

Ильяс Казбек улы Боташев 2025 йылда, 15 йәшендә, Ҡаҙағстандағы Аҡтау ҡалаһында үткән «Önerli Ören» Халыҡ-ара балалар художество фестивалендә йыр буйынса II урын яулап лауреат булды. Ул республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында ла фортепианола уйнап йә йырлап еңеүгә өлгәшә. Иң мөһиме, ҡала мөхитендә үҫкән үҫмер саф башҡортса һөйләшә һәм башҡорт йыр сәнғәтен донъя кимәленә сығарыу теләге менән йәшәй. Донъяның ниндәй мөйөшөнә юлланһа ла Ильяс үҙе менән һәр саҡ, ғорурланып, башҡорт флагын ала.
Ильясты башҡорт рухлы итеп тәрбиәләүҙә әсәһе Гөлнур Азат ҡыҙы менән өләсәһе Ғәлимә Ҡәҙим ҡыҙының роле бик ҙур. Бишектән үк сабыйға башҡорт йырҙарын тыңлата улар. Малай бигерәк тә Фәрит Бикбулатов башҡарыуындағы “Әсәкәйем минең, берҙән берем” йырын үҙ итә, мыңғырлап, ҡушылып йырлап маташа.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан алтын әсәйем.
Ниңә шундай хисле йөрәк бирҙең?
Моң-һағыштарымдан сәсәйем, – тигән ҡушымтаға еткәс, ауыҙы бәлшәйеп, күҙ йәше битенән тәгәрәп киткән була...
Видеонан ҡабат-ҡабат ҡарай торғас, Салауат Фәтхетдиновтың “Килә яуа бер болот” йырын тиҙ арала ятлап ала Ильяс. Йәш ярымлыҡ ҡына сағында уны урыҫ балалар баҡсаһына бирәләр. Өләсәһе эштән һуң сәғәт етеләрҙә баланы алырға барһа: “Салауат Фәтхетдинов концерт ҡуя”, – ти тәрбиәсе, үҙе яҙыу-һыҙыу менән булышып ултыра. Бүлмәлә, ата-әсәһе алып өлгөрмәгән балаларҙы ултыртып ҡуйып, Ильяс сығыш яһай. Күп тә үтмәй, төркөмөндәге бөтә балалар ҙа шул йырҙы йырларға булып китә. Ҡыйыулығы, тамашасыларҙы яратыуы, йыр-моңға мөхәббәт тыумыштан була икән кешелә.
Ильясты өйҙә таҡмаҡ әйтеп бейетеп үҫтерәләр. Был һәләтен дә тойомлаған әсәһе уны өс йәшенән Өфөләге Комаров исемендәге балалар ижад һарайына спорт бал бейеүҙәренә бирә. Тырыш бала ярыштарҙа гел беренсе урын ала, өйгә алтын миҙалдар ташый. Тренеры Светлана Викторовна Васюк малайға ҙур өмөттәр бағлай, “унан спорт мастеры яһайым”, ти. Әммә Ильяс ҡапыл үҫеп, ҡалынайып китә. Бәһлеүән кәүҙәле баланы баш ҡалабыҙҙың 7-се музыка мәктәбенә, фортепиано класына бирәләр. Малай малай инде, футболын да тибә, дзюдоға ла йөрөй, шахмат та уйнай. Өлгөрә алмағас, бейеүҙе ташларға тура килә.
Ата-әсәнең бала һәләтен ваҡытында тойоп үҫтереүе мөһим. Яҡындарының вайымһыҙлығы арҡаһында күпме таланттар асылмай ҡала! Был яҡтан ғәзиз кешеләренең күңел һиҙгерлеге, ярҙамсыл булыуы һоҡландыра. 2020 йылда Ильясты әсәһе Башҡорт опера һәм балет театры солисы Айтуған Вәлмөхәмәтов етәкләгән Арт студияға бирә. Күп тә үтмәй, йәш йырсы театрҙа ойошторолған малайҙар һәм үҫмерҙәр хорының һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының малайҙар капеллаһы эргәһендәге «РАДАС» ансамбленең солисы булып китә. 7-се музыка мәктәбе базаһында барлыҡҡа килгән «АкКорд» балалар симфоник оркестрына ла ҡушылып йырлай. Еңеү көнөнә арналған концерттарҙа “Шайморатов генерал”ды ғорурлыҡ менән, “Смуглянка”ны дәртләнеп, “Эх, дороги”, “Журавли” йырҙарын үҙәк өҙгөс һағышлы итеп башҡара.
Һуңғы йылдарҙа Ильяс Боташев Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Әлфиә Кәримовала йыр серҙәрен үҙләштерә. “Уҡытыусым профессиональ сәнғәт юлына баҫтырҙы”, – ти үҫмер.
Быйыл, май айында, Мәскәүҙең Композиторҙар йортонда Исаак Дунаевский исемендәге ХVI Халыҡ-ара вокалистар конкурсында 15–17 йәшлек башҡарыусылар араһында “Академик вокал” номинацияһы буйынса 3-сө дәрәжә лауреаты булды Ильяс.
