай шәп булған, мин дә бер нисә йыл элек Өфөгә күсеп килгәйнем, – тип шатланып киткәндәй булды Рәйлә. – Былтыр аспирантура тамамланым, әле үҙебеҙҙең институтта уҡытып йөрөйөм.
Фәриҙәгә уның был хәбәре сәйерерәк кеүек тойолдо. “Фәстермәйме икән? – тип уйлап ҡуйҙы. – Уны яҡшы уҡыны тип әйтеп булмай бит...”
– Әйҙә, был яҡта йөрөгәнеңдә институтҡа ла кереп сыҡ, – тип тәҡдим итте Рәйлә Фәриҙәгә.
Уныһы ихлас ризалашты. Рәйлә хәҙер ҡасандыр үҙҙәрен уҡытҡан кешеләр менән бергә эшләй икән. Көтөлмәгән осрашыуҙар күңелле генә булды. Лекцияларҙы бик мауыҡтырғыс итеп үткәргән бер профессор ҡапыл Фәриҙәгә:
– Һинең бик яҡшы уҡығаның иҫемдә, кафедралағы бөтә уҡытыусылар ҙа һине фән юлын һайлар тип өмөтләнгәйнеләр, ә һин ябай уҡытыусы булыуҙы өҫтөнөрәк күрҙең, – тип әйтеп һалды. – Хәйер, әле лә һуң түгел. Оҙаҡҡа һуҙмайынса ғына бында документтарыңды алып кил дә аспирантураға кер.
Көтөлмәгән тәҡдимдән Фәриҙә бер аҙ юғалып та ҡалды.
– Ундай планым юҡ бит әле, – тип яуап бирҙе. – Ярай, шулай ҙа уйлап ҡарармын әле.
Фәриҙә институттан сығып китергә йыйынғас, Рәйлә уны оҙатырға сыҡты. Икәүләшеп Ленин скверына барҙылар ҙа шундағы бер эскәмйәгә ултырҙылар.
– Уйлап та тормайынса ризалаш, – тип һүҙ башланы Рәйлә. – Аспирантураға керергә теләүселәр бик күп ул, ә профессор һине үҙе саҡырып тора. Ундай бәхет кемгә эләгә әле! Бындай форсатты һис тә ҡулдан ысҡындырырға ярамай!
– Миңә мәктәптә балалар менән эшләү оҡшай, – тип үҙ фекерен белдерҙе Фәриҙә.
Күпмелер ваҡыт, һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына сумып, шым ғына ултырҙылар. Тынлыҡты Рәйлә боҙҙо:
– Иғтибар иттеңме, профессорҙың һиңә нисек ҡарағанын? – тип һораны ул. – Гүйә, бик күптән ғашиҡ булып йөрөгән кешеһен осраттымы ни!
– Буш хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тиҙәрме әле? – тип кенә ҡуйҙы Фәриҙә.
Рәйлә ҡыҙып китте:
– Буш хәбәр түгел шул, араларында йөрөгәс, мин уларҙың һәр ҡайһыһының ғәҙәттәрен белеп бөттөм инде, – тип һөйләргә тотондо. – Һиңә бындай мөмкинлекте һис кенә лә ҡулыңдан ысҡындырырға ярамай. Юғиһә, һуңынан үкенәсәкһең! Әгәр ризалашһаң, ап-анһат аспирантураға керәсәкһең, еп-еңел уҡыясаҡһың һәм ғалимә булып китәсәкһең. Хәйер, һиңә уҡыу былай ҙа еңел бирелә торғайны бит...
Курсташтар тағы күпмелер ваҡыт шым ғына ултырҙы. Рәйлә тағы һүҙ башланы:
– Иҫеңдәлер, һинән айырмалы, миңә уҡыу ҡыйын ине бит.
Дипломымды яҙыу ҙа бик ауыр булды. Уның осона сыға алыуыма шикләнеп тә йөрөгәйнем. Баҡтиһәң, юҡҡа көйәләнгәнмен. Бер көн мине етәксем фатирына саҡырҙы. Күп уйлап тормайынса, ризалаштым. Барҙым. Ул яңғыҙы ғына ине. “Балалар Мәскәүҙә уҡыйҙар, ҡатыным баҡсала”, – тине. Миңә өҫ кейемемде сисергә ярҙамлашты ла ныҡ итеп ҡосаҡлап алды, үбергә тотондо. Үбә-үбә карауатҡа һөйрәне.
– Һин ҡаршылыҡ күрһәтмәнеңме? – тип аптырап һораны Фәриҙә. – Студент саҡта уҡ кейәүгә сыҡҡайның түгелме һуң?
Курсташының яуабы уны тағы шаҡ ҡатырҙы:
– Эйе, ирем бар ине, әле лә бар. Әммә, урыҫтар әйтмешләй, береһе икенсеһенә ҡамасауламай. Ә минең маҡсатым ҙур – киләсәктә профессор булғым килә. Етәксем миңә ныҡ ярҙам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, фәҡәт уның арҡаһында ғына теге ваҡытта дипломымды, аҙаҡ кандидатлыҡ диссертациямды уңышлы яҡланым.
Фәриҙә, бер һүҙ ҙә әйтә алмайынса, курсташын тыңлап ултырҙы. Уныһы һүҙен:
