

Үҙенең ҡыуанысы менән уртаҡлашып сәхифәһендә былай тип яҙа Гөлфирә Риф ҡыҙы:"30 йылдан артыҡ ғүмерем мәғариф һәм фәнгә бағышланған, шуның теүәл генә өс тиҫтәһе юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы вазифаһында үткән...
Ошо йылдар арауығында, Башҡортостан менән генә сикләнмәйенсә, федераль кимәлдәге фәнни һәм ғәмәли проекттар өҫтөндә лә эшләргә тура килде, байтаҡ ҡына гранттар яуланды, бихисап саралар ойошторолдо. Мәскәүҙә Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһында, төрлө грант конкурстарында эксперт булараҡ фәнде үҫтереүгә мөмкин тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышыла... Әлбиттә, награда алыр өсөн эшләнелмәй был эштәр...
"II дәрәжә Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" орден миҙалына лайыҡлы тип табыуҙары өсөн ил Президенты Владимир Путинға, республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, Өфө университеты ректоры Вадим Петрович Захаровҡа ҙур рәхмәт! Рәхмәтемдең иң олоһо - һәр саҡ рухи таяныс булған ғаиләмә, яҡындарыма, яҡташтарыма, хеҙмәттәштәремә, уҡытыусыларыма, элекке һәм хәҙерге студенттарыма!
Ватан - ул, ҡыҙым, тыуған ил,
Бына беҙ торған урын.
Шул ерҙә ғүмер кисергән
Атай-бабайҙар борон ... (Р.Ниғмәти)
Оло Ватаным - бөйөк Рәсәй иленә, кесе Ватаным - тыуған Башҡортостаныма артабан да тырышып хеҙмәт итергә яҙһын!"