

Атайым, ғүмере буйы балалар уҡытһа ла, һүҙгә әүәҫ булманы. Яндырайлығы бар ине былай. Әммә бер ваҡытта ла беҙгә, балаларына, ҡул күтәрмәне. Өрлөк егендә селек тә элеүле торманы. Шулай ҙа миңә бер тапҡыр әсе генә эләкте.
Май айының ҡояшлы, әммә һалҡын елле бер көнө. Ял булдымы икән, ниңәлер уҡыуға барманыҡ. Төш етеп килгәндә Һаҡмар буйына төштөм. Боҙ киткәнгә арыу уҡ ваҡыт үтһә лә, Һаҡмар йәйге кимәленә төшөп етмәгән, ярһып, сәсрәп ағып ята. Йәйен өҫтөнә менеп рәхәтләнеп уйнаған Һелкәүес исемле таш та күренмәй. Ни эшләргә белмәй яр буйлап йөрөп ята инем, ҡапыл эргәмә әллә ҡайҙан Рәхимйән килеп сыҡты.
– Иртәгә 9 Май, Еңеү көнө бит. Әллә оло байрамды билдәләп һыу төшөп сығайыҡмы? – тине Рәхимйән тора биргәс.
– Һыуыҡ та инде, – тинем аптырай биреңкерәп.
– Булһын. Сумабыҙ ҙа сығабыҙ. Зато беҙ иң беренсе булырбыҙ.
– Әйҙә һуң... – тинем, мин ыңһырлап ҡына.
– Балыҡ селбәрәләренә оҡшап һыуы бәкәлгә лә етмәгән ерҙә шапылдап ятмабыҙ инде, киттек үргәрәк – Атбаҫҡанға, – тине лә Рәхимйән эре-эре аҙымдар менән Һаҡмар буйлап өҫкә атланы.
Атбаҫҡанға етмәҫ элек туҡтаны ла:
– Эй, ҡайҙа ла барыбер инде. Атбаҫҡан таш әллә һыуҙан сыҡҡан, әллә юҡ. Әйҙә, ошонда төшәйек тә ҡуяйыҡ.
Йән-яҡҡа күҙ һалабыҙ. Бер кем дә юҡ. Рәхимйән тиҙ-тиҙ генә сисенде лә, кейемдәрен ҡоро таш өҫтөнә һалып, шаптыр-шоптор төшөп тә китте. Мин эс кейемен һалып һыу ситендә сирҡаныс алырға ҡурҡып торам. Һыу буръяҡ, лыс күбек, ниндәйҙер ағас ботаҡтары, ҡайырылары йөҙөп үтә. Әсе ел тәнде ҡурып алып бара... Ни тиклем оҙағыраҡ баҫып торһаң, шул тиклем ҡурҡынысыраҡ була барғанын тойоп, мин дә һыуға атланым. Шап-шоп килеп бер-ике сумдым да, дер-дер ҡалтырап, мәтеле ярҙа тая-тая кейемем янына йүгерҙем. Килеп етеп, күҙҙәремде күтәрһәм, алдымда шыйыҡ тал тотоп атайым баҫып тора.
– Шунан, күңелең булдымы? Тинтәктәр! – тип арт яғыма берҙе һыҙырҙы. – Өйгә ҡайт, тиҙерәк!
Күҙ асып йомған арала булған был ваҡиғаны Рәхимйән күргәнмелер-юҡмылыр, белмәйем. Артҡа әйләнеп ҡарар хәлдә түгел инем. Таш өҫтөндә ятҡан кейемдәремде анан-бынан эләктерҙем дә баш һуҡҡан яҡҡа тороп йүгерҙем. Атайым алдында түгел, бөтә хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған, тура һүҙле, әсе телле Рәхимйән алдында оят ине миңә. Артымдан ҡарап:
– Дә-ә-ә, һаман ата-әсәһе ҡуйынынан сыҡмаған икән әле был малай! – тип көлөп ҡалған кеүек тойолдо миңә.
Йылға буйындағы ошо ваҡиға, атайымдың беренсе һәм һуңғы тапҡыр осама эләктергән тал сыбығы ғүмер буйы күңелемдән сыҡманы. Юҡ, атайыма рәнйеү түгел, ә ваҡытында һабаҡ биргәне, аҡылға ултыртҡаны өсөн рәхмәт йөҙөнән. Был сыбыҡ мине һәр ваҡыт яҙыҡ аҙымдан, халыҡ алдында оятҡа ҡалыуҙан һаҡлап килә...
Фәрит ӘХМӘРОВ.
Баймаҡ районы.
Фото: https://www.magnific.com/ru/free-photo/shot-tall-half-green-tree-pond-jelenia-gora-poland_10583000.