– Әллә нисәмә йылдар буйы ауылда йәшәгәс, һин бындай нескәлектәрҙе аңлап етмәйһеңдер инде, – тип дауам итте. Ҙур ынтылыштарың булһа, ышаныслы ҡурсалаусың да булырға тейеш. Был – бер ҡайҙа ла яҙылмаған тормош ҡануны. Тос уңыштарға өлгәшкән кешеләр быны яҡшы аңлай. Сөнки улар йәшәй белә...
Фәриҙә бүтән институтҡа барып торманы. Йорттарының ҡаршыһындағы мәктәпкә уҡытыусы булып урынлашты һәм башкөллө яратҡан эшенә сумды. Һирәк-һаяҡ булһа ла Рәйлә уға үҙенең барлығын белгертте – юҡ-бар йомош табып, телефондан шылтыратты, бер нисә тапҡыр курсташының фатирына ла килеп китте. Бер килгәнендә:
– Беләһеңме, мин ирем менән айырылыштым, уны ауылға ҡайтарып ебәрҙем, мине ҡыҙғанып талаш сығара башлағайны, теге ҡартласты ла ташланым, ныҡ ялҡытҡайны, – тип яңылыҡтары менән бүлеште. – Хәҙер мин бер бик шәп кеше менән осрашып йөрөйөм, ул “юғарыла” ҙур ғына вазифа биләй. Бер кәңәшмәлә танышҡайныҡ. Минең Һупайлы биҫтәһендәге фатирымды анһат ҡына үҙәккә алмаштырырға ярҙамлашты. Хәҙер үҙем эшләгән институттың ҡаршыһында ғына йәшәйем. Докторлыҡ диссертацияһын әҙерләүҙә лә, яҡлауҙа ла булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик файҙалы, бик кәрәкле ағай. Курсташың йәшәй белә ул!
Ә бер тапҡыр Рәйлә Фәриҙәне үҙенең тыуған көнөнә өйөнә саҡырҙы. Байрамда ҡайһы бер башҡа төркөмдәштәре лә буласағын белгәс, Фәриҙә унда барырға ниәтләне. Бүләк хәстәрләне, сәскә һатып алды ла китте.
Ҡунаҡтар мул итеп әҙерләнгән өҫтәл артына ултырыштылар. Иң тәүҙә хужабикә һүҙ алды, кемдең кем икәнлеген әйтеп, йыйылған кешеләр тураһында белешмә бирҙе. Йәнәш ултырған ике үҫмерҙе:
– Былар минең улым менән ҡыҙым, – тип таныштырҙы.
“Ул берҙән-бер ул үҫтерә ине түгелме һуң?” тип уйлап ҡуйҙы Фәриҙә.
Табын күңелле генә дауам итте. Бер-ике сәғәттән һуң Фәриҙә:
– Өйҙәгеләр мине юғалтҡандарҙыр инде, һуңға ҡалмайым , – тине лә ҡайтырға йыйынды.
Рәйлә уны оҙатырға ишек алдына сыҡты. Фәриҙә уға:
– Һинең ҡыҙың да барлығын белмәгәйнем , – тип әйтеп ҡуйҙы.
Уныһы, ғәҙәтенсә, шарҡылдап көлөп ебәрҙе. Шунан:
– Ә мин уны яңыраҡ балалар йортонан алдым, үкһеҙ етем ул, атаһы менән әсәһе автомобиль аварияһында һәләк булғандар, – тип аңлатып бирҙе.
Фәриҙә:
– Ҡайһылай изге күңелле икәнһең һин! – тип һоҡланыуын белдерҙе.
Рәйләнең яуабы уны тағы шаҡ ҡатырҙы:
– Эш изге күңеллелектә түгел, мин фәҡәт улымды үҫмерҙәргә хас мауығыуҙарҙан араларға ғына теләйем. Тубертант йәштәге малайҙа енси ҡыҙыҡһыныу башланһа, әллә ҡайҙа йөрөмәҫ тип, уның кәрәк саҡта күңелен күрер өсөн бер кеме лә булмаған ҡыҙҙы алып ҡайттым да инде. Ауырға ҡалыу кеүек ҡатмарлылыҡтар килеп сыҡһа, уның яҡлар кешеһе юҡ. Ә мин сараһын күрермен... Ә әлегә, иң мөһиме, улым, шул ҡыҙға албырғап, күберәге өйҙә ултыра.
Тимәк, курсташы үҫмерҙәр араһында осраштырғылаған ҡатмарлы хәл ихтималлығын булдырмау өсөн алдан уҡ хәстәрлек күргән. Быны Фәриҙәгә бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл тип ҡабул итте. Шуға күрә:
– Ә ҡыҙыҡай һиңә бөтөнләй йәл түгелме? – тип һорамайынса булдыра алманы.
– Элек тә бер ҡатлы инең, һаман шулай булып ҡалғанһың, – тип яуапланы Рәйлә. – Балалар йортонда этләнгәндән һуң ул минең фатирымда үҙен ожмахтағы кеүек хис итә. Өҫтәүенә, улыма ғашиҡ булып та өлгөрҙө. Гел бергәләр – мәктәптә лә, өйҙә лә. Тимәк, уға беҙҙә рәхәт, уны йәлләрлек урын да, сәбәп тә юҡ.
...”Йәшәй белгән” ҡатындың һүҙҙәре Фәриҙәлә ытырғаныс тойғо уятты...


Мәрйәм МӘХМҮТЙӘНОВА.

Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/student-crumpling-paper_6765803.

Автор:
Читайте нас