Ильястың ҡаҙаныштары һанап бөткөһөҙ. 2025 йылда “Башҡортостан йондоҙо” Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивалендә инструменталь жанр – фортепиано номинацияһында 13–15 йәшлек башҡарыусылар араһында II дәрәжә лауреаты булды. 2026 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Ноғоманованың 90 йәшенә арналған IV Академик йырлау һәм концертмейстер сәнғәте республика конкурсында, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығына арналған “Еңеү йырҙары” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын яуланы. Быйыл шулай уҡ Йәш йырсыларҙың Салауат Низаметдинов исемендәге V-се асыҡ республика конкурсы дипломанты булды. Ошондай ярыштарҙа ҡатнашыу, еңеп сығыу өсөн баланан күпме көс, күпме хеҙмәт талап ителә!
Йәш йондоҙ – Ильяс Боташев киң күңелле, ихлас, ҙур йөрәкле бала. Ирекмән булараҡ, музейҙарға бара, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар алдында сығыш яһай. Хоспистарҙа, инвалидтар өсөн йорт-интернаттарҙа йән йылыһына мохтаж кешеләрҙең күңелен йыр менән дауалай. “Өлкән инәйҙәр, бабайҙар минең арҡанан һөйә, ҡосаҡлайҙар. Ҡулды ысҡындырмай тотоп торалар, күҙгә ҡарап йылмаялар, рәхмәт уҡыйҙар...” – ти ул. Сәнғәт өлкәһендәге әүҙемлеге, уңыштары өсөн Ильяс Боташевҡа быйыл Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
“Йырлап күрһәт әле миңә лә, улым”, – тигәс, Ильяс Мөслим Марат һүҙҙәренә Ғәзиз Әлмөхәмәтов яҙған “Сайҡалалар кәмәләр” йырын сылтыратып йырлап ебәрҙе. Моңландырҙы ла, тәрән уйҙарға ла һалды уның тылсымлы тауышы...
Йәш йырсының репертуары башҡорт халыҡ йырҙарынан, опера арияларынан, неаполитан, итальян йырҙарынан тора. Хәрби-патриотик темаға йырҙарҙы ла Ильяс яратып башҡара.
– Италия йырҙары беҙҙекенә оҡшаш. Опералар ҙа күбеһенсә шул телдә. Маҡсатым – итальян телен тәрән өйрәнеү, – ти ул. – Республикабыҙҙы сит илдәрҙә мәҙәниәтебеҙ аша таныйҙар. Ҡаҙағстанда “Ay Yola” төркөмөн, уның аша Башҡортостанды яҡшы белеүҙәре тураһында әйттеләр. Минең дә теләгем – сит ил сәхнәләрендә башҡорт халыҡ йырҙарын яңғыратыу.
Ильяс Боташев үҙенең затында ике композитор – Афарим Аҡсурин һәм Айрат Ҡобағошов булыуы менән ғорурлана. Һәләт шулай быуындан-быуынға биреләлер инде. Бер уйлаһаң, үҫмерҙең әсәһе лә, өләсәһе лә – сәнғәттән бөтөнләй йыраҡ кешеләр. Әсәһе Гөлнур Азат ҡыҙы Иҙиәтуллина медицина фәндәре кандидаты, БДМУ доценты, табип, “Милләт әсәһе” республика конкурсы лауреаты. Өләсәһе Ғәлимә Ҡәҙим ҡыҙы Мәмбәтҡолова – РФ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләне. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, ошо ике күркәм ҡатын-ҡыҙҙың барлыҡ матур сифаттарын, илһөйәрлекте, телһөйәрлекте үҙенә һеңдереп үҫә Ильяс та, уның ҡустыһы, быйыл 5-се класҡа уҡырға барған Әмин дә. Әйткәндәй, Әмин ҡурайҙа уйнай, башҡортса сатнатып һөйләшә.
– Йондоҙ ауырыуына дусар булмаҫһың микән, Ильяс? Шәхесеңә бигерәк иғтибар көслө бит? – тип һорағас, йәш йырсы:
– Әлбиттә, уңыштарыма һөйөнөп, наградаларым тураһында дуҫтарыма, туғандарыма һөйләйем. Ҡыуанысым менән уртаҡлашам. Улар ҙа миңә хөрмәт менән ҡарай, бергә ҡыуаналар. Аллаға шөкөр, миндә йондоҙ ауырыуы юҡ. Башҡорт милләтенән булыуыма ғорурланам. Башҡорт халҡының моңона һоҡланам, шул йыр-моңдо милләттәштәремә генә түгел, донъя халҡына еткерергә теләйем, – тип яуап бирҙе.
Ильяс Боташев быйыл Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инде. Уның маҡсаты – ошо мәртәбәле уҡыу йортон тамамлағас, Мәскәү йә сит ил консерваторияһында йыр сәнғәте буйынса белемен камиллаштырыу. Йәш талантты яңы уҡыу йылы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә маҡсаттарына ирешеүен теләйбеҙ!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.